НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ноябрь
Рубрикалар // 30-10-2010, 03:56


НоябрьБайрамдар һәм иҫтәлекле даталар
4 – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
10 – Милиция көнө.
– Бөтә донъя йәштәр көнө.
...

Йондоҙнамә 1-7 ноябрь
Рубрикалар // 30-10-2010, 03:51


Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Бик үҙгәреүсән хәлдәр көтөлә. Фекер-ҡараштарығыҙҙың да көнөнә бер нисә мәртәбә үҙгәреүе ихтимал. Тыныс һәм иғтибарлы булһағыҙ, үҙегеҙ тирәһендәге хәлдәр­ҙе дөрөҫ аңлай алырһығыҙ....

Сәскә атыр саҡта кипкән гөл
Рубрикалар // 30-10-2010, 03:50


Ҡала ситендәге мосолман зыяраты янында яурынына ҡәҙәре төшкән етен сәстәрен көҙгө ҡояшта уйнатып торған йәш ҡыҙҙы әллә ҡайҙан уҡ шәйләгәйнем. Беренсенән, уның йоҡа кәүҙәһенә килешле итеп тегелгән ап-аҡ күлдәге алыҫтан уҡ күҙгә ташлана. Икенсенән, башҡа көндәрҙә бында ҡала баҙарына килеп, һөт-ҡатыҡ, йомортҡа һатҡан ауыл кешеләре байтаҡ була ине, әле был һылыу яңғыҙы ғына....

Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә – бер һыйыр
Рубрикалар // 30-10-2010, 01:45


Аҡсаһыҙлыҡтан тамам йонсоно Рәзифә. Егерме йылға яҡын уҡытыу­сы булып эшләһә лә, ус тултырып эш хаҡы алғаны булманы. Кешесә йәшәйем, булған ғына донъямды гөл итеп тотайым, тип, кредитҡа сумды. Ғүмер һыу кеүек аға торҙо, шул арала йәш аралары бер тигеҙ тиерлек ҡыҙҙары ла буй еткер­ҙе. Улары институттың да, колледж­дың да бюджет бүлегенә үтә алмағас, икеһен дә түләүле уҡыуға урынлаштыр­ҙы. Уҡыуҙы түләп уҡығас, исмаһам, дөйөм ятағы булһасы! Аҡсаһы булмаған кеше уҡымай, тимәк, мөмкинлеге бар, тиҙәрҙер инде. Фатир эҙләй торғас, мең бәлә менән ике ҡатлы ағас өйҙән бер бүлмә таптылар. Ҡала әбейҙәре лә бигерәк мыжыҡ, ҡыҙҙарының “яман” яҡтарын күреп, ризаһыҙлығын белдереп кенә тороусандар...

Бәхет йондоҙо тыуғанда
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-10-2010, 01:42


Яуҙа күптәрҙе һоҡландырырлыҡ батырлыҡтар ҡылып, ғорур күкрәген орден һәм миҙалдар менән биҙәп, тыуған ауылы Кәпәй-Ҡыбауға (Бүздәк районы) ҡайтҡан Хәтмулла Солтанов, тыныс хеҙмәттә батырлыҡтарын дауам итеп, Соци­алистик Хеҙмәт Геройы исеменә, Октябрь революцияһы, «Почет билдәһе» ордендарына, әллә күпме миҙалға лайыҡ була....

Ғүмере – үҙе бер тарих
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 30-10-2010, 01:41


Олатайым 1901 йылдың 27 июнендә Һөләймән ауылында тыуған. Уға ете ай булғанда атаһы 33 йәшендә генә үлеп китә. Әсәһе итәгендә унан башҡа ике бала һәм ярҙам­ға мохтаж өләсәһе ҡала. Кеше бар нәмәне лә хәтерендә тота алмай, әммә аслыҡ уның хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра....

Исеме үҙгәрһә лә, есеме шул килеш ҡала
Рубрикалар // 30-10-2010, 01:35


Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле «Йәшлек»!
Ҡайнар сәләмдәр менән һеҙҙе яратҡан, көтөп алған уҡыу­сығыҙ яҙа. Һеҙҙе уҡыһаң, күңелдәр яҡтырып, яҡшырып, тырышып, матур итеп уйлағы һәм йәшәге килеп китә. Күңел ҡыуана, өмөттәр ҡалҡа. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ һәм бәхет, киләсәктә уңыштар теләйем.
...

«Орленок» байраҡсыһы
Рубрикалар // 30-10-2010, 01:28


«Орленок» байраҡсыһыБыйыл июль айында Бөтә Рәсәй балалар үҙәге (ВДЦ) “Орленок” үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын ҙурлап билдәләне. Рәсәй мәғариф министры А. Фурсенко менән Краснодар өлкәһе губернаторы А. Тка­ченконың был сарала ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы. “Орленок”та бар тантаналы саралар ҙа Байраҡ төркөмөнөң сығыуынан башлана. Төп байраҡ, 7 лагерь флагы, барабансылар, борғосолар менән сыҡҡан мәл һәр саҡ тулҡынландырғыс була. Шуға ла байраҡсыны, конкурс үткәреп, һайлап алалар. 2007 йылдан бирле “Орленок”тың байрағы Башҡортостан егете Марат Әнис улының ҡулында. Юбилей тантанаһында ла был почетлы миссияны ул башҡар­ҙы. Уның тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һеҙгә лә яҙып ебәрергә булдым.
...

Ҡауҙыны оянан ҡыумағыҙ
Рубрикалар // 30-10-2010, 01:26


«Дуға муйын ҡауҙы ултыра йоҡоға талып...» Төҙ оҙон суҡышлы, һонтор аяҡлы аҡ йәки ҡара төҫтәге был ҡоштоң ғәҙәти тәбиғәтен Баязит Бикбай, эйе, бик аныҡ һүрәтләгән. Булыр-булмаҫҡа сәбәләнмәй, береһе осоп күтәрелгәндә лә икенсеһе оянан бер тотам да ситкә китмәгән мәхлүк инде ул ҡауҙы. Элегерәк төшөрөлгән «Белые росы» тигән ғәжәп матур фильмда, ваҡиғалар ағышында, ҙур ғаиләнең ата йорто янындағы тирәк башына төйәкләгән ҡауҙы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә ҡала. Был ҡошто күп халыҡтар ғаиләнең бөтөнлөгө, уның тыуған ерендә, ата нигеҙендә тамырланып йәшәү символы булараҡ ҡабул итә....

Беҙ үҙебеҙ ғәйепле
Рубрикалар // 30-10-2010, 01:24


Башҡортостан иң ҙур шау-шыу ҡуптар­ған коррупцион эштәр буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә. Күптән түгел мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр иткән был яңылыҡ шаҡ ҡатыра. Беренсе урында – Мәскәү өлкәһе. Унда төбәк бюджетынан 25 млрд һум аҡса урланған, тиелә. Икенсе урынды 1 млрд 64 млн һум аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнеүсе Башҡортостан Республикаһы биләй. Бер ҙә генә лә бындай яңылыҡты ҡабул итке лә, ышанғы ла килмәй. Беҙҙең республикала ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел кеүек. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, коррупция бармы, уны бөтөрөп буламы? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM