НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

ИҪТӘ, ҺАМАН ДА ИҪТӘ…
Рубрикалар / Хәтер // 13-09-2013, 13:53


ИҪТӘ, ҺАМАН ДА ИҪТӘ…Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов (27.8. 1933, БАССР-ҙың Бөрйән райо­нының Яңы Монасип ауылында тыуған. Иҫке Собханғол ауылында теркәлгән – 20.6.1986, Измир ҡалаһы, Төркиә, Өфөлә ерләнгән), башҡорт фольклорсыһы, филология фәндәре кандидаты (1965). Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәттәре институтында аспирантурала уҡый....

Үлгәндә лә үлмәнең һин!
Рубрикалар / Хәтер // 13-09-2013, 13:46


Үлгәндә лә үлмәнең һин!Яҙыусы һәм ғалим Жәлил Кейекбаевтың «Зөбәй Үтәғолов» тигән очерк-повесы 1944 йылда, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ – башҡорт Зөбәй Үтәғолов, мари Тимеркәй Ҡобаҡаев (Ҡалтасы районы) һәм улар менән бергә батырҙарса һәләк булған йәнә 11 гвардеецҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә бер йыл тулыуға донъя күрә. Унда Зөбәй Үтәғоловтың Белорет районында үҫеүе, Маҡар эшсе-крәҫтиән мәктәбендә, һуңынан башҡорт педагогия институтында уҡыуы, Салауат һәм Мәләүез райондарында мәктәптә эшләүе, фронттағы батырлығы тасуирлана....

Совет һалдатында рухи көс булды
Рубрикалар / Хәтер // 2-09-2013, 17:01


2 сентябрь – Икенсе Бөтөн донъя һуғышы тамамланған көн
Отставкалағы подполковник, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүкәт Макулов 1924 йылдың 1 авгусында Башҡортос­тандың Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуған. 1940 йылда, 16 йәше тулыр-тулмаҫтан, уҡытыусы булып эшләй башлаған. 1942 йылдың авгусында уны һалдат хеҙмәтенә алалар. 1943 йылдың авгусы аҙаҡтарына тиклем минометсы-сержант сифатында Украина­ның Харьков өлкәһе ауылдарын һәм Змиев ҡалаһын фашист илбаҫарҙарын азат итеүҙә ҡатнаша....

Йырҙары уның үлемһеҙ
Рубрикалар / Хәтер // 2-08-2013, 12:12


Йырҙары уның үлемһеҙ“Ашығамын – кешеләргә
Әйтә торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын – алдарымда
Артылаһы үрҙәрем бар”, – данлыҡлы композитор Салауат Низаметдинов был йырын, әйтер­һең дә, яҙмыш тәҡдирен һиҙеп яҙған – ошо көндәрҙә ул ваҡытһыҙ, 57-се йәшендә, арабыҙҙан китеп барҙы....

Саф йөрәге аша моң таратты
Рубрикалар / Хәтер // 19-07-2013, 17:55


Саф йөрәге аша моң тараттыРөстәм Шәрипов башҡорт ҡурайының данын Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә арттырыу өсөн күп көс һалды
Китте ҡурайсы дуҫ.
Ҡыуышымда...

Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре
Тарих / Хәтер // 19-07-2013, 17:47


Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре       Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт Ғимран улының (1913 – 1999 й.й.) тыуыуына быйыл 23 мартта 100 йыл тулды. Ул үҙенең яҙмышын туранан-тура Әхмәтвәли хәҙрәттең изгелегенә бәйләп аңлата килде. Уның әйтеүенсә, әгәр юлында был изге әүлиә осрамаһа, ошо олпат йәшкә тиклем йәшәй алмаҫ, дәһшәтле һуғыштан да иҫән-һау әйләнеп ҡайтмаҫ ине һәм беҙ – балалары яҡты донъяға килмәҫ инек. Тормошонда әүлиә бабай менән осраштырғанына, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, уның рухына Ҡөрьәндән аяттар уҡып, ғүмеренең ахырына тиклем иҫкә алып йәшәне....

Баязит Бикбайға арналған фильм төшөрөлдө
Рубрикалар / Хәтер // 12-07-2013, 13:27


Баязит Бикбайға арналған фильм төшөрөлдө“Башҡортостан” киностудияһында билдәле башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Баязит Бикбайҙың тормошо һәм ижадына арналған ”Тере шишмә” документаль фильмын экрандарға сығарырға әҙерләнәләр....

Тауһеңер янындағы яу
Рубрикалар / Хәтер // 12-07-2013, 11:28


 Тауһеңер янындағы яу
Ҡырмыҫҡалы районында өс көн буйы «Төньяҡ амурҙары – башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында» тип аталған республика конкурс-фестивале барҙы
Ике быуат элек был күренеш барыһын да шаҡ ҡатырыр ине − бер яланда «төньяҡ амуры» менән француз һалдаты тыныс ҡына гәпләшә. Тауһеңер ауылында уҙған хәрби реконструкцияла барлыҡ костюмдар,...

Юбилейҙар
Рубрикалар / Хәтер // 4-07-2013, 12:04


1 − композитор Мөфтәдин Ғилә­жевҡа − 75 йәш (1938).
2 − Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Зәкиә ТЕРЕҒОЛОВАҒА −70 йәш (1943).
8 − шағир һәм мәғрифәтсе Ғизетдин ИҪӘНБИРҘИНДЫҢ тыуы­уына − 125 йыл (1888 − 1968).
10 − күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Равмер ХӘБИБУЛЛИНДЫҢ тыуыуына − 80 йыл (1933 − 2011).
11 − яҙыусы Зөлфәр ХИСМӘТУЛЛИНДЫҢ тыуыуына − 90 йыл (1923 − 1983)....

Беҙ һабаҡташтар булдыҡ
Рубрикалар / Хәтер // 28-05-2013, 12:14


1983 йылдың йәйендә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә йөрөгән мәл ине. Имтихандарға барған һайын аудиторияның ишеге төбөнә һырыған абитуриенттар араһында кәүҙәгә лә оҙонораҡ, йәшкә лә олораҡ бер егет тәүҙә күҙгә ташлана торғайны. Нишләп­тер һуңғы һынауҙа ғына мин уның да Әбйәлилдән, Әлмөхәмәт ауылынан булыуын, ул ғына түгел, исеме һуңғы осорҙа матбуғатта йыш күренә башлаған, ҡыҫҡа ғына ваҡытта халыҡтың һөйөүен яулап өлгөргән йәш шағир Рәмил Дәүләтҡолов икәнлеген белеп аптыраным. Уға үҙемдең яҡташлығымды бик белдергем килһә лә, шағир тиклем шағирҙың эре ҡыланыуынан, “булһа һуң…” тип ауыҙ ҡыйшайтыуынан ҡурҡып, һүҙ ҡушырға ҡыйманым....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM