НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

ДАМИР – ДАН ИР
Рубрикалар / Хәтер // 26-10-2010, 11:42


Донъя бит. Яңылышыуҙар, хаталар, аңлашылмаусанлыҡтар һәр саҡ булып тора. Ярай ҙа, әгәр улар киләсәктә һабаҡ алырға, дөрөҫ юл табырға ярҙам итһә. Ундай һөҙөмтәгә ирешеп булмаһа, ни ҡылырға?
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә милли лидер иҫәпләнгән зыялыларыбыҙҙың үҙ-ара ла, фекер ҡапма-ҡаршылығына осрап, консенсусҡа килә алмаған саҡтары булыуы ла мәғлүм. Мәҫәлән, 90-cы йылдар башында тегендә лә, бында ла ырыу йыйындары үткәрелә башлағас, Дамир һәм уның ҡайһы бер фекерҙәштәре, был хәрәкәтте трайболизм тип атап, уға ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Бына ни тип яҙҙы ул, мәҫәлән, үҙенең бер монографияһында: “Читатели республиканских газет на башкирском языке заметили, что газеты “Башкортостан” и “Йэшлек”, начиная с августа 1992 года, регулярно сообщают о зародившемся новом общественном движении за возрождение родо-племенных структур башкирского народа. Инициаторами этого начинания выступили писатели: Б. Рафиков (редактор журнала “Агидель”), С. Алибаев, 3. Рафиков, Р. Нигматуллин (лидер башкирской народной партии), Э. Са­санбаева, Р. Камалов и др. Они стали также членами оргкомитета по возрождению племени Юрматы. В печати также сообщалось об обращении юрматынцев с письмом к Б. Ельцину, М. Рахимову и М. Миргазямову. В письме содержались требования: “Признать возрождение племени Юрматы; обеспечить законодательной властью главу племени (главного бея); разрешить создание в Республике Башкортостан Юрматынской автономии; в Уфе и других городах для предполагаемых представительств выделить штаб-квартиры”....

ДАМИР – ДАН ИР
Рубрикалар / Хәтер // 23-10-2010, 10:04


«Тамамланыш» тигән өсөнсө томында әйтелгәндәрҙе лә шул темп менән бойомға ашырырға ынтылыусылар күтәрелә башлағайны. Ә уныһы буйынса, СССР биләмәһендә ваҡ-ваҡ 30 – 40-лап дәүләт хасил булырға, ул биләмәлә халыҡ һаны 15 – 20 миллиондан артмаҫҡа, йәғни киләсәктә американдар­ҙы хеҙмәтләндерерлек кимәлдә генә ҡалырға тейеш була. Проект авторҙарының был планы ла, мәғлүмдер ки, улар ҡыуаныстан устарын ыуырлыҡ темп менән бара: ҡасандыр яулап алын­ған биләмәләр империяның ҡулынан ысҡына башланы – элекке «союздаш» республикаларҙың барыһы ла, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы ла үҙ аллы дәүләттәр хасил итте.
...

Халыҡтың мәңгелек мөхәббәтен яулаған йырсы ине
Рубрикалар / Хәтер // 16-10-2010, 09:27


Арабыҙҙан бөйөк йырсы Фәриҙә Ҡудашева китеп барҙы
Халыҡтың мәңгелек мөхәббәтен яулаған йырсы инеТиңдәшһеҙ йырсы Фәриҙә Ҡудашева башҡарған йырҙар – уның үҙенең дә, шул уҡ ваҡытта, ХХ быуаттың икенсе яртыһынан ХХI быуатҡа ялғанған халҡыбыҙ тормошоноң эске бер хиссиәтен билдәләгән күренеш булыу менән бергә, милләттең дә йөрәк моңо ул. Хатта яҙмыш моңо. Ут-һыуҙарҙы кискән йылдарҙа быуаттар буйы килгән йыр хазинаһын һаҡлап, уны йән шифаһы, дауаһы итеп кенә ҡалманы, ә халыҡтың, милләттең күңелен, рухын, зауығын ҡурсыны. Был моңдо берәм-бөртөкләп йыйған ер еләгендәй һайлап алынған яңы көйҙәр, заман ауаздары һәм аһәңдәре менән үҫтерҙе, байыҡтырҙы....

Салауатыбыҙҙың рухы ҡыуанһын
Рубрикалар / Хәтер // 2-10-2010, 13:05


24 сентябрҙә Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа батырыбыҙҙың вафат булыуына 210 йыл тулыуға арнап “Салауат Юлаев – мәңге халыҡ хәтерендә” тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте (белеүегеҙсә, Салауат батыр 1800 йылдың сентябрендә Эстонияның Рогервик ҡәлғәһендә вафат була). Конференцияла ошо төбәктең биш районынан уҡытыусылар һәм Өфөнән БДУ уҡытыусыһы, профессор М. Иҙелбаев ҡатнашты....

Исеме – халыҡ хәтерендә
Рубрикалар / Хәтер // 14-09-2010, 10:05


Исеме – халыҡ хәтерендәРеспубликабыҙҙың бөйөк шәхесе, халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең хәтер кисәһе Дүртөйлө ҡалаһында шағирҙың бюсына сәскәләр һа­лыуҙан башланды.
Артабан сара шағир исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында дауам итте. Уҡыусылар шағирҙың ижадына арналған әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте. Гимназия директоры Гөлшат Хөсәйенова шағир ижадының әһәмиәте тураһында һөйләне. Шағирҙың ҡыҙы Алһыу Нәжметдинова үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашып:
– Атайым яҡты тормош ҡорҙо, өмөт, намыҫ, ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк юлын үтте. Беҙ һәр беребеҙ шуға ынтылырға тейешбеҙ, – тине....

Әсәйемә
Рубрикалар / Хәтер // 7-09-2010, 10:51


Быйыл 46 йәшендә генә вафат булған ҡәҙерле кешемә арнайым

Һин бар инең кисә яндарымда,
Бөгөн – тирә-яҡта тик бушлыҡ....

Еңеү түбәһен еңде лә ул...
Рубрикалар / Хәтер // 4-09-2010, 17:45


Альпинистарҙың Тянь-Шань тауындағы Еңеү түбәһенә артылыуы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде.
Улар ара­һында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа булып, Баш­ҡортостан флагын иң бейек нөктәгә ҡаҙар­ға ниәтләгәйнеләр. Маҡсаттарына ирештеләр, тик кирегә юллан­ғанда 7000 метр бейеклектә тотҡарланалар. Үкенескә күрә, экспедицияның бер нисә ағзаһы һәләк була. Кислород етмәүҙән мейеләре шешенгән, ти табиптар. Үлеүселәр араһында Өфө егете Кирилл Мохов та бар. Уның иптәштәре һөйләүенсә, бергә бик күп үрҙәрҙе артылғандар. Кирилл һәр ваҡыт маҡсатҡа ынтылыусан, ярҙамсыл булған....

2 сентябрҙе лә оноторға ярамай
Рубрикалар / Хәтер // 4-09-2010, 17:43


2 сентябрҙе лә оноторға ярамайИкенсе Бөтә донъя һуғышы – кешелек тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ҡанлы ваҡиға. Унда булған 73 дәүләттең 62-һе ҡатнашҡан. Хәрби хәрәкәттәр өс ҡитға биләмәһендә, дүрт океан һыуында барған....

Башҡорт халҡы тормошо хаҡында
Рубрикалар / Хәтер // 28-08-2010, 16:07


«Салауат Юлаев» фильмы күрhәтелеүгә – 70 йыл
Был фильм Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарҙы батырлыҡҡа әйҙәй
Башҡорт халҡы тормошо хаҡында
«Салауат Юлаев» кинофильмы аша нисәмә быуын малайҙары ҡыйыулыҡ, саялыҡ, киң күңеллелек кеүек сифаттарҙы үҙ итеп үҫте. Ә инде Бөйөк Ватан hуғышы мәлендә «Чапаев» менән бер рәттән тап «Салауат Юлаев» фильмы күрhәтелгән. Уның аша дошманға нәфрәт тойғоhо тәрбиәләнгән, изге яуға оран яңғыраған. Яугирҙар үҙҙәре лә ошо киноны күрhәтеүҙәрен hораған....

Мәңге тере, мәңге йәш!
Рубрикалар / Хәтер // 21-08-2010, 15:49


Мәңге тере, мәңге йәш!
Был һүҙҙәр күптән ғәҙәти яңғырай. Миллиондарса кешенең кумиры булған, исеме легендаға әйләнгән рок-йырсы, актер, композитор, шағир Виктор Цойҙың фажиғәле үлеменә 15 августа 20 йыл тулыуға ҡарамаҫтан, уның тураһында хәтер тоноҡланмаған. Киреһенсә, йырсының исеме асылмаған серҙәре менән үҙенә тартып тора, ҡыҙыҡһыныу ҙа артҡандан-арта бара. Олораҡ быуын фанаттары Цойҙы замандаштары һымаҡ ҡабул итеп, уны юғалтҡанда ҡара ҡайғы кисерһә, Цойҙан һуң тыуған йәштәр­ҙең дә уның ижадына мөкиббән киткәндәре һәм йырсының үлем көнөн үҙ фажиғәһеләй ҡабул иткәндәре бихисап....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM