НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нәфсе ҡоло булып түгел, намыҫлы йәшәйек
Рубрикалар // 11-09-2010, 11:22


Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе ҡора. Уның нисек булыуы һинең ҡылған ҡылыҡтарыңдан, эшләгән эштәреңдән тора. Бар булмышың менән башҡаларға изгелек, мәрхәмәтлек күрһәтеп йәшәһәң, алдағы көндәрең дә тик уңышлы үтер. Ә килеп сыҡҡан сетерекле мәлдәр, яҙмыш һикәлтәләре Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау ғыналыр.
Йәшәү шундай ҡыҙыҡ. Беҙ тыуабыҙ, йәшәйбеҙ һәм был донъянан китәбеҙ. Ошо ғүмер юлында бер ултырып намыҫ, кешелеклелек тураһында уйланғаныбыҙ бармы? Әллә тағы ла мал йыйып, донъя байытам, тип нәфсе һимертәбеҙме?...

Исемең ҡайҙа ҡала?
Рубрикалар // 11-09-2010, 11:21


Халҡыбыҙҙың:«Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ», – тигән ифрат талапсан әйтеме бар. Ошо юҫыҡта фекер йомғағын тағатыр­ҙан алда үҙемдең «Йәйғорло йәй» тигән эссенан бер өҙөк килтерәйем әле.
...

Кем һин, агитатор егет?
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-09-2010, 11:12


Миңә Азов диңгеҙе ярындағы «Азов» санаторийында дауаланырға насип булғайны. Шунда Брянск ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Петр Гаврилович Чудаков менән һөйләшеп ултырырға тура килде. Ул, Башҡортостан Республикаһынан икәнемде белгәс, үҙенең Бөйөк Ватан һуғышында башынан үткәндәре, 1185-се уҡсылар полкында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне....

Олатайым – беҙҙең ғорурлыҡ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 11-09-2010, 11:11


Берҙән-бер олатайым Хәйретдин Фәтхетдин улы Нәзиров 1910 йылда Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуған.
Атаһы Фәтхетдин ете йыл Төркостанда хеҙмәт иткән. Бик ауыр шарттар арҡаһында, дүрт балаһын ҡалдырып, ул үлеп киткән. Иң бәләкәй улы – олатайым биш йәштә генә булған. Уны күрше латыш хуторынан (хәҙерге Архангел райо­нының Максим Горький ауылы) алдынғы ҡарашлы латыш ғаиләһе уллыҡҡа алған. Һәйбәт тәрбиә биргәндәр: олатайым урыҫ һәм латыш телдәрен белеп үҫкән. Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдары уның балалыҡ осорона тура килгән....

Алға! Учалынан- Манжурияға!
Рубрикалар // 11-09-2010, 10:59


Алға! Учалынан- Манжурияға! «Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән мәҡәлде яратып еткермәйем. Сөнки, йөрөй торғас, ул «Ҡырҡ ҡат уйла, бер ҡат киҫ»кә әйләнә. Ә «поездар» һинең аныҡ ҡына бер фекергә килә алмай, ҡырҡ тапҡыр уйлап-киҫеүеңде көтөп торамы ни?! Әлбиттә, юҡ. Иң түҙемлеһе, яйы, һуңлағаны ла китеп бөтә. Шуға ла «тарзанка»нан да, парашюттан да һикереүҙән, бейек ҡаяларға, үрҙәргә үрмәләүҙән, тулы ҡанлы йылғаларҙы «ауыҙлыҡлау»ҙан һәм башҡа төрлө экстремаль ғына түгел, тормоштоң башҡа ябай ғына ҡыҙыҡ-рәхәттәренән йыш ҡына ситтә ятып ҡалам....

Йондоҙнамә 13-19 сентябрь
Рубрикалар // 11-09-2010, 10:34


Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна башында яңылыш аҙымығыҙ мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Хәйер, уны тиҙ генә төҙәтә алырһығыҙ. Был арала күмәк башҡарған эштәрҙә мотлаҡ уңырһығыҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома....

Кеше өлөшө ебәрмәй ул
Рубрикалар // 7-09-2010, 11:09


Кеше өлөшө ебәрмәй улҠулында булған аҡсаһын кемдер әйләнешкә ебәрергә, кемдер уға фатир һатып алырға йәки ҡартлыҡ көнөндә курорт зонаһына күсергә уйлағандыр. Тик уларҙың береһе лә хыялын тормошҡа ашыра алмаған. Ни өсөн, тиерһегеҙ. Сөнки бер төҙөлөш фирмаһының 57 йәшлек директорының «йүнселлеге» арҡаһында – фатир урынына ул кешеләргә «һауа» һатҡан....

Берҙәмлектә – көс
Рубрикалар // 7-09-2010, 10:56


Берҙәмлектә –  көсӘбйәлил районының Аһылай ауылы халҡы, экологик өмә ойоштороп, күл буйҙарын, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты
Аһылай ауылы (икенсе исеме Өскүл) – Башҡортостандың иң хозур тәбиғәтле ауылдарының береһе. Уның эргәһендәге өс күл аһылай­ҙар­ҙың борондан ғорурлығы ғына булып түгел, ял итеү, балыҡ тотоу, мал һуғарыу урыны булып хеҙмәт итте һәм итә....

АТАЙЫМДЫҢ ҠӘБЕРЕН ЭҘЛӘЙЕМ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 7-09-2010, 10:53


Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите редакцияһы!
АТАЙЫМДЫҢ ҠӘБЕРЕН ЭҘЛӘЙЕМ«Яҡындарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ» тигән мәҡәләне уҡығас, һеҙгә хат яҙырға булдым. Ҡайҙа, кем аша атайымдың ҡәберен табырға, тигән һорау мине күптән борсой. Атайым 1909 йылда элекке Матрай районының Ишбулды ауылында (Ҡашҡар ауыл советы) тыуған....

Егәрлеләр елде лә егер
Рубрикалар // 7-09-2010, 10:52


Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов: «Ауыл ерендә йәшәүселәр эшһеҙ була алмай», – ти торғайны. Ысынлап та, ныҡышмалдар, егәрлеләр үҙҙәренә шөғөл табып, йәшәү сығанағы өсөн аҡса эшләү мөмкинлеге булдыра. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ҡорт тотоп, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп һатып көн итеүселәр байтаҡ. Түбәндәге мәҡәлә шундай ғаиләләрҙең береһе хаҡында....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM