RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

07.02.2014 Бәхил бул, ғалим!

Бәхил бул, ғалим!80-се йәшендә билдәле башҡорт ғалимы, тарих фәндәре кандидаты, Баш­ҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфән­диәров донъя ҡуйҙы.

Әнүәр Закир улы 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ райо­нының Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостанға ҡайтып, Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) тарих уҡытыусыһы булып, һуңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ диссертация­һын яҡлай. XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙ­ҙең ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнә. Башҡорт, мишәр, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына.
1974 йылдан алып Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошо һәм ижады Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә.
Ул 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу китап һәм монография сығарған. Был – ғалимдың Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалалар архивтарында күп йылдар тикшеренеү һөҙөмтәһе.
Әнүәр Әсфәндиәров республика вуздары өсөн уҡыу китаптары авторҙашы ла булды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”