RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Өфөлә Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте

11.09.2012 Өфөлә Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте

Өфөлә Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте
Йомала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында V төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале сиктәрендә БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле актер, ҡурайсы, педагог Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙҙы.
Ғата Сөләймәнов – халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралы – ҡурайҙы яңы бейеклектәргә күтәреүҙә бик әүҙем эш алып барған шәхес. Ул, ҡурайсылар түңәрәге ойоштороп, йәштәрҙе тылсымлы инструментта уйнарға өйрәтә, “ҡурай” исемле китабын баҫтырып сығара һәм шуның менән бер рәттән спектаклдәрҙә төрлө ролдәр башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай, театр сәнғәтен үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ул 1971 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Бөгөн, тап халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале барышында Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе ойоштороу ҙа уның бөтөн беҙгә туғандаш халыҡтар мәҙәниәтен байытыуға өлөш индергәне өсөн рәхмәт билдәһе булып яңғыраны.
Сараға килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дүсән Касеинов тәбрикләне. Кисә дауамында республикабыҙҙың сәхнә “йон­доҙ”ҙары – ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, йырсы Флүрә Килдейәрова, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары һ.б. ситтән килгән ҡунаҡтар алдында матур концерт программаһы менән сығыш яһап, уларҙы башҡорт сәнғәте, мәҙәниәте менән таныштырҙы.

Ф. ТҮЛӘКОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”