НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Улар – ауылымдың ғорурлығы
Рубрикалар // 22-05-2015, 13:15


Улар – ауылымдың ғорурлығыБайым мәктәбендә уҡып йөрөгәнендә танышҡан Мораҡай ҡыҙы Фәрзәнә менән 1954 йылдың көҙөндә өйләнешәләр. Ата-әсәнең мөхәббәтен нығытып, улдары Мансур донъяға килә. Күп тә үтмәй, Мөждәбә ағай хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Фәрзәнә еңгәй улы менән өс йыл яңғыҙы донъя көтә. Йәй – колхозда, ҡыш мәктәп буфетында эшләй, клубта йыйыштырыусы була. Ҡул эштәренә лә оҫта ул. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, байрамдарға, һабантуйҙарға, төрлө сараларға буҙа ҡоя, тәмле итеп икмәген дә бешерә. Бөгөн дә ул төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙары менән Белорет ҡалаһында үткән һабантуйҙа тирмә ҡороп, беренсе урын яулай....

Быуаттарға балҡыр дан!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 13:24


Быуаттарға балҡыр дан!Көндөң илаҡ, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, Әбйәлил районының Күсем ауылы иртәнән геү килде: һуғыштан ҡайтып, мәрхүм булған фронтовиктар исемлеге яҙылған таҡтаташты асыу тантанаһына әллә күпме халыҡ йыйылды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараны Мәңгелек ут йөрөтөүселәр марафоны асып ебәрҙе. Марафонсыларҙы ҡаршылағанда бәләкәстәрҙең ғәжәпләнеүҙән ауыҙы асылһа, ололарҙың күҙе йәшкә мансылды – һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән зат-зәүерен, ҡырҡынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...
...

«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:59


Йылдар үтеү менән, үҙебеҙ ҙә олоғайып бөткәс, атай-әсәй хаҡында, уларҙың тормошо, нисек йәшәгәндәре тураһында йышыраҡ уйландыра.
Атайыбыҙ Рамаҙан Фәтҡулла улы Насиров Санъяп ауылы кешеһе ине. Әсәйем Мәғрифә Нәбиулла ҡыҙы менән йәшләй генә яратышалар. Тик уларҙың китаптарҙа ғына һүрәтләнгән матур хистәре, мөхәббәте хаҡында бик һуңлап, атайыбыҙ вафат булғас ҡына уның яҙмаларынан уҡып белдек....

Ватандың тоғро һаҡсылары
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:05


Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ,.. малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙакәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
Р. Фәхретдинов....

Германияға һыбай барып еткән ул
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 15-05-2015, 12:03


Йәшлектәрен һуғыш урлаған атайым менән әсәйем, 12 балаға ғүмер биреп, 63 йыл матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәне
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 32 йәшлек атайым Ғәйетҡол Аҫылхужа улы Минһажев менән 26 йәшлек әсәйем Кәфиә Хәлилулла ҡыҙы дүрт бала тәрбиәләп йәшәп ятҡан була. 1941 йылдың 7 июлендә беренсе саҡырылыш менән үк атайымды һәм башҡа ауылдаштарымды фронтҡа оҙаталар. Һуғышҡа ингәнсе Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтәләр. Һуғышҡа киткәндә Иглин аша үтәләр....

Ҡартатаһы һәм ҡаһарман ауылдаштары рухына арнала
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-03-2015, 10:40


Ҡартатаһы һәм ҡаһарман  ауылдаштары рухына арналаБөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында бик үҙенсәлекле акция үткәрелгән. Ауылға ингән ерҙәге боролошта артиллерия орудиеһы урынлаштырылды.
Һәйкәлде ҡороу, уны урынлаштырыу менән Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән Фаил Әбүбәкиров етәкселек итә. Уға ауылдаштары – иретеп йәбештереүсе Фирғәт Әминев, Нәзир Мәхийәнов һәм Наил Рафиҡов ярҙам итә.
Фаил Илгиз улы әйтеүенсә, проект Бөйөк Ватан hуғышында һәләк булған ауылдаштарына һәм ҡартатаһы – 112-се Башҡорт атлы дивизияһының танкка ҡаршы 45 миллиметрлы орудие расчеты командиры Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбә­кировтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана....

Тәбрикләйбеҙ!
Рубрикалар / Хәтер // 13-03-2015, 11:03


15 мартта яҙыусы, « Мәс­кәү банкы»ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары, Ҡырағай хайуандар­ҙы яҡлау республика фонды рәйесе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Камил ЙЫҺАНШИНҒА – 65 йәш
Камил Йыһаншин һөнәре буйынса радиотехник. БССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында, «Эхо», «Шок», «Вымпелком» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең етәксеһе булып эшләй. Биш китап авторы. Әҫәрҙәре Са­лауат Юлаев исемендәге дәүләт, Э. Володин исемендәге «Империя мәҙәниәте», С. Зло­бин исемендәге премиялар менән баһаланған....

Йәмле ғаиләнең йәне
Рубрикалар / Хәтер // 7-03-2015, 16:46


Йәмле ғаиләнең йәнеТөҙ һынлы, тыныс холоҡло Эльмира Фанинаны бер кем дә өс бала әсәһелер тип башына ла килтермәй – йәш ҡыҙҙар кеүек нескә, һомғол буйлы, йәш сырайлы ул. Кемделер йылдар ҡырҡҡа бөкһә, Эльмира Рәүф ҡыҙы, киреһенсә, йылдан-йыл матурая, гүзәллеге арта бара. Йәштәшем, ҡала ҡыҙы булһа ла, йәйҙәрен ауылда, олатай-өләсәй янында үткәргәнгәлер, әҙәпле, тыйнаҡ, сабыр бала булып үҫкән. Яҡын зат-зәүер­ҙең балалары араһында иң өлкәне булараҡ, гел дә үҙен уҡытыусы итеп тойған һәм, әлбиттә, яратҡан уйыны кескәйҙәргә белем биреү булған. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә. Унан һуң, психология менән ҡыҙыҡһынып китеп, педагогия институтында шул ҡыҙыҡлы фәнде төплө өйрәнә. Йәш белгес ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында хеҙмәт юлын башлай....

Күренекле ғалим-философ, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Дамир ВӘЛИЕВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл
Рубрикалар / Хәтер // 6-03-2015, 12:02


Халыҡ ижады буйынса теләгән бер белгес менән дә Дамир дуҫ уртаҡ тел таба белә ине. Йыш ҡына уның йә Кирәй Мәргән, йә Лев Бараг, йә Мөхтәр Сәғитов менән һин дә мин һөйләшеп ултырғанына, хатта бәхәс ҡорғанына шаһит булынылды. Борис (Барыҫ) Әхмәтшин һәм мин фәҡирегеҙ менән ундай әңгәмәләр “һин” кимәлендә бара торғайны. Шунан ғына ла ундай һөйләшеүҙәрҙең “температураһы” хаҡында фекер йөрөтөп була торғандыр, моғайын.
Бер мәл Лев Григорьевичтың, бик тә әсенеп: “Я не понимаю, почему Наиль Валеевич (һүҙ ТТӘИ-ның этнография һәм антропология бүлеге мөдире, күренекле этнографыбыҙ Наил Бикбулатов хаҡында бара ине – Ә. С.) не защищает докторскую диссертацию в виде доклада? Монографий у него предостаточно. Некоторые изданы в Москве в издательстве “Наука”. Ведь он фактически является потенциальным доктором! А его племянник Дамир Жаватович? При желании он мог бы защитить докторскую и по фольклору. Вот голова дек голова!” – тигәне хәтерҙә....

Һоҡланмау мөмкин түгел
Рубрикалар / Хәтер // 6-03-2015, 11:19


Һоҡланмау мөмкин  түгелҒүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Апаҡайыма, берҙән-беремә лә – 80 йәш! 1935 йылдың ҡояшлы Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнөндә Сәйетбаба ауылында Сафиулла менән Факиһа Ҡунафиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала ул. Йәш ата-әсә ҡыуаныстарынан уға Фәриха (ғәрәпсә – шатлыҡ, һөйөнөс) тип исем ҡуша. Был ҡыуаныс артҡандан-арта бара: йортта апайымдың тәтелдәп йөрөүенә Сәхиулла (ғәрәпсә – йомарт) ағайымдың тауышы өҫтәлә, Марат ағайым бына-бына яҡты донъяға ауаз һалыр­ға тора. Ошондай ҡыуаныслы мәлдә көтмәгәндә бөтә ил буйлап йәшен тиҙлегендә тетрәндергес хәбәр тарала: “Гер­мания СССР-ға ҡаршы һуғыш башлаған”....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM