НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына
Рубрикалар / Хәтер // 12-10-2016, 09:46


Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына
Көслө, талапсан һәм аҡыллы етәксе булды

Ошо көндәрҙә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, партияның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, БАССР Министрҙар Советы Рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Закир улы ШАКИРОВТЫҢ тыуыуына 100 йыл тула. 20 йылға яҡын республика менән етәкселек итә ул. Әлбиттә, ул заман тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй, шулай ҙа күптәр был йылдарҙы, республикабыҙҙың сәскә атҡан осоро, тип баһалай. Ысынлап та, совхоз-колхоздарҙың, завод-фабрикалар­ҙың гөрләп эшләгән сағы, сәнәғәт предприятиелары, белем һәм мәҙәниәт усаҡтары төҙөлөшөнөң киң ҡолас алған мәле тап ошо осорға тура килә. Ул ваҡытта йәшәгән кешеләрҙә киләһе көнгә ышаныс та көслө ине. Уҡыған кешенең эшһеҙ, эшләгән кешенең торлаҡһыҙ ҡалмаҫына шик юҡ. Барыһы ла етәксенән торҙомо, әллә заманаһы шулай булдымы?! Миҙхәт Закир улының ниндәйерәк етәксе һәм шәхес булыуына уның ҡулы аҫтында эшләгән замандаштары ғына дөрөҫ баһа бирә алалыр. Әйҙәгеҙ, уларҙың фекерҙәренә күҙ һалайыҡ.
...

Исеме ташҡа уйып яҙылған
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 27-06-2016, 16:49


Исеме ташҡа уйып яҙылған
Исеме ташҡа уйып яҙылғанҒәзиз олатайыбыҙ Әфтәх Исламғолов Мәскәү ҡалаһы өсөн барған ҡаты алышта һәләк булған

Бөйөк Еңеү... Был Еңеү өсөн бик күптәр үҙ ғүмерен ҡорбан иткән. Минең олатайым – 1898 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған Әфтәх Ҡасим улы Исламғолов та шулар исемлегендә. Йылдар үткән һайын беҙ уның ҡаһарманлығын нығыраҡ аңлайбыҙ, исемен хәтергә йышыраҡ төшөрәбеҙ һәм ғорурланабыҙ....

Яҙмыштарында – ил тарихы
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 20-05-2016, 15:29


Яҙмыштарында – ил  тарихы Май – яҙҙың көҙ менән осраш­ҡан ваҡыты ғына түгел, һуғышты тыныслыҡ еңгән мәл. Бөйөк Еңеү көнө лә фәҡәт кешеләрҙең матур, тыныс тормошҡа булған өмөттәрен тормошҡа ашырыу ваҡыты һымаҡ. Шуғалыр ҙа олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ айы тип ҡабул ителә....

“Хәтер – мәңгелек”
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Медиа // 13-05-2016, 10:40


“Хәтер –  мәңгелек”Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ яҙмышында күп яҡлы яҡтыртылған тарих. Ул яуҙа ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары, шул осор балалары үҙҙәре кисергән-күргәндәр хаҡында һөйләй, яҙа, кинотаҫмалар­ға төшөрә, ҡылҡәләм менән һүрәтләй, ҡыҫҡаһы, кешелек тарихына теркәүен дауам итә. Бөйөк Еңеү хаҡына ҡанын түккән, ғүмерен һалған батырҙар, көндө төнгә ялғап хеҙмәт фронтында тир түккән тыл хеҙмәтсәндәре, уйнап-көлөп йөрөр саҡтарында уҡ иңдәрен ил хәстәре баҫҡан һуғыш дәүере балалары тураһында хәтирәләрҙе яҙып алып, тыңлаусыға еткереү “Юлдаш” радиоһында изге бурыс булараҡ атҡарыла. 2014 йылда күмәк тырышлыҡ менән “Хәтер – мәңгелек” тип аталған эсселар шәлкеме эфирға сыҡты. Унда һәр кем үҙенең ата-әсәһе, олаталары, ауылдаштары, яҡындары, таныштарының һуғыш менән бәйле яҙмышы тураһында бәйән итте, бөгөнгө заман быуынына фәһем-аҡыл бирерлек, тормош ҡиммәте, Еңеү хаҡы хаҡында уйландырырлыҡ хәлдәрҙе тасуирланы. Был проект “Юлдаш” радиоһына “Рәсәй патриоты” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү килтерҙе....

"Һуғыш балалары - тарих яралары"
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 12-05-2016, 16:58


"Һуғыш балалары - тарих яралары"Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында йәшәүсе
Рәсимә Акилова хәбәр итә:

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр генә түгел, тыл ветерандарының да көндән - көн сафтары һирәгәйә бара.
Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы моделле китапханаһында Еңеүҙең 71-се йыллығына ҡарата "Һуғыш балалары - тарих яралары" исемле тыл ветерандары менән осрашыу, хәтер кисәһе үтте. Уға бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән тыл хеҙмәтсәндәре һәм яу яланында баштарын һалған яугирҙәрҙең балалары саҡырылды.
...

Журналистар картуф ултыртты
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 12-05-2016, 16:41


Журналистар картуф ултыртты
Журналистар картуф ултырттыЙыл һайын 9 май алдынан "Юлдаш" радиоһы тимурсылар хәрәкәтенә ҡушыла. Яугирҙар һәм тыл хеҙмәткәр­ҙәре менән осрашыуҙар ойоштороу, уларға йорт, баҡса эштәрендә ярҙам күрһәтеү, бергәләп иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү кеүек изге эштәр коллектив өсөн мөҡәддәс бурыстарҙың береһе һанала.
...

Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2016, 15:08


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы РәисУчалы районы Ураҙ ауылының туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуыусы һуғыш ветераны өсөн 9 Майҙан да ҙурыраҡ байрам юҡ...

Журналистар уларҙы онотмай
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 10-05-2016, 11:21


Журналистар уларҙы онотмай5 майҙа республикабыҙҙың Матбуғат йортона, йола буйынса, журналист-ветерандар йыйылды һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡәләм һәм штык менән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышҡан яҙыусыларҙы, журналистарҙы иҫкә алды. Йыйылды, тигәс тә, уларҙың һаны республика буйынса бер тиҫтәгә лә тулмай, ә кисә үткән сараға ни бары ике ветеран килә алды. Былтыр Журналистар союзы тәҡдиме менән һуғышта ҡатнашҡандарҙың Матбуғат йортоноң 1-се ҡатына ҡуйылған исемлеге яңыртылғайны.
...

Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Махсус бит // 10-05-2016, 10:44


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!Әлеге көндә Башҡор­тостанда 127 400 һалдат хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә...

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим
Рубрикалар / Хәтер // 29-04-2016, 13:42


Халҡым, тип йәшәүсе ғалимКүренекле ғалим-төркиәтсе, билдәле телсе һәм яҙыусы, әҙип һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әкрәм Бейешевтың тыуыуына ошо көндәрҙә 90 йыл тулды...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM