НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Олатайымды тыуған тупрағының тартҡаны

Олатайымды тыуған тупрағының тартҡаны


Олатайымды  тыуған тупрағының тартҡаны85 йәшенә етеп барған олатайымдың бала сағы ауыр йылдар­ға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул 11 йәшлек бала ғына була. Бөтә ерҙә ҡыйралыш барғанда, ғүмерҙәр саҡ һаҡланып ҡалған саҡта уҡыу, белем алыу тураһында уйлау ҙа яҙыҡ булғандыр инде: өс класс белем менән генә тороп ҡала ул. Бала саҡтан сирләшкә генә булһа ла (игеҙәге Йомабикә өс көн генә йәшәп үлеп ҡуя), тиңдәштәре менән бер ҡатарҙан ил эшенә егелә. Ауырлыҡтарҙы үтеп, йәше етеп, әрмегә алына. Һуғыштан һуңғы емереклектәр­ҙе тергеҙеү эшендә ул да ҡатнаша. Әрменән һуң Украинала тороп ҡала. Бер йыл үтә, ике йыл. Әсәй урынына ҡалған иң оло апаһы Ғилмикамал ҡартәсәйем, был нишләп һаман ҡайтмай икән, тип, эҙләүгә бирә. Күп тә үтмәй, олатайымдан хат килеп төшә. Шахтала эш булғас, ҡа­лыр­ға булдым, тип хәбәр итә ул. Шулай итеп, тормошон Украина ере менән бәйләй. Украин ҡыҙына өйләнә. Ике ҡыҙы ла – Оксана апайым да, Галина туғаным да (Галина менән беҙ бер йылғы) милләте буйынса – башҡорт.
Украинала бола башланғас, нисек кенә көфөр яңғырамаһын, ҡыуанып та ҡуйҙым. Армияға киткән ерҙән ҡалып, 60 йылдан ашыу ғүмерен ошо ил менән бәйләгән олатайым, бәлки, тыуған Башҡортостанына ҡайтыр... Хәл-әхүәлдәрен белешер өсөн скайп аша бәйләнешкә сыҡтыҡ.
– Айгөл, һинме, ҡыҙым?
– Мин, олатай, мин. Хәлдәрегеҙ нисек? Именлекме әле һеҙҙә?
– Беҙҙә һуғыш бара бит. Аталар, бомбить итәләр (Бөйөк Ватан һуғышын күргән олатайымдың үҙ-ара атышыуҙарын “бомбить” итәләр тип ҡабул итеүен аңларға ла булалыр, бәлки, минең үҙ-ара атышыу тип әйтеүем хаҡлыҡҡа тура ла килеп бөтмәйҙер).
– Ҡайтһағыҙсы был яҡҡа? Юл нисек? Поезд йөрөймө?
– Диманың (ейәне) уҡыуы бөткәс, ҡайтырбыҙ.
Ана сығабыҙ, бына сығабыҙ тип, уҡыу йылы тамамланғандан һуң бер ай үтеп китте. Поездар расписание­һы үҙгәрҙе, ҡайһылары бөтөнләй туҡтатылып ҡуйҙы. Шулай, урау юлдар менән июль аҙағында Баш­ҡортостанға килеп еттеләр. Иптә­шем менән, уларҙы ҡаршы алыр­ға тип, Өфөгә сығып киттек. Ҡалаға барып еткәнсе радионан Украина яңылыҡтарын тыңланыҡ, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрҙөк.
Мин бала саҡта олатайҙарым ауыл­ға йыл-ике йыл аша ҡайтып тор­ҙо. Бишенсе-алтынсы класта уҡый инем булһа кәрәк, бер ҡайтҡанында күстәнәскә беҙҙең өсөн ят булған көньяҡ емешен алып килде. Ҡыҙғылт һары төҫтә, тәү ҡарашҡа бешеп етмәгән помидорға оҡшаш кеүегерәк. Бөтәбеҙ ҙә ауыҙ итһен өсөн вағыраҡ итеп телеп тәрилкәгә теҙҙеләр. Тәме ниндәй икән? Бер ҡапҡаным ауыҙ эсендә иреп киткәндәй йомшаҡ ҡына, һутлы ғына булһа, икенсеһе ауыҙ эсен ҡороштороп ебәрҙе. Эсендә шыма ғына төшө лә бар. Уларын бала-саға менән йыя һалып, кеҫәгә тығып та ҡуйҙыҡ (урамда маҡтанырға). Икенсе килгәнендә олатайым анар емешен (гранат) алып килде. Бөрлөгән шикелле ҡып-ҡыҙыл емеште лә тәү тапҡыр шул туҡһанынсы йылдарҙа тәмләнек. Украинала ул ваҡытта муллыҡта йәшәнеләрме икән, әйтә алмайым, әммә һәр саҡ күстәнәсен мул итеп тейәп килде. Ә ул йылдар беҙҙең илдә юҡлыҡ, торғонлоҡ йылдары ине...
Тағы бер ҡайтҡанында Йомабай олатайым апайыма, миңә, ҡустыма күлдәктәр килтерҙе. Ябай кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән күлдәктәрҙе беҙ “украин күлдәге” тип яратып кейҙек. Минең күлдәгем аҡһыл сирень төҫөндә, яурындан саҡ ҡына аҫҡараҡ төшөп торған еңе украин биҙәге һалып сигелгәйне. Ҡустыма тип алып килгән күлдәк моряҡтар күлдәгенә оҡшатып тегелгән. Шортыһы ла бар. Ошо күлдәктәрҙе кейеп, өсәүләп фотоға ла төштөк. Уларҙы шул тиклем яратып кейҙек, хатта бәләкәсәйеп, ҡыҫҡарып бөткәс тә кейеп аҙапландыҡ (иң ахыр­ҙа, әсәйем беҙгә һеңле тейеш ҡыҙыҡай­ға биреп ҡуйҙы, эй йәлләгәнемде белһәгеҙ!).
Олоғая килә олатайым ауылға һирәгерәк ҡайта башланы. Шулай ҙа, ҡайтһа, берәр йылға ҡалыр булды. Йәй бесән сабырға, еләк-емеш йыйырға ҡырға йөрөнө. Ҡолас киреп үк сабырлыҡ көс-ҡеүәте булмаһа ла, бала сағы үткән ошо бесәнлекте һағынып ҡайтҡанлығын бала ғына йөрәгебеҙ менән дә тоя инек. Бер һыуһын бесән сапҡандан һуң күпте күргән, ҡоромға буялып бөткән ҡара ҡыр сәйнүгенә төрлө үләндәрен һалып, тәмле итеп сәй, йәш картуфты бешереп, һары май һалып тороп һыйланыуҙар (эйе, һыйланыуҙар. Йылдар үтә килә ошо ябай ғына бесәнсе ризығы ла һағындыра икән... Олатайым өсөн дә ошо мәлдәр иң ҡәҙерлеләре икәнлеген хәҙер аң­лайым)... Шул арала атайым йыл­ға буйына төшә һалып, һәр беребеҙгә икешәр-өсәр балыҡ тотоп килә. Йылға буйынан күтәрелгәнсе ҡурай еләген, турғай еләген, ҡарағатын, сейәһен услап тиреп ала. Шәкәр мулыраҡ булһа, ҡартәсәйем, сейәне йыуып, сәйнүк кеүек ҡарайып бөткән алюмин сеүәтәлә сәйгә ҡайнатмаһын да ҡайнатып ҡуя. Эҫе йәйге ел һуғыуҙан ҡатҡыллана төшкән икмәкте ҡайнатма һутына манып, сәй эсәбеҙ. Сәй эсеп бөткәс, олатай менән атай йәш бесән өҫтөнә ял итергә ята, ҡартәсәй менән беҙ һауыт-һабаны сайҡаштырып, сәйнүккә һыу тултырып, усаҡ өҫтөнә ултыртып ҡайнатырлыҡ итеп әҙерләп ҡуябыҙ. Төшкә ауышҡан ҡояш ҡыҙҙыра. Шуға ағас араларын сабыу­ға төшәләр...
Вокзалға килеп еттек. Поезд килгәнен көтәүелләп, тегендә-бында йөрөп килгән булабыҙ. Сәғәткә яҡын ваҡыт булһа ла, яҙлыҡмаһаҡ ярар ине, тип хафаланабыҙ. Бына беҙгә кәрәкле поезд килеүен хәбәр итәләр. Етәкләшеп платформаға йүгерәбеҙ. Эскалаторҙа халыҡтың күплеге! Кемеһе – ҡултыҡ таяғында, ке­меһе ҙур-ҙур сумаҙандар һөйрәгән, кемеһе йәш бала күтәргән. Алға үтергә юлды ҡамап торған ҙур сумаҙанды тотоп, иптәшем шәп-шәп төшөп китте. Ярҙамы өсөн оло ғына урыҫ әбейенән яуған рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп, артабан йүгерәбеҙ. 27-се вагон ҡаршыһына килеп баҫтыҡ. “Нишләп ҡалтырайһың ул?” – иптәшем. “Ҡалтыра­майымсы. Курт­камды алмағанмын, һалҡыныраҡ бит”, – тигән булам тулҡынланыуымды баҫыр өсөн. Бына таныш йөҙ күренде (ун йәшлек Дмитрийҙы бер тапҡыр ҙа күргәнем булмаһа ла, төҫ-башынан беҙҙеке икәнлеге күренеп тора). Яңылышмағанмын, уның артынса олатайым күренде. Ябығып, бәләкәсәйеп киткән кеүек. “Грузин” кепкаһы менән Буденныйҙыҡы кеүек мыйығы ғына үҙгәрешһеҙ. Беҙҙе күреп, борсолоулы йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Арҡаһындағы ауыр йөгөн дә төшөрмәй, мине ҡосаҡлап алды. Бирешкән... Көсһөҙ генә (бәлки, миңә генә шулай тойол­ғандыр, анау сама ауыр сумкалар күтәргән бит әле ул!) ҡулдары менән ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлаған була. Тамағыма килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп, эркелгән күҙ йәштәрен йыйып маташам. Ебеп төшкәнемде һиҙеп ҡалмаһындар тип, әйҙә лә әйҙә, тип ашыҡтырған булам.
... Юл буйына олатайым Украина хәлдәрен һөйләне. Һүҙ бөтөңкөрәп киткәндә радиоалғыста яңғыраған башҡорт йырҙарына ҡушылып мөңрәп ала. Мораҡҡа ҡайтып еткәс тә, һуң булыуға ҡарамаҫтан, ятырға ашыҡманы. “Олатай, һиңә тип йүкә сәскәһе, мәтрүшкә һалып тороп сәй ҡайнаттым. Бына, әсәй ебәргән ҡорот, ҡарағат ҡайнатмаһы”, – ни ултыртып, ни ҡуйырға белмәйем.
“Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында...”
Әҙме-күпме өс тиҫтә ғүмеремдә уның йырлағанын бер тапҡыр ҙа ишеткәнем булмағас, олатайымдың моңланыуы хафаға һалды: ғүмергенәһе бөтөп, тыуған тупраҡҡынаһы тартып ҡайтып килмәйме икән?.. Кем белә инде. Эсер һыуы бөтмәһә, тыуған яғында ла кинәнеп йәшәп ҡалыр.
Офоҡта һыҙылып ҡояш күренгәнсе һөйләшеп ултырҙыҡ. Олатайым йәш сағындағы йырҙарҙы иҫкә төшөрөп моңланды... Иртәгәһенә эҫе итеп мунса яҡтыҡ, эргәләге ҡайынлыҡтан ҡуйы ботаҡтарын һайлап ҡына яңы миндек бәйләнек. Тәү ҡарашҡа ябай ғына ҡәҙер-хөрмәт. Шулай ҙа олатайымдың тыуған яғының шифалы һыуын, мәтрүшкәле сәйен, эҫе мунсаһын, ҡайын миндеген һағынып ҡайтҡанлығын һиҙәм. Хатта беләм тип әйтә алам.
Беҙҙә бер аҙна тирәһе булғас, Йомабай олатайымды ейәне Дима менән тыуған ауылыбыҙға – Йы­лайыр районындағы Юлдыбайға алып барҙыҡ. Тыуған еренә ҡайтып төшкән олатайым нимәләр генә ки­серҙе икән?.. Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағышы ла, шатлығы ла барҙыр инде...
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Алтын да яуып тормай Украинала, солтан да булмай олатайым. Ябай ҡара эшсе. Ғүмер буйы шахтала, бетон заводында эшләй. Уның хеҙмәт юлы – айырым бер тарих.
Ҡолас йәйеп үк ҡаршы алмаһалар ҙа, урындағы етәкселек тейешенсә ярҙамын күрһәтте, документтарын тупларға булышлыҡ итте. Дми­трий­ҙы мәктәпкә урынлаштыр­ҙыҡ. Ал­тын­сыға барырға тейеш булһа ла, бола ҡубыу сәбәпле, йыл буйына йүнле уҡыу булмағанлығын иҫәпкә алып, бер класҡа түбән ултырттылар. Ҡапыл буйға тартылып киткән улымдың кейемдәре өр-яңы килеш ҡалғас, бөтәһен дә Димаға бирҙек. Бер ай уҡығас, Галина туғаным, бола бөттө, бөтәһе лә яйға һалынды тип, улын алып ҡайтты (уны ла аңларға була: шунда тыуып, шунда үҫкән). Олатайым тыуған ауылында – Юлдыбайҙа тороп ҡалды...

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Сығыу ваҡыты 21-11-2014, 11:49 | Ҡаранылар: 946
|
  • Әсәй менән донъя – түңәрәк
  • Туҡал
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Хәйерниса күпере
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM