НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Эшләгән – тешләгән
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:33


Эшләгән – тешләгәнйәки Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылынан Абдуллиндар, 40-тан ашыу һыйыр, 50-нән ашыу һарыҡ аҫрап, яҡташтарын сифатлы ит-һөт ризыҡтары менән ҡыуандыра
Гөлнур һәм Ғәзим Абдуллиндар менән һөйләшеп ултыра торғас, башымда бер туҡтауһыҙ әйләнеп йөрөгән һорауҙы бирмәй булдыра алманым:
– Ә һеҙ ҡасан ял итәһегеҙ һуң?...

Таратыуын-тараталар ҙа ул…
Рубрикалар / Хәтер // 2-05-2014, 10:28


Таратыуын-тараталар ҙа ул…Бөйөк Еңеү көнөнә ҡарата сираттағы “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды
Йылдағыса, апрель аҙа­ғында илебеҙҙең һәр бер ҡалаһында, район үҙәктәрендә Георгий таҫмаһын бушлай тарата башлайҙар. Закон буйынса ҡәтғи тыйылһа ла, уны ҡайһы бер ателье, матбуғат киоскыларында һа­тыуға ла сығаралар. Акция тәү тапҡыр 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә, баш­лан­ғайны. Шунан алып Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла 100 миллиондан ашыу Георгий таҫмаһы таратылған. Тәр­тибе бу­йынса таҫманы түшкә, ҡулға, сумкаға һәм машина антеннаһына тағырға була һәм шул рәүешле ветерандарға, фронт өсөн хеҙмәт иткән тылдағыларға хөрмәт күрһәтелергә тейеш. Быйыл был акция унынсы тапҡыр уҙғарыла....

Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:27


Быйылғы яҙ килергә ашыҡмаһа ла, һәммәбеҙҙең дә яратҡан май айы бына-бына етергә тора. Халыҡ эш мәленән һуң ялға күсеп, Яҙ һәм хеҙмәт байрамын, унан һуң барыбыҙ өсөн дә изге Еңеү көнөн ҡаршыларға йыйына.
Ауыр эш аҙналарынан һуң ошондай ял көндәрен кем нисек файҙаланып ҡала икән? Студенттар ауылға йүнәлә, баҡсасылар түтәлдәр­ҙе әҙерләргә, емеш ағастарын тәрбиәләргә тотона. Яңы йыл каникулы көндәрен май байрамдарына ҡушыу ҡулай булды.
Тиҙҙән етәсәк ялды кем нисек үткәрергә йыйына?...

“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:21


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”Яратышып табышҡан үҙ парың менән татыу йәшәп, донъя мәшәҡәттәренән ҡурҡып ҡалмай балалар үҫтереү донъялағы иң ҙур бәхеттер ул. Ана шундай ғаиләләрҙең береһе – Руслан һәм Альбина Баһаует­диновтар тураһында һүҙем.
Руслан менән Альбина Ишембай районының Ҡа­наҡай ауылында тыуып үҫкән. Икеһе лә ауылда урта мәктәпте тамамлай. Һуңғы класта ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана. Ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се һөнәрселек училищеһына ашнаҡсы һөнәренә уҡырға инһә, егет Ишембайҙа 21-се училищела белем ала. Альбина ҡулына диплом алыр алдынан йәштәр 30 мартта гөрләтеп туй үткәреп тә ебәрә....

Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:19


Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?йәки Юғары эш хаҡына – рекордтар аша ғына
Майҙың тәүге көнөн тыуа-тыуғандан хеҙмәт байрамы тип беләбеҙ. Бөгөн ҙур-ҙур демонстрациялар менән билдәләнмәһә лә, асылы ҡалды. Донъяның 142 илендә иҫтәлекле дата ул, 86-һында – рәсми байрам.
Тарихын сурытып, һөйләп-фәлән тормаҫҡа ла була, “Первомай” – Хеҙмәтсән­дәр­ҙең теләктәшлек көнө, эшселәр хәрәкәте булараҡ, XIX быуат аҙаҡтарында барлыҡҡа килә. Тәүлегенә 8 сәғәтлек эш көнө талап итеп, тәүҙә Австралия кешеләре майҙанға сыға. Шулай башлана. Урамдарҙа шаулы байрам үткәреүҙән бигерәк, 1 май тәбиғәткә сығып ял итеү менән дә иҫтә ҡалған. Шулай уҡ, ҡар шул тирәгә тамам иреп бөткәнлектән, өй тирәләрен, ихата-баҡсаларҙы таҙартыу ҙа май байрамдары “өлөшө”нә тейә торғайны....

һорау-яуап
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:17


Пенсияһыҙ ҡалмаммы?

Миңә 54 йәш. Әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәйем, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торам. Пенсияға сығыр өсөн документтар юллай башлағас, шул асыҡланды: хеҙмәт кенәгәмдә атайымдың исемендә хата киткән. Был хатаны төҙәтергә кәрәкме? Әллә ҡурҡыныс юҡмы?
Зөлфирә ҠӘЙЕПҠОЛОВА.
Мәләүез ҡалаһы....

Рәсәй менталитеты нисек үҫешкән?
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:16


Рәсәй менталитеты нисек үҫешкән?йәки Сит илдәрҙең йәшәү рәүеше беҙҙең халыҡҡа бармай
Илдә барған ваҡиғаларҙы, хайран ҡалырлыҡ хәлдәрҙе, көндән-көн йүнһеҙләнә барған бәғзе бер әҙәмдәрҙе күреп, ҡайһы ваҡытта бик ныҡ уйландыра. Шундай тәртипһеҙлектең, мәҙәниһеҙлектең тамыр­ҙарын эҙләп, фекер остарын бер-береһенә ялғап мейене көсөргәндерә торғас, уйҙар халыҡ менталитетына барып тоташа. Бәлки, кемдер минең менән ризалашмаҫ, шулай ҙа, уйлауымса, менталитет төшөнсәһен дүрт фактор барлыҡҡа килтерә. Халыҡтың үткәне, йәғни тарихы, географик урыны, йәшәү рәүеше һәм йолалар....

“Бейектә” йәшелсә үҫтереүсе
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:10


Өфө магазиндарында һатылған помидорҙарҙа Люциә Ғилманованың да ҡул йылыһы бар
“Бейектә” йәшелсә үҫтереүсе
Өфө районының “Алексеевский” совхозының теплица комбинаты коллективының күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Люциә Ғилманова бында 20 йыл элек эшкә килә. Яңы ғына Кушнаренко аграр техникумын тамамлаған йәш белгес йәшелсәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Ул мәлдә теплицасылар яңы томат сортын эшкәртеүгә тотонған була – яңы технологияны, йәшелсәләрҙең уңыш серҙәрен, тәрбиәләү үҙенсәлектәрен үҙләштереү бик ныҡ оҡшай. Йыл һайын яңы сорттар, субстраттар, алымдар өйрәнеү ҡыҙҙың ҡыҙыҡһыныу­сан, тырыш холҡона тап килә....

“Эшең һиңә йылмайып торорға тейеш”
Рубрикалар // 2-05-2014, 10:09


“Эшең һиңә йылмайып торорға тейеш”– ти Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәшиҙә Байғужина
Бар ғүмерен яратҡан эшенә арнаған, хеҙмәте менән тыуған төйәген данлаған кешеләргә оло ихтирам менән, хеҙмәт кешеһе, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Хаҡтыр ҙа, сөнки ниндәй генә ваҡыттар булмаһын, ундайҙар илебеҙ үҫешенә тос өлөш индереүсе, үҫеп килеүсе быуынға өлгө булып торған. Бөгөн дә бар шундай замандаштарыбыҙ. Ошо көндәрҙә генә “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рәшиҙә Байғужина 30 йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә меңләгән кешегә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк иткән....

төрмәлә – Бер төн
Рубрикалар / Хәтер // 2-05-2014, 10:07


төрмәлә – Бер төн Сысҡан ояһынан алған бойҙай өсөн район вәкиле беҙҙең, 12 – 13 йәшлек ике малайҙың, яҙмышын боҙа яҙҙы
һуғыш йылдарында колхоз бригадиры малайҙарҙы иген һуға башлағансы ҡабаҡ башындағы ялансыҡта үләндәрҙе көрәк менән ҡырҙырып, еренә шишмәнән ташып һыу һиптереп, ер тигеҙ булып ҡояшта ныҡ кипһен тип, һалам менән яптырып ҡуя ине. Яландарҙа ашлыҡ өлгөргәс, комбайн менән сабып, һуҡҡан игенде шул ергә таратып, киптергәс кенә келәткә ташый инек.
Ғәҙәттә, көндөҙ колхозсы ағайҙар, апайҙар һәм беҙ, йәш үҫмерҙәр, игенде ураҡ менән урып, ҡул салғыһы менән дә сабып, көлтә бәйләйбеҙ, ә төндә ашлыҡ көлтәләрен ат йә үгеҙ егеп ташып, эҫкерткә һалабыҙ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM