НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 23-10-2010, 11:43


...өмөтләндерҙе
«Беҙ сит ил тауарҙары ҡоло булып барабыҙ», – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Козельск ҡалаһында пенсионерҙар­ҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә. Ил башлығы пенсионер­ҙар өсөн билдәләнгән хаҡ буйынса төбәк, муниципаль сығымдар иҫәбенә һатып алынасаҡ айырым дарыуҙар исемлеген булдырырға тәҡдим итте. Бынан тыш, льготалы рецептарҙы ҡулланыу ваҡытын оҙайтыу мөмкинлеген, өлкәндәргә дарыуҙы өйгә килтереп биреү шарттарын ҡараясаҡтары хаҡында ла әйтеп үтте. Тиҙ арала сит ил дарыуҙарының сифатлы һәм арзан аналогтарын үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Сөнки 90-сы йылдарҙа Рәсәй фармацевтикаһы түбән тәгәрәп, хәҙер, башлыса, импорт дарыуҙарға урын бирелгән. Был иһә, Медведев белдереүенсә, хәүефле хәл. Ил башлығы ололарҙы медицина препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһенә етди тотонмаҡсы....

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...Бейеүсе тигән даны бар
Рубрикалар // 23-10-2010, 11:39


Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...Бейеүсе тигән даны барҠышҡы оҙон кистәрҙә, йыйылышып, шәл, ойоҡ-бейәләй, селтәр бәйләргә күнеккән ауыл инәйҙәре Сания Борхан ҡыҙына килһә, өс йәшлек кенә ҡурсаҡ ҡыҙ Гүзәлде таҡмаҡ әйтеп бейетмәйенсә ҡайтармай ине. Ололарҙың маҡтап хуплауы ла бала күңеленә дауа булғандыр, арып, хәле бөткәнсе бейегәне әле лә иҫендә Гүзәлдең. Хатта таҡмаҡтарын да ятлап ала ине....

Сиратта – тары ярмаһы
Рубрикалар // 23-10-2010, 11:34


Ҡарабойҙай ярмаһы тирәһендә тыуған шау-шыу онотолоп та өлгөрмәне, күптән түгел тарының хаҡы ҡапыл күтәрелде. Ҡарабойҙай менән дөгөнөң хаҡы артыуы кешеләрҙе аптыратты, хәүефләндерҙе. Ни тиһәң дә, улар халыҡ күпләп ҡулланған ярмалар иҫәбенә инә. Ә бына тары ярмаһын халыҡ барыбер һирәгерәк ҡуллана. Шуға ла уның хаҡы ҡапыл ғына күтәрелеп китһә лә, әллә ни ығы-зығы ҡупманы, был яңылыҡты кешеләр еңел генә ҡабул итте.
Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында һатыу­сылар әйтеүенсә, тары ярмаһының хаҡы ҡарабойҙайҙыҡын ҡыуып етеүе лә ихтимал. Ни тиһәң дә, ул әле дөгөнән саҡ ҡына ҡалышып килә.
Аҙыҡ-түлек баҙарында тағы ла ниндәй үҙгәрештәр буласағын ваҡыт күрһәтер. Ә түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 21 октябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән....

ДАМИР – ДАН ИР
Рубрикалар / Хәтер // 23-10-2010, 10:04


«Тамамланыш» тигән өсөнсө томында әйтелгәндәрҙе лә шул темп менән бойомға ашырырға ынтылыусылар күтәрелә башлағайны. Ә уныһы буйынса, СССР биләмәһендә ваҡ-ваҡ 30 – 40-лап дәүләт хасил булырға, ул биләмәлә халыҡ һаны 15 – 20 миллиондан артмаҫҡа, йәғни киләсәктә американдар­ҙы хеҙмәтләндерерлек кимәлдә генә ҡалырға тейеш була. Проект авторҙарының был планы ла, мәғлүмдер ки, улар ҡыуаныстан устарын ыуырлыҡ темп менән бара: ҡасандыр яулап алын­ған биләмәләр империяның ҡулынан ысҡына башланы – элекке «союздаш» республикаларҙың барыһы ла, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы ла үҙ аллы дәүләттәр хасил итте.
...

Олатайымдың күргәндәре гәзит битенә һыймаҫ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 23-10-2010, 09:56


Олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәббәс Аҫылгәрәй улы Аҫылгәрәев 1903 йылдың 5 апрелендә Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуа. Революцияға тиклем һәм унан һуң да, колхоз ойошторолғансы, иген игәләр, күп итеп мал аҫрайҙар. Хәлле йәшәйҙәр. Ул беренселәрҙән булып «Сынташ» колхозына, дүрт атын, ике һыйырын, ат-һабанын биреп, инә. Колхозда ярышып эшләйҙәр, бригада менән бригада ярышҡанда олатайымдың звеноһы гел алда була. Бесәнгә төшөп, тыныс ҡына эшләп йөрөгәндә һуғыш башлана....

Йондоҙнамә 25-31 октябрь
Рубрикалар // 23-10-2010, 09:53


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала үҙегеҙгә ҡағылышлы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреү ауырлашыр. Шуға күрә әүҙем аҙымдарҙан ваҡытлыса баш тартыуығыҙ хәйерлерәк. Күргән төштәрегеҙгә иғтибарлыраҡ булығыҙ – уларҙан борсоған мәсьә­ләләргә яуап алырһығыҙ, бәлки.
...

Юлдар – тормош көҙгөһө
Рубрикалар // 16-10-2010, 12:56


Һуңғы осорҙа юл төҙөлөшө өлкәһендә эшҡыуарҙар ҙа үҙен ышаныслы һынай. Сөнки инфраструктураның даими үҫеше транспорт элемтәһен, атап әйткәндә, юл селтәрен модернизациялауҙы талап итә. Был йәһәттән «Дорожник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тармаҡта алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был предприятиены дәғүәселәренән отошло хеҙмәттәшлек шарттары, заказсыға индивидуаль ҡараш, ышаныслылыҡ һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар айырып тора.
...

Ҡырмыҫҡалылар төҙөгән, тиерлек булһын
Рубрикалар // 16-10-2010, 12:54


Ҡырмыҫҡалылар төҙөгән, тиерлек булһынһамар – Силәбе трассаһынан үтеүселәр баш ҡаланың Ташкисеү биҫтәһе тирәһендә барған юл төҙөлөшөнә иғтибар итмәйенсә ҡалмайҙыр, моғайын. 2006 йылдың йәйендә башланды бындағы төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре. «Башкиравтодор» предприятиеһы, тендерҙа еңеп, федераль әһәмиәттәге трасса төҙөлөшөндә ҡатнашыу мөмкинлегенә ирешкәс, генподряд эштәрен Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығына йөкмәтә. Был осраҡта, беренсе сиратта, коллективтың иң ҡатмарлы бурыстарҙы ла тейешенсә башҡарып сығырға һәләтле булыуы, башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ атлауы, производство мөмкинлектәре, техник ҡеүәте иҫәпкә алына....

.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәк
Рубрикалар // 16-10-2010, 10:58


.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәкБашҡортостан – автомобиль юлдары селтәре буйынса Рәсәйҙә иң үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Рес­пуб­лика­ның юл сел­тәре йылдан-йыл киңәйә һәм камиллаша. Был уңай­ҙан «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдарының өлөшө ғәйәт ҙур. Һөнәри байрамдары алдынан Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштыҡ....

«Балаларымдың ҡайтыр урыны бар, тип ҡыуанам»
Рубрикалар // 16-10-2010, 09:52


«Балаларымдың ҡайтыр урыны бар, тип ҡыуанам»Бөгөнгө 70 – 80 йәшлек әбей-бабайҙарҙы, олатай-өләсәйҙәрҙе «һуғыш балалары» тип атайҙар халыҡ телендә. Уларға сабырлыҡ, эшсәнлек, һәүетемсә генә донъя көтөү хас, айырыуса ауылдағыларына. Һыҡтамай-зарланмай, тормошона шөкөр итә белеп, яй ғына атлай улар ғүмер һуҡмағынан. Бала саҡтары шаҡтай ҡыҫҡа булған, үҫмер генә көйө колхоз эшенә егелгән, күмәк бала баҡҡан, бөгөн килеп, әҙ генә пенсияһына ҡыуанып, уфтанмай ғына үткән ғүмеренә байҡау яһап ултырған ололарҙан фәһем дә, кәңәш тә, йүнәлеш тә алырға мөмкин. Йорттары сынъяһау ыҡсым, кәртә-ҡураһында һаман мал тауышы сыға, ҡош-ҡорто ихата тултырып йөрөй уларҙың. Баҡсаһы ла буш түгел. Эшһеҙ тора алмайым, тиер уларҙың күптәре. Эйе, шундай быуын инде улар – сыныҡҡан һәм түҙә белгән.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM