НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Матур йәшәлгән ғүмер
Рубрикалар / Хәтер // 19-09-2014, 15:14


Матур йәшәлгән ғүмерКеше донъяға үҙ хеҙмәте менән тыуған ерен биҙәр, матурлыҡ тыуҙырыр, Тыуған илен данлар хеҙмәт һөйөүсе кешеләр тәрбиәләү өсөн тыуа. Ошо бурысты намыҫ менән үтәгән Фира Ғариф ҡыҙы Ниғмәтул­лина ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың, республикабыҙ ғорурлығы булған шәхес ине. Ул 1933 йылдың 31 мартында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәләре Фәрихә инәй бик эшлекле, уңған ҡатын була, аталары Ғарифула олатай, алты бала атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған иле өсөн үҙ ғүмерен бирә. 1944 йылда Ниғмәтуллиндар ғаиләһе Баймаҡ районының 2-се Урман заводынан «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар фермаһына (аҙаҡтан ул Һаҡмар ауылы тип йөрөтөлә) күсеп килә. Балаларҙың әсәһе Фәрихә инәй һауынсы булып эшләй. Артабан Фира Ғариф ҡыҙының өс апаһы (Фәниә, Лира, Рева), ә 1949 йылдан 16 йәшлек Фира ла фермала эш башлай. Ул тәүҙә дүрт йыл быҙау ҡараусы, артабан утыҙ биш йыл − 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан­ға тиклем һауынсы булып эшләй....

Кәңәш һорап, апай, һиңә киләм…
Рубрикалар / Хәтер // 19-09-2014, 15:12


Кәңәш һорап, апай, һиңә киләм…Ағастың тамыры ерҙә, кешенең тамыры туған-ырыуҙа. Ата-әсәгә изгелек ҡылыу ағастың тамыры булһа, туғандар менән аралашыу – уның ботаҡтары, һутлы йәшел япраҡтары. Ата-әсәһенә изгелек итмәгән кеше ағасты тамырынан серетер, ә туғаны менән араһын өҙгәне уны ботағынан һындырыр. Ул ағастың япрағы ла, емеше лә булмаҫ, тиелә изге хәҙистәрҙә. Бәхетте берәүҙәр – матди байлыҡта, икенселәр – эштәге уңышта, өсөнсөләр бер-береһен һөйөүҙә, ихтирам итеү­ҙә тип иҫәпләй. Бәлки, бәхет ошо ҡиммәттәрҙең өсөһөнөң бергә килеүендәлер. Шуларға туған-ырыу һәм ата-әсә араһындағы матур мөнәсәбәттәрҙе лә өҫтәр инем. Яҡшы мөнәсәбәт, туған­дар­ҙың үҙ-ара аралашыуы – йәшәүгә яраҡлы ныҡ, ҡеүәтле тамырҙар тармағы ул. Туғандар менән яҡшы мөнәсәбәт – киләсәктең нигеҙ ташы ла.
...

Аҙау аҡһаҡалы
Рубрикалар / Хәтер // 5-09-2014, 15:35


Манышты мәктәбендә эшләгән осорҙа “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәге алып барҙым. Музейға экспонаттарҙы үҙебеҙҙең райондың ғына түгел, күрше райондарҙың ауылдарына сығып та йыйҙыҡ.
Архангел районының иң ҙур ауылдарының береһенә – Аҙауға ла шулай барып сыҡтыҡ. Аҙауҙар менән аралаша башлағас, тәби­ғәттең генә иҫ киткес матурлығына түгел, ә кешеләрҙең алсаҡлығына, ихласлығына ла иғтибар итәһең.
Сәйәхәтебеҙ ундағы урта мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Уны оҙаҡ йылдар балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Фанияз Шакир улы Садиҡов ойошторған.
Урындағы мәҙәниәт усағы, мәктәп тормошо менән дә танышып өлгөрҙөк. Ашханала сәй эсеп алғас, элекке мәктәп директоры Нуретдин Әхмәҙи улы Шәйбәковтың йортона йүнәлдек....

Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...
Хәтер / Тарих // 5-09-2014, 13:27


Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...Әбйәлил районының Буранғол ауылында хәлфә Мөхәммәт Садиҡовтың вариҫтары нәҫел ептәрен барланы.
“Туғаныңдан биҙмә – нәҫелең ҡорор”, – тиелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Эйе, нәҫел ағасының яңынан-яңы ботаҡтар ебәреүе туғандарҙың татыулығына бәй­ле. Юҡҡа ғына йырҙа ла бит: “Ете яттар туған түгел, үҙ туғаныңдың ҡәҙерен бел”, – тип йырламайҙар.
...Иртәнән бирле яуған ямғыр ҙа, көндөң һалҡынлығы ла туғандарҙың бер-береһенә булған йылы ҡарашына, йылы мөнәсәбәтенә, үҙ-ара яғымлы мөғәмәләһенә һалҡынлыҡ өрә алманы.
Эйе, йәй уртаһы булһа ла, тәбиғәттең көҙгө көн кеүек ҡырыҫыраҡ бер мәлендә йыйылды Мөхәммәт хәлфәнең вариҫтары шәжәрә байрамына.
Был уларҙың тәүге генә осрашыуы түгел икән: Садиҡовтар һәм Мөхәммәтовтар Һәйетҡол ерендә, төп йортта, быға тиклем ике тапҡыр туғанлыҡ ептәрен барлаған булған. Ә был көндө иһә машиналар бер-бер артлы Мөхәммәт Садиҡ улының Буранғолда йәшәүсе ейәне, утыҙ йылға яҡын ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүсе Вил Мөхәммәтовтың өйөнә табан ағылды....

“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
Рубрикалар / Яңылыҡтар таҫмаһы // 2-09-2014, 11:51


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы Бөтә донъя буйлап шаулап барған Ice Bucket Challenge “боҙло биҙрә” флешмобына “Йәшлек”тәр ҙә ҡушылды. Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәле янында “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров һәм водителе Тимур Ишкинин үтеп барыусыларҙы аптыратып, өҫтәренә берәр биҙрә һалҡын ҡойҙо. Шуның менән улар кисә, баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында үткән "Сәләм, студент!" байрамында “Юлдаш” радиоһы Артур Хәсән улына тапшырған эстафетаны ҡабул итте.

Әйткәндәй, 1 сентябрҙәге байрамда Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм йырсы Алһыу Сафина ла флешмобта ҡатнашырға саҡырылды. Улар боҙло һыуҙа ҡойонормо-юҡмы әлегә билдәһеҙ. Әммә “Йәшлек”тәр мәрхәмәтлек эстафетаһын ҡабул итеп, артабан “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовҡа һәм “Ватандаш” журналының баш мөхәрирре Азамат Юлдашбаевҡа тапшырҙы. Улар флешмобтың шарты буйынса 24 сәғәт эсендә боҙло һыу менән ҡойоноп, эстафетаны артабан тапшырырға тейеш....

Онотолмаҫ шәхес
Рубрикалар / Хәтер // 1-08-2014, 10:42


Тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултыр­ған төпкөл, әммә иҫ киткес матур тәбиғәтле Ейәнсура районының Юлдаш ауылында Ибраһимовтар нәҫеле ҡалмаған да тиерлек. Әммә батраклыҡтан республика башлығы вазифаһына тиклем барып еткән Рәхим Кирәй улы Ибраһимов хаҡында ауылдаштары һис кенә лә онотмай. Хәйер, етем малайҙы аяҡҡа ошо ауылдаштары күмәкләп баҫтырған да инде. Туғыҙ йәшендә генә атай-әсәйҙән ҡалған Рәхимде, алты бер туғаны менән бергә, тәүҙә ағалары Мотиғулла ҡарай. Әммә 1919 йылда ул да вафат булғас, балаларҙы атаһының бер туған ағаһы Һибәтулла үҙенә ала. Тик аслыҡ йылдары афәте был ғаиләне лә урап үтмәй: ете баланан бер Рәхим генә иҫән ҡала. 17 генә йәшендә бер туғанһыҙ, атай-әсәйһеҙ ҡалған егет батраклыҡҡа яллана. Бер нәмә лә тормошта осраҡлы булмай, тиҙәр. Ҡайҙалыр юлға сыҡҡан Рәхим осраҡлы ғына Биксәнтәев фамилиялы һалдат (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның исемен бер кем дә хәтерләмәй) менән таныша. Ул йәш егетте белем алырға өндәй һәм аҡса эшләү өсөн Йылайыр тарафтарына, һал ағыҙырға барырға өйрәтә. Егет, тәүәккәлләп, шул уҡ йәйҙә Йылайырға юл тота....

Уның тормош юлы – оло тарих
Рубрикалар / Хәтер // 1-08-2014, 10:23


Уның тормош юлы – оло тарихБеҙҙең әсәйебеҙ – Зәйнәп Йәнсәйетова 1924 йылдың матур май айында Хәйбулла районының Иҫке Иҫәнғол ауылында донъяға килә. Ҡартатайыбыҙ Ғәббәс Иҫәнбаев, ике туған ағаһы Йомабай олатай Иҫәнбаев кеүек үк, оҫта ҡурайсы булған. Нәҡ шул ҡурай моңдары менән, дуҫына ҡунаҡҡа барған ерендә, һылыулығы менән күҙҙең яуын алып торған йәш ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ итеп, икенсе кәләшлеккә алып ҡайта. Ошо йәш кәләштән беренсе бала булып беҙҙең әсәйебеҙ тыуа. Тәүгеһенән гел малайҙар тыуғанғамы, был ҡыҙ баланы беренсе булып оло кәләш ҡулына ала һәм, бик яратып, Зәйнәп тип исем бирә.
Әсәйемдең әйтеүенсә, был татыу ғаиләгә ауыл кешеләре бик ҙур хөрмәт менән килгән. Оло кәләш, Ҡөрьән серен асып, доғалар өйрәтһә, ҡартатай менән Йомабай йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән....

Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙарҙы көтөп алыр ине
Рубрикалар / Хәтер // 25-07-2014, 08:34


Һандуғаслы,  кәкүкле  яҙҙарҙы көтөп  алыр инеЙыр-моң илаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмә­туллин әҙерләгән йырсылар араһында бик тә үҙенсәлекле бер талант эйәһе бар ине. Ул Мәүлитбай Ғәйнетдинов булыр. Үҙенең класын тамамлап, сәхнәгә сығыр-сыҡмаҫтан уның хаҡында Мәғәфүр ағайҙың: «Мәү­литбайға бөгөн үк халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемде бир ҙә ҡуй инде!» – тигәне хәтер­ҙә. Остазының теләге, һуңлабыраҡ булһа ла, бойомға ашты. Мәүлитбай Ғәйнетдинов хаҡлы рәүештә шул маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бөгөн уны бөтә илебеҙ талантлы киноактер тип тә таный. Сөнки ул «Ел аулаусы» фильмында төп ролде бик уңышлы башҡарғайны.
Башҡортостан радиоһының хөрмәтле тыңлаусылары хәтерләй торғандыр. Ундағы музыкаль редакцияла мөхәррир, һуңынан комментатор булып эшләгәнемдә эфирға әленән-әле талант эйәләре менән әңгәмәләр сығара инем. Күп һанлы геройҙарымдың береһе Мәүлитбай Ғәй­нетдинов булды. Һеҙҙең иғти­бар­ға тәҡдим ителгән был хәтирә уның менән әңгәмәләрем ниге­ҙендә әҙерләнде....

Бәләкәй ауылдың оло шәхесе
Рубрикалар / Хәтер // 11-07-2014, 13:47


Бәләкәй ауылдың оло шәхесе…Ҡот осҡос ауыр заман. 1941 – 42 уҡыу йылында, белем-тәрбиә алырға, уҡырға-һанарға өйрәнергә тип, шатланышып, мәктәпкә 1-се класҡа ашығабыҙ. Тау башындағы мәктәптә уҡытыусылар Ғәфүр ағай Мотаев, ауылға тәүгә уҡытырға килгән йәш уҡытыусы Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Белем көнө уңайынан ҡотлайҙар. Ҡайһы берҙәребеҙҙең арҡаһынан һөйөп, бәке менән ялтыр итеп ҡырылған баштарыбыҙҙан һыйпап класҡа индерҙеләр. Зекериә ағай ауылға тәүгә килгәс, беҙҙең ғаилә, көнкүреш хәлдәребеҙ тураһында хәбәр­ҙар түгел, исемдәребеҙҙе генә белә.
Ғәфүр ағай беҙҙең тормошто үтәнән-үтә күреп торғас, аталы балаларҙы бергәрәк, етемдәрҙе үҙ-ара айырыбыраҡ, парталарға бүлеп ултыртты. “Аталы бала арҡалы” тигәндәй, уларҙың күңелдәре көр, шаярыуҙары ла, тауыштары ла икенсе төрлөрәк....

Ике нәҫелдең туғанлығы
Рубрикалар / Хәтер // 11-07-2014, 10:24


Әсәйем, мәрхүмә, Сәбилә Абхалиҡ ҡыҙы, сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан. Ҡыҙ фамилияһы Бикбулатова, ҡунҡаҙайҙар ырыуынан. Бикбулатовтар тирә-яҡҡа урман белгестәре, йыр-моңға маһир булыуҙары менән билдәле. Ҡунҡаҙай бабайҙың дүрт улы булған.
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Әхтәм ағай Бикбулатов Бикбулатовтарҙың шәжәрәһен 2001 йылда төҙөгән. Бына улар.
Ҡунҡаҙайҙың улдары: Бикбулат 1746 – 1826 йылдарҙа, Байгилде 1758 – 1814 йылдарҙа, Байбулат 1762 – 1858 йылдарҙа, Ишҡол 1762 – 1812 йылдарҙа йәшәгән. “Түңгәүер” китабындағы (Өфө, 2007) мәғлүмәт буйынса, 1816 йылғы ревизияла Мәҡсүттә Бикбулат Ҡунҡаҙаев, Байгилде Ҡунҡаҙаев, Юлбарыҫ Бикбулатов күрһәтелгән. Бикбулат Ҡунҡаҙаевтың вариҫтары, Бикбулатовтар, хәҙерге ваҡытта Йылайыр, Хәйбулла райондарында, Өфө ҡалаһында ғүмер кисерә....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM