НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уның тормош юлы – оло тарих
Рубрикалар / Хәтер // 1-08-2014, 10:23


Уның тормош юлы – оло тарихБеҙҙең әсәйебеҙ – Зәйнәп Йәнсәйетова 1924 йылдың матур май айында Хәйбулла районының Иҫке Иҫәнғол ауылында донъяға килә. Ҡартатайыбыҙ Ғәббәс Иҫәнбаев, ике туған ағаһы Йомабай олатай Иҫәнбаев кеүек үк, оҫта ҡурайсы булған. Нәҡ шул ҡурай моңдары менән, дуҫына ҡунаҡҡа барған ерендә, һылыулығы менән күҙҙең яуын алып торған йәш ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ итеп, икенсе кәләшлеккә алып ҡайта. Ошо йәш кәләштән беренсе бала булып беҙҙең әсәйебеҙ тыуа. Тәүгеһенән гел малайҙар тыуғанғамы, был ҡыҙ баланы беренсе булып оло кәләш ҡулына ала һәм, бик яратып, Зәйнәп тип исем бирә.
Әсәйемдең әйтеүенсә, был татыу ғаиләгә ауыл кешеләре бик ҙур хөрмәт менән килгән. Оло кәләш, Ҡөрьән серен асып, доғалар өйрәтһә, ҡартатай менән Йомабай йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән....

Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙарҙы көтөп алыр ине
Рубрикалар / Хәтер // 25-07-2014, 08:34


Һандуғаслы,  кәкүкле  яҙҙарҙы көтөп  алыр инеЙыр-моң илаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмә­туллин әҙерләгән йырсылар араһында бик тә үҙенсәлекле бер талант эйәһе бар ине. Ул Мәүлитбай Ғәйнетдинов булыр. Үҙенең класын тамамлап, сәхнәгә сығыр-сыҡмаҫтан уның хаҡында Мәғәфүр ағайҙың: «Мәү­литбайға бөгөн үк халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемде бир ҙә ҡуй инде!» – тигәне хәтер­ҙә. Остазының теләге, һуңлабыраҡ булһа ла, бойомға ашты. Мәүлитбай Ғәйнетдинов хаҡлы рәүештә шул маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бөгөн уны бөтә илебеҙ талантлы киноактер тип тә таный. Сөнки ул «Ел аулаусы» фильмында төп ролде бик уңышлы башҡарғайны.
Башҡортостан радиоһының хөрмәтле тыңлаусылары хәтерләй торғандыр. Ундағы музыкаль редакцияла мөхәррир, һуңынан комментатор булып эшләгәнемдә эфирға әленән-әле талант эйәләре менән әңгәмәләр сығара инем. Күп һанлы геройҙарымдың береһе Мәүлитбай Ғәй­нетдинов булды. Һеҙҙең иғти­бар­ға тәҡдим ителгән был хәтирә уның менән әңгәмәләрем ниге­ҙендә әҙерләнде....

Бәләкәй ауылдың оло шәхесе
Рубрикалар / Хәтер // 11-07-2014, 13:47


Бәләкәй ауылдың оло шәхесе…Ҡот осҡос ауыр заман. 1941 – 42 уҡыу йылында, белем-тәрбиә алырға, уҡырға-һанарға өйрәнергә тип, шатланышып, мәктәпкә 1-се класҡа ашығабыҙ. Тау башындағы мәктәптә уҡытыусылар Ғәфүр ағай Мотаев, ауылға тәүгә уҡытырға килгән йәш уҡытыусы Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Белем көнө уңайынан ҡотлайҙар. Ҡайһы берҙәребеҙҙең арҡаһынан һөйөп, бәке менән ялтыр итеп ҡырылған баштарыбыҙҙан һыйпап класҡа индерҙеләр. Зекериә ағай ауылға тәүгә килгәс, беҙҙең ғаилә, көнкүреш хәлдәребеҙ тураһында хәбәр­ҙар түгел, исемдәребеҙҙе генә белә.
Ғәфүр ағай беҙҙең тормошто үтәнән-үтә күреп торғас, аталы балаларҙы бергәрәк, етемдәрҙе үҙ-ара айырыбыраҡ, парталарға бүлеп ултыртты. “Аталы бала арҡалы” тигәндәй, уларҙың күңелдәре көр, шаярыуҙары ла, тауыштары ла икенсе төрлөрәк....

Ике нәҫелдең туғанлығы
Рубрикалар / Хәтер // 11-07-2014, 10:24


Әсәйем, мәрхүмә, Сәбилә Абхалиҡ ҡыҙы, сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан. Ҡыҙ фамилияһы Бикбулатова, ҡунҡаҙайҙар ырыуынан. Бикбулатовтар тирә-яҡҡа урман белгестәре, йыр-моңға маһир булыуҙары менән билдәле. Ҡунҡаҙай бабайҙың дүрт улы булған.
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Әхтәм ағай Бикбулатов Бикбулатовтарҙың шәжәрәһен 2001 йылда төҙөгән. Бына улар.
Ҡунҡаҙайҙың улдары: Бикбулат 1746 – 1826 йылдарҙа, Байгилде 1758 – 1814 йылдарҙа, Байбулат 1762 – 1858 йылдарҙа, Ишҡол 1762 – 1812 йылдарҙа йәшәгән. “Түңгәүер” китабындағы (Өфө, 2007) мәғлүмәт буйынса, 1816 йылғы ревизияла Мәҡсүттә Бикбулат Ҡунҡаҙаев, Байгилде Ҡунҡаҙаев, Юлбарыҫ Бикбулатов күрһәтелгән. Бикбулат Ҡунҡаҙаевтың вариҫтары, Бикбулатовтар, хәҙерге ваҡытта Йылайыр, Хәйбулла райондарында, Өфө ҡалаһында ғүмер кисерә....

Али Карнайҙың улы Сарим ағай хаҡында ҡайтанан
Рубрикалар / Хәтер // 13-06-2014, 10:09


Али Карнайҙың улы Сарим ағай хаҡында ҡайтананЯҙыусы Али Карнайҙың тормош юлы менән ҡыҙыҡhыныуым студент йылдарына барып тоташа. Уныhы ла юҡҡа түгел: беренсенән, ул минең тыуған Дәүләкән районында эшләп киткән (Дәүләкән ҡала типографияhында быны дәлилләүсе таҡтаташ та тора), икенсенән, ул яҙыусылар съезында, ҙур төҙөлөштәргә, ялан-баҫыуҙарға үҙебеҙ сығып эшләп, тормошсан әҫәрҙәр, очерктар ижад итергә тейешбеҙ, тигән ялҡынлы саҡырыуы менән үҙ шәхесенә, ижадына йәлеп итте. «Далалағы уттар» (1930) повесы – тракторсы булып, «Ишембай» (1933) очергы нефтселәр менән эшләү дәүерендә тыуған кисерештәренән яҙылған әҫәрҙәр. Әҙип үҙенең бер хәтирәһендә хатта әҫәрҙәренең жанрын, әҙәби йәки публицистик жанр тип билдәләргәме икән, тип hорау ҡуя. Сөнки уларҙа сағылдырылған хәлдәр, геройҙар – әҙәби алымдар менән әҙәби мөхиткә күсерелгән тормоштағы ваҡи­ғалар, кешеләр....

Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?
Рубрикалар // 30-05-2014, 05:26


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?Яңы ғына үткән быуаттың 90-сы йылдары (ниңә беҙ тап ошо 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрөргә яратабыҙҙыр?). Әйтәйек, Өфө урамы. Кемдеңдер ҡулында сумка, кемдәрҙәлер – ябай сетка, берәүҙәрҙә – китап. Ә нимә етмәй һуң? Эйе, береһенең ҡулында ла мобиль телефон юҡ. Әле улар тураһында беҙ хатта хыялланмайбыҙ ҙа. Шул ваҡыттан бөгөнгәсә 20 – 24 йыл үткәндә нимә күрәбеҙ? Урамда телефонһыҙ кеше бармы? Ауылда минең 80-де үткән атай-әсәйем дә геүләтеп кеҫә телефонынан һөйләшә. Был яңы технологияларҙың тиҙ таралыуын аңлата. Шул уҡ компьютерҙар ҙа, телевизорҙар ҙа “йоҡарғандан-йоҡара” бара. Әле ҡасан ғына олоғара телевизорҙы ҡайҙа ултыртырға урын тапмай инек, хәҙер шыйыҡ кристаллыны (ЖК) стенаға аҫабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Оҙаҡламай ул ҡағыҙ йоҡалығында буласаҡ....

ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…
Рубрикалар // 30-05-2014, 05:18


Баҫыу батырҙарына сәләм!
ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…
Быйыл Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре ғәҙәттәгенән 7 – 10 көнгә һуңыраҡ башланды. Был хәл тәбиғәт шарттарына бәйле килеп сыҡты. Шулай ҙа ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре тиҙ арала үткән йылғы күрһәткестәргә барып етте, тип билдәләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, бөгөн Башҡортостанда иртә өлгөрөүсе культураларҙы сәсеү эштәре тамамланды. Һүҙ бойҙай, һоло, борсаҡ һәм шулай уҡ техник культуралар – шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағыш тураһында бара. Ҡарабойҙай менән тары, кукуруз, судан үләнен сәсеү дауам итә әле. Шул уҡ ваҡытта ҡарабойҙайҙы тулыһынса сәсеп бөткән райондар һаны егермегә етеп килә. Үкенескә күрә, йәй айҙарында көн торошо беҙҙе әллә ни ҡыуандырмаясаҡ, тип тә фараз итәләр. Быйылғы йылдың да ҡоро һәм эҫе килгән 2010 йылға оҡшаясағын күрһәтеүсе факторҙар бар. Тупраҡта һаҡланған дым аҙ, көндәр ҙә эҫе буласаҡ, тиҙәр. Шулай ҙа 2010 йылғы ауырлыҡтар хужаларҙы күп нәмәгә өйрәткән, проблемалар ул ваҡыттағы кеүек үк күп булмаҫ тип өмөт итәбеҙ. Ни тиһәң дә, ҡоролоҡ булдырған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған нисәмә сара ойошторолдо, күпме план ҡоролдо....

Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере
Рубрикалар // 30-05-2014, 05:13


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сереБөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүселәр ата-бабаларҙан күскән һөнәрҙәр арҡаһында бына тигән итеп донъя көтә
«Эшләгәнең беҙҙең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн» тигән һүҙҙәр һәр кемде бала саҡтан оҙата киләлер. Һәр хәлдә, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе балалар күңеленә был аҡыл бәләкәй­ҙән һеңдерелә. Ә эшләргә, өйрәнергә унда һөнәрҙәр етерлек. Сөнки бейек тауҙар ҡосағына һыйынған ауылда күмәк хужалыҡ тигәндең «к» хәрефе лә булмаған. Унда халыҡ элек-электән үҙ йүнен үҙе күргән: һунар иткән, бал ҡорто тотҡан, һалабаш һалған, сайыр әҙерләгән, һал ағыҙған, йүкә һуйған, септә һуҡҡан… Борондан килгән һөнәрҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре юҡҡа сыҡҡан (мәҫәлән, сайыр­ға ихтыяж булмағас, кем уның менән булышһын?), ләкин күбеһе быуындан-быуынға аманат кеүек тапшырылып, әлегәсә һаҡланған. Быны «Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере» тип аталған семинар-кәңәшмә лә раҫланы....

Июнь
Рубрикалар // 30-05-2014, 04:51


Байрамдар
Июнь
1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.
6 – Рәсәйҙә Пушкин көнө.
8 – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
– Еңел сәнәғәт эшсәндәре көнө....

Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…
Рубрикалар // 23-05-2014, 08:11


Бер көн редакцияның дежур телефонына Баймаҡ райо­нының Күсей ауыл хакимиәтенә ҡараған Басай ауылы халҡы исеменән Илсиә Сәйетова шылтыратты. Борсолабыҙ, тине әңгәмәсебеҙ.
Баҡһаң, уларҙың ауылы янын, бесәнлектәр, көтөүлектәр­ҙе рөхсәтһеҙ алтын эҙләүселәр баҫа икән. Үҙебеҙҙең башҡорттар булһа, бер хәл, машиналарының төбәк коды – 56, тимәк, ырымбурҙар, йөҙҙәре ҡаҙаҡҡа тартым булыуын күргән урындағы халыҡ. Эйе, Баймаҡ электән алтынға бай яҡ инде ул. “Был “ҡара археологтар” тураһында урындағы хакимиәткә лә, район етәкселегенә лә әйттек, участковый ҙа белә. Тик тотолһалар ҙа, штраф күләме бәләкәй – бер килограмм алтынға 3000 – 5000 һум ғына, шул сумманы түләйҙәр ҙә, тағы эҙләүҙәрен дауам итәләр”, – ти шылтыратыусы.
Алтын эҙләүселәр, махсус приборҙары менән килеп, бесәнлектәрҙе тапай, ауыл халҡы малдары өсөн дә хәүефләнеп тора....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM