НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы
Рубрикалар / Хәтер // 31-01-2014, 04:32


А. Инан исемендәге китапханала Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибра­һи­мовтың хәтер кисәһе үтте. 16 ғинуарҙа уға 95 йәш тулған булыр ине.
Сарала драматург, рәссам Х. Ир­ғәлин, Ғ. Ибраһимов исемендәге премия лауреаттары, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Р. Ғәлин, шағирә З. Муллағәлиева, шулай уҡ Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм 2-се лицей-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Кисәгә китапхана хеҙмәткәрҙәре яҙыусының тормошо һәм китаптары хаҡында мультимедиа презентация, “Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы”, “Ғ Ибраһимов исемендәге премия лауреаттары” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторғайны.
...

Моң батшаһы Хөсәйен
Рубрикалар / Хәтер // 17-01-2014, 10:34


Моң батшаһы ХөсәйенБашҡорт сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдыр­ған композитор Хөсәйен Әхмәтов ысын мәғәнәһендә башҡорт профессиональ музыкаһы үҫешенә оло йоғонто яһай. Ул ижад иткән әҫәрҙәр араһында опера ла, балет та, симфония ла, хор һәм инструменталь әҫәр­ҙәр ҙә, спектакль һәм кинофильм­дар­ға яҙылған көйҙәр һәм башҡаһы ла бар. Шулай ҙа композитор вокал музыкаһын ижад итеүҙе үҙенең төп бурысы тип һанай – 600-ҙән ашыу йыр һәм романсы, 12 вокал циклы бар....

Исемең дә, есемең дә батыр ине һинең, Батыр
Рубрикалар / Хәтер // 27-12-2013, 11:44


Исемең дә, есемең дә батыр ине һинең, БатырСер тулы ҡараштарың, – тип өндәшәм, Батыр, мин һиңә. Ғүмер юлдарың иртә киҫелмәһә, быйыл 60-ты түңәрәкләр инең.
Бынан ун йыл элек, 50 йәшеңде билдәләгән юбилей табынында, сал ҡуна башлаған ҡуйы сәстәреңдән һыйпап: «Алла бойорһа, ғүмер­ҙәребеҙ булып, ап-аҡ һаҡаллы аҡһаҡал итә алһам үҙеңде», – тигән һүҙҙәремде башыңды эйә биреп моңһоу ғына тыңлағайның. Күрәһең, ихлас теләктәрем фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килмәгәндер инде. 51-гә лә баҫып өлгөрмәнең шул.
Йылдар үткән һайын һағыштар баҫыла, тиҙәр. Минеңсә, һағыштар кешенең йәшәйеше менән берләшә, тәңгәлләшә лә тормош даръяһы буйлап талғын ғына аға ла аға кеүек....

Ут эсенән имен ҡайтҡайны ла...
Рубрикалар / Хәтер // 13-12-2013, 04:16


Ут эсенән имен ҡайтҡайны ла...рабыҙҙан иртә киткәндәр тураһында яҙыуы ауыр, ул кеше бар республикаға, хатта илгә танылған талантлы шәхес булһа бигерәк тә. Күптән түгел, ата-әсәһен, балаларын, ҡатынын, туғандарын һәм барлыҡ моң һөйөүселәрҙе етем итеп, яҡты донъянан киткән яҡташыбыҙ Рөстәм Шәрипов тураһында һүҙем.
Йәшләй генә танылыу яулап, меңәрләгән тамашасының һөйөүенә ҡойоноп, таланты менән халыҡты байытып, йүгереп йөрөп эшләгән арҙаҡлы ҡурайсыны юғалтыу барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән ҡара ҡайғы булды......

Аҡыл ынйылары ҡалдырҙы
Рубрикалар / Хәтер // 22-11-2013, 13:25


Алдымда "Фәһем шишмәһе" исемле китап ята. Уны миңә авторы Ғәбит ағай Садиҡов: "Риф ҡустым, ошо китапты эшеңдә ҡулланһаң, шәп булыр ине", – тигән теләк менән тиҫтә йылдар элек (йыйынтыҡ 1994 йылда сыҡҡан) бүләк иткәйне. Ысынлап та, мин уны эшемдә – "Һәнәк" журналының яңы һа­нын туплағанда йыш ҡулландым. Хәйер, быға тиклем дә фәһем шишмәләрен – замана әйтемдәрен, мәҡәлдәрен, тап­ҡыр һүҙҙәрҙе, төрлө һынамыштарҙы туплаған тос, яңы хикмәтле фекерҙәрен яҙып килтерер ине. Тормоштоң һәр хәл-ваҡиғаһынан, кешенең эш-ҡыланыштарынан, холоҡ-ҡы­лыҡтарынан тупланған һығымталарҙан уйланырға рухи аҙыҡ, ҡулланырға баҙыҡ булған лирик та, сатирик та һүҙ табырға мөмкин ине....

9 ҺАНЫ ҠУРҠЫНЫСМЫ, ӘЛЛӘ ТАУ ҮҘЕМЕ?
Рубрикалар / Хәтер // 8-11-2013, 12:13


9 ҺАНЫ ҠУРҠЫНЫСМЫ, ӘЛЛӘ ТАУ ҮҘЕМЕ?Уралдағы Үлем тауында бер юлы туғыҙ турист ҡот осҡос әжәлгә дусар булған
1959 йылда Свердловск өлкә­һендә булған фажиғә тураһында аныҡ ҡына һығымталар юҡ. Тотошлайы менән мистиканан, яуапһыҙ һорауҙар­ҙан торған, туғыҙ кешенең үлеменә килтергән фажиғә урындағы халыҡтың да, сит илдәрҙәге кешеләрҙең дә теленән төшмәй. 1959 йылда ҡышын турист студенттар етәкселәре менән Уралдағы бер тауға экспедицияға юлланған. Саңғысылар төркөмө тәүҙә те­йешле урындарға барып еткән һайын туғандары, яҡындары ме­нән бәйләнешкә сығып тор­ған. Ләкин бер көндө уларҙы көткәндәр ҡаты ҡурҡыуға төшкән, сөнки уларҙан бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған. Хәүеф­лән­гән кешеләр ҡотҡа­рыу­сыларға мөрәжәғәт иткән....

Һары һағыш, көҙгө моң
Рубрикалар / Хәтер // 18-10-2013, 12:59


Һары һағыш, көҙгө моңБеҙ, Мостайһыҙ ҡалһаҡ та, Мостайһыҙ йәшәмәйбеҙ
Әллә күктең төбө тишелде, әллә бар донъя илаҡланды, иллә йәйҙең икенсе яртыһына ашатлауға Хоҙай Ергә туфан ебәрергә ниәтләне шикелле. Туфан уҡ булмаһа ла, әҙәмдәрҙең го­наһы өсөн ер йөҙөн баҫа торған ташҡын һыуҙың ҡеүәтен дә, афәтен дә күреп-татып өлгөр­ҙөк. Хәйер, был ғүмерҙең алҡын һыуы ла, ялҡыны ла йәнәш йөрөй бит инде.

...

Вәлидигә һәйкәл булырға тейеш!
Рубрикалар / Хәтер // 4-10-2013, 15:55


Вәлидигә һәйкәл булырға тейеш!БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәриповтың “Йәшлек” гәзитенең 12-се һанында баҫылған “Афарин, Хәмзә хажи!” исемле мәҡәләһен уҡығас: “Афарин, егеттәр! Халҡыбыҙҙа милли рух һүнмәгән икән әле", – тип әйтке килә. Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға республикабыҙҙың баш ҡалаһында һәйкәл ҡуйыуҙы тулыһынса хуплайбыҙ. Сөнки ул күптән хәл ителергә тейеш бик тә мөһим мәсьәлә....

«Барыбер тик уны ғына һайлар инем»
Рубрикалар / Хәтер // 27-09-2013, 11:47


«Барыбер тик уны ғына һайлар инем»Арыҫлан Йәнбәковтың ҡатыны Розалия иренең үҙ-үҙенә ҡул һалыуына һис ышанмай
– Юҡ, Арыҫлан, ҡалдыр мине. Ильясыбыҙҙы тәрбиәләргә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Теймә миңә, ваҡыты етһә, Хоҙай ҡушыуы буйынса үҙем яныңа барырмын… Беҙ һинең менән мотлаҡ ожмахта булырбыҙ… Аңла мине, улыбыҙҙы тома етем итмәйексе! – был һүҙҙәр­ҙән һуң ир оҙаҡ уйланып торҙо һәм ҡатындың аҡ кофтаһын урынына һалды. Һағыш тулы күҙҙәре менән бер әйләнеп ҡараны ла башын эйеп сығып китте…
Тап ошо ерҙә Розалия уянып китте, бүтәнсә уның күҙенә йоҡо эленмәне. Һөйгән йәре бөгөн тағы төшөнә инде, бына нисәнсе тапҡыр инде, хәйер, уларҙың аралары төштә һис өҙөлгәне юҡ....

Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ
Рубрикалар / Хәтер // 20-09-2013, 12:40


Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ1952 йылдың июне аҙаҡтары. Беҙ, Ейәнсура районының Үрген урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлаған 12 уҡыусы, шатлығы­быҙ­ҙан йүгерә-атлай кешеләр борон йөрөгән тура юлдан Иҫәнғолдан Үргенгә ҡайтып киләбеҙ. Ул йылдарҙа беҙҙең районда өс кенә урта мәктәп бар ине: район үҙәгендә, Абзан һәм Үрген ауылдарында. Үрген мәктәбенә уҡырға балалар Ибрай, Сирғол, Байдәүләт, Алабайтал, Күгәрсен, Аҡҡондоҙ, Таҙлар, Бикбау, Буранғол, Бик­бирҙе, Яңы Себенле һәм Күгәрсен районының беҙҙең районға сиктәш булған ауылдарынан аҙнаһына бер мәртәбә ауылға ҡайтып, ашарға йөкмәп 25 – 30 саҡрым араны йәйәүләп үтәләр ине....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM