НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДА
Рубрикалар / Хәтер // 2-05-2014, 09:59


Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДАҠыҫҡа ғына ғүмеренең һуңғы минуттарында һалдат Зәйнетдинов Ильяс юлдан урман буйына үҙе йүгереп үткән һары яланды күрҙе. Сүп үләнеме, әллә мал аҙығымы? Шул саҡ ниндәйҙер ауыр нәмә аяғына ныҡ итеп килеп бәрелде лә уны алып ырғытты, ул йығылып, бите менән үләнгә төртөлдө, ғәрлегенән һүгенде, тороп баҫыр өсөн ҡулдарына таянырға теләгәйне лә, уң ҡулында ла, янында ла автоматы юҡлығын белде. Һул аяғын тойманы, әйтер­һең, ул унда бөтөнләй булмаған. Ятҡан килеш үлән йырып урманға йүгереүсе аяҡты күрҙе. Яҡында ғына шартлау гөрһөлдәне, кемдер ауыртыныуҙанмы әллә ҡурҡышынанмы ҡысҡырып ебәрҙе. «Яраландыммы икән ни? – тип уйланы Ильяс, – взводтан ҡалырға ярамай».
...

Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?
Рубрикалар // 25-04-2014, 07:10


Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?Тиҙҙән малды теләгән бер урында һуйып булмаясаҡ
Таможня союзының техник регламентына ярашлы, 2014 йылдың 1 майынан эре малды һуйып һатыусылар өсөн яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә. Хәҙер малдарҙы махсус урындарҙа ғына һуйырға рөхсәт ителәсәк. Был, тәү сиратта, һатыласаҡ иткә ҡағыла. Итте кафеға йәки колбаса заводына тапшырырға теләйһеңме, әллә инде район үҙәгендәге баҙарға ғына сығып торорға йыйынаһыңмы – һис айырмаһы юҡ. Тейешле урынға алып барып, нормаға ярашлы шарттарҙа һуйылған малдың ите генә сауҙаға сығарыла. Йәғни, ғүмер буйы өйрәнелгәнсә, шәхси хужалыҡта танаңды һуйҙың да, көҙөн килеп, йәрминкәләрҙә ит һатып, аҡса эшләп булмаясаҡ…...

Һалдат бутҡаһын тәмләгән егет ауыҙынан
Рубрикалар // 25-04-2014, 07:09


Һалдат бутҡаһын тәмләгән егет ауыҙынанТөрлө саҡтар була тормошта. Түбәндәге сәхифә лә кемдеңдер билдәле бер ғүмер миҙгелендә тарих, онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалған, фәһем һәм һабаҡ биргән. Ауыр булһа ла, еңеллектә лә теге йәки был ваҡиғанан һабаҡ ала белеү үҙе бер ҡаҙаныштыр....

Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?
Рубрикалар // 25-04-2014, 07:08


Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?Элек әрмегә бармаған егеттәрҙе ҡыҙҙар әҙәмгә һанамаһа, хәҙер сәбәпһеҙгә әрменән ҡасып ҡалып, «аҡ билет» алыу яҡшы эшкә урынлаша алмау менән янай. Эш биреүселәр ҙә хәрби комиссариат менән проб­лема булмаһын өсөн хәрби бурысын үтәмәгәндәрҙе эшкә алыу яғында түгел. Дәүләт учреждениеларында, көс структураларында эшләргә теләге булған егеттәргә әрмегә барыу мотлаҡ.
Бер йыл хәрби хеҙмәт һиҙелмәйсә үтеп китә, барғаның яҡшыраҡ, ти армияның абруйын баһалаған кисәге һалдаттар.
Быйылғы яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылышта республиканан 5,8 мең егет әрме сафына баҫасаҡ.
Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырылыш менән сағыштырғанда, был 13 процентҡа әҙерәк....

Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!
Рубрикалар // 25-04-2014, 07:05


Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!Мәғлүм булыуынса, беҙҙең республикала баҫмалар бихисап. Һәр береһенең үҙ тауышы, үҙ йөҙө һәм үҙ тарихы. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Шоңҡар” журналы ла шулар араһында айырым урын биләп тора. “Шоңҡар”ҙың бөгөн ныҡ­лы егет ҡорона аяҡ баҫҡан сағы. Эйе, уға 20 йәш. Жур­налдың баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН менән әңгәмәбеҙ баҫманың үткән юлы, үҙенсәлеге хаҡында....

Атаҡлы көрәшсене иҫкә алып
Рубрикалар / Хәтер // 25-04-2014, 07:03


Атаҡлы көрәшсене иҫкә алыпТарихи шәхестәребеҙ менән бер ҡатар­ҙан әлеге ваҡытта ла халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған кешеләр бар. Улар үҙҙәренең башҡарған эше, изге ниәттәрен бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә ошондай ихтирамға лайыҡ. Бай тарихлы Көйөргәҙе ерендә Иршат Исмәғилев шундай шәхестәрҙең береһе.
Баймаҡ районында тыуып үҫкән Иршат Ибраһим улының байтаҡ тормош осоро Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында үтә. Күмертау педагогия училищеһын тамамлаған егет хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо яҡтарҙа дауам итә. Шул яҡ һылыуына өйләнә, мәктәптә балалар уҡыта. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Бәләкәйҙән ҡурай уйнарға, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнеп үҫкән Иршат ҡаланың һәм райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Спортты үҫтереүгә лә күп көс түгә. Әгәр үткән йөҙ йыллыҡтың һуңғы ун йылында ошо төбәктә булған фольклор төркөмдәре, милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар ансамблдәре артабан үҫеш алған, яңылары барлыҡҡа килгән, көрәш спортына ылығыусылар артҡан икән, бында йәш эшҡыуар Иршат Исмәғилевтың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Рухлы егет үҙешмәкәр коллективтарҙы төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәргә йөрөтөүгә булышлыҡ итеүгә аҡсаһын йәлләмәй. Көрәш буйынса спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев ҡалала һәм районда халҡыбыҙҙың боронғо алыш төрөнә уҡыу­сыларҙы, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүгә айырыу­са иғтибар бүлә....

Күгәрсендәр менән гөрләшеп...
Рубрикалар // 25-04-2014, 06:59


Күгәрсендәр менән гөрләшеп...Морат Сөләймәновтың ҡошсоҡтары мәктәптәге сығарылыш кисәләренең, туй тантаналарының сағыу биҙәгенә әүерелә
Бәғзе кешеләрҙең йәшәйешенә, һәр көнөнән йәм таба белеүенә, матурлыҡты күрә белеүенә хайран ҡалаһың. Баймаҡ районының Октябрь ауылында йәшәгән Морат Мөхтәр улы Сөләймәновтың шөғөлө – күгәрсендәр үҫтереү....

Умартасылыҡ фанаты
Рубрикалар // 25-04-2014, 06:53


 Умартасылыҡ  фанатыКөйә тәү ҡарашҡа бөтөнләй файҙаһыҙ йән эйәһе һымаҡ. Быға тиклем балауыҙ көйәһенең дә зыяны хаҡында ғына ишетеп белә инем. Бал ҡорттары өсөн ул беренсе дошман. Ысынбарлыҡта, башҡа яҡтарҙа был бөжәктәр халыҡ медицинаһында ифрат киң ҡулланыла. Быуаттар буйы был хаҡта бары тик умартасыларға һәм имселәргә генә мәғлүм була.
Салауат районының Яубүләк ауылында йәшәүсе Ришат Носратуллин беҙҙең төбәктә тәүгеләрҙән булып балауыҙ көйәһен дауаланыу маҡсатында файҙаланыу нескәлектәренә төшөнә. Тәүҙә атаҡлы умартасы махсус әҙәбиәт менән таныша. Былтыр йәй, бер аҙ теоретик белем туплағандан һуң, Ришат ағай көйәләрҙе умартаға яба.
...

Май
Рубрикалар // 25-04-2014, 06:50


Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
Май
1 – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.
– Рәғәиб кисе.
3 – Ҡояш көнө.
7 – Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
9 – Еңеү көнө.
12 – Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө....

Иллюминаторҙан Ер күренә
Рубрикалар // 11-04-2014, 04:24


Иллюминаторҙан Ер күренә1961 йылдың 12 апреле СССР-ҙы планетала бер башҡа күтәрә. Был көндө беҙҙең ватандашыбыҙ Юрий Гагарин йыһанға оса. Ер йөҙөндә тәүге космонавт. Тап ошо ваҡиғанан һуң һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлаша. Тора-бара Ай ҙа яулана, орбитаға юлдаштар күпләп осорола, яңынан-яңы асыштар яһала. Әле Марсты ентекләп өйрәнергә тырышалар, “ҡыҙыл планета”ла һыу тапҡылары килә. Төрлөсә фараздарға ышанһаҡ, киләһе йылдарҙа, ә бәлки, быуаттарҙалыр ҙа, йыһан туристары күбәйәсәк, кешеләр башҡа планеталарға барып йәшәйәсәк икән. Иҫ киткес камил тәртип менән хәрәкәт иткән йыһан беҙгә барыбер ҙә үҙ серҙәрен асып бөтмәҫ әле ул. Унда осаһы йыһангирҙар бөтмәҫ, әммә бөгөнгө йәштәр араһында, космонавт булам, тигәнен ишетмәҫһең. Замана балалары күбеһенсә банкир булырға хыяллана. Ә сикһеҙ космос өсөн беҙҙең Ер шары бер бәләкәй генә саң бөртөгөндәй....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM