RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ҡурай менән үтте ғүмере

15.06.2012 Ҡурай менән үтте ғүмере

Ҡурай менән үтте ғүмере
Ғата Сөләймәнов бөтә ғүмерен халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралын пропагандалауға арнаны
ҡурай тигән тылсымға алты тиҫтә йыл ғүмерен биргән билдәле шәхес, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновҡа бөгөн 100 йәш тулған булыр ине.

Ғата Сөләймәнов Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында тыуып үҫә. Тыуған ауылы ҡурайсылары менән тирә-яҡта элек-электән дан тотҡан була. Бындай мөхиттә нисек инде үҙең дә ана шул тылсымлы ҡоралға тотонмаҫһың? Шуға күрә лә тәүге тапҡыр ҡулына ҡурай алып, уға йән өрөргә тырышҡан мәлдә уға ете йәш тә тулмаған була әле. Көндәр буйы көтөү көткән саҡта малайҙар өсөн был һөнәр күп яҡты мәл бүләк итә.
Ғата үҫмерлек ҡорона аяҡ баҫҡан мәлдә булған осрашыу сәнғәт эшмәкәренең яҙмышында хәл иткес роль уйнай ҙа инде. 1926 йылда Темәс улусына ысын театр труппаһы килеп төшә. Тәүге башҡорт театрының тәүге артистары булған улар. Ярлылар яңы тормоштоң, яңы ҡоролоштоң ғәжәйеп бер күренеше итеп ҡабул иткән был яңылыҡты. Ун дүрт йәшлек Ғата өсөн иһә был, моғайын да, ысын мәғәнәһендәге байрам булғандыр. Башҡорт театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Вәлиулла Мортазин, Ғималетдин Минһажев менән булған ошо осрашыуҙы Ғата Зөлҡәфил улы һуңынан һәр саҡ хәтерендә тотасаҡ. Сөнки был ағайҙары йәш егеттә артислыҡ һәләтен күреп тә өлгөрә. Уларҙың ҡанатландырғыс һүҙҙәре күңеленә май кеүек яғыла – икенсе йылына уҡ йәш егет күп булмаған әйберҙәрен төйнәй ҙә Өфөгә килеп тә төшә. Теләге – артист булыу.
Өфө театр техникумына уны тап ана шул ҡурайы алып инә. Ауылда көтөү көтөп үҫкән, ләкин белем алырға мөмкинлеге бик самалы булған малайҙы улайһа нисек уҡырға алырҙар ине?! Бына шулай башланып китә Ғата Сөләймәновтың серле, тылсымлы ижад донъяһына илткән юлдары. Ошонда ул тәү тапҡыр сәхнәгә сыға, танылған ҡурайсы-музыкант Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтовтар менән бергә халыҡ алдында ҡурай уйнау бәхетенә ирешә.
1928 йылда Өфө дәүләт театр техникумы уҡыусылары “Тутыйғош ҡабағында” исемле пьеса ҡуя. Унда Ғата Сөләймәнов Этвен ролен, Дауыт Юлтыйҙың “Аҡшан батыр” драмаһында ҡурайсы малай ҡотош ролен башҡара. Был спектаклдәрҙе шул замандың күренекле режиссерҙары, педагогтар, башҡорт театрының ҙур эшмәкәрҙәре В. Мортазин, М. Мәһәҙиев ҡуя.
Техникумдың икенсе курсын бөткәс, 1929 йылдың май айында Беренсе дәүләт күсмә театр менән бергә Ғата Сөләймәнов практикант-музыкант сифатында гастролгә сығып китә. Башҡорт сәхнәһе оҫталары менән бер рәттән, ул да сәхнәлә уйнап йөрөй. Күп тә үтмәй, Ғата тыуған ауылы Төркмәнгә ҡайтып, шунда эш башлай. Колхоз идараһы секретары, хисапсы булып хеҙмәт итә, ләкин сәнғәттән һис тә генә айырылмай. Бер аҙҙан хатта район күләмендә художестволы үҙешмәкәрлектең етәксеһенә әүерелә. Колхоздарҙа йөрөп ҡайтҡан арала Баймаҡ ҡалаһының йәш һәүәҫкәрҙәре менән яңы спектаклдәр әҙерләйҙәр.
Тап ошо йылдарҙа Баймаҡта колхоз-совхоз театры ойошторола. Яңы ғына техникум тамамлаған йәштәрҙән төҙөлгән театр була был. Бында Арыҫлан Мөбәрәков, Сәхи Сәитов, Мәхмүт Хәбибуллин ижади юлдарын башлай. Ошо коллектив бер аҙҙан Ғата Сөләймәновты ла яңынан сәхнәгә тартып ала. Бында ул артист, ҡурайсы, бухгалтер булып эшләй башлай. С. Мифтаховтың “Һаҡмар”ында Юлай образын сәхнәгә сығара.
1936 йылда Мәскәүҙән комиссия килеп төшә. Улар Башҡорт опера театрына кадр­ҙар әҙерләү өсөн колхоз-совхоз театрҙары артистарының уйыны менән ҡыҙыҡһына. Баймаҡта “Һаҡмар” спектаклен күргәндән һуң, Ғата Сөләймәнов уларҙың иғтибар үҙәгенә эләгә. Шулай итеп, ул Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәрхиә Сенәкәева, Ғәйшә Фәррәхова менән бергә Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт бүлегенә уҡырға китә. Һуғыш башланыу сәбәпле, улар­ҙың уҡыуы өҙөлә. Шулай ҙа 1942 йылда улар уҡыуын Өфөлә тамамлай.
Был яңы ғына ойошторолған башҡорт опера сәнғәтенең формалашып килгән дәүере була. Юғары белемле йәш солисты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына саҡыралар. Ғата Сөләймәнов “Аҡбуҙат”, “ҡар­луғас”, “Ашҡаҙар” кеүек тәүге башҡорт операларында баритон партияларын башҡара. Бигерәк тә А. Спадавеккиа менән Х. Заимовтың “Аҡбуҙат” исемле тарихи-героик әҫәрҙәрендә Һәүбән батыр һәм Мәсем хан образдары йәш солисҡа уңыш килтерә.
1943 йылда Ғата Сөләймәнов Башҡорт художество бригадаһы составында фронтҡа йүнәлә. Һуғыш яландарында үткәрелгән өс ай самаһы ваҡыт эсендә артистар туҡһанға яҡын концерт ҡуйыр­ға өлгөрә.
1953 йылда Бухареста үткәрелгән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың IV Бөтә донъя фестивалендә лә ҡатнаша ул. Бында Тамара Хоҙайбирҙина, Мөхәммәт Шәмсетдинов, Мөхәммәт Иҙрисов, Әнүәр Фәхретдинов кеүек бейеүсе­ләр­ҙең ҡурайсы-аккомпаниаторы була. 1954 йылда СССР-ҙың мәҙәни делегацияһы составында Һиндостан сәхнәләрен ҡурай менән шаулата.
Ғата Сөләймәнов, ҡурайға мөкиббән бирелгән кеше булараҡ, ғүмер буйы уны пропагандаланы. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың төрлө төбәктәрен гиҙеп, 250 тирәһе йыр һәм легенданы туплаған шәхес булараҡ та уның эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ. Шуларҙың 150-һе уның эшкәртеүендә матбуғат баҫмаларында донъя күргән, иллеләбе ғилми баҫмалар­ға инеп киткән. Композитор Камил Рәхимов менән берлектә башҡорт мәктәптәренең 1−2-се кластары өсөн “Йыр һәм музыка дәрестәре” тигән методик ҡулланма әҙерләйҙәр. Ошо ҡулланма һуңынан өс тапҡыр ҡабатлап нәшер ителә. Ғата Сөләй­мәновтың “ҡурай” тигән китабы ла бик билдәле. Ул 1970 һәм 1984 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырып сығарыла. Ғата Сөләй­мәновтың уҡыу йорттарында, эшселәр араһында ҡурайсылар түңәрәктәре ойоштороп, йәштәрҙе ҡурай серҙәренә өйрәтеүе лә уның ижади эшмәкәрлегендә ҙур урын тота. Сөнки билдәле оҫта сәхнәлә үткәрелгән тиҫәләрсә йылдар дәүерендә һәр саҡ үҙенә алмаш әҙерләү маҡсаты менән янып йәшәне. ҡурай сәнғәтен өр-яңы бейеклеккә күтәреүе, башҡорт халҡының рухи байлығын үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн 1971 йылда ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Ғата Сөләймәновтың актер булараҡ эшмәкәрлеге үҙе үк – ҙур бер тема. Ул 1947 йылдан 1972 йылғаса – сирек быуат Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә йөҙләп спектаклдә ҡатнашып, шул самаһы уҡ образ тыуҙырған. ҡарағол, Иван Иванович, Һөйөндөк, Кондрат Петрович (Дауыт Юлтый, “ҡарағол”), Ғайса (Сәғит Мифтахов, “Зимагорҙар”), Шатморат (Баязит Бикбай, “ҡарлуғас”), Аҡназар (Б. Бикбай, “ҡаһым түрә”), Әжмәғол ҡарт (Мостай Кәрим, “ҡыҙ урлау”), Монтано (В. Шекспир, “”Отелло”), Петрушин (Л.Толстой, “Тере мәйет”) һәм башҡа ролдәрҙе башҡарып, үҙен башҡорт драма сәнғәтенең күренекле оҫтаһы итеп таныта.
Мәшһүр ҡурайсы һәм актер, бөтә булған ижади дәүерендә арымай-талмай сәхнәгә хеҙмәт иткән Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1988 йылда яҡты донъянан китте. Оҫта китте, ләкин уның фиҙакәр тырышлығы ярҙамында өр-яңы һулыш алған ҡурай сәнғәте яңынан-яңы үрҙәр яулауын дауам итә.

Фәниҙә ИСХАҡОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”