НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҡ торналар
Рубрикалар / Хәтер // 13-06-2015, 14:08


Аҡ торналарАтайым 1942 йылда Мәскәү өсөн барған алышта һәләк булған. Торжок ҡалаһында ерләнгән. Эҙләнеү эше алып барған урындағы пионерҙар уның ҡәберен табып, тупрағын тыуған еренә ебәрә.
1987 йылда урындағы хәрби комиссариат тантаналы митинг үткәреп, атайымдың исем-шәрифе яҙылған урнаны Ҡороюлдың үҙәк паркында урынлаштыра.
Сәйфетдин ағайым һуғышҡа тиклем Иҫәнғолда (Ейәнсура районы) хәрби комиссар булып эшләй. Һуғышта политрук була. Ул Курск өсөн барған алышта башын һала. Оло ағайым Шакир, Ырымбурҙа артиллерия училищеһын тамамлап, 1942 йылда, 16 йәшендә, бер йәш өҫтәп, үҙе теләп һуғыш­ҡа китә. Ул бик талантлы булды. Матур йырланы, бейеүсе ине, гармунда, мандолинала, скрипкала оҫта уйнаны. Миңә бейеүҙәр өйрәткәне, мандолинала уйнап, бейеткәне хәтерҙә ҡалған....

“Рух” һәм Ирек
Мәҙәниәт / Хәтер // 6-06-2015, 15:09


“Рух” һәм ИрекХәйбулла ерендә үткән бер генә сара ла Иректең ижад иткән йырҙарынан башҡа үтмәй. Уларҙа авторҙың күңел кисерештәре, мөхәббәт хистәре, тыуған яҡҡа, телгә һөйөү сағыла. Музыкант бик күп шағирҙың ижадына мөрәжәғәт итә. Концертта уның Венер Фәттәхов, Резеда Бүләкова, Люциә Ғәб­бәсова, Зөһрә Фәйзуллина һүҙҙәренә яҙыл­ған йырҙары яңғыраны. Ҡасандыр “Йәшлек” гәзите башланғыс һалған “Урал моңо” конкурсы ярҙамында билдәлелеккә табан тәүге аҙымдарын яһаған “Рух” төркөмө бөгөн дә баҫма менән бәйләнеш тота, дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй. “Йәшлек”тең хәбәрсеһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова менән уртаҡ хеҙмәт емештәре булған тиҫтәнән ашыу йыр ике ижадсының дуҫлығы хаҡында һөйләй. Ижадташ дуҫын ғүмер байрамы менән тәбрикләү өсөн, алыҫ араларҙы яҡын итеп, шағирә үҙе лә килгәйне....

ОСТАЗ
Рубрикалар / Хәтер // 5-06-2015, 14:02


ОСТАЗМөкиббән эҫенеп китмәгәндә лә, был донъяла, холоҡ-фиғеле менәнме, тормошҡа мөнәсәбәте яғынанмы, күңелең тартҡан кешеләр була. Уларға һин хәжәт тә түгелһеңдер, һин дә улар тураһында һирәк уйлай­һыңдыр, әммә бер-береңдең барлығын белеп йәшәү ҙә – бәхет. Кешеләр таралышып, юғалтышып барған хәҙерге саҡта – айырыуса.
Быны кемгәлер тәғәйенләп әйтмәйем, ләкин ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда күҙ алдымда – Дәүләт ағай Мәһәҙиев. Ул минән хәтһеҙ оло булһа ла, «Совет Башҡортостаны» республика гәзитенә эшкә бер йылды күстек. Ағай ҙа, мин дә быға ҡәҙәр район гәзиттәрендә күптән арыу ғына эшләп өлгөргәйнек инде. Тәүҙә тыуған Абзан районының “Сталинсе” гәзитендә эш башлаған, комсомол, мәғариф мәшәҡәттәре менән байтаҡ йөрөгәндән һуң, Мәһәҙиев Мәсетле районында сыға килгән “Коммунист” гәзите аша журналистикаға йәнә әйләнеп ҡайтҡан....

Йәш ғалим, әүҙем йәмәғәтсе Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтов, һәр кем халҡына хеҙмәт итеп йәшәргә тейеш, тип иҫәпләне
Рубрикалар / Хәтер // 5-06-2015, 13:56


Йәш ғалим, әүҙем  йәмәғәтсе Әмир Мисбах улы  Ҡотләхмәтов,  һәр кем  халҡына хеҙмәт итеп йәшәргә тейеш, тип иҫәпләнеЙәш ғалим, әүҙем  йәмәғәтсе Әмир Мисбах улы  Ҡотләхмәтов,  һәр кем  халҡына хеҙмәт итеп йәшәргә тейеш, тип иҫәпләнеБынан 23 йыл элек беҙ – республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр, дәртләнеп һәм өмөтләнеп, тулҡынланып һәм борсолоп, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеү өсөн имтихандар биреп йөрөгәйнек. Арабыҙҙа бер нисә егет беҙҙән айырылып торғандай: үҙҙәрен бик иркен тота, уҡытыусыларға ла ҡурҡмай һүҙ ҡушалар. Былар беҙҙән – кисә генә мәктәп партаһы артынан килгәндәрҙән – айырмалы рәүештә, донъя күреп, күпмелер эшләп, бәғзеләре хәрби хеҙмәттә булып, “рабфак” аша уҡырға инеп йөрөүселәр икән. Араларында айырыуса берәүһе – ҡап-ҡара пинжәк-салбар, аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып алғаны – шуҡлығы, һәр кем менән уртаҡ тел табыуы, өлгөрлөгө менән айырылып тора. Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Әмир Ҡотләхмәтов булып сыҡты ул....

Тәбрикләйбеҙ!
Рубрикалар / Хәтер // 13-03-2015, 11:03


15 мартта яҙыусы, « Мәс­кәү банкы»ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары, Ҡырағай хайуандар­ҙы яҡлау республика фонды рәйесе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Камил ЙЫҺАНШИНҒА – 65 йәш
Камил Йыһаншин һөнәре буйынса радиотехник. БССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында, «Эхо», «Шок», «Вымпелком» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең етәксеһе булып эшләй. Биш китап авторы. Әҫәрҙәре Са­лауат Юлаев исемендәге дәүләт, Э. Володин исемендәге «Империя мәҙәниәте», С. Зло­бин исемендәге премиялар менән баһаланған....

Йәмле ғаиләнең йәне
Рубрикалар / Хәтер // 7-03-2015, 16:46


Йәмле ғаиләнең йәнеТөҙ һынлы, тыныс холоҡло Эльмира Фанинаны бер кем дә өс бала әсәһелер тип башына ла килтермәй – йәш ҡыҙҙар кеүек нескә, һомғол буйлы, йәш сырайлы ул. Кемделер йылдар ҡырҡҡа бөкһә, Эльмира Рәүф ҡыҙы, киреһенсә, йылдан-йыл матурая, гүзәллеге арта бара. Йәштәшем, ҡала ҡыҙы булһа ла, йәйҙәрен ауылда, олатай-өләсәй янында үткәргәнгәлер, әҙәпле, тыйнаҡ, сабыр бала булып үҫкән. Яҡын зат-зәүер­ҙең балалары араһында иң өлкәне булараҡ, гел дә үҙен уҡытыусы итеп тойған һәм, әлбиттә, яратҡан уйыны кескәйҙәргә белем биреү булған. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә. Унан һуң, психология менән ҡыҙыҡһынып китеп, педагогия институтында шул ҡыҙыҡлы фәнде төплө өйрәнә. Йәш белгес ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында хеҙмәт юлын башлай....

Күренекле ғалим-философ, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Дамир ВӘЛИЕВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл
Рубрикалар / Хәтер // 6-03-2015, 12:02


Халыҡ ижады буйынса теләгән бер белгес менән дә Дамир дуҫ уртаҡ тел таба белә ине. Йыш ҡына уның йә Кирәй Мәргән, йә Лев Бараг, йә Мөхтәр Сәғитов менән һин дә мин һөйләшеп ултырғанына, хатта бәхәс ҡорғанына шаһит булынылды. Борис (Барыҫ) Әхмәтшин һәм мин фәҡирегеҙ менән ундай әңгәмәләр “һин” кимәлендә бара торғайны. Шунан ғына ла ундай һөйләшеүҙәрҙең “температураһы” хаҡында фекер йөрөтөп була торғандыр, моғайын.
Бер мәл Лев Григорьевичтың, бик тә әсенеп: “Я не понимаю, почему Наиль Валеевич (һүҙ ТТӘИ-ның этнография һәм антропология бүлеге мөдире, күренекле этнографыбыҙ Наил Бикбулатов хаҡында бара ине – Ә. С.) не защищает докторскую диссертацию в виде доклада? Монографий у него предостаточно. Некоторые изданы в Москве в издательстве “Наука”. Ведь он фактически является потенциальным доктором! А его племянник Дамир Жаватович? При желании он мог бы защитить докторскую и по фольклору. Вот голова дек голова!” – тигәне хәтерҙә....

Һоҡланмау мөмкин түгел
Рубрикалар / Хәтер // 6-03-2015, 11:19


Һоҡланмау мөмкин  түгелҒүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Апаҡайыма, берҙән-беремә лә – 80 йәш! 1935 йылдың ҡояшлы Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнөндә Сәйетбаба ауылында Сафиулла менән Факиһа Ҡунафиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала ул. Йәш ата-әсә ҡыуаныстарынан уға Фәриха (ғәрәпсә – шатлыҡ, һөйөнөс) тип исем ҡуша. Был ҡыуаныс артҡандан-арта бара: йортта апайымдың тәтелдәп йөрөүенә Сәхиулла (ғәрәпсә – йомарт) ағайымдың тауышы өҫтәлә, Марат ағайым бына-бына яҡты донъяға ауаз һалыр­ға тора. Ошондай ҡыуаныслы мәлдә көтмәгәндә бөтә ил буйлап йәшен тиҙлегендә тетрәндергес хәбәр тарала: “Гер­мания СССР-ға ҡаршы һуғыш башлаған”....

Бәхил бул, драматург
Рубрикалар / Хәтер // 24-01-2015, 15:17


Бәхил бул, драматург18 ғинуарҙа 67-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид БҮЛӘКОВ ваҡытһыҙ вафат булды.
Флорид Миңнулла улы 1948 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969–1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайы янындағы «Эрвел» халыҡ бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург “Дуҫлыҡ” Мишкә район гәзитендә, аҙаҡ “Ленинец”-“Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә эшләй....

Ауырлыҡта үткән бала саҡ
Рубрикалар / Хәтер // 23-01-2015, 13:25


Ауырлыҡта үткән бала саҡМин 1930 йылдың 11 ғинуарында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. 7 йәш тулмаҫ элек атайым һәләк булды. 58 йәшлек әсәйем ҡарамағында өс ҡыҙ ҡалдыҡ, ике ағайымдың үҙ ғаиләһе бар ине. 1941 йылда ауылда 4-се класты та­мамланым. Июндә, бөтә ха­лыҡ­ты зар илатып, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ике ағайым да шул көндә үк фронтҡа китте. Миңлеғәле ағайым ауыл советы рәйесе ине. Ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Әбүбәкир ағайым имен-һау әйләнеп ҡайтты.
Илдә дәһшәтле һуғыш барһа ла, уҡыуымды ташламаным, Юлыҡ ауылына 5-се класҡа барҙым. Унда Маһира исемле әбейҙең бер бүлмәһендә 14 ҡыҙ йәшәнек. Урын­дыҡта теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ. Бер ҙур, бер бәләкәй ҡыҙ алмашлап дежурлыҡ итәбеҙ....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM