НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Май
Рубрикалар // 25-04-2014, 06:50


Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
Май
1 – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.
– Рәғәиб кисе.
3 – Ҡояш көнө.
7 – Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
9 – Еңеү көнө.
12 – Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө....

Иллюминаторҙан Ер күренә
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:24


Иллюминаторҙан Ер күренә1961 йылдың 12 апреле СССР-ҙы планетала бер башҡа күтәрә. Был көндө беҙҙең ватандашыбыҙ Юрий Гагарин йыһанға оса. Ер йөҙөндә тәүге космонавт. Тап ошо ваҡиғанан һуң һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлаша. Тора-бара Ай ҙа яулана, орбитаға юлдаштар күпләп осорола, яңынан-яңы асыштар яһала. Әле Марсты ентекләп өйрәнергә тырышалар, “ҡыҙыл планета”ла һыу тапҡылары килә. Төрлөсә фараздарға ышанһаҡ, киләһе йылдарҙа, ә бәлки, быуаттарҙалыр ҙа, йыһан туристары күбәйәсәк, кешеләр башҡа планеталарға барып йәшәйәсәк икән. Иҫ киткес камил тәртип менән хәрәкәт иткән йыһан беҙгә барыбер ҙә үҙ серҙәрен асып бөтмәҫ әле ул. Унда осаһы йыһангирҙар бөтмәҫ, әммә бөгөнгө йәштәр араһында, космонавт булам, тигәнен ишетмәҫһең. Замана балалары күбеһенсә банкир булырға хыяллана. Ә сикһеҙ космос өсөн беҙҙең Ер шары бер бәләкәй генә саң бөртөгөндәй....

Рухлы. Маҡсатлы. Белемле
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:21


Рухлы.  Маҡсатлы.  БелемлеСтәрлетамаҡ дәүләт педагогия студенты Тимур Рәхмәтуллин уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша
«Мин булмышым менән бер тамсы. Яҙҙың наҙлы ҡояш нурҙарына иркәләнеп, боҙбармаҡтан төшкән ябай тамсы. Һикереп төшкәс, үҙем кеүек­тәр­ҙе күргәс, эй, ҡыуандым. Ҡыуанысымдың сиге булманы. Иң тәүҙә гөрләүектәр булып аҡтыҡ. Беҙҙе күреп, бала-саға өҫтәребеҙҙән ҡарағай ҡа­бы­ғынан, ҡайын туҙынан һәм дәфтәр биттәренән эшләнгән кәмәләрен йөҙҙөрҙө. Үҙҙәре, эй, ҡыуана. Хатта көлгән саҡтарында тауыштарынан беҙ сығарған сылтыр моңдар ишетелә. Йүге­решә торғас, йылғаға ла килеп төштөк. Унда беҙҙең һымаҡтар­ҙың ҙурын, бәләкәстәрен күреп, аптырап ҡалдым. Ниндәй генә тамсылар булмай икән. Ағым беҙҙе таштарға һуҡты, тулҡындарҙа әйләндерҙе, өйрөлттө һәм наҙлап өҫкә лә сығарҙы. Ҡайһы бер иптәштәрем юғалды, ә ҡайһы берҙәре, тағы ла үҙе менән дуҫтарын өҫтәп, кире килеп ҡушылды. Төрлө һынау­ҙарҙы үтеп, аға торғас, ниндәй­ҙер бер сикһеҙ иркенлеккә сыҡтыҡ. Иптәш­тәремдең әйтеүҙәре буйынса, хәҙер инде мин – үҙ урынымды тапҡан Тымыҡ океан...»...

Илгиҙәр ҡыҙ
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:20


Илгиҙәр ҡыҙБДПУ-ның тарих факультетында уҡыусы Учалы ҡыҙы Гөлнур Ғәлиәхмәтова китаптан ғына белгән тарихи урындарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә ашҡына
– Әхирәт, мин ҡайттым! Ни хәлдәһең? Әйҙә, күрешәйек!
Гөлнур әхирәтем сираттағы сәфәренән ҡайтып төшә лә, миңә шылтыратып, ҡыуа­ныс-шатлыҡтары менән бүлешә. Бар эшемде ташлап, осрашыуға ашығам. Йүгермәй ни, Мысырға барып, ҡыш айында Ҡыҙыл диңгеҙҙә кинәнеп һыу инеп ҡайтты бит ул!...

Үлем көтмәгәндә килә
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:18


Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Ҡайҙалыр ашыға-ашыға юл тотҡанда, кемделер уйламаҫтан рәнйеткәндә, рәхәтләнеп күңел асҡанда ла беребеҙ ҙә, ошо көнөбөҙ, ошо сәғәтебеҙ һуңғыһы булыр, тип уйланмай. Күптәр, мәңге йәшәрҙәй булып, танауын өҫкә сөйөп йөрөй-йөрөй ҙә, башына бәлә төшкәс, йә ауырыу аяҡтан йыҡҡас ҡына уйлана башлай, тәүбә, доға хаҡында иҫенә төшөрә. Ә үлем бит ауырыу менән генә килмәй. Уның көтмәгәндә, уйламағанда ишегеңде ҡағыуы бар....

Кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ,
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:15


ти Сафакүл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Мөжәһитов
Райондың мәҙәниәт тормошо ниндәй пландар менән йәшәй? Ҡайһы тарафта проблемалар бар? Сафакүлдәр башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Улар үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ғорурлана аламы? Түбәндә ошо һорауҙарға Сафакүл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Мөжәһитов яуап бирҙе....

«Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин...»
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:09


«Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин...»Башкөлләй социаль селтәр­ҙәргә сумып, интернетһыҙ бер көн (ҡайҙан бер көн, бер сәғәт!) йәшәй алмаған уҡыусы балаларҙы нисек итеп әҙәбиәткә ылыҡтырырға? Шиғ­риәт һөйөүселәр, шул уҡ «ҡо­рал»ды, йәғни «Бәйләнеш­тә» сайтын файҙаланырға тәҡдим итеп, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Баш­ҡорт теле» шиғырын һөйләү буйынса флешмоб ойошторҙо....

БЫНА, ИСМАҺАМ, УҘАМАН!
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:08


БЫНА, ИСМАҺАМ, УҘАМАН!Әсләм Арыҫланов халҡыбыҙҙы, бигерәк тә сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе үҙ асылына ҡайтарыуға күп көс һала
Тел, ил, тип янып йәшәүселәр, бер ҡараһаң, шул тиклем күп кеүек, әммә эшләгән эштәр хаҡында һүҙ сыҡһа, бармаҡ менән һанарлыҡтар халыҡ мәнфәғәте өсөн яныуы менән ғорурлана алыр ине. Һуңғы йылдарҙа башҡорт милләтенең асылын һаҡлап ҡалыусылар рәтенә Силәбе өлкәһе Нязепетровск районының Юлдаш-Ҡатай ауылында тыуған Әсләм ағай Арыҫланов та баҫты. Уның менән «Йәшлек» гәзитен уҡыусыларҙы ныҡлап таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй хатта. Даими сығып килгән мәҡәләләре аша тиҙ генә хәтеренә төшөрөр уны йәштәр баҫмаһын алдырыусылар. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән ул күптәргә өлгө. Тынғыһыҙ заты милләтебеҙгә ҡағылышлы бер мәсьәләгә лә битараф ҡалырға ирек бирмәй....

Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй
Рубрикалар / Хәтер // 11-04-2014, 03:52


Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй Бәрәкәтле Көйөргәҙе ере башҡорт халҡы мәҙәниәтенә күп кенә билдәле әҙип, рәссам, артист, музыкант биргән. Улар араһында яҙыусы, драматург, шағир Баязит Бикбай сағыу йондоҙ булып балҡый.
Ошо көндәрҙә яҡташтары, Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе вазифаһын башҡа­рыу­сы, балалар шағирәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, йәш прозаик Айгиз Баймөхәмәтов, яҡташ шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлогилдина, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, ҡала, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, әҙәбиәт яратыусылар уның тыуыуына 105 йыл тулыуҙы киң билдәләне....

Ул шундай бөркөт егет ине…
Рубрикалар / Хәтер // 4-04-2014, 17:01


Ул шундай бөркөт егет ине…Башҡортостан Республикаһының элекке эске эштәр министры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Именлек Советы ағзаһы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған юрисы, милиция генерал-майоры Рауил Закирйән улы Фәйрүзовҡа быйыл 65 йәш тулған булыр ине.
Яҙмыш Рауил Закирйән улына был донъя­ла йәшәү өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт бирә. Ул 1996 йылда, ни бары 47 йәшендә генә, беҙҙең аранан ҡапыл китеп барҙы. Эшенә бирелгән, ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы кешеләр генә ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа бер нисә ғүмергә торошло итеп йәшәй ала. Рауил Закирйән улы Фәйрүзов та нәҡ ошондай шәхес ине....


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM