НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ике нәҫелдең туғанлығы

Ике нәҫелдең туғанлығы


Әсәйем, мәрхүмә, Сәбилә Абхалиҡ ҡыҙы, сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан. Ҡыҙ фамилияһы Бикбулатова, ҡунҡаҙайҙар ырыуынан. Бикбулатовтар тирә-яҡҡа урман белгестәре, йыр-моңға маһир булыуҙары менән билдәле. Ҡунҡаҙай бабайҙың дүрт улы булған.
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Әхтәм ағай Бикбулатов Бикбулатовтарҙың шәжәрәһен 2001 йылда төҙөгән. Бына улар.
Ҡунҡаҙайҙың улдары: Бикбулат 1746 – 1826 йылдарҙа, Байгилде 1758 – 1814 йылдарҙа, Байбулат 1762 – 1858 йылдарҙа, Ишҡол 1762 – 1812 йылдарҙа йәшәгән.
“Түңгәүер” китабындағы (Өфө, 2007) мәғлүмәт буйынса, 1816 йылғы ревизияла Мәҡсүттә Бикбулат Ҡунҡаҙаев, Байгилде Ҡунҡаҙаев, Юлбарыҫ Бикбулатов күрһәтелгән. Бикбулат Ҡунҡаҙаевтың вариҫтары, Бикбулатовтар, хәҙерге ваҡытта Йылайыр, Хәйбулла райондарында, Өфө ҡалаһында ғүмер кисерә.
Был боронғо, һирәк осраған Ҡунҡаҙай исеме мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Мин интернет дуҫҡа мөрәжәғәт иттем.
Ҡунҡаҙай исемле ауыл XVIII – XIX быуаттарҙа булған! Йәғни хәҙерге Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы. Унда билдәле яҙыусыбыҙ Сулпан ағай Иманғолов тыуған. Ул заманында ауылы тураһында китап та яҙған икән. Ауылға Ҡунҡаҙай бабай нигеҙ һалған. Уның улы Байғужа Ҡунҡаҙаев 1758 – 1822 йылдарҙа йәшәгән. Байғужаның улы – Муллағол. Байғужаның ейәндәре – Мырҙабай һәм Иҙрис. Минеңсә, шәжәрәлә Байғужаның (Байгилденең) исеме, вафат булған йылы дөрөҫ күрһәтелмәгән. 1816 йылғы ревизия буйынса ул әле иҫән булған. Һәм Мәҡсүт ауылы кешеләре Ҡунҡаҙай, уның улы Байғужа Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына 1816 – 1822 йылдарҙа нигеҙ һалған, тип фараз итергә була. Шулай итеп, Бикбулатовтар һәм Байғужиндар яҡын туғандар булып сыға.
Хәкимйән ШӘРИПОВ.

Сығыу ваҡыты 11-07-2014, 10:24 | Ҡаранылар: 546
|
  • Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған Мәҡсүт Юнысов батша Петр Беренсенең дипкурьеры булған
  • Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовҡа – 60 йәш
  • Буҫтыбайҙың ейәндәре
  • Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ
  • Эҙәрмәндәр, бәлки, табышыр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM