НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Украиндар башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын онотмай

Украиндар башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын онотмай


Унда данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәлдәр, сквер, мемориал асылған
Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бө­йөк Ватан һуғышында күр­һәт­кән батырлыҡтары тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылған. Дөрөҫөн әйткәндә, яҡташтарымдың күбеһе ошо Бөйөк Еңеү көнөн еткереүгә ғәзиз башын һалған.
Украина ерендә беҙҙең баш­ҡорт атлылары үткән яу яландарында, данлыҡлы башҡорт яугирҙары һәләк булған ерҙәр­ҙә һәйкәлдәр ҡуйылған. Беҙ, бында йәшәгән 4 меңгә яҡын башҡорт, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ. Тыуған ил үҙенең батыр улдарын онотмай. Һуңғы тапҡыр Украинаға 2009 йылдың аҙағында Башҡортостан делегацияһы килеп ҡайтты. Улар Донецк өлкәһенең Чернухино ҡасабаһындағы өлкә музейында булды. Донецк халҡы Башҡортостан вәкилдәрен икмәк-тоҙ, сәскәләр менән ҡаршы алды. Шул дәһшәтле һуғыш йылдары иҫтәлегенә, башҡорт атлылары хөрмәтенә атын теҙгендә тотоп торған кавалерисҡа һәйкәл ҡуйылған. Бында йәшәгән халыҡ башҡорт яугирҙарын ҙур хөрмәт менән телгә алды. Бер урамда ғына атлылар 200-ҙән ашыу дошманды тар-мар итә, 4 танкыны яндыра. Донецк өлкәһенең Дебальцево ҡалаһындағы тимер юлы бик мөһим стратегик урын була. Уны азат итеүҙә лә башҡорт атлылары әүҙем ҡатнаша. Ҡала музейынан, совет һалдаттары ерләнгән ерҙән халыҡ өҙөлмәй, яңынан-яңы сәскәләр һала. Луганск өлкәһенең Петровское ҡалаһында 2009 йылда монументаль сквер төҙөлөп, Башҡорт кавдивизияһына, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа иҫтәлекле билдә ҡуйылды. Башҡорт атлыларының иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә бөтә ҡала халҡы, йәмәғәтселек, йәштәр хәленән килгәнсә ҙур ярҙам итте. 1 мең саҡрым ерҙән ҙур гранит таш килтереп һалынды, күп итеп ағас, сәскәләр ултыртылды, сквер кәртәләнеп, эскәмйәләр ҡуйылды. Халыҡ үҙ ерен дошмандан азат иткән яугирҙарҙы онотмай. Ошо ҙур эштәрҙе башҡарыуҙа республиканың Хәрби дан музейы хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтов күп көс һалды. Луганск өлкәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы ветерандар ойошмаһы һәм Айырым Слобложан казактар йәмғиәте ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, был төбәктә Башҡортостандан үҙ аллы килгән делегациялар ҙа йыш була. Һәйкәлдең ике яғында ла яҙыуҙар бар. Генерал-майор һәләк булған ерҙә лә айырым гранит таш ҡуйылған. Петровское һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһын туғандаш ҡалалар итеп иғлан итеүҙе маҡсат иттеләр.
Башҡорт атлылары яуҙар менән үткән юл легенда булып ҡалды инде. Беҙҙең Мәләүез районы ғына 112-се кавдивизияға йөҙәрләгән атлыны оҙатҡан. Бик ентекле тикшереп, физик яҡтан көслө, буйы 170 сантиметрҙан кәм булмаған, ҡоралды оҫта ҡуллана белгән ир-егеттәрҙе һайлап, ғәскәр йыйылған. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иң ҙур юғалтыуҙарға Чернигов өлкәһендә дусар була. Фашистарҙың танк дивизияһына ҡаршы атлылар күрәләтә үлемгә ебәрелә. «Ҡыҙыл атлылар» гәзите хеҙмәткәрҙәре юғары дәрәжәле генералдарға, ни өсөн ошо кавалерияны күрә тороп танкыларға ҡаршы ебәрҙегеҙ, тип етди һорау бирә. Ошо һорауҙы биргән хәрби хәбәрселәр тиҙ арала төрлө сәбәп менән үлеп ҡала...
Үҙем белгәндәрҙән генә Үрге Бикҡужа ауылынан Яхъя Сөләймәнов һәм Томансы ауылынан Заһиҙулла Әхмәҙиев батырҙарса һәләк була. Украинала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исеме һәйкәлдәрҙә сағылдырылған. Төрлө быуын кешеләре һәм ветерандар, яҡташтар һәйкәлгә сәскә һалырға килә. Украина башҡорттары йәмғиәте бынан алты тиҫтә йылдан ашыу элек булған ваҡиғаларҙы иҫкә алып, кисәләр үткәрә, мемориалдар­ҙы тәрбиәләп ҡарап тора. Березовка ауылы янында атлылар ерләнгән мемориал яңыртылған, тәрбиәле, ҡараулы.
Беҙ, Украинала йәшәгән башҡорттар, Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында иҫтәлектәрҙе, бөгөн билдәле булмаған мәғлүмәттәрҙе күберәк йыйырға тейешбеҙ. Олатайҙарыбыҙ өй күләгәһендә сәй эсеп ултырмаған – Тыуған иле өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡаты ялҡынында, алыштарҙа һәләк булғандарҙың исемен алтын хәреф менән гранит-мәрмәр ташҡа яҙып ҡуйыр­ға кәрәк.

Даларис Имелбаев,
башҡорт йәмғиәте рәйесе.

Украина,
Ялта ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 4-05-2012, 10:09 | Ҡаранылар: 1461
|
  • Данлыҡлы яугирҙы иҫкә алып…
  • Шанлы яу юлдары буйлап
  • Тыуған ерен яҡлаған, ир намыҫын һатмаған!
  • Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай
  • Миәкәләр ҡаһарман улдарын онотмай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM