НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ә беҙҙең ауылда...
Рубрикалар // 28-03-2014, 14:38


Был аҙнала Яңауыл, Бөрйән, Әбйәлил райондарындағы ауылдарҙа йәшәүселәргә һүҙ бирәйек.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00....

Фотоһүрәттәрҙә – шәхестәр, ваҡиғалар һәм бай фантазия
Рубрикалар // 28-03-2014, 14:36


Фотоһүрәттәрҙә – шәхестәр, ваҡиғалар һәм бай фантазия“Коммерсантъ” нәшриәт йорто Өфөлә беренсе тапҡыр “Коммерсантъ. Ирекле камера” тип исемләнгән күргәҙмәһен асты. Унда гәзиттең күп миллионлыҡ архивынан, шул иҫәптән төбәк редакцияһы фотохәбәрселәренең 80-гә яҡын иң яҡшы фотоһүрәте һайлап ҡуйылған. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән кадрҙар – бына ошо күргәҙмәнең төп асылы....

Ҡырымға гуманитар йөк китте
Рубрикалар // 28-03-2014, 14:35


Беҙҙең республика илдә тәүгеләрҙән булып Ҡырым ярым­утрауы халҡына ярҙам күрһәтергә теләк белдергәйне. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, был аҙна башында Өфөләге Дуҫлыҡ монументы алдынан тантаналы шарттарҙа БР Хө­күмәтенең резерв фонды иҫәбенә йыйылған аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар тейәлгән каруан юлға ҡуҙғалды....

Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?
Рубрикалар // 28-03-2014, 14:32


Һуңғы ваҡытта үҙемдә бер үҙгәреш һиҙеп ҡалдым – һорау менән мөрәжәғәт итһәләр, яуабын белмәһәм: “Интернет һиңә ярҙамға!” – тип әйтәм икән. Ысынлап та, виртуаль донъяла бөтә һорау­ҙарға ла яуап табырға мөмкин. Бары компьютер­ҙы ҡабыҙып, эҙләү юлына теләгәнеңде яҙ ғына… Хатта һуңғы тапҡыр ысын китапты тотоп уҡығанымды ла хәтерләмәйем. Барыһы ла электрон рәүештә, йә онлайн, йә телефонға, электрон китапҡа күсереп алаһың. Уңайлы! Ғөмүмән, ыңғай яҡтары – һанап бөткөһөҙ. Бөгөн тормошто интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта, ул-был нәмәгә әүрәп, компьютер йәки телефон экранынан айырыла алмай сәғәттәрҙең үтеп китеүен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ҡайһы бер көндәремде ҡабаттан күҙ алдына баҫтырам да, уяу сағымдың 70 проценты интернетта булыуын хәтерләп, эс бошоп ҡуя. Матур тамашала, дуҫтар менән бергә саҡта ла ирекһеҙҙән телефонға үреләһең: “Кем нимә яҙған?”.
Кемдә нисектер, миндә – сир, ахыры....

Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма
Рубрикалар // 28-03-2014, 14:23


Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма
“Пионер”ҙы уҡымай үҫкән кеше бармы икән?! Юҡтыр. Зама­нында бөтөн Башҡортостан буйлап 40 000 тираж менән тарал­ған журнал һәр башҡорт ғаиләһенең өйөндә булғандыр ул. Бынан 85 йыл элек, 1929 йылдың мартында, Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариаты мәктәп йәшендәге балалар өсөн башҡорт телендә яңы журнал баҫтырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Журналдың тәүге һаны латин телендә нәшер ителә һәм “Kerpe” (“Терпе”) исемен ала. Был шул осорҙа Корней Чуковский, Самуил Маршак тарафынан ойошторолған “Еж” балалар журналына оҡшатып эшләнелә. Әммә бер йылдан һуң, 1930 йылда журналға “Пионер” тигән яңы исем ҡушалар, ә мөхәррире итеп шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнә....

Дежур телефонда – әбйәлилдәр
Рубрикалар // 28-03-2014, 14:09


Был аҙнала дежур телефонға ни бары ике шылтыратыу булды. Икәүһе лә Әбйәлил районынан. Беренсе шылтыратыусы 7-се синыф уҡыусыһы Нурислам ХӘЙБУЛЛИН:
– Беҙгә – Әбйәлил районының Күсем ауылына Белорет ҡалаһынан 3D күсмә театры килде. Ололар өсөн “Сталинград” фильмын, балалар өсөн “Турбо” әкиәтен күрһәттеләр. Клубыбыҙҙа төрлө саралар ойошторолоп тора, кино ҡарау иһә айырыуса балаларға оҡшаны. Бәләкәстәр поп-корн ашап, үҙҙәрен ысын кинотеатрға барғандай хис итеп, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.
Ҡырҙас ауылынан Фәниә ЛОҠМАНОВА:...

Апрель
Рубрикалар // 28-03-2014, 13:58


Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
Апрель
1 – Бөтә донъя ҡоштар көнө.
– Көлкө көнө.
2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
6 – Геологтар көнө....

Алимент түләмәүселәрҙе – бөтә халыҡ иғтибарына
Рубрикалар // 21-03-2014, 05:15


Яҡын арала алимент түләмәүселәр­ҙең фотолары Өфө ҡалаһының реклама стендтарына һәм видеоэкрандарға ҡуйыласаҡ.
Алимент түләтеү, социаль әһәмиәткә эйә булараҡ, һәр саҡ суд приставтарының иғтибары үҙәгендә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе әҙәмдәрҙең үҙ балаларына яуапһыҙ ҡарашы һәр саҡ көнүҙәк проблема булып ҡала. Алимент буйынса бурыслылар балаһына ярҙам итеү хаҡында, ғәҙәттә, суд приставтары өйҙәренә килгәс кенә иҫенә төшөрә....

Буран ҡотора
Рубрикалар // 21-03-2014, 05:09


Буран ҡотораКисә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы көслө ел сығасағы хаҡында иҫкәртте. Синоптиктар билдәләүенсә, кисә генә түгел, бөгөн дә республикала көслө ҡар яуасаҡ һәм ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Һауа температураһы көндөҙ 4 градус һыуыҡтан 1 градус йылыға тиклем етәсәк. Был көндәрҙә ел секундына 20 метрға тиклем иҫәсәк....

Ә беҙҙең ауылда...
Рубрикалар // 21-03-2014, 05:08


Был аҙнала төбәк яңылыҡтарын Баймаҡ, Белорет, Йәрмәкәй райондарынан шылтыратып һөйләнеләр.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM