НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тыуған йорт тарта - тарта күңелде
Рубрикалар // 16-10-2010, 09:34


Ниңәлер ошо арала төшө боларҙы Мәликәнең. Төшөндә әсәһе ҡып-ҡыҙыл күлдәктә үҙҙәренең йорто янында ултыра икән. «Бәй, әсәйемдең бер ваҡытта ла ҡыҙыл күлдәк кейгәне булманы бит, ул асылда аллы-гөллө төҫтәге кейемдәр ярата ине», – тигән уй үтте Мәликәнең башынан. Әсәһе ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бер кемгә лә ыҙаһын һалмайынса, үҙ көнөн хәстәрләп, яңғыҙы ғына йәшәне ошо йортта. Олатаһының оҫта ҡулдары менән шығырлап торған ҡара­ғайҙан утыҙынсы йылдарҙа һалынған алты мөйөшлө йорттоң, тау башында урынлашҡанғамы, ауылға килеп инеү менән ҡыҙыл ҡалайҙан ябылған ҡыйығы әллә ҡайҙан күренер ине. Йорттоң эсе лә, ихата алды ла иркен. Ә өй эсендә иң күркәм урын торлаҡтың ҡап уртаһында урынлашҡан «урыҫ» мейесе булғандыр....

Халыҡтың мәңгелек мөхәббәтен яулаған йырсы ине
Рубрикалар / Хәтер // 16-10-2010, 09:27


Арабыҙҙан бөйөк йырсы Фәриҙә Ҡудашева китеп барҙы
Халыҡтың мәңгелек мөхәббәтен яулаған йырсы инеТиңдәшһеҙ йырсы Фәриҙә Ҡудашева башҡарған йырҙар – уның үҙенең дә, шул уҡ ваҡытта, ХХ быуаттың икенсе яртыһынан ХХI быуатҡа ялғанған халҡыбыҙ тормошоноң эске бер хиссиәтен билдәләгән күренеш булыу менән бергә, милләттең дә йөрәк моңо ул. Хатта яҙмыш моңо. Ут-һыуҙарҙы кискән йылдарҙа быуаттар буйы килгән йыр хазинаһын һаҡлап, уны йән шифаһы, дауаһы итеп кенә ҡалманы, ә халыҡтың, милләттең күңелен, рухын, зауығын ҡурсыны. Был моңдо берәм-бөртөкләп йыйған ер еләгендәй һайлап алынған яңы көйҙәр, заман ауаздары һәм аһәңдәре менән үҫтерҙе, байыҡтырҙы....

Йондоҙнамә 18-24 октябрь
Рубрикалар // 16-10-2010, 09:23


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһында кешеләргә ҡатыраҡ бәрелеүегеҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәргә зыян килтереүе мөмкин. Был арала кеше кәңәштәренә лә һаҡ ҡарағыҙ. Улар әйткәнсә эшләһәгеҙ, һөҙөмтәләре кире буласаҡ....

Беҙҙе рух берләштерә
Рубрикалар // 9-10-2010, 10:39


Беҙҙе рух берләштерәХалыҡ байрамын билдәләр алдынан гәзит уҡыусыларға «Суверенитет беҙгә нимә бирҙе? Өмөттәр аҡландымы?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек. Шуныһы һоҡландырҙы: яуап биреүселәрҙең барыһын да тыуған төйәгебеҙгә һөйөү, уның ҡаҙаныштары менән ғорурланыу һәм киләсәккә өмөт менән ҡарау берләштерә....

Йәш урам һепереүселәр курсы
Рубрикалар // 9-10-2010, 09:53


Йәш урам һепереүселәр курсыЕгет кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ булһа, ҡатын-ҡыҙға ҡырҡы ла етерме икән, тип баш вата торғас, урам һепереүсе булып эшләп ҡарарға булдым. Һәм эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙыуында торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа шылтыраттым, шулай ҙа шулай, йәнәһе лә, халыҡты бәхетле иткем килә, алығыҙ мине урам һепереүсе итеп! Урам һепереүселәрҙең сағыу йәшел униформаһын кейергә рөхсәт итһен өсөн етәксене оҙаҡ өгөтләргә тура килер, тип уйлағайным, әммә ул тиҙ генә ризалашты ла ҡуйҙы: «Әлбиттә, килегеҙ!» Тик иртәнге татлы йоҡо баш бирмәне, сәғәт етенән торорға үҙемде күндерә алманым (урам һепереүселәрҙең эше шулай иртә башлана)....

Йондоҙнамә 11-17 октябрь
Рубрикалар // 9-10-2010, 09:50


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Был йәһәттән иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома. Аҡсаны бәрәкәтле тотоноу өсөн шәмбе уңайлы. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал.
...

Ҡорос йөрәкле Зарипов
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 5-10-2010, 10:34


Һүҙгә һаран донесениелар, ғәҙәттә, бай мәғлүмәтле була. Бына улар.
«1943 йылдың 5 июлендә Прохоровка ауылы янында башлан­ған һуғышта, – тип яҙыла 430-сы гаубица-артиллерия полкы тарихында, – расчет командиры сержант Зарипов дошмандың һөжүмен 12 тапҡыр кире ҡаҡты. 40 танк һөжүмгә килгәндә орудиеның накаты зарар күрҙе. Шуға ҡарамаҫтан, Зарипов снаряд артынан снаряд ебәреүен дауам итте һәм бер танкыны туҡтатты. Унан – икенсеһен. Башҡалары ситкә боролоп ҡотолдо. Ләкин бер аҙҙан тағы ике танк һәм десант килеүе күренде. Яҡын килгәнен көтөп, Зарипов расчеты уларҙы ла туҡтатты»....

Шифаһы ла, даны ла үҙе менән
Рубрикалар // 5-10-2010, 09:55


Шифаһы ла, даны ла үҙе менән
«Живая вода» («Тере һыу») яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вячеслав Анатольевич Лоскутовтың кабинетындағы түр яҡтағы стенала Маҡтау грамотаһы эленеп тора. Етәксе өсөн бик тә ҡәҙерле ул. Сөнки уны Вячеслав Анатольевичҡа үҙе етәкселек иткән коллектив ағзалары биргән. «Яҡшы ойоштороу һәләте, юғары һөнәри оҫталығы, «Живая вода» йәмғиәтен үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм иҡтисади көрсөк шарттарында һөҙөмтәле етәкселеге өсөн» тип яҙғандар һәм яҙманың икенсе яғына барыһы ла ҡултамғаларын ҡуйған....

Мөхәббәт хаҡында
Рубрикалар // 5-10-2010, 09:48


1. Ғәҙәти тормошта көслө мөхәббәт булыуына ышанаһыңмы?
а) Юҡ, ул китаптарҙа һәм кинола ғына осрай – 0;
б) Ышанам, әммә үҙем ундай хәлгә юлыҡмам кеүек – 3;
в) Ышанам һәм үҙем дә ысын мөхәббәтемде осратырмын тип өмөтләнәм – 6....

Дәғүәселәр билдәләнде
Рубрикалар // 2-10-2010, 13:23


27 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы журна­листика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса комиссияның ултырышы булды. Ултырышты Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры, комиссия рәйесе урынбаҫары Б. Мелкоедов алып барҙы....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM