НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим
Рубрикалар / Хәтер // 29-04-2016, 13:42


Халҡым, тип йәшәүсе ғалимКүренекле ғалим-төркиәтсе, билдәле телсе һәм яҙыусы, әҙип һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әкрәм Бейешевтың тыуыуына ошо көндәрҙә 90 йыл тулды...

“Донъялар имен торһон...”
Объявления / Хәтер // 6-04-2016, 15:59


“Донъялар имен торһон...”
Чернобыль... 1986 йылдың 26 апрелендә был ҡурҡыныс һүҙ бөтә планетаға мәғлүм булды. XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте “тыныс атом”дың хәүефен күрһәтә, ә Япониялағы былтырғы ер тетрәүҙәрҙән һуң “Фукусима-1” АЭС-ы быны йәнә иҫбатланы. Бөтә донъяны атомдан ҡурҡыу, “ядро фобияһы” солғаған әлеге осорҙа, 26 йыл элек Украина Полесьеһында булған ваҡиғаларҙы беҙ онотмаҫҡа бурыслы. ЧАЭС һәләкәте кешелекте тәбиғәткә ихтирамлы булырға, уның байлыҡтары менән һаҡсыл ҡулланырға кәрәклекте асыҡ күрһәтә....

Күңелендә уның моң йәшәне...
Рубрикалар / Хәтер // 6-04-2016, 11:18


Күңелендә уның моң йәшәне...
Сибай ҡалаһында талантлы музыкант, композитор Юлай Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үткәрелде...

Ысын шағир ине
Хәтер / Шиғырҙар // 29-03-2016, 11:01


Ысын шағир ине2011 йылдың март башы ине. Инсур Йәһүҙиндың юбилей кисәһен уҙғарыу хаҡында “Таң” гәзите редакцияһында һөйләшеү булды. Шағир үҙе лә ҡатнашты. Ғәҙәтенсә, баҫалҡы тыйнаҡлыҡ менән ризалығын бирҙе. Ҙурҙан ҡупмай, ижадсылар даирәһендә генә мөмкин, тине....

Йырҙарың йырланып бөтмәгәйне шул...
Объявления / Хәтер // 16-03-2016, 09:54


Йырҙарың йырланып бөтмәгәйне шул... 18 мартта Сибайҙа, А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор Ю.Моратовтың хәтер кисәһе һәм “Эх, тормош!..” исемле хәйриә концерты үтәсәк.

Кисәлә артистар Гөлсөм Бикбулатова, Иҙрис Ғәзиев, Фәрүәз Урманшин, Илшат Абдрахмановтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Композиторҙың рухына аят та бағышланасаҡ.
Концерттан төшкән аҡса Юлай Хәким улының ҡәберен төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк....

Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булыр
Мәғариф / Хәтер // 5-02-2016, 15:46


Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булыр Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан Айҙар Мәжитовҡа бына ниңә һәүетемсә генә мәктәптә эшләп, пенсияға ҡәҙәр тыныс ҡына йәшәп ятмаҫҡа, ти? Юҡ, уға барыһынан да күберәк кәрәк! Күберәк балаларҙы тарихҡа ылыҡтырырға, уҡыусыларға күберәк белем биреп ҡалырға, күберәк эшләргә, күберәк эҙләнергә, күберәк уҡырға… Туҡмағы ла күберәк эләгә инде ул был осраҡта, әммә һоҡланыу, ихтирам, маҡтауҙарҙан да мәхрүм ҡалмай. Ҡайһы ваҡытта ғәҙеллек үҙенең донъяла барлығын иҫкә төшөрөп, ана шулай уянып китһә, беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс, оло байрам етә. Һәр хәлдә, гәзитебеҙгә матур, бай йөкмәткеле мәҡәләләр яҙып торған тарих уҡытыусыһы Айҙар Рәис улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен биргәндәрен ишеткәс, дуҫыбыҙ өсөн мең ҡыуандыҡ. Сөнки ла-йыҡ-лы! Был мөләйем кеше үтә ябай, сабыр ҙа күренер тәү ҡарамаҡҡа. Әммә йөрәге уның – ярһыу арғымаҡ! Ә хислелеге ун шағирыңа торорлоҡ!...

Остаздың рухы – уҡыусыларында
Яңылыҡтар таҫмаһы / Хәтер // 29-01-2016, 12:05


Остаздың рухы –  уҡыусыларындаБылтыр декабрь уртаһында Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ғәҙәти булмаған конференция үтте. Унда Башҡортостан анестезиологтары һәм реаниматологтары Табип, Профессор, Уҡытыусы, Ғалим, Кеше Фәрит Ғәлиевтың тыуыуына 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Билдәләне, тип әйтеүебеҙ – үкенескә күрә, Фәрит Сөләймән улының арабыҙҙан китеүенә ете йыл да уҙып киткән...
Тәү ҡарамаҡҡа Фәрит Ғәлиевтың тормош юлы ошо төп даталарҙан ғына торған кеүек. Ысынбарлыҡта бындай юғары ҡаҙаныштар беҙҙең күҙгә салынмаған ҙур энергия, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр, дуҫтар-туғандарының таянысын талап иткән. Интеллигент ата-әсәнән уға генетик яҡтан ижад итеү мөмкинлеге һәм спортҡа һәләт һалынған. Үҙенең яратҡан һөнәрен – байдаркала йөҙөүҙе мәктәптә уҡығанда башлай, артабан студент йылдарында ла дауам итә....

Уның ғүмере – үҙе бер быуат
Рубрикалар / Хәтер // 22-01-2016, 14:49


Бер ваҡыт шулай кис ултырғанда улар янына гармунсы Минһаж исемле егет килеп инә. Улоҙаҡ ҡына өйләнмәй йөрөй икән. 96 йәшлек атаһы – улына: “Өйлән инде мин үлгәнсе килен күреп үләйем”, – тигән.
Егет шулай кис ултырырға килә лә: “Мин кәләш алырға килдем. Ҡайһығыҙ матур бейей, шуны кәләш итеп алам”, – тигән. Ҡыҙҙар ярыша-ярыша бейей икән. Фатима, һин бигерәк матур бейейһең, һине алырмын инде, ти гармунсы.Ҡыҙ егеттең һүҙҙәренә ышана. "Иртәгә кейемдәреңде төйнә лә баҙарға сыҡ", – ти. Элек ауыл һайын баҙар була. Фатима кейемен төйнәп, бер кемгә лә әйтмәй баҙарға сығып, көтә башлай. Ләкин Минһаж килмәй, ҡыҙ уны көтә көтә лә, алдағандыр тип, ҡайтып китә. Ә егет икенсе көндө ат егеп килеп етә....

Тормош ул – көрәш
Рубрикалар / Хәтер // 22-01-2016, 13:40


Тормош ул – көрәшБилдәле тарихсы Марат Ҡолшәриповты Башҡортостан халҡы йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та белә. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башындағы ижтимағи эштәре «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге менән бәйле булһа, артабан ул, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итте. Марат Мәхмүт улының ярайһы тура, бәлки, бер аҙ ҡәтғиерәк тә сығыштарын күптәр хуплап ҡабул итә. Ә инде уның тарихыбыҙ хаҡындағы хеҙмәттәре беҙҙең заманға һәм, әлбиттә, киләсәк быуындарға әһәмиәтле һәм ҙур баһаға лайыҡ....

Ҡәҙерле иҫтәлектәр
Рубрикалар / Хәтер // 13-11-2015, 13:43


Ҡәҙерле иҫтәлектәр– Эш көнөм Вәлит Мәжит улының телефондан шылтыратыуы менән башлана ине, – тип хәтерләне ул. – Тапшырылған ит, һөт һәм игендең сифаты менән беренсе сиратта ҡыҙыҡ­һынды. Әгәр күрһәткестәр ҡәнәғәтләндермәй икән, сәбәптәрен төпсөндө. Әҙерләүсе ойошма-предприятиелар алдында район хужалыҡтарының мәнфәғәттәрен яҡлауыбыҙҙы ла талап итә белде.
Чабан булып эшләп йөрөгән еренән зоотехникка уҡып ҡайтып, һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар эшләгән Камил Әхмәтйәнов бөгөн булһа В. Ғә­битовҡа рәхмәтле икәнен белдерҙе:
– Беҙҙең Ҡужан һәм Салауат ауылдары Вәлит Мәжит улының хәстәрлеге менән хужалыҡ ысулы менән төҙөлгән юллы һәм утлы булды....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM