НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Алға! Учалынан-Манжурияға!
Рубрикалар // 21-09-2010, 10:52


«Помогай»ҙар
Алға! Учалынан-Манжурияға!
Ҡунаҡханала саҡ ҡына хәл йыйғандан һуң ҡалаға сығып киттек. Бер аҙым атлап өлгөрмәнек, ҡытайҙар уратып алды: «Нимә кәрәк? Ҡайҙа алып барырға?» «Помогай»ҙар менән беҙгә төркөм етәксеһе һөйләшмәҫкә ҡушты (көнө буйы артыңдан эйәреп йөрөп, һуңынан аҡса талап итәләр, йәнәһе лә, һиңә ярҙамлаштылар). Улар арыуыҡ ҡына урыҫса һупалай, һуҡыр себен кеүек күҙгә инеп килә, үҙҙәрен күрмәмешкә һалышыуы ҡыйын....

«Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе асыласаҡ
Рубрикалар // 18-09-2010, 16:00


«Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе асыласаҡХII «Алтын көҙ – 2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге биләмәһендә 1 – 11 октябрҙә үтәсәк – ул Рәсәй агросәнәғәт аҙнаһы сиктәрендә ойошторола.
Сара барышында күргәҙмә үҙәгенең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үтәсәк. 9 – 11 октябргә ауыл хужалығы техникаһының «АгроТек Рәсәй – 2010» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен үткәреү ҙә ҡаралған.
Башҡортостан аграрийҙары «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әүҙем әҙерлек алып бара....

Халыҡ урман ярата
Рубрикалар // 18-09-2010, 15:59


Ун Рәсәй кешеһенең туғыҙы халыҡҡа урман торошо, урман ултыртыу һәм ҡырҡыу пландары тураһында мәғлүмәт еткереүҙе кәрәкле тип һанай. Был урман менән файҙаланыуға йәмәғәт контроле кәрәклеге тураһында рәсәйҙәр араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәһендә асыҡланған. Унда 1600 кеше ҡатнашҡан.
Башҡортостан респонденттарының 72 проценты урман ҡырҡыу пландары буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуын белдерә. Яуаптарҙан күренеүенсә, урманда законһыҙ эшмәкәрлек асыҡланған осраҡта күптәр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй. Шул уҡ ваҡытта ялыуҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин урындарҙы белгән рәсәйҙәр, ә улар – 33 процент, ярҙамды урман хеҙмәткәрҙәренән түгел, ә урындағы үҙидара органдарынан көтә, 32 проценты прокуратура һәм милицияның ярҙамына өмөтләнә, халыҡтың биш проценты иһә юғары дәүләт чиновниктарына ышана.
...

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 18-09-2010, 14:46


...Ҡайгыртты
Шаршамбыла сәғәт 00.45 тирәһендә Өфө районының Боҙаяҙ – Бекетов автоюлының икенсе километрында Mitsubishi машинаһы руле артында барған 1983 йылғы водитель һалдаттар колоннаһы өҫтөнә барып менгән. Һөҙөмтәлә 19 йәшлек Радик Ишдәүләтов менән 20 йәшлек Павел Горин һәләк булған, тағы бер һалдат госпиталгә эләккән. Тикшереү күрһәтеүенсә, руль артында Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре – офицер булған.
Көнө бөткәнгә көн дә үлем, тигәндәре дөрөҫ инде. Тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә киткән егеттәребеҙҙең ғәзиз ғүмерҙәренең уйламағанда өҙөлөүе үкенесле....

Тырышҡан таба
Рубрикалар // 18-09-2010, 13:34


Тырышҡан табаБыйылғы эҫе йәй, ҡоролоҡ ауыл хужалығы эшсәндәрен ауыр һынау алдына ҡуйҙы. Ауыл халҡының төп эшмәкәрлегенең береһе малсылыҡ икәнлеген иҫәпкә алғанда, ошондай ауыр шарттарҙа мал һанын һаҡлап алып ҡалыу, етерлек күләмдә мал аҙығы туплау – мөһим бурыстарҙың береһе. Ауыл халҡы мал һанын кәметерме, мал аҙығы туплай алғанмы, дәүләткә продукция һатыу йәһәтенән эштәр нисек? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында иң күп һыйыр малы тотоусыларҙың береһе булған Йәрмиевтар ғаиләһенә мөрәжәғәт иттек....

Баштар Себер китеп бөткән саҡта...
Рубрикалар // 18-09-2010, 13:20


«Йәшлек»тә Сибәғәт Рахманғоловтың юлъяҙмаһын уҡып уйландым. Түбәнге Варта булһынмы, Сорғот йә Тубылмы – ҡайҙа ҡарама, беҙҙекеләр тулған. Юҡ, был яҡтарҙы барып күргәнем юҡ, ни бары ишетеп кенә беләм. Ошо турала лаҡаптар йөрөй халыҡ араһында. Йәнәһе, Себер ҡалалары ни, күрше ауыл урамы ни, барыһы ла таныш йөҙҙәр, ҡара эшкә шәп башҡорттар. Күрәһең, республикала «беләк көсөн тотонорлоҡ яраҡлы эш юҡ – беҙгә күскенсе булып йөрөү оҡшай». Тырнаҡ эсендә яҙылғандар Себер һалҡындарын инде ун биш йыл самаһы үҙ арҡаһында татыған ағайҙың һүҙҙәре....

Алға! Учалынан - Манжурияға!
Рубрикалар // 18-09-2010, 13:17


Алға! Учалынан - Манжурияға!Донъялағы иң тәрән күлде (тәрәнлеге 1642 м) алыҫтан күргәс тә, йөрәк тулҡынланып тибә башлай. Тауҙарҙан төшкәндә, мискәлә бешерелгән эҫе омулде ҡабаланып-ҡарһаланып ашай-ашай, йотлоғоп Байкалға ҡарайһың – ул көткәндәгенән дә гүзәлерәк, мөһабәтерәк. Оҙонлоғо 636 км һәм киңлеге 25-тән алып 80 километрға тиклем!
Ул беҙҙе күперектәрен сәсеп, бейек тулҡындары менән ҡаршыланы.
– Байкал! Бай-кал! Бай-ка-а-ал! – ҡосаҡтарҙы йәйеп, бала-саға ата-әсәһенә осҡандай, уға табан йүгерҙек....

Ерҙе лә, хеҙмәтте лә биҙәйҙәр
Рубрикалар // 18-09-2010, 11:43


Ауырғазы районы биләмәһендәге Кәлсер тауында урман булып үҫеп килгән ағас үҫентеләрен күреп һоҡланмайынса мөмкин түгел. Ҡасандыр соҡор-саҡырлы ҡотһоҙ тау битләүе хәҙер күркәм йәшеллек донъяһына әүерелгән. 13 гектарҙағы урманға нигеҙ һалыу, ундағы һәр үҫентене ҡарап үҫтереү өсөн күпме көс кәрәклеген булмышы менән ысын урмансы, әлеге ваҡытта «Стәрлетамаҡ урманы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Вәзир Сәғәҙиев яҡшы белә. Әлеге ағас­тарҙы ул Туҡай лесничествоһына етәкселек иткән осорҙа ултыртҡайнылар. Хәйер, туранан-тура уның ҡатнашлығы менән нигеҙ һалған йәш урмандар Туҡай, Түрҫәгәҙе, Әхмәт ауылдары йәнәшәһендә лә шаулап үҫә. Вәзир Әсхәт улы уларҙы үҙ баҡсаһындағы емеш ағастары кеүек даими иғтибарҙа тота....

Йондоҙнамә 20-26 сентябрь
Рубрикалар // 18-09-2010, 11:35


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның көсөргәнешле башланыуы ихтимал. Күңелһеҙ һөйләшеүҙәрҙән һәм өнәп етмәгән кешеләрҙән ары тороғоҙ. Шулай ҙа матди хәлегеҙ яҡшырыр һымаҡ. Бында ышаныслы дуҫтарығыҙҙың ярҙамы тейер....

Исеме – халыҡ хәтерендә
Рубрикалар / Хәтер // 14-09-2010, 10:05


Исеме – халыҡ хәтерендәРеспубликабыҙҙың бөйөк шәхесе, халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең хәтер кисәһе Дүртөйлө ҡалаһында шағирҙың бюсына сәскәләр һа­лыуҙан башланды.
Артабан сара шағир исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында дауам итте. Уҡыусылар шағирҙың ижадына арналған әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте. Гимназия директоры Гөлшат Хөсәйенова шағир ижадының әһәмиәте тураһында һөйләне. Шағирҙың ҡыҙы Алһыу Нәжметдинова үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашып:
– Атайым яҡты тормош ҡорҙо, өмөт, намыҫ, ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк юлын үтте. Беҙ һәр беребеҙ шуға ынтылырға тейешбеҙ, – тине....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM