НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДА
Рубрикалар / Хәтер // 2-05-2014, 09:59


Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДАҠыҫҡа ғына ғүмеренең һуңғы минуттарында һалдат Зәйнетдинов Ильяс юлдан урман буйына үҙе йүгереп үткән һары яланды күрҙе. Сүп үләнеме, әллә мал аҙығымы? Шул саҡ ниндәйҙер ауыр нәмә аяғына ныҡ итеп килеп бәрелде лә уны алып ырғытты, ул йығылып, бите менән үләнгә төртөлдө, ғәрлегенән һүгенде, тороп баҫыр өсөн ҡулдарына таянырға теләгәйне лә, уң ҡулында ла, янында ла автоматы юҡлығын белде. Һул аяғын тойманы, әйтер­һең, ул унда бөтөнләй булмаған. Ятҡан килеш үлән йырып урманға йүгереүсе аяҡты күрҙе. Яҡында ғына шартлау гөрһөлдәне, кемдер ауыртыныуҙанмы әллә ҡурҡышынанмы ҡысҡырып ебәрҙе. «Яраландыммы икән ни? – тип уйланы Ильяс, – взводтан ҡалырға ярамай».
...

Атаҡлы көрәшсене иҫкә алып
Рубрикалар / Хәтер // 25-04-2014, 07:03


Атаҡлы көрәшсене иҫкә алыпТарихи шәхестәребеҙ менән бер ҡатар­ҙан әлеге ваҡытта ла халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған кешеләр бар. Улар үҙҙәренең башҡарған эше, изге ниәттәрен бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә ошондай ихтирамға лайыҡ. Бай тарихлы Көйөргәҙе ерендә Иршат Исмәғилев шундай шәхестәрҙең береһе.
Баймаҡ районында тыуып үҫкән Иршат Ибраһим улының байтаҡ тормош осоро Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында үтә. Күмертау педагогия училищеһын тамамлаған егет хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо яҡтарҙа дауам итә. Шул яҡ һылыуына өйләнә, мәктәптә балалар уҡыта. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Бәләкәйҙән ҡурай уйнарға, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнеп үҫкән Иршат ҡаланың һәм райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Спортты үҫтереүгә лә күп көс түгә. Әгәр үткән йөҙ йыллыҡтың һуңғы ун йылында ошо төбәктә булған фольклор төркөмдәре, милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар ансамблдәре артабан үҫеш алған, яңылары барлыҡҡа килгән, көрәш спортына ылығыусылар артҡан икән, бында йәш эшҡыуар Иршат Исмәғилевтың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Рухлы егет үҙешмәкәр коллективтарҙы төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәргә йөрөтөүгә булышлыҡ итеүгә аҡсаһын йәлләмәй. Көрәш буйынса спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев ҡалала һәм районда халҡыбыҙҙың боронғо алыш төрөнә уҡыу­сыларҙы, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүгә айырыу­са иғтибар бүлә....

Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй
Рубрикалар / Хәтер // 11-04-2014, 03:52


Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй Бәрәкәтле Көйөргәҙе ере башҡорт халҡы мәҙәниәтенә күп кенә билдәле әҙип, рәссам, артист, музыкант биргән. Улар араһында яҙыусы, драматург, шағир Баязит Бикбай сағыу йондоҙ булып балҡый.
Ошо көндәрҙә яҡташтары, Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе вазифаһын башҡа­рыу­сы, балалар шағирәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, йәш прозаик Айгиз Баймөхәмәтов, яҡташ шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлогилдина, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, ҡала, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, әҙәбиәт яратыусылар уның тыуыуына 105 йыл тулыуҙы киң билдәләне....

Ул шундай бөркөт егет ине…
Рубрикалар / Хәтер // 4-04-2014, 17:01


Ул шундай бөркөт егет ине…Башҡортостан Республикаһының элекке эске эштәр министры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Именлек Советы ағзаһы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған юрисы, милиция генерал-майоры Рауил Закирйән улы Фәйрүзовҡа быйыл 65 йәш тулған булыр ине.
Яҙмыш Рауил Закирйән улына был донъя­ла йәшәү өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт бирә. Ул 1996 йылда, ни бары 47 йәшендә генә, беҙҙең аранан ҡапыл китеп барҙы. Эшенә бирелгән, ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы кешеләр генә ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа бер нисә ғүмергә торошло итеп йәшәй ала. Рауил Закирйән улы Фәйрүзов та нәҡ ошондай шәхес ине....

Вәлиди һәм Зөбәй эҙенән
Рубрикалар / Хәтер // 7-03-2014, 03:52


Вәлиди һәм Зөбәй эҙенәнБашҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фольклоры кафедраһы эргәһендә эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһе быйыл үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт дауамында ул үҙ ҡосағынан иңдәренә ҡанат үҫтереп, күпме шәхес осорған. Бөгөн берекмә етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Зәйтүнә Шәрипова йәш ижадсыларҙы шиғриәт, әҙәбиәт серҙәренә төшөндөрә. Универ­ситетыбыҙҙың иң әүҙем, рухлы егет һәм ҡыҙҙары төрлө ижади байрамдарҙа, юбилей сараларында ҡатнашып килә. Сират­тағы шундай бер сәфәр Ишем­бай районының Маҡар мәктәбенә илтте. Бында Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғо­ловтың тыуыуына 100 йыл тулыу киң билдәләнде....

РӘМИ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ
Рубрикалар / Хәтер // 28-02-2014, 13:30


РӘМИ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮйәки Әгәр шағир бөгөн тере булһа...
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, публицист, тәржемәсе Рәми Ғарипов беҙҙең арабыҙҙан бик йәш көйөнсә, ни бары 45 йәшендә генә китеп барҙы. Быйыл уға 82 йәш тулған булыр ине. Бәлки, был йәшкә етер ҙә ине, тик көслө рухлы шағир үҙе өсөн йәшәмәне, үҙен бер ҡасан да ҡайғыртманы, ә тик башҡорт халҡы, теле өсөн янды. Йәшәргә, эшләргә, яҙырға, әйтеп ҡалырға ашыҡты....

Илһөйәрлекте – йыр аша
Рубрикалар / Хәтер // 28-02-2014, 13:26


Илһөйәрлекте – йыр ашаКраснокама районында уҡыу­сыларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәктәптәрҙә балалар һәм йәш үҫмерҙәр ойошмаһы әү­ҙем эшләй. Ветеранда­ры­быҙға тимурсылар командалары ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә, “Изге эштәр эстафетаһы”, “Ветеран”, “Хә­тер вахтаһы” акцияларында ҡатнаша....

«Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов?»
Рубрикалар / Хәтер // 21-02-2014, 13:46


«Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов?»Советтар Союзы Геройы Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) тыуыуына быйыл – 90 йыл. 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырҙың исеме тарихҡа Александр Матросов булараҡ ингән.
Хәҡиҡәт утта янмай, һыуҙа батмай. 1990 йылдарҙағы рухи күтәрелеш осоронда ҡаһарман егеттең яҙмышын, дөрөҫөрәге, уның Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын асыҡлау буйынса эш башлана. Билдәле журналист Рәүеф Насиров оҙайлы эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә “Кем һин, Матросов?” тип аталған китап та сығарҙы....

«Ҡулыңды бир, туған, ҡабат тыуам!»
Рубрикалар / Хәтер // 7-02-2014, 16:16


«Ҡулыңды бир, туған, ҡабат тыуам!»Ошо көндәрҙә Өфөнөң “Алма” антикафеһында шағир Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе үтте
Хәтер кисәһе ойошторолоуы тураһында ишетмәҫ әле үк, 18 ғинуарҙа, әллә нишләп Ғилман ағай Ишкинин иҫкә төштө. Ул шундай киң күңелле, мәрхәмәтле, шаян ине, йылы һүҙен, яғымлы ҡарашын бер кемдән йәлләмәне – йөрәгенә бар донъя һыйғайны. Шағирҙың күңел йылыһы хатта миңә лә, шиғриәткә бөтөнләй ҡағылышы булмаған кешегә лә, етте. Бар таныштарына, дуҫтарына кеүек, миңә ҡарата ла иғтибарлы ине: осраған һайын ҡосаҡлап күрешеп, һылыу, көлөүеңде яратам, көл әле берҙе, күңелемдең аҫтын-өҫкә килтер әле, тип шаярта торғайны. Танышҡан саҡта “һылыу” тип өндәшкәне хәтерҙә. Шул һүҙенән йәнем иреп киткәйне (шағир кеше һинең әллә бар, әллә юҡ матурлығыңды таныһын әле!). Үҙемде сибәрҙәрҙең сибәре итеп тойҙом. Аҙаҡ ҡына һүҙгә һүҙ эйәреп, Ейәнсурала “һылыу” тип һеңлекәшкә ҡарата өндәшкәндәре асыҡланды. Эй, шуға эсем бошҡаны......

Бәхил бул, ғалим!
Рубрикалар / Хәтер // 7-02-2014, 11:30


Бәхил бул, ғалим!80-се йәшендә билдәле башҡорт ғалимы, тарих фәндәре кандидаты, Баш­ҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфән­диәров донъя ҡуйҙы.

Әнүәр Закир улы 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ райо­нының Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостанға ҡайтып, Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) тарих уҡытыусыһы булып, һуңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ диссертация­һын яҡлай. XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙ­ҙең ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнә. Башҡорт, мишәр, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына.
1974 йылдан алып Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошо һәм ижады Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM