НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМ
Рубрикалар / Хәтер // 19-12-2014, 10:38


ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМҮткәндәрһеҙ – бөгөнгөбөҙ, бөгөнгөһөҙ иртәгәбеҙ юҡ. XX быуаттың мәшһүр йырсыһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, вокал сәнғәте белгесе, профессор Баныу Нурғәле ҡыҙы Вәлиева ижады хаҡында уйланғанда, ошо фекер баштан китмәй ҙә китмәй. Тиктәҫкә түгел был. Ни өсөн тигәндә, уның йөҙөндә беҙ сәнғәттең милләтебеҙ өсөн өр-яңы бер төрө – операбыҙ тыуыуына сәбәпсе булған, уны үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға дәрт-дарманын йәлләмәгән фиҙакәр әһелебеҙҙе таныйбыҙ.
Баныу Нурғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында мәҙәни донъя­быҙҙа ҡайнап йәшәне. Уның көмөштәй сылтыр тауышы, вокал сәнғәтендәге оҫталығы әллә нисә быуын йырсыларын профессиональ сәхнәгә әйҙәүсе, уларға йыр сәнғәте серҙәрен күндереүсе булды.
Баныу апай Вәлиева менән осрашыу-күрешеүҙәр, уның ижадташ тиңдәштәренә ҡарағанда, йышыраҡ булды. Ни өсөн тигәндә, уның үҙендә һине гел генә үҙенә ылыҡтырып торған ниндәй­ҙер көс бар ине....

Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
Рубрикалар / Хәтер // 12-12-2014, 14:18


Абҙан ауылында йәшәүсе Сәлимйән Аҡбаев райо­ныбыҙ халҡына ғына түгел, башҡа төбәк кешеләренә лә таныш. Бөтә ғүмере тыуған ере менән бәйле.
Бер аҡыл эйәһенән: «Ерҙә йәшәгән дәүерҙә нимәне хәтерләргә һәм нимәне оноторға?» – тип һорағандар. Аҡыл эйәһе: «Кешегә күрһәткән яҡшылығыңды онот, ә кешеләрҙең һиңә күрһәткән изгелеген ғүмерең буйы хәтереңдән сығарма», – тигән. Бына ошоно онотмай йәшәй Сәлимйән Әбделғәни улы. Ул үҙенең эшләгән эштәре тураһында «ҡысҡырып» һөйләргә яратмай. Әлеге ваҡытта ла, 90 йәше тулыуына ҡарамаҫтан, ауыл тормошо, ауылдаштары менән ҡыҙыҡһынып йәшәй.
Сәлимйән иртә етем ҡала, 12 йәшенән генә колхозда төрлө эшкә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы афәттәре уның да елкәһенә төшә. 1947 йылдың апрелендә генә Тыуған иленә әйләнеп ҡайта....

Ғаилә ныҡлы булһа, ярты быуаттың үткәне лә һиҙелмәй
Рубрикалар / Хәтер // 12-12-2014, 13:37


Ғаилә ныҡлы булһа, ярты быуаттың үткәне лә һиҙелмәйЙәштән ҡауышып, матур ғаилә ҡороп, бер-береһенә булған хистәрен һыуындырмай оҙаҡ йылдар дуҫ-татыу йәшәгән парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Шунан да олораҡ бәхеттең булыуы ла мөмкин түгел кеүек. 10 декабрҙә Өфө ҡалаһының Киров районы ЗАГС-ында тап ошондай бәхетле парҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. 50, 60, 65 йыл бергә йәшәгән биш ғаилә хөрмәтенә матур байрам ойошторолдо. Юбилярҙарҙы Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Баязитова сәләмләп, Президенттың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ғаилә юбилейын билдәләүселәр араһында Рима Мөхәррәм ҡыҙы менән Исфар Фәтхе­лислам улы Мөхәммәтовтар ҙа бар. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 50 йыл, никахтары 1964 йылдың 21 ноябрендә теркәлгән. 50 йыл, уйлап ҡараһаң, әҙ ғүмер түгел, әммә Мөхәммәтовтар бер тауыштан, бик тиҙ үтте лә китте, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ти....

Билдәһеҙ һалдаттың туғандарын табайыҡ!
Рубрикалар / Хәтер // 21-11-2014, 13:23


Билдәһеҙ һалдаттың  туғандарын табайыҡ!Башҡортостандың эҙләү отрядтары фонды Бөйөк Ватан һуғышының билдәһеҙ һалдатының шәхесен асыҡларға саҡыра. Беҙҙең эҙәрмәндәргә Вологда өлкәһенән Анатолий Скорюков үтенес менән мөрәжәғәт иткән.
Һалдаттың исем-шәрифе билдәһеҙ, фотоһүрәттә бер ниндәй ҙә яҙыу юҡ. Егетте фотоға 1941 йыл тирәһендә Польшаның Белосток ҡалаһындағы немецтарҙың тотҡондар өсөн концлагерында төшөргәндәр. Был фотоһүрәт артабан Белосток янындағы 1941 йылдағы хәрби бәрелештәр тураһында мәғлүмәт йыйыусы Польша сик буйы һаҡ хеҙмәте офицерының шәхси коллекцияһында булған....

Үлеп терелгән яугир
Рубрикалар / Хәтер // 21-11-2014, 11:46


Үлеп терелгән яугирҒәйзулла Мөхәммәт улы Әблүзинды ҡалабыҙ тантаналарында йыш осратырға була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны яу иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, кешеләр­ҙе тыныс күк йөҙөнөң, туҡ тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.
Ғәйзулла Мөхәммәт улы Байыш ауылында 1926 йылда донъяға килә. Ауыл мәктәбендә дүрт класс белемен алғандан һуң, ҡул аҫтына инеп, эшкә егелә. Әлбиттә, үҫмерҙең киләсәккә яҡты хыялдары, ҙур-ҙур маҡсаттары була. Тик бар өмөтөн 1941 йылдың 22 июне селпәрәмә килтерә. Үҫмер ололарҙың: “Һуғыш! Германия беҙгә һуғыш иғлан иткән!” – тигән һүҙҙәрен ишетеп, аптырап ҡала. Ауылда илаш-һыҡташ тауыштары яңғырай, тәүге көндән фронтҡа оҙатылған ағайҙар: “Беҙ тиҙҙән еңеп ҡайтырбыҙ! Көтөгөҙ!”– тип юлға сыға. Юҡ шул, уларҙың бик-бик һирәге генә әйләнеп ҡайта ала....

Бойоҡ күҙҙәремә йәш эркелде…
Хәтер / Әҙәбиәт // 20-10-2014, 11:25


Бойоҡ күҙҙәремә  йәш эркелде…Ағайыбыҙ, шиғриәттә булһынмы, сәсмә әҫәрендәме, донъялыҡта йәшәү асылы, ғәмәлдәребеҙҙең мәғәнәһе, мәңгелек үлсәме һәм ваҡыт ҡәҙере тураһында йыш уйланған. Мәңгелек юлында кеше ғүмере, иртәнсәк яралып, кис юғалған күбәләк ғүмере менән берҙер. Һәм мәңгелектең башланғысы ҡайҙа ла, ахыры ҡайһы тарафтарҙа? Мәскәү вуздарының береһендә беҙгә һабаҡ биргән Пуховский атлы ҡарт профессор мәңгелек төшөнсәһен ошолай ябай ғына аңлатҡайны: «Йәйге тып-тын аяҙ төн. Кешеләр кәмәлә диңгеҙгә сыға. Диңгеҙ күккә барып олғаша. Асман йондоҙҙарға күтәрелә. Йондоҙҙар иһә мәңгелеккә китә. Ә мәңгелек кешеләргә әйләнеп ҡайта. Кешеләр диңгеҙгә сыға…» Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Мостай Кәрим ижадындағы фәлсәфиәт, бәлки, баш ҡала профессоры һыҙған виртуаль әйләнеш менән ауаздаш та түгелдер, әммә һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе замандың тын тартышына ғәйәт һиҙгер булды....

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘ
Хәтер / Әҙәбиәт // 17-10-2014, 17:20


Хәләлбикәһе Рауза ханым йырлар­ға яратҡан “Бейеш” моңо Мостай Кәримде ғүмер буйы оҙата килгән. “Был йыр – минең йырым. Үҙемдеке. Тәү ишеткәндә үк түгел, ә уның икенсе тапҡыр, йәғни минең өсөн тыуған мәленән алып рухым уға сат йәбеште, ғүмерлеккә хужа булды. Ҡайҙа ғына, кем генә йырламаһын, тик минең өсөн генә яңғырай ул. Һәм, остоғон да ҡалдырмай, йөрәгемә һеңдерәм. Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (“Бейеш”. – 4-се том, 311-се б.).
Оло яуҙа ауыр яра алыуы арҡаһында хәл өҫтөндә йөрөгән Мостафа Сафа улын кәләше Рауза менән бергә күптәнге дуҫы, күренекле драматург Мөхәммәт Хәйҙәров үҙенә, Учалылағы Өргөн ауылына саҡырып, ҡатыны Ғәйниямал менән кәзә ҡымыҙы эсереп, тәрбиәләй. Шағир үҙе әйтеүенсә, аҙна-ун көн үтеүгә, тыны иркенәйеп, теҙ быуындары нығына төшөүгә кәләше уны Биргетауға әйҙәй....

60 йылдан һуң
Рубрикалар / Хәтер // 10-10-2014, 16:39


60 йылдан һуңМораҡ педагогия училищеһын тамамлауыбыҙға 60 йыл да үтеп киткән. Тәүге күрешеүҙәр, танышыуҙар, студент йылдары мәңге онотолмаясаҡ. Шул уңайҙан быйыл курс­таштар менән йыйылышып осрашырға булдыҡ. Мин, Филүзә Шаһиева (Иҙелбаева), Өфөгә, үҙемә ҡунаҡҡа саҡырҙым. Бөтә курсташтарым да килә алмаһа ла, биш ҡыҙға осрашырға насип булды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Күгәрсен районынан Зәйтүнә Тураева, Дәүләкән районынан Лилиә Ғә­зизо­ва (Ғәлиулли­на), Шишмә районынан Ғәлиә Юлдаш­баева (Зы­я­ба­е­ва), Көйөр­гә­ҙе районынан Клара Әйүпова бергә йыйылдыҡ. сәй эсеп, үткән йылдар хә­тирәһенә бирелеп, ва­ҡыттың үткәне һиҙелмәне лә....

Тракторсы Хөмәйрә
Рубрикалар / Хәтер // 26-09-2014, 04:28


Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән, уның күңел йылыһы менән һуғарылмаған бер эш тә юҡтыр ул. Ир-ат эшләгән тракторҙа ла гүзәл заттың ҡатнашлығы бар. Һүҙебеҙ Баймаҡ районының Байым ауылында үткән быуаттың 30 – 40-сы йылдарында «тимер ат»тарҙы «ауыҙлыҡлаусы» тракторсы Хөмәйрә Вәлиулла ҡыҙы Йылҡыбаева (1918 – 1998) тураһында. Уның яҙмышында – ил яҙмышы, шуға ла исеме ауыл тарихына яҙылған. Оло быуын кешеләре Хөмәйрә апайҙың тракторҙа ауыл буйлап үтеп китеүен һәр саҡ ғорурланып һөйләй торғайны. Үҙе иҫән саҡта миңә лә уның менән әңгәмәләшеп ултырыу форсаты тейгәйне.
Хөмәйрә инәйҙең яҙмышы, кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигәндәй, бала саҡтан ауыр була. Байым ауылы Ырымбур – Темәс юлында урынлашҡан. Граждандар һуғышында уны берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар инеп талаған, мал-мөлкәтте тартып алып, халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән....

Матур йәшәлгән ғүмер
Рубрикалар / Хәтер // 19-09-2014, 15:14


Матур йәшәлгән ғүмерКеше донъяға үҙ хеҙмәте менән тыуған ерен биҙәр, матурлыҡ тыуҙырыр, Тыуған илен данлар хеҙмәт һөйөүсе кешеләр тәрбиәләү өсөн тыуа. Ошо бурысты намыҫ менән үтәгән Фира Ғариф ҡыҙы Ниғмәтул­лина ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың, республикабыҙ ғорурлығы булған шәхес ине. Ул 1933 йылдың 31 мартында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәләре Фәрихә инәй бик эшлекле, уңған ҡатын була, аталары Ғарифула олатай, алты бала атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған иле өсөн үҙ ғүмерен бирә. 1944 йылда Ниғмәтуллиндар ғаиләһе Баймаҡ районының 2-се Урман заводынан «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар фермаһына (аҙаҡтан ул Һаҡмар ауылы тип йөрөтөлә) күсеп килә. Балаларҙың әсәһе Фәрихә инәй һауынсы булып эшләй. Артабан Фира Ғариф ҡыҙының өс апаһы (Фәниә, Лира, Рева), ә 1949 йылдан 16 йәшлек Фира ла фермала эш башлай. Ул тәүҙә дүрт йыл быҙау ҡараусы, артабан утыҙ биш йыл − 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан­ға тиклем һауынсы булып эшләй....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM