НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Беҙ һабаҡташтар булдыҡ

Беҙ һабаҡташтар булдыҡ


1983 йылдың йәйендә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә йөрөгән мәл ине. Имтихандарға барған һайын аудиторияның ишеге төбөнә һырыған абитуриенттар араһында кәүҙәгә лә оҙонораҡ, йәшкә лә олораҡ бер егет тәүҙә күҙгә ташлана торғайны. Нишләп­тер һуңғы һынауҙа ғына мин уның да Әбйәлилдән, Әлмөхәмәт ауылынан булыуын, ул ғына түгел, исеме һуңғы осорҙа матбуғатта йыш күренә башлаған, ҡыҫҡа ғына ваҡытта халыҡтың һөйөүен яулап өлгөргән йәш шағир Рәмил Дәүләтҡолов икәнлеген белеп аптыраным. Уға үҙемдең яҡташлығымды бик белдергем килһә лә, шағир тиклем шағирҙың эре ҡыланыуынан, “булһа һуң…” тип ауыҙ ҡыйшайтыуынан ҡурҡып, һүҙ ҡушырға ҡыйманым.
Һуңыраҡ, уҡыуҙар башланып, студенттар үҙ-ара яҡындан таныша башлағас, Рәмилдең иҫ киткес ябай, алсаҡ, йор һүҙле, юҡтан да ҡыуаныс таба һәм ихлас көлә белгән кеше булыуын күреп, тағы бер тапҡыр аптыраным. Беҙҙең төркөмгә күберәк мәктәп эскәмйәһенән килеүселәр эләккәйне, шунлыҡтан 25 йәшлек Рәмилде барыһы ла “ағай” тип йөрөттө. Әбйә­лилдән тағы ике ҡыҙ – Буранғолдан Рәйлә Хаши­мова менән Бикҡолдан Әли­фә Хилалова беҙҙең менән уҡыны. Рәмил яҡташтарын “һеңлекәштәр” тип йөрөттө һәм башҡаларҙан яҡыныраҡ күрә торғайны: үҙ-ара шатлыҡтар йә көйөнөстәр менән бүлешә, кәңәшләшә, хатта серләшә инек. Ул беҙҙең бүлмәгә үҙ кеше кеүек килеп инә, “Ҡана, һеңлекәштәр, сәй эсермәйһегеҙме?” – тип мут йылмая, ҡайһы саҡ үҙе лә күстәнәс тотоп килә. Уның мәрәкә һүҙҙәренә көлөшә-көлөшә сәй эсеүҙәр матур иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалған.
Ләкин ҡайһы саҡ шул ағайыбыҙҙың буй етмәҫлек бейеклеккә менеп баҫҡанын да күрә һәм, беҙҙең менән бергә студент һурпаһын һемергән, бер парта артында лекциялар яҙған, бергә имтихандарға йөрөгән, ҡайһы саҡ шпаргалкаларыбыҙҙы һорап күсергән Рәмилме-түгелме был, тип аптырап та ҡала торғайныҡ. Был мәлдәр – уның шиғырҙарын уҡыған мәлдәре…
Рәмил Ҡол Дәүләт үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы, бәҫен төшөрөргә теләмәгәндәй, ҡайҙа етте шунда – сәй эскәндәме, йә иһә тәнәфестәрҙәме – уҡып йөрөмәне, ә күберәк юғарынан, сәхнәнән тороп һөйләне. Артист төҫлө, образға инеп, һәр һүҙенә хис-тойғоларын һалып, күңелен биреп уҡый торғайны ул. Шул мәлдә был һаулыҡҡа мандый алмаған ябыҡ кәүҙәле егет иленең, теленең, халҡының яҙмышын ҡурсаларға әҙер баһадирға әйләнә ине. Ул саҡта университеттың “Шоңҡар” түңәрәге ағзалары йыш ҡына әҙәби кисәләр ойоштора һәм Ҡол Дәү­ләт уларҙа шиғриәт һөйөүселәрҙең көтөп алған ҡунағы була торғайны. Бәхәсһеҙ, ул – талант, уға тиңдәр юҡ…
Бишенсе курсты тамам­лау­ға Рәмилдең тәүге китабы донъя күрҙе, гәзит-журналдар уның хаҡында йыш яҙа, ижадына мул урын бирә ине. Ул үҙе лә билдәле яҙыусылар, артистар менән аралашып, үҙен уларға тиң кеше күреп һөйләне. Шулай ҙа һабаҡташыбыҙ беҙҙең арала студенттарса шаянлығын, балаларса бер ҡатлылығын юғалтманы һәи ошо сифаттарын ғүмеренең аҙағынаса һаҡланы. Райондың “Осҡон” гәзитендә үҙен телгә алһалар, бәләкәй генә баҫма тип тормай, сикһеҙ ҡыуанысын белдереп, Өфөнән шылтырата һала торғайны.
Үкенескә күрә, Рәмилдең ғүмере ҡыҫҡа булды. Әммә барыбер мин уны бәхетле шағир тип һанайым. Сөнки Ҡол Дәүләт шиғриәт майҙанына үҙ ваҡытында килде: үҙгәртеп ҡороу осороноң демократияһы, һүҙ иреклеге уға “мыжыҡ ҡәйнәһенә ярай алмаған килен” хәлендәге Башҡортостаны һәм “өтөк кенә бер төлкө лә ояһын туҙҙырған” туған халҡы өсөн йәнен әрнеткән һүҙҙәрҙе иң кәрәкле мәлдә әйтергә мөмкинлек бирҙе. Юғиһә уның ише тураһын ярып әйткән шағирҙар совет осоронда “милләтсе”, “диссидент” исем­дәре аҫтында этенән дә, бетенән дә төрткөләнеп йәшәне. Ә Рәмил Дәүләтҡо­лов­ты заман үҙенең геройы яһаны. Республика матбуғаты ойошторған “Йыл кешеһе” рейтингыларында уның исеме юғары урындар биләне. Үҙе тере сағында уҡ Баш­ҡортостан мәктәптәренең береһендә Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге класс булыуы тураһында яҙҙылар. Быларҙы, әлбиттә, беҙ, һабаҡташтары, ҙур ғорурлыҡ менән уҡыныҡ.
Һуңыраҡ, Башҡортостан суверенитет яулап, халҡыбыҙ телен, мәҙәниәтен үҫтерергә киң мөмкинлектәр алған мәлдә, дәүләттең ҡоллоғо темаһы актуаллеген бер аҙ юғалтҡандай булды. Туҡ­һа­нынсы йылдар уртаһында Асҡарҙа осратып, ошо турала һүҙ ҡуҙғатҡас, Рәмил, һәр ваҡыттағыса, юғалып ҡалмай, “Шағир бер ҡасан да темаһыҙ ултырмай, миндә хәҙер икенсе һулыш асылды – мөхәббәт лирикаһына тотондом,” – тип көлдө. Шаяртҡандыр, тип уйлайым, сөнки был ваҡытта ул драматургия менән етди мауыҡҡайны. Тик күп тә үтмәне, ул яҡты донъянан китеп барҙы. Уның менән бергә күпме яҙылмаған шәп шиғыр, поэма, пьеса ла китте…

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 28-05-2013, 12:14 | Ҡаранылар: 825
|
  • Ысын шағир ине
  • Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы
  • Шағир аманаты
  • Мөғжизә бүләк итеүсе шағир
  • Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM