НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бәхил бул, драматург
Рубрикалар / Хәтер // 24-01-2015, 15:17


Бәхил бул, драматург18 ғинуарҙа 67-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид БҮЛӘКОВ ваҡытһыҙ вафат булды.
Флорид Миңнулла улы 1948 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969–1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайы янындағы «Эрвел» халыҡ бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург “Дуҫлыҡ” Мишкә район гәзитендә, аҙаҡ “Ленинец”-“Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә эшләй....

Ауырлыҡта үткән бала саҡ
Рубрикалар / Хәтер // 23-01-2015, 13:25


Ауырлыҡта үткән бала саҡМин 1930 йылдың 11 ғинуарында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. 7 йәш тулмаҫ элек атайым һәләк булды. 58 йәшлек әсәйем ҡарамағында өс ҡыҙ ҡалдыҡ, ике ағайымдың үҙ ғаиләһе бар ине. 1941 йылда ауылда 4-се класты та­мамланым. Июндә, бөтә ха­лыҡ­ты зар илатып, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ике ағайым да шул көндә үк фронтҡа китте. Миңлеғәле ағайым ауыл советы рәйесе ине. Ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Әбүбәкир ағайым имен-һау әйләнеп ҡайтты.
Илдә дәһшәтле һуғыш барһа ла, уҡыуымды ташламаным, Юлыҡ ауылына 5-се класҡа барҙым. Унда Маһира исемле әбейҙең бер бүлмәһендә 14 ҡыҙ йәшәнек. Урын­дыҡта теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ. Бер ҙур, бер бәләкәй ҡыҙ алмашлап дежурлыҡ итәбеҙ....

Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 23-01-2015, 12:27


Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡӨфөлә 15 меңгә яҡын ветеранға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал тапшырыласаҡ кешеләр категорияһы Рәсәй Президенты ҡарары менән билдәләнгән. Хәрби хеҙмәткәр­ҙәрҙән тыш, награда үҙе теләп ялланыусылар­ға, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына биреләсәк. Был категорияға шулай уҡ «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары менән бүләкләнеүсе тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерҙар­ҙың бәлиғ булмаған тотҡондары ла ҡарай....

Яу, яуҙың төбө – дау
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 16-01-2015, 11:32


Яу, яуҙың   төбө – дауКешелек, сик белмәҫ зиһене һәм тыйып тотҡоһоҙ дәр­те ме­нән, ғәжәйеп мөғ­жизәләр­ҙе бар иткән, Ерҙә донъя ҡорған, үҙе лә әҙәм рәүешендә хасил булған йән эйәһенән аҡыллы ла, ҡеүәтле лә затҡа әйләнгән. Шул уҡ ваҡытта, меңәр йылдар дауамында, камиллыҡҡа ынтылыу менән бергә, әҙәм балаһының күңелендә бер-береһенән көнләшеү, уҫал намыҫ, кемгәлер ҡарата ҡырсыныу орлоҡтары ла яралған. Тора-бара, ер-һыу, мөлкәт бүлешеү теләге ошо орлоҡтарҙан, уларҙы сәйәсәт һыуы менән һуғарып, дошманлыҡ емештәрен өлгөрткән. Һуғыш. Яуҙар. Баҫҡынсылыҡ. Ил-ер һаҡлау. Халҡыңды ҡурсалау… Ҡәүемдәр, дәүләттәр ара­һындағы ғүмер баҡый тынмаҫ низағтарға әллә ниндәй атамалар бирергә мөмкин. Ниндәй сәбәптәр нигеҙендә башланып, ниндәй маҡсаттар көҫәп дауам итһә лә, һәр һуғыштан ҡала торған төп нәмә – ҡыйылған ғүмерҙәр. Тимәк, ҡауышмаған йәрҙәр, тыумаған сабыйҙар, ейелмәй ҡалған ризыҡ, йырланмаған йырҙар… Ошо афәт тураһында рустарҙың бөйөк физиолог-ғалимы Иван Пет­рович Павлов зыялылар­ға хас иплелек менән былай тигән: «Һуғыш, ғәмәлдә, тормоштағы ауырлыҡтарҙан йыртҡыстарса ҡотолоу әмә­ле. Сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә булған аҡыллы кеше өсөн килешмәгән әмәл»....

Ҡурҡыныс сәскәләр, Катюша һәм татһыҙ бал
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 16-01-2015, 11:29


Ҡурҡыныс сәскәләр,   Катюша һәм татһыҙ балЯратам кинәйәләрҙе, арҡыры-торҡоро фекерҙәрҙе, йор һүҙҙе, “йәшертен” генә әсе итеп шаярыуҙарҙы. Совет осорондағы “яңыса” исемдәрҙе лә тап шундай шаяртыуҙар рәтенә индерәм. Эйе, ата-әсә бәпесенә Ивс (Иосиф Вис­сарионович Сталин), Вил (Владимир Ильич Ленин), Рафинад (шаҡмаҡ шәкәр), Радий (химик элемент) кеүек исемдәр ҡуша икән, улар юморға бай тигән һүҙ. Тик хәҙер, СССР тарҡал­ғас, революция идеялары юғалды ла, “ялҡынлы” исемдәр ҙә артта ҡалды. Бөгөн халыҡсандары модала. Шулай ҙа юҡ-юҡта беҙҙең телдә ҡолаҡты “ҡымырйытып” торған төрөкмө, әзербайжан йә монголмы исеме ишетелеп ҡала. Юҡ, кеше исемдәрен берәм-бөртөкләп “сәйнәргә” йыйынмайым. Мине икенсе бер нәмә йылмайта. Ул да булһа – беҙҙең хәрби “байлыҡ” атамалары. Бер көндө виртуаль донъяла әрме тураһындағы мәҡәләләргә байҡау яһап ултырғанда снайперҙың маскировка кейеме исемдәренә аптырап, көлөп ебәрҙем хатта – “Леший”, “Кикимора”, имеш!...

"Йәшлек" йондоҙнамәһе
Рубрикалар // 9-01-2015, 10:46


"Йәшлек" йондоҙнамәһеҺыуғояр (21.01 – 19.02)
Ғөмүмән, осор файҙалы үтер. Тик үҙгәреүсән кәйефегеҙ ҡай саҡ ҡамасаулап торор. Төп маҡсаттарығыҙға табан тағы ла бер аҙым яһарһығыҙ, моғайын. Ҡайтарылмаған бурыстарығыҙ тураһында онотмағыҙ....

Йылҡы йылын оҙатып
Рубрикалар // 27-12-2014, 23:04


Йылҡы йылын оҙатыпТағы бер йыл артта ҡалды. Беҙ тағы ла бер йылға өлкәнәйҙек, тәжрибә тупланыҡ, аҡыл йыйҙыҡ, күпте күрҙек, күпте кисерҙек, йәшәргә тырыштыҡ. Нимәгәлер ирештек, ниҙелер юғалттыҡ. Ҡайһы бер маҡсаттарҙан баш тартырға ла тура килде, бәғзе хыялдар тормош­ҡа ашты. Барыһы ла булды.
Беҙ, Рәсәй халҡы, шулай ғәҙәтләнгәнбеҙ – зарланырға яратмайбыҙ. Дөйөм алғанда, күпмелер үтә лә пессимистарҙы һанамағанда. Холҡобоҙ шундай. Был, моғайын, тормоштоң төрлө күренештәрен артыҡ кисергәндәндер ҙә. Беҙ бер ҡасан да самаһыҙ байлыҡтан “һимермәнек”, артыҡ шатлыҡтан шашманыҡ, килгән ҡайғы-бәләләр­ҙән сыға белдек, өмөтләндек, ышандыҡ, эшләнек. Айырыуса өлкән быуын кешеләренең ауыҙынан сыға әлеге һүҙҙәр. Бәлки, ХХI быуат кешеһе икенсе төрлөрәктер, әммә беҙ – үҙ ата-әсәләребеҙҙең ба­ла­лары. Йөрәктә, күңелдә улар һалған орлоҡ шыта, үҫә....

ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМ
Рубрикалар / Хәтер // 19-12-2014, 10:38


ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМҮткәндәрһеҙ – бөгөнгөбөҙ, бөгөнгөһөҙ иртәгәбеҙ юҡ. XX быуаттың мәшһүр йырсыһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, вокал сәнғәте белгесе, профессор Баныу Нурғәле ҡыҙы Вәлиева ижады хаҡында уйланғанда, ошо фекер баштан китмәй ҙә китмәй. Тиктәҫкә түгел был. Ни өсөн тигәндә, уның йөҙөндә беҙ сәнғәттең милләтебеҙ өсөн өр-яңы бер төрө – операбыҙ тыуыуына сәбәпсе булған, уны үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға дәрт-дарманын йәлләмәгән фиҙакәр әһелебеҙҙе таныйбыҙ.
Баныу Нурғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында мәҙәни донъя­быҙҙа ҡайнап йәшәне. Уның көмөштәй сылтыр тауышы, вокал сәнғәтендәге оҫталығы әллә нисә быуын йырсыларын профессиональ сәхнәгә әйҙәүсе, уларға йыр сәнғәте серҙәрен күндереүсе булды.
Баныу апай Вәлиева менән осрашыу-күрешеүҙәр, уның ижадташ тиңдәштәренә ҡарағанда, йышыраҡ булды. Ни өсөн тигәндә, уның үҙендә һине гел генә үҙенә ылыҡтырып торған ниндәй­ҙер көс бар ине....

Яҙмышында – ил яҙмышы
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 12-12-2014, 15:15


Яҙмышында – ил яҙмышыЯҙмышында – ил яҙмышыБеҙ, Сибай институты студенттары, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Дәрестәрҙең береһендә үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙҙе, нәҫелебеҙҙән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе барланыҡ. Ил яҙмышының ата-бабалар яҙмышында нисек сағылыш табыуын күҙәттек. Уҡытыусыбыҙ Г. Сәмер­ханова тәҡдиме буйынса ҡарт­әсәйем тураһындағы материалды һеҙҙең редакцияға ебәрәм.
Минең ҡартәсәйем Гөлйөҙөм Яңыбай ҡыҙы Билалова 1928 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуған. Әсәһе балаҫ һуғыу оҫтаһы булған, беҙ уның матур балаҫтарын әле лә һаҡлап тотонабыҙ. Атаһы Яңыбай оҙон көйҙәр башҡарған, оҫта йырсы булараҡ танылған. Ҡартәсәйем атаһына оҡшап моңло тауышлы булһа, ә ҡул оҫталығына әсәһенән һәм ҡәйнәһенән өйрәнгән....

ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ, ЕҢЕҮ МЕНӘН!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 12-12-2014, 14:47


ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ,  ЕҢЕҮ МЕНӘН!ШАЙМОРАТОВ ҠАЙТТЫ ИЛЕНӘ,  ЕҢЕҮ МЕНӘН!Халҡыбыҙҙың данлы улы генерал Миңлеғәле Шаймора­тов­тың һыбайлылары Ҡырмыҫҡалы ауылына көн үҙәгендә килеп инде. Ай, анау ғәскәр алдынан килгән мөһабәт кәүҙәле ир арыҫланы Миңлеғәле үҙе түгелме ни? Шул бит, шул! Башҡорт кавалерияһы дивизияһы һу­ғыш­ҡа китер алдынан да Шайморатов туғандары, яҡын кешеләре менән хушлашырға, уларҙың фатихаһын алырға бер генә төнгә үҙенең тыуған ауылы Биштәкәгә ҡайтып киткәйне, ә бөгөн, ана, ҡайһылай ғорур ултырып килә ул арғымағының эйәрендә.
Ауыл осондағы быуа буйына йыйылған халыҡ, атлы ғәскәрҙе күреү менән, шулай уйланы.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт атлыларының немец фашистары менән бәрелешен сағылдырыусы тамашаға халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Хәйер, ошондай ваҡиғанан нисек ситтә ҡалмаҡ кәрәк? Бындай сара йыл да булып тормай бит....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM