НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы
Рубрикалар // 14-11-2014, 04:46


Беҙҙең быуын бәләкәйҙән үк Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә тәрбиәләнеп үҫте: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» повестарын йотлоғоп уҡыныҡ, «Ҡыҙ урлау» һәм башҡа спектаклдәрен сәхнәнән ҡараныҡ, үҙәктәргә үтерлек нескә хисле, тыуған илде яратырға өйрәтеүсе патриотик шиғырҙарын ятланыҡ. Ул йылдарҙа беҙҙең ауылда китапхана юҡ ине. Клуб мөдире Тимерйән ағай ваҡыты-ваҡыты менән күрше ауыл китапханаһынан китаптар алып ҡайтып тарата торғайны. Беҙ, кескәй генә малайҙар, клуб янына барып, шул китаптар тулы тылсымлы шкафтың асылыуын сәғәттәр буйы көтөп ултырабыҙ. Ниндәй генә китаптар юҡ ине унда, элек балалар яҙыусылары бик күп була торғайны. Бигерәк тә Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен сират тороп уҡыныҡ....

Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”
Рубрикалар // 14-11-2014, 04:45


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”Беҙ бала саҡта районыбыҙға яҙыусылар килеп осрашыуҙар уҙғарһа, оло байрам була торғайны. Яҙыусы тиклем яҙыусы ағай-апайҙарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, уларҙың матур сәхнәнән, бейек трибунанан уҡыған шиғырҙарын, әҫәрҙәрен таң ҡалып, һоҡланып тыңлай инек.
Күптәребеҙ шул замандарҙа уҡ ҡәләм тирбәтеп, тәүге шиғыр, әҫәрҙәребеҙҙе яҙҙыҡ. Тик ҡулъяҙмаларыбыҙға иғтибар иткән, илһам ҡанаттары ҡуйғандай ағайҙар табылманы. Шунлыҡтандыр инде, әҙәбиәткә һуңлап килгән беҙҙең быуын яҙыусыларының күбеһе – илле йәштән уҙған, башлап яҙыусылар иҫәбендә һаналған ике-өс китап авторҙары....

Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған
Рубрикалар // 7-11-2014, 07:53


Хеҙмәте менән хөрмәт яулағанСибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең участка инспекторы Радмир Аҙнағолов, енәйәтселекте кәметеү өсөн кешеләр араһында аңлатыу эштәрен өҙлөкһөҙ алып барырға кәрәк, ти
Донъялағы һәр һөнәрҙең үҙ тәғәйенләнеше бар. Әгәр ҙә игенсе булмаһа – иген һуғылмаҫ, юлсыһыҙ юлдар һалынмаҫ ине. Полиция хеҙмәткәрҙәренең дә йәмғиәт алдындағы бурысы мөһим – хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау, илебеҙҙең тотороҡлоғон, халыҡтың тыныс, имен тормошон тәьмин итеү. Уларҙың хеҙмәте бер ҡасан да еңел булманы. Тәүәккәллек, түҙемлек һәм үҙ эшеңә мөкиббән бирелеүҙе талап иткән һөнәрҙе көслө рухлылар ғына башҡара алалыр, моғайын.
Сибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең участка инспекторы Радмир Аҙнағолов полицияға эшкә ун йыл элек килә. Башта айнытҡыс именлеген һаҡлағандан һуң, әлеге хеҙмәтенә күсерәләр.
...

Сермәндә үҙенсәлекле завод бар
Рубрикалар // 7-11-2014, 07:51


Сермәндә үҙенсәлекле завод барАуылда эшһеҙлек хөкөм һөргән заманда һәр эш урыны алтынға бәрәбәр. Быйыл Сермәндә Урал спорт инвентары заводының эш башлауы ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Эшкә яуаплы ҡараған сермәндәр бында үҙҙәренә эш урыны тапты. Яңы предприятие менән беҙ ҙә таныштыҡ.
Түбәндә Урал спорт инвентары заводының генераль директоры Азат ВИЛДАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ....

Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
Рубрикалар // 7-11-2014, 07:50


Заман ауыр тип, йыш ҡына заманға һылтанырға яратабыҙ. Ә уйлап ҡараһаң, ҡасан еңел булған һуң?! Белеүебеҙсә, һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да аслыҡта, яланғаслыҡта, етешһеҙлектә интегеп көн күргәндәр. Һуғыш үҙе генә лә кешегә күпме ҡайғы, ауырлыҡ алып килгән. Бәлки, совет осоронда ғына халыҡтың бер аҙ күҙе асылып, иртәгәге көнгә ышаныс менән иркенләп йәшәп ҡалғандарҙыр. Әммә, сағыштырып ҡараһаң, бөгөн дә кешеләр бик матур йәшәй: ҙур итеп өйҙәр һалалар, бер йортта әллә нисә еңел машина, ә сит илдә ял итеүселәр күпме? Заманға зарланыу гонаһ һымаҡ булып китә хатта. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был хаҡта ни уйлай икән? Шулай итеп, сираттағы аҙна һорауы: бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
...

Халыҡҡа хеҙмәт итә
Рубрикалар // 7-11-2014, 07:25


Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киләсәккә пландары ҙур
Райондарҙа ойошторолған башҡорт ҡоролтайҙары игелекле эш башҡарып килә. Билдәле булыуынса, уҡытыусылар элек-электән йәмәғәт эштәрендә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә төп ауырлыҡты күтәрҙе. Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын мәғариф бүлеге мөдире башҡарыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Рауил Ғиниәтуллин етәкселегендә тупланған берҙәм команданың яҡшы эштәре һанап бөткөһөҙ. СССР тарҡалғандан һуң йәштәр менән һөҙөмтәле эшләүсе комсомол һәм пионер ойошмалары юҡҡа сыҡты, бер килке тәрбиә эше онотолоп ҡалған һымаҡ булды, шуның арҡаһында илдә енәйәтселек үҫте. Ләкин Башҡортостанда тәрбиә эшен башҡа структуралар күтәреп алды. Әгәр беҙ, республикабыҙҙа төрлө милләттәр һәм диндәр үҙ-ара килешеп татыу йәшәй, тибеҙ икән, бында башҡорт ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеге лә үҙ ролен уйнай....

Бойоҡ күҙҙәремә йәш эркелде…
Хәтер / Әҙәбиәт // 20-10-2014, 11:25


Бойоҡ күҙҙәремә  йәш эркелде…Ағайыбыҙ, шиғриәттә булһынмы, сәсмә әҫәрендәме, донъялыҡта йәшәү асылы, ғәмәлдәребеҙҙең мәғәнәһе, мәңгелек үлсәме һәм ваҡыт ҡәҙере тураһында йыш уйланған. Мәңгелек юлында кеше ғүмере, иртәнсәк яралып, кис юғалған күбәләк ғүмере менән берҙер. Һәм мәңгелектең башланғысы ҡайҙа ла, ахыры ҡайһы тарафтарҙа? Мәскәү вуздарының береһендә беҙгә һабаҡ биргән Пуховский атлы ҡарт профессор мәңгелек төшөнсәһен ошолай ябай ғына аңлатҡайны: «Йәйге тып-тын аяҙ төн. Кешеләр кәмәлә диңгеҙгә сыға. Диңгеҙ күккә барып олғаша. Асман йондоҙҙарға күтәрелә. Йондоҙҙар иһә мәңгелеккә китә. Ә мәңгелек кешеләргә әйләнеп ҡайта. Кешеләр диңгеҙгә сыға…» Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Мостай Кәрим ижадындағы фәлсәфиәт, бәлки, баш ҡала профессоры һыҙған виртуаль әйләнеш менән ауаздаш та түгелдер, әммә һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе замандың тын тартышына ғәйәт һиҙгер булды....

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘ
Хәтер / Әҙәбиәт // 17-10-2014, 17:20


Хәләлбикәһе Рауза ханым йырлар­ға яратҡан “Бейеш” моңо Мостай Кәримде ғүмер буйы оҙата килгән. “Был йыр – минең йырым. Үҙемдеке. Тәү ишеткәндә үк түгел, ә уның икенсе тапҡыр, йәғни минең өсөн тыуған мәленән алып рухым уға сат йәбеште, ғүмерлеккә хужа булды. Ҡайҙа ғына, кем генә йырламаһын, тик минең өсөн генә яңғырай ул. Һәм, остоғон да ҡалдырмай, йөрәгемә һеңдерәм. Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (“Бейеш”. – 4-се том, 311-се б.).
Оло яуҙа ауыр яра алыуы арҡаһында хәл өҫтөндә йөрөгән Мостафа Сафа улын кәләше Рауза менән бергә күптәнге дуҫы, күренекле драматург Мөхәммәт Хәйҙәров үҙенә, Учалылағы Өргөн ауылына саҡырып, ҡатыны Ғәйниямал менән кәзә ҡымыҙы эсереп, тәрбиәләй. Шағир үҙе әйтеүенсә, аҙна-ун көн үтеүгә, тыны иркенәйеп, теҙ быуындары нығына төшөүгә кәләше уны Биргетауға әйҙәй....

60 йылдан һуң
Рубрикалар / Хәтер // 10-10-2014, 16:39


60 йылдан һуңМораҡ педагогия училищеһын тамамлауыбыҙға 60 йыл да үтеп киткән. Тәүге күрешеүҙәр, танышыуҙар, студент йылдары мәңге онотолмаясаҡ. Шул уңайҙан быйыл курс­таштар менән йыйылышып осрашырға булдыҡ. Мин, Филүзә Шаһиева (Иҙелбаева), Өфөгә, үҙемә ҡунаҡҡа саҡырҙым. Бөтә курсташтарым да килә алмаһа ла, биш ҡыҙға осрашырға насип булды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Күгәрсен районынан Зәйтүнә Тураева, Дәүләкән районынан Лилиә Ғә­зизо­ва (Ғәлиулли­на), Шишмә районынан Ғәлиә Юлдаш­баева (Зы­я­ба­е­ва), Көйөр­гә­ҙе районынан Клара Әйүпова бергә йыйылдыҡ. сәй эсеп, үткән йылдар хә­тирәһенә бирелеп, ва­ҡыттың үткәне һиҙелмәне лә....

Тракторсы Хөмәйрә
Рубрикалар / Хәтер // 26-09-2014, 04:28


Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән, уның күңел йылыһы менән һуғарылмаған бер эш тә юҡтыр ул. Ир-ат эшләгән тракторҙа ла гүзәл заттың ҡатнашлығы бар. Һүҙебеҙ Баймаҡ районының Байым ауылында үткән быуаттың 30 – 40-сы йылдарында «тимер ат»тарҙы «ауыҙлыҡлаусы» тракторсы Хөмәйрә Вәлиулла ҡыҙы Йылҡыбаева (1918 – 1998) тураһында. Уның яҙмышында – ил яҙмышы, шуға ла исеме ауыл тарихына яҙылған. Оло быуын кешеләре Хөмәйрә апайҙың тракторҙа ауыл буйлап үтеп китеүен һәр саҡ ғорурланып һөйләй торғайны. Үҙе иҫән саҡта миңә лә уның менән әңгәмәләшеп ултырыу форсаты тейгәйне.
Хөмәйрә инәйҙең яҙмышы, кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигәндәй, бала саҡтан ауыр була. Байым ауылы Ырымбур – Темәс юлында урынлашҡан. Граждандар һуғышында уны берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар инеп талаған, мал-мөлкәтте тартып алып, халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM