НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яугир ҡартатайым
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:41


Яугир ҡартатайымКилсенбай һәм Сәлихә Әлибаевтарҙың йортонда 1920 йылдың 10 июнендә бер ир бала донъяға килә. Уға яратып, бәхет теләп, Мостафа тигән исем бирәләр.
Уға бер йәш тә тулмаған саҡта, 1921 йылғы аслыҡта, өс балаһын етем ҡалдырып, әсәһе үлеп китә. Күп тә үтмәй, атаһы ла был яҡты донъя менән хушлаша. Өс бәләкәй бала үкһеҙ етем ҡала. Ашарҙарына, йәшәргә урындары ла булмаған ас-яланғас, етем балалар кемгә кәрәк­һен инде? Бер айҙан ағаһы ла вафат була. Икенсе көндө ике баланы – малай менән кескәй Фатиманы балалар йортона урынлаштыралар....

Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә йәнебеҙ әрней
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:39


йәки Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яугирҙарҙың етем үҫкән балаларын бер кем дә хәстәрләмәй
Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ  өсөн дә, үҙебеҙ  өсөн дә йәнебеҙ  әрнейАтайым һуғышҡа киткәндә ике генә йәштә ҡалғанмын. Китер алдынан төшкән фотола мин уның алдында ултырам. Ҡәҙерле кешем Минһаж Ғиләжетдин улы Ҡоҙаҡаев Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында колхоз рәйесе булған. Тарантасына ултырып, «Ерән ҡашҡа» йырын көйләп йөрөй ине, тип хәтерләй уны ололар. Әлбиттә, мин у­ға «атай» тип өндәшеүемде лә иҫләмәйем. Үкенескә күрә, атайға фронттан имен ҡайтыр­ға яҙманы. Беҙгә шулай ярты етем, күңел китек булып үҫергә тура килде. Беҙ – һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың балалары Еңеү байрамында ике төрлө тойғо кисерәбеҙ: иларға ла, шатланырға ла белмәйбеҙ. Хәҙер инде 68 йыл шулай....

Ағайым тирәктәре
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:38


Ағайым тирәктәреУҙған көҙ ағайымдың 91 йәше тулған булыр ине. Ә ул Словакия ерендә ятып ҡалды. 18-е тулып уҙғайны ғына. Ғәжәп хәл: район хәрби комиссариаты уның 16-һы тулғанын көтөп торған булып сыҡты. Бала сағымда мин быны аңлап еткермәй торғайным. Әнейем һамаҡлай килде: «Үҫеп буйға етмәйенсә алынды, ун алтыһы тулып, ун етегә сығып өлгөргән мәле ине. Ул һуғыштың нимә икәнен аңлағанмы ни?!»...

Үлемдән ҡурҡманыҡ
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:35


Үлемдән ҡурҡманыҡСовет осоронда тәрбиәләнгәнгә күрә «немецтар еңһә, яҡшыраҡ булыр ине» тигән теләһә ниндәй йүнһеҙ уйҙар менән бөтөнләй ағыу­ланмағанмын. Хатта ундай бысраҡ һүҙҙәрҙе ишетһәм, күңелем өшөп китә, яуҙа башын һалған, әйләнеп ҡайтып та, һуғышта алған яраларҙан ғүмер буйы интеккән совет һалдаттарын яҡлашып, амбразураға ташланыр хәлгә киләм. Минең өсөн совет һалдаттары – фашизмды еңеүселәр, һәм улар, һис бер нәмәгә ҡарамаҫтан, еңеүсе геройҙар булып ҡала....

Ҡорос ҡанаттар ныҡлығы
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:35


Ҡорос ҡанаттар ныҡлығыТуғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған ветеран Сабит Йосопов, һуғыш китаптарҙа тасуирлағандан күпкә ҡурҡыныс, ти
Бөгөн төштәге кеүек кенә күренһә лә, ул дәһшәтле йылдар, әжәл туҡ­тау­һыҙ һағалап торған утлы ғәрәсәт эсендә йөрөгән мәлдәр һис тә онотолмай. Ҡасандыр тимер ҡошта дошмандарға ут яуҙырған ваҡыттары Сабит Таһир улын хәҙер төштәренә генә инеп һиҫкәндертә. Тыуған илде сикһеҙ яратыу, антҡа тоғролоҡ, совет халҡының иңенә төшкән һынауҙы берҙәм күтәреүе, фиҙакәрлеге булмаһа, мең михнәт менән яуланған Еңеү ҙә булмаҫ ине, тип уйлай ветеран....

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:25


Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!Еңеүҙең 68 йыллығына арналған байрам сараһы Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбенең күркәм залында 7 майҙа бик матур билдәләп үтелде. Зал зауыҡ менән биҙәлгәйне, төрлө төҫтәге флажоктар, шарҙар, сәскәләр, плакаттар, үрҙәге теманы үҙ эсенә алған фотостендтар эленгәйне. Бөйөк Еңеүгә арналған көйҙәр яңғырай. Тыл ветерандары Нәғимә инәй Сәйәхова, Нуриман ағай Ишемов, һуғыш осоро балаһы Сәғит ағай Хәсәнов байрам кисәһенә саҡырылды. Тыл һалдаттарының дүртәүһе килә алманы....

«Ниндәй байлыҡтан да ҡиммәт бит ул, Минең атай, тиеп әйтеүе»
Рубрикалар / Хәтер // 10-05-2013, 10:23


Беҙ, һуғыш балалары, оло Еңеүҙе 68 йыл илап ҡаршылайбыҙ, илап оҙатабыҙ. Атайым Әбдрәзаҡ Сәлмәнов һуғышҡа киткәндә, алты бала ҡалдыҡ. Мин иң бәләкәйе инем. Атайым Курск дуғаһы һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Уны һуңғы тапҡыр күреүсе Таштимер ауылынан бер яҡташы була. Атайым үлемесле яралана. Иптәше һыу эсереп, күлдәген сисеп алып, эсен бәйләй ҙә, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп китә. Таба алмай, тағы шул урынға кире барһа, ундағы ерҙең аҫты-өҫкә килеүен күрә. Әбдрәзаҡ шул ерҙә ятып ҡалды, тип һөйләне яҡташы....

Матур йәшәлгән ғүмер
Рубрикалар / Хәтер // 30-04-2013, 11:54


Матур йәшәлгән ғүмерСоциалистик Хеҙмәт Геройы Фира Ниғмәтуллина тураһындағы яҡты иҫтәлекте яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай
Кеше донъяға үҙ хеҙмәте менән тыуған ерен биҙәр, матурлыҡтар тыуҙырыр, хеҙмәт һө­йөүсе кешеләр тәрбиәләү өсөн тыуа. Ошо бурысты намыҫ менән үтәгән Фира Ниғмә­туллина ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙ, республикабыҙ ғорурлығы булған шәхес ине....

Бәхил бул, Актриса!
Рубрикалар / Хәтер // 26-04-2013, 12:31


Бәхил бул, Актриса! Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе – 79-сы йәшендә арабыҙҙан РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Зинира Атнабаева китеп барҙы. Билдәле шәхес ысын кимәлендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһе «йондоҙо» булды....

Эҙәрмәндәр, бәлки, табышыр
Рубрикалар / Хәтер // 26-04-2013, 12:08


Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ағайым тураһында уйланып йөрөнөм дә, редакцияға хат яҙырға булдым. Район архивының – янғында, ә хәрби комиссариат архивының 1960 йылдарҙа Белорет райо­ны менән берләшкән осорҙа юҡҡа сығыуы был сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыу мөмкинлеген юҡ итә. Ағай тураһында бер ниндәй ҙә хаттар, документтар һаҡланмаған. Ул дәүер кешеләре хәҙер юҡ инде. Мәғлүмәттәрҙе миңә оло туғандарым һөйләгәнсә генә яҙам. Ағайым (әсәйемдең бер туған ҡустыһы) Ғизетдин Хәйбулла улы Нурдәүләтов Иҫке Мөсәт ауылында тыуа. Һөйләүҙәренсә, ул 1940 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә үҙе теләп китә. Өлкән апайымдың хәтерләүе буйынса (мәрхүмә инде), миңә өс кенә ай була (мин 1940 йылдың авгусы урталарында тыуғанмын). Хушлашҡанда мине күтәреп алып йөрөп хушлаша. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүе буйынса, 1921 йылғы булырға тейеш....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM