НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тырышҡан таба
Рубрикалар // 18-09-2010, 13:34


Тырышҡан табаБыйылғы эҫе йәй, ҡоролоҡ ауыл хужалығы эшсәндәрен ауыр һынау алдына ҡуйҙы. Ауыл халҡының төп эшмәкәрлегенең береһе малсылыҡ икәнлеген иҫәпкә алғанда, ошондай ауыр шарттарҙа мал һанын һаҡлап алып ҡалыу, етерлек күләмдә мал аҙығы туплау – мөһим бурыстарҙың береһе. Ауыл халҡы мал һанын кәметерме, мал аҙығы туплай алғанмы, дәүләткә продукция һатыу йәһәтенән эштәр нисек? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында иң күп һыйыр малы тотоусыларҙың береһе булған Йәрмиевтар ғаиләһенә мөрәжәғәт иттек....

Баштар Себер китеп бөткән саҡта...
Рубрикалар // 18-09-2010, 13:20


«Йәшлек»тә Сибәғәт Рахманғоловтың юлъяҙмаһын уҡып уйландым. Түбәнге Варта булһынмы, Сорғот йә Тубылмы – ҡайҙа ҡарама, беҙҙекеләр тулған. Юҡ, был яҡтарҙы барып күргәнем юҡ, ни бары ишетеп кенә беләм. Ошо турала лаҡаптар йөрөй халыҡ араһында. Йәнәһе, Себер ҡалалары ни, күрше ауыл урамы ни, барыһы ла таныш йөҙҙәр, ҡара эшкә шәп башҡорттар. Күрәһең, республикала «беләк көсөн тотонорлоҡ яраҡлы эш юҡ – беҙгә күскенсе булып йөрөү оҡшай». Тырнаҡ эсендә яҙылғандар Себер һалҡындарын инде ун биш йыл самаһы үҙ арҡаһында татыған ағайҙың һүҙҙәре....

Алға! Учалынан - Манжурияға!
Рубрикалар // 18-09-2010, 13:17


Алға! Учалынан - Манжурияға!Донъялағы иң тәрән күлде (тәрәнлеге 1642 м) алыҫтан күргәс тә, йөрәк тулҡынланып тибә башлай. Тауҙарҙан төшкәндә, мискәлә бешерелгән эҫе омулде ҡабаланып-ҡарһаланып ашай-ашай, йотлоғоп Байкалға ҡарайһың – ул көткәндәгенән дә гүзәлерәк, мөһабәтерәк. Оҙонлоғо 636 км һәм киңлеге 25-тән алып 80 километрға тиклем!
Ул беҙҙе күперектәрен сәсеп, бейек тулҡындары менән ҡаршыланы.
– Байкал! Бай-кал! Бай-ка-а-ал! – ҡосаҡтарҙы йәйеп, бала-саға ата-әсәһенә осҡандай, уға табан йүгерҙек....

Ерҙе лә, хеҙмәтте лә биҙәйҙәр
Рубрикалар // 18-09-2010, 11:43


Ауырғазы районы биләмәһендәге Кәлсер тауында урман булып үҫеп килгән ағас үҫентеләрен күреп һоҡланмайынса мөмкин түгел. Ҡасандыр соҡор-саҡырлы ҡотһоҙ тау битләүе хәҙер күркәм йәшеллек донъяһына әүерелгән. 13 гектарҙағы урманға нигеҙ һалыу, ундағы һәр үҫентене ҡарап үҫтереү өсөн күпме көс кәрәклеген булмышы менән ысын урмансы, әлеге ваҡытта «Стәрлетамаҡ урманы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Вәзир Сәғәҙиев яҡшы белә. Әлеге ағас­тарҙы ул Туҡай лесничествоһына етәкселек иткән осорҙа ултыртҡайнылар. Хәйер, туранан-тура уның ҡатнашлығы менән нигеҙ һалған йәш урмандар Туҡай, Түрҫәгәҙе, Әхмәт ауылдары йәнәшәһендә лә шаулап үҫә. Вәзир Әсхәт улы уларҙы үҙ баҡсаһындағы емеш ағастары кеүек даими иғтибарҙа тота....

Йондоҙнамә 20-26 сентябрь
Рубрикалар // 18-09-2010, 11:35


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның көсөргәнешле башланыуы ихтимал. Күңелһеҙ һөйләшеүҙәрҙән һәм өнәп етмәгән кешеләрҙән ары тороғоҙ. Шулай ҙа матди хәлегеҙ яҡшырыр һымаҡ. Бында ышаныслы дуҫтарығыҙҙың ярҙамы тейер....

Исеме – халыҡ хәтерендә
Рубрикалар / Хәтер // 14-09-2010, 10:05


Исеме – халыҡ хәтерендәРеспубликабыҙҙың бөйөк шәхесе, халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең хәтер кисәһе Дүртөйлө ҡалаһында шағирҙың бюсына сәскәләр һа­лыуҙан башланды.
Артабан сара шағир исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында дауам итте. Уҡыусылар шағирҙың ижадына арналған әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте. Гимназия директоры Гөлшат Хөсәйенова шағир ижадының әһәмиәте тураһында һөйләне. Шағирҙың ҡыҙы Алһыу Нәжметдинова үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашып:
– Атайым яҡты тормош ҡорҙо, өмөт, намыҫ, ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк юлын үтте. Беҙ һәр беребеҙ шуға ынтылырға тейешбеҙ, – тине....

Алға! Учалынан - Манжурияға!
Рубрикалар // 14-09-2010, 09:28


Чертокулич ауылы, «Кабинетный» совхозы...
Алға! Учалынан - Манжурияға!Сәғәтте күсерергә баштан сыҡҡан, шуға Омск, Новосибирск, Кемерово өлкәләрендә һаман үҙебеҙҙең ваҡыт менән китеп барабыҙ. Үҙебеҙ аптырайбыҙ: «Нишләп шулай иртә ҡараңғы төшә икән?!» Төндә китеп барғанда, был өлкәләр бигерәк йәмһеҙ күренә (яҡтыла нисауа ғына һымаҡ та ул). Һаҙлыҡтан томан, әкиәттәге аждаһа кеүек, юлға һонола, тәгәрмәстәргә урала, яланғас ҡайындарҙың шөкәтһеҙ аҡ олондары шом өҫтәй, брррр.......

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 11-09-2010, 11:44


...һөйөндөрҙө
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәткә (ФАС) рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде: банкылар араһындағы дәғүәселекте көсәйтмәксе булып, рекламаларында кредит буйынса номиналь ставкалар менән йәнәш шул уҡ шрифт менән уның ысын дәүмәлен күрһәттерергә теләй – кредит алыр­ға теләүсегә уларҙың бөтә «хәй­лә»ләре күренеп торорға тейеш! Шунлыҡтан, тейешле ведомстволар менән килешеп, хөкүмәткә «Реклама тураһында» Законға ошо туралағы төҙәтмәләрен тәҡдим иткән. Был матур ниәт бойомға ашһа, исмаһам, кредит алыусылар йәшерен өҫтәмә түләүҙәрҙән ҡотолор ине.
...

Нәфсе ҡоло булып түгел, намыҫлы йәшәйек
Рубрикалар // 11-09-2010, 11:22


Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе ҡора. Уның нисек булыуы һинең ҡылған ҡылыҡтарыңдан, эшләгән эштәреңдән тора. Бар булмышың менән башҡаларға изгелек, мәрхәмәтлек күрһәтеп йәшәһәң, алдағы көндәрең дә тик уңышлы үтер. Ә килеп сыҡҡан сетерекле мәлдәр, яҙмыш һикәлтәләре Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау ғыналыр.
Йәшәү шундай ҡыҙыҡ. Беҙ тыуабыҙ, йәшәйбеҙ һәм был донъянан китәбеҙ. Ошо ғүмер юлында бер ултырып намыҫ, кешелеклелек тураһында уйланғаныбыҙ бармы? Әллә тағы ла мал йыйып, донъя байытам, тип нәфсе һимертәбеҙме?...

Исемең ҡайҙа ҡала?
Рубрикалар // 11-09-2010, 11:21


Халҡыбыҙҙың:«Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ», – тигән ифрат талапсан әйтеме бар. Ошо юҫыҡта фекер йомғағын тағатыр­ҙан алда үҙемдең «Йәйғорло йәй» тигән эссенан бер өҙөк килтерәйем әле.
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Таптылар (Юмореска)
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе



  • Радио Юлдаш FM