НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кителмәһен сабый күңеле
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:48


Кителмәһен сабый күңелеКүптән түгел Башҡортостан Республика­һының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова балаларҙы йәберһетелеүҙән һаҡлау темаһына арналған Рәсәй-француз конференцияһында ҡатнашты. Мәскәүҙә үткән сара сиктәрендә бала хоҡуҡтары вәкилдәренең семинары ла ойошторолдо.
Лилиә Салауат ҡыҙы белдереүенсә, әлеге семинарҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһында етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу тәжрибәһе менән танышҡан. Башҡортостан омбудсмены үҙ сығышында, республикабыҙҙа баланы уллыҡҡа алыусы ғаиләгә «әсәлек капиталы» күләмендә матди дәртләндереү сараһы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә һәм был турала закон проекты әҙерләнә, тип хәбәр иткәс, РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та күптән түгел Башҡортостанда булып ҡайтыуын, республикала балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға ҙур иғтибар бүленеүен маҡтап телгә алған....

Сихырсылар заманы
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:34


«Мөғжизәгә килә ышанғым...» Бер йырҙа шундайыраҡ һүҙҙәр бар түгелме? Әллә тәбиғәт серҙәренә ҡапыл ғына төшөнөп китә алмауҙан, йә иһә шул тәбиғәттең төрлө күренештәре алдында ҡаушап ҡалыуҙан, кеше ғүмер баҡый үҙенең аңы етмәҫлек һәм аҡылына буйһонмаҫлыҡ тағы ла ниндәйҙер көс­тәрҙең булыуына ышанып йәшәгән. Күреп белмәһә лә, ул ошо көстәр алдында баш эйгән, үҙ игелегенә яуап итеп игелек көткән, яуызлыҡ күренештәренә ҡаршы хәл ҡәҙәренсә көрәшкән....

Паспорттың... кәрәге ҡалмаясаҡ?!
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:32


Аһ, был реформалар! Инде хәҙер тағы паспорт тирәләй әйләнгеләп «йөрөйҙәр». Һуң, нисә йыл элек кенә төп документыбыҙҙан милләт графаһын алып ташлап, кемебеҙ ҡыуанып, кемебеҙ көрһөнөп, күнеп йәшәй башлағайныҡ, хәҙер «юғарылағы»лар паспорттың үҙен тарихта ҡалдырмаҡсы итә, буғай. Һәр хәлдә, тел төптәренән шул аңлашыла. Хөкүмәттә тап ошоға бәйле ҡаты бәхәстәр ҡупҡан.
Эш шунда: 2011 йылдың 1 ғинуарынан илдә ярты йылдан өс йылғаса ваҡытлыса теркәүҙе почта йә интернет аша бойомға ашырырға мөмкин буласаҡ. Уве­домлениенан һуң кәрәкле документтарҙы күрһәткәс (шәхесте раҫлаусы һәм торлаҡҡа инеү мөмкинлеген биреүсе), теркәүсе өс тәүлек эсендә (бәлиғ булмағандарға бер тәүлектә) штамп ҡуйырға тейеш. Бында торлаҡ хужаһы булыуы мөһим түгел, Федераль миграция хеҙмәте уға фатирҙа яңы кеше теркәлгәнен белдереп, хәбәрнамә (уведомление) ғына ебәрә. Теркәү ҡағиҙәләрен үҙгәртеү мобиллекте күтәрәсәк. Ҡыҫҡаһы, ҡапыл ғына аңларлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа был турала халыҡтың нимә уйлауын белге килә. Ғөмүмән, бындай реформалар, һеҙҙеңсә, кәрәкме ул? Бәлки, ҡағиҙәләрҙе нисек бар, шулай ҡалдырырғалыр? Етмәһә, һүҙ паспорттарҙың кәрәге ҡалмауы хаҡында ла бара....

Урлаған – бер, урлатҡан икеләтә ғәйепле
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:31


Урлаған – бер, урлатҡан икеләтә  ғәйеплеБашҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы башлығы Юрий Черницев әйтеүенсә, быйыл беҙҙә «ҡара риэлтор»ҙар уғата әүҙемләшеп киткән. 2010 йылдың башынан алып ун кешенән торған енәйәтселәр төркөмө коммуналь хужалыҡтарҙа эшләүселәр аша яңғыҙ, эшләмәгән һәм эсеү менән мауыҡҡан фатир хужаларын асыҡлаған. Шулай уҡ фатир өсөн оҙаҡ ваҡыт түләмәй йөрөгән кешеләр ҙә енәйәтсе төркөмдөң иғтибарын йәлеп иткән. «Ҡара риэлтор»ҙар был яңғыҙ кешеләрҙе законһыҙ юл менән фатирҙарынан сығарып, торлаҡтарын һатҡан. Бындай хәлгә тарыған меҫкен кешеләр йыш ҡына Башҡортостанда ла ҡалдырылмай. Күпселек осраҡта уларҙы күрше өлкәләрҙең барактарына алып барып ташлайҙар....

Социаль реклама кәрәк!
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:12


Социаль реклама кәрәк!  Беҙҙең тормошто нимә изгелекле, саф, бәхетле итә? Әлбиттә, имен йәшәү, яҡшы эш хаҡы, сәләмәт ғаилә, һәйбәт яңылыҡтар, илдәге тыныслыҡ. Әммә беҙ йәмғиәттә осраған ҡайһы бер факторҙарға, атап әйткәндә, йәшәйешебеҙҙең «ҡара» яғына күҙ йомоп ҡараған һымаҡбыҙ. Подъездағы бысраҡты, юл һәләкәттәрен, ташландыҡ балаларҙы, наркоманияның шашыныуын һәм башҡа шундай күренештәрҙе хәҙер инде ғәҙәти тип ҡарайбыҙмы? Кешене нисек уларға етди иғтибар итергә, ошо афәттәр тураһында уйланырға, фәһем алырға өйрәтергә һуң? Беҙҙең мөхиткә һуңғы йылдарҙа ғына социаль реклама тигән төшөнсә килеп инде. Тап ул үрҙәге бәләләр барлығын онотмаҫҡа саҡыра ла.
...

Юл ҡағиҙәләренә ете үҙгәреш
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:05


Юл ҡағиҙәләренә  ете үҙгәрешЮл ҡағиҙәләренә, закондарға үҙгәрештәр, ай-һай, бик йышайҙы түгелме? Әле быға тиклемгеләренә өйрәнеп бөтөп тә өлгөрмәйбеҙ, яңылары өҫтәлеп кенә тора. Бына 21 ноябрҙән юл ҡағиҙәләрендә мөһим үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. «Йәшлек» биттәрендә был хаҡта яҙылғайны, шулай ҙа ҡабатлауҙың һөҙөмтәһе лә ыңғай. Дүрт тәгәрмәсле «дуҫы» булғандар түбәндәгеләрҙе хәтер янсығына һалып ҡуйһын:...

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 20-11-2010, 12:03


...өмөтләндерҙе
2016 йылға торлаҡ төҙөлөшө 100 миллион квадрат метрға тиклем үҫергә тейеш. Был хәҙерге күләмгә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Вла­димир Путин фекеренсә, властың төп бурысы – халыҡты мөмкин тиклем яңы фатирҙарға күсереү. Ул ғына ла түгел, төҙөлгән торлаҡ заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәктәрҙә торлаҡ төҙөү буйынса программалар эшләү зарур. Владимир Путин, улар­ҙың иң лайыҡлылары хөкүмәт тарафынан билдәләнәсәк, тип белдерҙе. Йәғни еңеүселәр федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса алып, уны төҙөлөш киң йәйелдерелгән райондарҙа юл төҙөү, коммуналь инфраструктура өсөн алынған кредит проценттары өсөн иҫәпләшеүгә тотона аласаҡ....

Ит кәрәкһә – сибайға
Рубрикалар // 16-11-2010, 10:16


Ит кәрәкһә – сибайғаБашҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин билдәләүенсә, үткән айҙа беҙҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артмаған тиерлек. Хаҡтарҙың тотороҡланыуына ауыл хужалығы йәрминкәләре менән республиканың сауҙа селтәрҙәре үткәргән «Социаль кәрзин» акцияһы ла ҙур өлөш индергән....

һәр яҡтан да өлгө булырлыҡ
Рубрикалар // 16-11-2010, 10:13


һәр яҡтан да өлгө булырлыҡҮҙе уҡыу алдынғыһы, үҙе төркөм старостаһы, үҙе шиғырҙар йыйынтығы сығарыусы өмөтлө йәш шағирә Раушания Уйылданова алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, шуларҙы үтәргә ынтыла
Көн һайын институтҡа барыу ғына студент булыу тигәнде аңлатмай әле. Ысын студент булыр өсөн яҡшы уҡыр­ға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға, ғөмүмән, һәр яҡтан да өлгөр булырға кәрәк. Беҙ һеҙҙе тап шундай студент менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул — БДУ-ның Сибай институты “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегенең 4-се курсында белем алыусы уҡыу алдынғыһы, төркөм старостаһы, шиғырҙар йыйынтығы сығарыусы өмөтлө йәш шағирә Раушания Уйылданова.
...

«Уның эше – тотош бер мәктәп, тотош бер хазина»,
Рубрикалар // 16-11-2010, 10:03


 «Уның эше – тотош бер мәктәп, тотош бер хазина»,– тип билдәләне Рауил Бикбаев, ғалим Марат Зәйнуллинды тәбрикләп
Марат Вәли улы Зәйнуллин ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын – 75 йәшен билдәләне. Башҡорт дәүләт университетында уҙған байрам кисәһенә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар йыйылды. Марат Вәли улын тәбрикләп, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Ҡаҙандан, Яҡут Республикаһынан, Алабуғанан да ҡотлау хаттары килгәйне.

...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM