RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДА

02.05.2014 Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДА

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН: МИНА ЯЛАНЫНДАҠыҫҡа ғына ғүмеренең һуңғы минуттарында һалдат Зәйнетдинов Ильяс юлдан урман буйына үҙе йүгереп үткән һары яланды күрҙе. Сүп үләнеме, әллә мал аҙығымы? Шул саҡ ниндәйҙер ауыр нәмә аяғына ныҡ итеп килеп бәрелде лә уны алып ырғытты, ул йығылып, бите менән үләнгә төртөлдө, ғәрлегенән һүгенде, тороп баҫыр өсөн ҡулдарына таянырға теләгәйне лә, уң ҡулында ла, янында ла автоматы юҡлығын белде. Һул аяғын тойманы, әйтер­һең, ул унда бөтөнләй булмаған. Ятҡан килеш үлән йырып урманға йүгереүсе аяҡты күрҙе. Яҡында ғына шартлау гөрһөлдәне, кемдер ауыртыныуҙанмы әллә ҡурҡышынанмы ҡысҡырып ебәрҙе. «Яраландыммы икән ни? – тип уйланы Ильяс, – взводтан ҡалырға ярамай». Аяғына баҫырға ынтыл­ғайны, тик һул яҡтан билдән түбән терәк юҡ ине. Арҡаһына әйләнеп ятты һәм һул аяғы урынында төтәгән балаҡ өҙөгөнән аҫтараҡ ҡот осҡос бушлыҡ аша тапалған үләнде генә күрҙе. Йөрәге дөп-дөп типте. Ә аяғы ҡайҙа һуң?! Фронтҡа оҙатыр алдынан запас полкта бирелгән һары инглиз ботинкаһы ҡайҙа?! Ә силғауы? Уға һалдаттың төп «ҡоралы» – ҡашыҡ тағылғайны. Ильястың ағас ҡашығына алтын биҙәктәр төшөрөлгәйне. Ул ҡашыҡты өйҙән алып килде, уның менән бригаданың шыйыҡ өйрәһен ашаны, ә армияла алюмин ҡалаҡ менән ашаған егеттәр, шаяртып: «Ильяс, һин һалдат бутҡаһын был ҡалаҡ менән еңеүгә тиклем тығынырға өмөтләнәһеңме? Ҡалағың сыҙамаясаҡ».
Шул минутта һул аяғын сыҙай алмаҫлыҡ ауыртыу биләп алды. Ильяс ҡалҡынды, өҙөк балағынан йәшел үләнгә ҡуйы ҡыҙыл, өлгөргән сейә төҫөндәге ҡан саптырыуын күрҙе. Әгәр уны туҡтатмаһаң, тәнемдән бөтә ҡаным ағып бөтәсәк һәм ошо һары яланда йән бирәсәкмен, тип уйланы Ильяс. Күкрәгендә уҡ­шыт­ҡыс хәлһеҙлек, үлемесле тартышыу тойҙо, бөтә тәне ҡалтыранды.
– Мин яраландым! Ярҙам итегеҙ! – Ул ҡысҡырҙы.
Ләкин янында бер кем дә юҡ ине, кеше тауыштары ла ишетелмәне. Тик алыҫта автомат очередтары сытырланы, әленән-әле шартлау гөрһөлдәне.
– Иптәш сержант, – Ильяс армияла үҙе өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булған, хатта Алла һымаҡ күргән кешеһенә өндәште. Тик уға ғына зарыңды һөйләргә, унан яҡлау һәм ярҙам көтөргә мөмкин. – Минең аяғым өҙөлдө!
Сержант яуап бирмәне, янына килмәне. Шул ваҡытта күк йөҙө тоноҡлана башланы, әйтерһең дә, көҙгө томан ҡапланы. Ильяс үлеүен аңланы...
Әжәл! Һуң бит ул кисә генә ауыл буйлап ялан аяҡ йүгерҙе, парта артында ултырҙы, текә ярҙан ятыу­ға һикерҙе, һыу аҫтында күҙҙәрен асып, үҙен үлемһеҙ бер һыу аҫты заты итеп тойҙо. Ғөмүмән, ул гел яҡтыла йәшәне, татлы балалар йоҡоһо менән йоҡланы. Бер заман уянып, тирә-яғына күҙ һалды ла, өнөндәге тормошҡа өйрәнә башланы. Әлегә өлкәндәрсә йәшәмәне, ҡатын-ҡыҙ менән йоҡламаны, бер тапҡыр ҙа араҡы эсеп ҡараманы. Иң мөһиме, һалдат булғас, бер генә фашисты ла үлтермәне. Хәҙер мәңгегә китә?! Был ғәҙел түгел дә баһа!
– Иптәш сержант, минең үлгем килмәй! – үҙ тауышын ситтән ишеткәндәй ыңғырашты.
– Ҡара һин уны, берәүҙең үлгеһе килмәй! – сержант ҡайҙандыр мыҫҡыллы өндәште. – Һин әле ҡайҙа йөрөйһөң? Һин һалдат, һин яуҙа.
– Әсәкәйем...
– Бөтә һалдаттарҙың да әсәһе бар. Харчиковтың балалары... Портновта улар дүртәү... Нимә, беҙгә шул сәбәпле мина яланына инмәҫкәме ни?..
Ильяс сержантҡа мөрәжәғәт итеп, унан ярҙам һорауҙың файҙаһыҙ икәнлеген төшөндө. Малай ғына сағында үҙен сөннәткә ул­тырт­ҡанда, ауыртҡас, «Алла!» тип ҡысҡырғанын хәтерләне. Әммә бында, фронтта, барыһы ла тик урыҫса һөйләште, уны иҫәпләмәгәндә, взводта бөтәһе лә урыҫтар, тимәк, янында ла урыҫ Аллаһы.
– Алла, минең үлгем килмәй, үлгем килмәй!
– Кемдең үлгеһе килһен? Бер кемдеке лә... – тине йомшаҡ, әйтер­һең, хатта мәрхәмәтле тауыш. – Ә һиңә, һалдат, кәрәк. Кәрәк.
– Ни өсөн?
– Сөнки һин ун һигеҙ йәшеңдә ерҙәге мөҙҙәттең әшәкелеген кисермәй, гонаһһыҙ, саф килеш үләсәкһең. Ғазапланмайынса, үкенмәйенсә үләсәкһең, бала саҡта арытҡан көндән һуң йоҡлап киткәндәй йоҡлаясаҡһың.
– Әсәйем минһеҙ ни эшләр? Ул бит яңғыҙы. Һин атайымдың утыҙ бишенсе йылда сихуттан үлгәнен беләһең дә инде. Беҙҙең ыҙбаға һыу үтә...
– Һиңә ыҙба нимәгә, әсәйең дә тиҙҙән үләсәк.
– Мин иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, үлмәйәсәк.
– Һин ғәрипләнеп ҡайтасаҡһың... Ә һин армиянан яуапһыҙ хаттар ебәргән Нурия исемле ҡыҙҙың һине күргеһе лә килмәйәсәк. Ул бригадир улына – ике аяғы ла иҫән Бәҙригә кейәүгә сығасаҡ. Шул мәсхәрә һәм ғазаптар һиңә ниңә кәрәк? Үл!
– Юҡ! Юҡ! Минең йәшәгем килә, йәшәгем килә!
Алла аптырап тынып торҙо ла һүҙен дауам итте.
– Ярай, һалдат, улай бик йәшәгең килгәс, мин һиңә һуғыштан һуң үҙеңде ниндәй тормош көтәсәген күрһәтәм. Ҡара. Иҫке өй, ситән, ярлы баҫыуҙа һалам да тиреҫ. Әле унда аслыҡ, ҡайғы һәм хәсрәт. Ситтәге өйҙәргә барып етмәйенсә, райондан ултырып ҡайтҡан осраҡлы арбанан күпер янында төшөп ҡалырһың, ҡултыҡ таяҡтарында һылтаңлар­һың. Нурияның тәҙрәһе ҡаршыһынан үтмәҫ өсөн, ул һинең билбауға ҡыҫтырылған буш балағыңды, аяҡһыҙ булыуыңды күрмәһен өсөн эңер төшкәнен көтөрһөң. Әсәйеңдең ишеген ҡараңғы төшкәс шаҡырһың. Көтөл­мәгән хәлдән ҡаушаған һәм йөҙө ҡатып ҡалған әсәйең һиңә теге донъянан килгән әруахҡа ҡарағандай бағыр. Йонсоған, олоғайған, имгәтелгән һалдатта үҙенең улын танығас, әйтер:
– Һиңә ҡағыҙ килде.
Һин уның һәләмә кейемдәге сибек кәүҙәһен ҡосаҡлап иларһың.
Артабан нимә? Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә, тип әйтәләр генә ул. Һин ғәрип, был стеналар кемгә кәрәк? Һау-сәләмәт кеше хатта колхозда нимәлер ҡырып-һепереп йыя, иң хөрт осраҡта ни ҙә булһа сәлдерә. Ә һин һыңар аяҡта, ҡултыҡ таяғында...
Әгәр һин, һалдат, йәшәргә теләп шул тиклем ныҡышмаһаң, мин һине ҡыҙғанып, һиңә ниндәй кәмһетелеүҙәр кисерергә тура киләсәген һөйләмәҫ инем. Кеше өсөн иң ғазаплы кәмһетелеү – аслыҡ йәки һис юғы туйғансы ашамау менән кәмһетеү ул. Тәүге һуғыштарға көн-төн аслы-туҡлы әҙерләнеп, малайҙарҙың запастағы полктан фронтҡа ҡыуана-ҡыуана китеүен һин хәтерләйһең бит. «Унда, алғы һыҙыҡта, туйғансы ашаталар, ниһайәт, һоғонорбоҙ». Бына һине мина яланына инер алдынан хатта ашатманылар ҙа, тулы ҡорһаҡ менән үлер инең. Кухня артта ҡалды.
Күҙ һал, һинең ауылың тирәһендә һәм күрше ауылдарҙа баҫыуҙар, бер аршынға еткән ҡара тупраҡ, туғай-урмандар бихисап, әгәр уларға кеше тире тамһа, уңыш мул буласаҡ. Ә ауылдарҙа аслыҡ...
Һуғыш! Эйе, ул һинең кеүек малайҙарҙың күбеһен һәләк булыр алдынан аслы-туҡлы булһа ла ашатыу өсөн крәҫтиән бураларынан игенде һуңғы бөртөгөнә тиклем һепереп алды. Ә һеҙгә, иҫәрҙәргә, Алланы алмаштыр­ған юлбашсылар аслыҡтан үлеүсе әсәләр, ҡатындар, балалар тураһында уйлап та ҡараманы. Әгәр иҫән әйләнеп ҡайтһаң, улар һинең күҙ алдыңда ла үләсәк. Ә һинең баҫыу­ҙағы эштән һәм аслыҡтан ҡоро һөйәккә ҡалған әсәйең ғәрипләнгән улына бер ус аҙыҡ табыр өсөн был ерҙә өтәләнеп йөрөйәсәк. Ҡар ирегәс, ҡамылдан йыйған башаҡтар, ырҙындарҙа, һалам эҫкерттәре төбөндә ҡойолоп ҡалған иген бөртөктәре һәм бер аҙ картуф – һин ашаясаҡ ризыҡ бына ошо. Үҙегеҙҙең колхоз идараһына инеп, грамлап он һорарға ғорурлығың ҡамасаулар. «Мин, фронтовик, ошо тыл ҡомаҡтарынан, райондағы ағай-энеһенең ҡурсалауы арҡаһында һуғыш осоронда брондә ултырған рәйес Мәхмүттән берәй нәмә һораһаммы!»
Ә улар үҙҙәре һиңә килмәҫ.
Һиңә апайыңдың туғыҙ һәм ун биш йәшлек малайҙарының аслыҡтан нисек үлгәнен күрһәтәм. Өлкәндәр һымаҡ, утын ҡырҡып, бер телем икмәк ашарға өмөтләнеп, Тирләнгә китер, ләкин артылышты артылғас, юлда үлеп ҡалыр. Дуҫың Ғәбделхәй, ҡытлыҡ ҡышта иҫән тороп ҡалғас, яҙ көнө йылға аша сығып, туйғансы йәшел ҡарағат ашар һәм ҡыуаҡтар араһында ҡоҫоп йәнтәслим ҡылыр.
– Алла, Аллаҡайым, минең еңеүгә тиклем йәшәгем килә!
Алла көлөп ебәрҙе, әйтеп ҡуйҙы:
– Их, һалдат, еңеү тип тешең төштө лә баһа. Эйе, һеҙҙекеләр еңәсәк. Ҡара әле, алдыңда һинең ауыл еңеүҙән һуң. Һин унда ең һыҙғанып эшләрлек һәм нәҫел ҡалдырырлыҡ берәй ирҙе күрәһеңме? Хәҙер ҡарашыңды баҫыуға күсер: ике ҡарсыҡ, бер нисә һалдат ҡатыны, ҡалғандары – үҫмер ҡыҙҙар. Дөрөҫ, һуғыш аҙағына улар үҫеп етер, ләкин кемгә кейәүгә сығырҙар һуң? Күршеләге Сания исемле ҡыҙҙы хәтерләйһеңме? Шаярып, һин уның толомонан тарттың, ул һиңә балалар йоҙроғо менән һелтәнде. Һуғыш ахырына ул үҫеп етер, МТС-та тракторсылыҡҡа уҡыр һәм ремонтланған иҫке тракторҙы утыҙ саҡрымдан үҙ колхозына алып ҡайтырға сығыр. Һин бит ул юлды хәтерләйһең. Ул Марганец тауы битләп үтә. Ямғырҙан һуң батҡаҡ­лан­ған юлда ҡыҙ иңкеүҙән шыуышҡан трактор рычагтарын сибек ҡулдары менән саҡ-саҡ тота. Хәҙер ҡара: трактор ҡырыйлап ипкенгә ауыша, әйләнеп төшә, ә янында, ерҙә – һинең күршең. Уның йәш тәнендә бер генә сыйылған урын да, күк тә юҡ – ул үлгән, ҡурҡышынан йөрәге ярылған. Ә уға ни бары ун ете йәш.
Үле күрше ҡыҙҙы күреп, Ильяс ҡысҡырып илап ебәрҙе. Үҙе Алла тип ҡабул иткән заттың тауышын ишетте:
– Һалдат, ваҡытынан алда күҙ йәштәреңде түкмә. Һинең күршең әлегә иҫән, ул МТС-ҡа тракторсылыҡҡа уҡырға китергә йыйына. Әгәр тере килеш ҡайтһаң, уның йыназаһында иларһың... Һине тағы ла ниндәй ҡайғы, хәсрәт, күҙ йәштәре көтөүен белгәнлектән, һине йәлләп, мин ауылыңа тере килеш ҡайтыуыңды теләмәйем.
– Минең үлгем килмәй!
– Мин һиңә һуғыштан һуң нисек көн иткәнеңде күрһәтәм. Бәлки, был һинең иҫәрҙәрсә йәшәүгә ынтылыуыңды туҡтатыр. Нурия һиңә кейәүгә сыҡмаясаҡ – ағас аяҡлы ир уға нимәгә? Ҡара әле, анау булдыҡлыны – ауылдың беренсе егетен таныныңмы? Эйе, эйе, Бәҙри – бригадир Шәйәхмәттең улы, райкомдың икенсе секретарының ҡустыһы. Ул һинән өлкәнерәк, шулай уҡ фронтовик, еңелсә яраланып, һинән алдараҡ ҡайтты. Һул ҡулы яралы – хәйлә яраһы ул. Мин күп һуғышта ҡатнаштым: һалдаттың йә башы, йә күкрәге йәрәхәтләнә. Ләкин һул ҡулы... Бәҙри һалдат гимнастеркаһын туҙҙырып бөтөрөп килә, командирҙар ҡайышы быуған. Ҡупшы. Хәҙер ул тинтәклектә йөрөй – колхоз комсоргы. Әгәр һин ҡайт­һаң, тап уларҙың туйына өлгөрәһең. Һеҙҙең ауылда туй гөрләр, ә һин аҙ­бар­ҙың ҡараңғы мөйөшөнә йәшенеп иларһың. Артабан йәшәргә кәрәкмәгәнлеген аңларһың. Әсә­йеңде ҡыҙғанып ҡына аҫылынмай ҡалырһың. Ә ике йылдан әллә ҡасандан бирле ҡан төкөрөүсе әсәйең вафат булыр. Шул саҡта, әсә хәстәрлегенән мәхрүм ҡалып, ташландыҡ ғәрипкә әүерелгәс, үҙ ауылыңдағы бер кем дә күҙ һалмаған ҡыҙға өйләнерһең.
Ул – Һәҙиә, киң көмрө яурындарынан ирҙәрсә көс-ҡеүәт ташып торған, сөйәлле ҙур ҡуллы, ир-атҡа оҡшаған йәмһеҙ ҡыҙ. Егеттәр уны шөкәтһеҙ һанап, яҫы битендәге ҡыҫыҡ күҙҙәренә ҡараманы ла. Бер ваҡыт эсеп алған егет остоғо уның итәк аҫтына инергә ынтыл­ғас, ҡыҙ уны шундай дөмбәҫләне, тегенең күҙенән аҙна буйы күк китмәне.
– Мин уға өйләнмәйәсәкмен! – тип ҡысҡыр­ҙы Ильяс.
– Өйләнерһең, – тип яуапланы Алла тыныс ҡына. – Уны бит колхоз йыл һайын Аршаға ағас ҡырҡырға, ә яҙ һал ағыҙырға ебәрҙе. Унда, ауыр эштә, ир-аттар араһында ул хәмер эсергә әүәҫләнде, урыҫса аты-юлы менән һүгенергә өйрәнде... Һин әйләнеп ҡайтыуға ул, егерме биш йәшлек ҡыҙ, эскесегә әйләнер. Бер ваҡыт, әсәйең үлгәндән һуң йыл уҙғас, фәҡир, ташландыҡ хәлгә төшкән өйөңдә яңғыҙың өмөтһөҙлөктә йәшәп ятҡанда, ишегеңде ошо Һәҙиә ҡағыр. Лаяҡыл иҫерек. Бына, әңгәмәгеҙҙе тыңла:
– Һалдаттың хәлен белеп сығайым әле, тип уйланым. Әсәйһеҙ ҡыйындыр һиңә. Бысраҡ, себен, ниңә һауыт-һабаңды йыуып ҡуй­май­һың? Сысҡан еҫе сыға. Әсәйһеҙ ауыр һиңә. Ниңә өйлән­мәй­һең? Юҡһа бөтәһең бит.
– Кемгә? Һиңәме әллә?
– Ә ниңә? Әллә мин ҡатын түгелме? Ҡара, килмәгән ерем юҡ.
– Кит, иҫерек иҫәр! – ҡатындан ерәнеп, һин әрләрһең.
– Китәм, китәм, – тип әйтер ул. – Һауыт-һабаңды йыуып ҡына ҡуям да, әтеү бысраҡ баҫҡан.
Көтмәгәндә иларҙай булып һөйләнергә тотонор:
– Ильяс, һин минең хәлемде беләһең дә инде, йыл да ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Минең ул урман барактарында бет һимертеүҙән түҙерлек хәлем ҡалманы. Дөмөгәм мин унда йәки ағас баҫып үлтерә. Инвалид ҡатынын ебәрмәҫтәр ине. Мин һиңә яҡшы ҡатын булыр инем, һине хәстәрләр инем...
– Күҙемдән юғал, иҫерек баш!
Ләкин ул китмәҫ. Һауыт-һабаны йыуыр, иҙәнде һөртөп алыр, бысраҡ кейем-һалымыңды йыуыр... һәм ҡалыр. Оҙаҡҡа. Һуңынан һин уның ҡалыуына үкенмәҫһең – урман ҡырҡҡандағы түҙемлек менән ул һине ҡайғыртыр, тупаҫлығыңа һәм: «Юғал, шөкәт­һеҙ!» – тип мыҫҡыл­лау­ҙарыңа түҙер.
Әгәр ул эсмәһә, шөкәтһеҙлегенә күнеп, һиңә уның менән йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Һуғыштан һуңғы тормош саҡ ҡына рәтләнгәс, магазинға шәкәр ҡайтыр, ул бал әсетергә тотонор, шунан әсе балдан көмөшкә ҡыуырға өйрәнер. Өҫтәүенә, араҡы арзан. Тормошоң айыҡмаҫ эскелеккә һәм бахмурға әйләнер. Ул һиңә бала таба алмаҫ – ағас ҡырҡыу ҡатын-ҡыҙ өсөн касафатһыҙ ҡалмай.
Һинең менән ун йыл йәшәгәс, ул тамам эскелеккә бирелеп, күп эсеүҙән аяҡ һуҙасаҡ. Һеҙ икегеҙ ҙә аҡылдан шашҡансы мунсала сабынырһығыҙ. Иҫерек ҡатының аңын юғалт­ҡансы сабыныр. Һалҡын һыу менән ҡойонғас, һин өйгә ҡайтырһың һәм, мунсала иҙрәгәнлектән, ятып тороп, ҡаты йоҡоға талырһың. Ә иртән, уянғас, яныңда ҡатыныңды тапмаҫһың. Өндәшерһең – яуап бирмәҫ. Ишек алдында ла күренмәҫ. Борсолоп, мунсаға күҙ һалырһың. Унда иҙәндә ятҡан шәрә, үле ҡатыныңды күрерһең. Йөрәге сыҙамаған уның. Нисек ҡысҡырғаныңды ишет әле: «Кәнтәй, ҡайҙа дөмөгөргә урын тапҡан!» Шул тормошҡа ҡайтҡың киләме?
– Мин еңеүгә тиклем йәшәргә теләйем.

(Дауамы бар).

Факил МЫРҙАҠАЕВ тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”