НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йәш урам һепереүселәр курсы
Рубрикалар // 9-10-2010, 09:53


Йәш урам һепереүселәр курсыЕгет кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ булһа, ҡатын-ҡыҙға ҡырҡы ла етерме икән, тип баш вата торғас, урам һепереүсе булып эшләп ҡарарға булдым. Һәм эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙыуында торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа шылтыраттым, шулай ҙа шулай, йәнәһе лә, халыҡты бәхетле иткем килә, алығыҙ мине урам һепереүсе итеп! Урам һепереүселәрҙең сағыу йәшел униформаһын кейергә рөхсәт итһен өсөн етәксене оҙаҡ өгөтләргә тура килер, тип уйлағайным, әммә ул тиҙ генә ризалашты ла ҡуйҙы: «Әлбиттә, килегеҙ!» Тик иртәнге татлы йоҡо баш бирмәне, сәғәт етенән торорға үҙемде күндерә алманым (урам һепереүселәрҙең эше шулай иртә башлана)....

Йондоҙнамә 11-17 октябрь
Рубрикалар // 9-10-2010, 09:50


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Был йәһәттән иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома. Аҡсаны бәрәкәтле тотоноу өсөн шәмбе уңайлы. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал.
...

Ҡорос йөрәкле Зарипов
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 5-10-2010, 10:34


Һүҙгә һаран донесениелар, ғәҙәттә, бай мәғлүмәтле була. Бына улар.
«1943 йылдың 5 июлендә Прохоровка ауылы янында башлан­ған һуғышта, – тип яҙыла 430-сы гаубица-артиллерия полкы тарихында, – расчет командиры сержант Зарипов дошмандың һөжүмен 12 тапҡыр кире ҡаҡты. 40 танк һөжүмгә килгәндә орудиеның накаты зарар күрҙе. Шуға ҡарамаҫтан, Зарипов снаряд артынан снаряд ебәреүен дауам итте һәм бер танкыны туҡтатты. Унан – икенсеһен. Башҡалары ситкә боролоп ҡотолдо. Ләкин бер аҙҙан тағы ике танк һәм десант килеүе күренде. Яҡын килгәнен көтөп, Зарипов расчеты уларҙы ла туҡтатты»....

Шифаһы ла, даны ла үҙе менән
Рубрикалар // 5-10-2010, 09:55


Шифаһы ла, даны ла үҙе менән
«Живая вода» («Тере һыу») яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вячеслав Анатольевич Лоскутовтың кабинетындағы түр яҡтағы стенала Маҡтау грамотаһы эленеп тора. Етәксе өсөн бик тә ҡәҙерле ул. Сөнки уны Вячеслав Анатольевичҡа үҙе етәкселек иткән коллектив ағзалары биргән. «Яҡшы ойоштороу һәләте, юғары һөнәри оҫталығы, «Живая вода» йәмғиәтен үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм иҡтисади көрсөк шарттарында һөҙөмтәле етәкселеге өсөн» тип яҙғандар һәм яҙманың икенсе яғына барыһы ла ҡултамғаларын ҡуйған....

Мөхәббәт хаҡында
Рубрикалар // 5-10-2010, 09:48


1. Ғәҙәти тормошта көслө мөхәббәт булыуына ышанаһыңмы?
а) Юҡ, ул китаптарҙа һәм кинола ғына осрай – 0;
б) Ышанам, әммә үҙем ундай хәлгә юлыҡмам кеүек – 3;
в) Ышанам һәм үҙем дә ысын мөхәббәтемде осратырмын тип өмөтләнәм – 6....

Дәғүәселәр билдәләнде
Рубрикалар // 2-10-2010, 13:23


27 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы журна­листика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса комиссияның ултырышы булды. Ултырышты Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры, комиссия рәйесе урынбаҫары Б. Мелкоедов алып барҙы....

Оҫталыҡ серҙәренә төшөндөк
Рубрикалар // 2-10-2010, 13:22


Фестивалдә ҡатнашыуымды белгәс, шатланып киттем. Ниһайәт, күптән күрмәгән таныштарымды күреү мөмкинлеге буласаҡ, яңы дуҫтар ҙа табылыр, уларҙың эштәре менән танышырмын, фәһемле фекерҙәр, аҡыллы кәңәштәр ишетермен, тип юлландым унда....

Журналистар ҡор йыйҙы
Рубрикалар // 2-10-2010, 13:14


Журналистар ҡор йыйҙы«Тамға – 2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» XIII махсуслашҡан күргәҙмәһенә 80-дән ашыу ҡатнашыусы килде. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре генә түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә массмедиа, полиграфия һәм реклама баҙарының иң шәп ойошмалары булды. Быйылғы сара Республика йылына арналыуы менән әһәмиәтле.
Күргәҙмәлә республикабыҙҙың мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия комплексы үҫешенең һуңғы ҡаҙаныштарын күрергә була ине. Бынан тыш, «түңәрәк өҫтәл»дәр, мастер- кластар, семинарҙар ҙа ойошторолдо. Шулай уҡ төрлө конкурстар ҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты....

Торлаҡ өсөн аҡса йәл түгел
Рубрикалар // 2-10-2010, 13:11


БР Хөкүмәте ултырышындағы сығышында БР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов, авария фондынан халыҡты күсереү өсөн 10 – 15 миллиард һум аҡса кәрәк, тип белдерҙе. Проблеманы хәл итеү өсөн йыл һайын республика бюджетынан ғына бер миллиард ярым һум аҡса йүнәлтеү талап ителә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, программаны ҡеүәтләп, торлаҡ өсөн аҡса йәл түгел, тип билдәләне. Уның фекеренсә, ХХI быуатта кешеләрҙең ергә һеңеп бөткән, санитария шарттары булмаған, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрһеҙ йорттарҙа йәшәүенә юл ҡуйырға ярамай. Иҫке торлаҡты һүтеү буйынса республика программаһы кәрәк. Ул «Торлаҡ» программаһының бер өлөшө булып торорға тейеш. Эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булырға тейеш. Был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә кәрәк, тине республика башлығы....

Салауатыбыҙҙың рухы ҡыуанһын
Рубрикалар / Хәтер // 2-10-2010, 13:05


24 сентябрҙә Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа батырыбыҙҙың вафат булыуына 210 йыл тулыуға арнап “Салауат Юлаев – мәңге халыҡ хәтерендә” тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте (белеүегеҙсә, Салауат батыр 1800 йылдың сентябрендә Эстонияның Рогервик ҡәлғәһендә вафат була). Конференцияла ошо төбәктең биш районынан уҡытыусылар һәм Өфөнән БДУ уҡытыусыһы, профессор М. Иҙелбаев ҡатнашты....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?
  • Хәниә Фәрхиҙең вафатына бер йыл...



  • Радио Юлдаш FM