НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кәңәш һорап, апай, һиңә киләм…

Кәңәш һорап, апай, һиңә киләм…


Кәңәш һорап, апай, һиңә киләм…Ағастың тамыры ерҙә, кешенең тамыры туған-ырыуҙа. Ата-әсәгә изгелек ҡылыу ағастың тамыры булһа, туғандар менән аралашыу – уның ботаҡтары, һутлы йәшел япраҡтары. Ата-әсәһенә изгелек итмәгән кеше ағасты тамырынан серетер, ә туғаны менән араһын өҙгәне уны ботағынан һындырыр. Ул ағастың япрағы ла, емеше лә булмаҫ, тиелә изге хәҙистәрҙә. Бәхетте берәүҙәр – матди байлыҡта, икенселәр – эштәге уңышта, өсөнсөләр бер-береһен һөйөүҙә, ихтирам итеү­ҙә тип иҫәпләй. Бәлки, бәхет ошо ҡиммәттәрҙең өсөһөнөң бергә килеүендәлер. Шуларға туған-ырыу һәм ата-әсә араһындағы матур мөнәсәбәттәрҙе лә өҫтәр инем. Яҡшы мөнәсәбәт, туған­дар­ҙың үҙ-ара аралашыуы – йәшәүгә яраҡлы ныҡ, ҡеүәтле тамырҙар тармағы ул. Туғандар менән яҡшы мөнәсәбәт – киләсәктең нигеҙ ташы ла.

Инде йәшем алтмышҡа етеп барһа ла, туғандарым уратмаһында үткән бәхетле, бер хәсрәтһеҙ, атай-әсәй­ҙең йылы ҡосағында, һаҡсыл ҡанаттары аҫтында үҫкән, апай-ағайҙарымдың, иркәм, тип ҡурсалауын той­ған, һеңлем менән ҡустымдың, апай ҙа апай, тип арттан ҡалмай йүгереп йөрөгән ғәмһеҙ бала саҡ илен һағынам… Ата-әсәле, апайлы, ике ағайлы, һеңле-ҡустылы булып үҫкән ожмах­тар­ға тиң әкиәт иле һағындыра…

Бөгөнгө һүҙем изге күңелле туғандарымдың береһе, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе бер туған апайым Нурзидә Ғайсина тураһында. Ул 1954 йылдың 18 сентябрендә, бар тәбиғәт көҙгө муллыҡҡа, сафлыҡҡа, сихрилеккә төрөнгән мәлдә, аяҙ, ҡояшлы таңдарҙың береһендә, йырҙарҙа данланған Салауат районының Лағыр ауылында йәшәүсе Шәмсикамал һәм Рәсүл Кәримовтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға тәүге ауазын һалған. Ғүмере гел шатлыҡ-ҡыуаныс­та, һаулыҡ-байлыҡта үтһен, донъяның бар ҡаршылыҡтарын еңеп, алға, гел алға ғына атлаһын, нур сәсеп йәшәһен тип, яңы тыуған сабыйҙы, яратып, Нурзидә тип атағандар.

Тыуған йорт йылыһы, бала саҡтың ҡабатланмаҫ мәлдәре… Атай-әсәй­ҙең йылы ҡосағы… Уҡытыусы булыу теләге… Тирә-яғын уратып алған ма­уыҡтырғыс серле донъя апайымдың нескә тойғоло йөрәгендә ғүмерлеккә эҙ ҡалдыра. Ә йылдар, аҡҡан һыуҙай, һиҙелмәй генә аға ла аға. Лағыр урта мәктәбендә белем алған йәш ҡыҙҙың хыялы йылдар үтеү менән ысынбарлыҡҡа әүерелә. Нурзидә Рәсүл ҡыҙы Мәсәғүт педагогия училищеһына юллана. Юғары белемде Өфөлә ала. Һәм ғүмере буйы – уҡытыусы. Уҡыусыларым, тип янып йәшәгән абруйлы мөғәллимә лә, шәфҡәтле бала ла, ҡәҙерле һеңле лә, изге күңелле апай ҙа, һөйөклө ҡатын да, изге әсә лә, һөйкөмлө өләсәй ҙә ул. Туған йәнле апайыбыҙ беҙҙең өсөн икенсе әсәй һымаҡ. Шатлыҡ-ҡы­уаныс­тарға төрөнгәндә лә, ҡайғы-хәсрәт күлен кискәндә лә беҙ уның йылы ҡанаты аҫтына һыйынабыҙ. Ә унда туғанлыҡтың көсө иҫ киткес! Туғанлыҡ хисе уға әсәйемдең изге күкрәк һөтө, ғәзиз атайымдың фатихаһы менән бергә бирелгән…

Бала саҡ хәтирәләренә бирелгәндә, минән өс йәш ярымға ғына өлкәнерәк апайымдың елкәһенә атланып, уныһының ҡырҡҡа бөкләнеп, ергә тиклем эйелеп, мине йөкмәп йөрөгәнен хәтерләү ҙә туғанлыҡтың ни тиклем көслө булыуына ишара. Атлай ала инем бит. Ни өсөн күтәртеп йөрөнөм икән дә, ни өсөн апайым мине ергә ултыртып ҡына китмәне икән?! Әхирәттәре менән иркенләп уйнарға ла мөмкинлек бирмәй торғайныҡ. Арып, ялҡып киткән саҡтары күп булғандыр инде, ҡайһы ваҡыт ситкәрәк ҡасып китергә лә маташа ине. Ә беҙ, мин, үксәһенә баҫып килгән Радис ағайым, Фәнис һәм Фәрбизә иркәләрем, тотам ҡалмай, уның артынан эйәрәбеҙ. Йүгереп ҡасып китергә уйлаһа, барыр еренә үҙенән алдараҡ барып көтөп торабыҙ. Шуларҙы уйлаһам, хәҙер оят булып китә.
Атай-әсәй көнө буйы эштә, йорттағы бар эш апайым елкәһендә. Мөҙәрис ағайым да бар-барлығын, тик ул күрше ауылда уҡый, ял көндәре генә ҡайта. Элек хәҙерге шикелле кер йыуыу машинаһы юҡ ине. Бөтә нәмә ҡул көсө менән эшләнә. Ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙың береһендә, тышта иҫ киткәнсе уйнап, бармаҡ остарын туңдырып өйгә килеп инеүемә апайым, өлкән кешеләргә оҡшатып, ҡаҙан аҫтына ут яғып, шунда һыу йылытып, кер йыуып маташа ине. Өйгә килеп инеүгә, йылығалыр инде, бармаҡ остары сәңкеп һыҙлай башланы. Иламһырап: “Апай, ҡулым өшө­нө, йылыт әле”, – тигән булдым. Ә ул, эштән ҡасып йөрөй был, тип, әллә юрамал, әллә аңғармай: “Ана, ҡаҙандағы һыуға тыҡ, бармағыңдың өшөгәне бөтөр”, – тине. Мин, уны-быны уйламай, тот та туңған бармаҡты ҡайнар һыуға тыҡ. Күҙҙән ут сәсрәне. Ҡысҡырып илап ебәрҙем. “Туңғансы йөрөмәҫкә кәрәк ине”, – тип торған апайым эргәмә йүгереп килеп етмәһенме. Бештеме лә бештеме, тип йыуатырға, әрнегән ҡулыма ҡаҙ майы һөртөргә тотондо. Был ваҡиға өсөн апайыма оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөгәнем хәтеремдә. Үҙенә етәһе һеңлеһе булған­ға күрәлер инде, апайым мине йорт эштәренә шулай яйлап өйрәтә башланы.

Һүҙен һүҙ итә белеүенең, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарынан гөл ҡойолоуының, донъяһының балҡып тороуының, балаларының, ғаиләһенең бағыулы булыуының, 40 йыллыҡ уҡытыусылыҡ эшенә тырнаҡ осондай ғына булһа ла кер төшөрмәй, ҙур абруй ҡаҙаныуының нигеҙ ташы, бәлки, ошо бәләкәй, әммә мәғәнәле ваҡиғаға ла бәйлелер. Һәйкәлтауға менеп етеү өсөн бик күп ҡаршылыҡты еңергә, артылышты артылырға, бейеклеккә үрләргә кәрәк. Тынғыһыҙ уҡытыусы булараҡ та Нурзидә Рәсүл ҡыҙы Ғайсина туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, кисерештәр, осоштар, табыштар аша үтеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сыҙамлыҡты, эшһөйәрлекте, уҡыу-уҡытыуға ҡарашты асып бирә алды. Мәктәп уҡытыусыһының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй бит ул. Ниндәй генә конкурстар, семинар­ҙар, конференциялар үткәрелмәй! Ә заман менән бергә атлаған уҡытыусы быларҙың береһенән дә ситләшергә тейеш түгел. Ҡәҙерле туғаныбыҙ Нурзидә Рәсүл ҡыҙы ла тап ана шул заман менән бергә атлаған педагог. Уның һәр үткәрелгән дәресе тәрбиәүи яҡтан көслө, фәһемле, методик йәһәттән дөрөҫ төҙөлөүе менән айырылып тора. География уҡытыусыһы булараҡ, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, рух төшөнсәһен һалыуҙа, милли үҙаңды үҫтереүҙә, телгә, илгә, тыуған ергә һәм халыҡҡа ҡарата оло ихтирам һәм һөйөү тойғоһон тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Шуға­лыр ҙа уҡыусылары ла уға сикһеҙ рәхмәтле. Илебеҙҙең төрлө тарафтарынан хәл белеп шылтыратып торһондармы, йылы һүҙҙәре, изге эштәре менән ҡыуандырһындармы. Ә бит уҡытыусының эш һөҙөмтәһе яҙын сәсеп, көҙөн урып ала торғандарҙан түгел, уны йылдар билдәләй. Үҙең уҡытып, оло тормош һуҡмаҡтарына аяҡ баҫтырған уҡыусыларыңдың һине онотмай, хөрмәт итеп тороуынан да ҙурыраҡ баһа бармы?! Туғаныбыҙҙың “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ысынлап та, ябай һәм кәрәкле хеҙмәте менән үҙен һәм халҡын биҙәп, балаларына, яҡындарына, коллегаларына терәк һәм кәрәк булып, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәй ул.

Ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ – апайымдың характерына хас һыҙаттар. Бәләкәйҙән шулай беше, ныҡ булып үҫкәнгәме, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, урын-еренә еткереп башҡарыуы, кешелеклелеге, изгелеге, туған йәнле булыуы, һәр кемде ҡурсалап йәшәүе менән айырылып тора. Апайым менән Таһир еҙнәмдең өс ҡатлы өйө бөгөн ҡорт күсен хәтерләтә. Йылдың ниндәй генә миҙгелендә, ниндәй генә көнөндә килеп инмә, уларҙың йорто, ихатаһы туған-тыумаса, күрше-күлән, бала-саға, таныш-тонош менән тулы. Һәр ҡайһыһына – йылы ҡараш, иғтибар һәм ихтирам. Нисек шул тиклемгә өлгөрөргә, һәр кемен буш ҡул менән сығармаҫҡа мөмкин? Уларҙың ҡунаҡсыл ҡыйығы аҫтында кемдәр йылынманы ла, кемдәр генә изгелектәрен күреп, киләсәк һуҡмағына аяҡ баҫманы. Апайым үҙе генә түгел, еҙнәм дә шундай уҡ изге күңелле. Хоҙай шуға күрә лә, моғайын, уларҙы хәстәрле һәм таҫтарлы, көткән донъяларын ҡотло итеп яралт­ҡандыр. Баҡсала емеш-еләк үҫтер­һәләр, һарай тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Ҡош-ҡортоноң ғына ла иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Ә бит быларҙың барыһы ла – тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек мәшәҡәт, көндәлек эш.

Инде алтмыш йәшен туйларға йыйынған апайым барыбыҙ өсөн дә ғүмер буйы өлгө булып тора. Үтелгән юл иҫ китмәле һоҡланғыс! Ә ғүмер аҡҡан һыуҙай, елеп үткән толпар аттай икән дә ул! Уҙа ла уҙа… 60 йыл ғүмер үткән дә киткән! 60 ҡыш, шул тиклем үк яҙ, йәй уҙған. Нурзидәбеҙ бөгөн 61-се көҙөн ҡаршылап, тормош һуҡмаҡтарын барлай. Ә ғүмер юлы уның, ысынлап та, бушҡа уҙмаған.

Бөгөн ҡәҙерлеләребеҙ Нурзидә һәм Таһир Ғайсиндар һигеҙ ейән-ейәнсәргә олпат өләсәй-ҡартатай булып, уларҙың һәр шатлығына, уңышына ҡыуанып, үҙҙәре лә ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. “Себеште көҙ һанайҙар” тигән мәҡәл бар халыҡта. Уңышты ла көҙ йыйып алалар. Был татыу, күркәм ғаиләнең дә уңыш йыйыр мәле етте. Аллаға шөкөр, инде ул-ҡыҙҙары үҫеп, ҡанат йәйер, ғаилә ҡороп, тормош һуҡмаҡтарына үҙ аллы аяҡ баҫыр ваҡыттары ла етте. Балаларҙың да ниндәйҙәрен үҫтер­ҙеләр бит әле! Ике улы ла хәрби табип. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Динарҙары подполковник, ә Венерҙары майор званиеһын алып, илебеҙҙең төрлө тарафтарында изге бурыстарын үтәй. Икеһе лә өсәр балаға ғүмер биреп, килендәр менән татыулыҡта һәм муллыҡта ғүмер кисерә. Ҡыҙҙары Зөлфиә лә юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсында белем алып, ата-әсәһен ҡыуандырып йәшәй. Тормош юлдашы менән ике бала үҫтерергә лә, яңы йортҡа нигеҙ һалырға ла өлгөрә ул. Бына шундай күркәм балалар үҫтереүҙә ирле-ҡатынлы Ғайсиндарҙың роле баһалап бөткөһөҙ булһа, ошо балаларға ғүмер биреп, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән Нурзидәбеҙгә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Сөнки ғаиләгә йән биреүсе лә, йәм биреүсе лә – ул Әсә кеше!

Рузидә ҮТӘШЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 19-09-2014, 15:12 | Ҡаранылар: 958
|
  • Бөтә йыуанысы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре
  • Һоҡланмау мөмкин түгел
  • Яҙмыш һынауҙарын еңеп...
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Бәхет матур ғаилә йөҙөндә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM