НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай

Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай


Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында илебеҙҙең азатлығын һаҡлауҙа һәм фашистик Германияны еңеүҙә Башҡортос­тан халҡының өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостандан 700 мең кеше яуға оҙатылған. Фронт һыҙығында үҙҙәренең ҡаһарманлыҡтары менән айырылып торған, Волга­нан Эльбаға тиклем данлы юл үткән легендар 112-cе (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһының исеме лә тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылған.
17 ноябрҙә был дивизияның ойошторолоуына 70 йыл тулды һәм, иҫтәлекле датаға арнап, кавдивизия яугирҙарының батырлыҡтарын пропагандалау һәм мәңгеләштереү маҡсатынан күп юбилей сараһы үткәрелде. Байрам уңайынан башҡорт атлылары командиры, генерал-майор Миң­леғәле Шаймо­ратов­тың тыу­ған төйәге – Ҡырмыҫҡалы райо­нының Шайморат ауылы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Рес­публика Хәрби дан музейының филиалы булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында тарихсылар, музей хеҙмәткәрҙәре, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, студенттар, Украина, Ҡаҙағстан, Белоруссия кеүек илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында үткән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция Бөйөк Ватан һуғышында ойошторолған көслө хәрби соединениеның ҡаһарманлығы менән тарих биттәрендә айырым урын алып тороуын тағы бер мәртәбә иҫбатланы.
Ҡунаҡтар М. Шайморатов исемендәге 104-cе мәктәптең музейында булып, уҡыусыларҙың башҡорт кавалерияһына ҡағылышлы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауының, әле лә, музейҙы яңы документтар менән байытыу маҡсатында эҙәрмәндәр төркөмө булдырып, архивтарҙа эҙләнеүҙәренең шаһиты булды. Үкенескә күрә, төрлө милләт вәкилдәренән тупланған Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары сафы йылдан-йыл һирәгәйә, республикала улар хәҙер 24 кенә кеше ҡалған. Юбилейға Ғәбделхай Зарипов менән Ғәли Кинйәкәев кенә килә алғайны. Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда республика хөкүмәте етәкселәре, һуғыш һәм тыл ветерандары, мәктәп уҡыу­сылары ҡатнашлығында үткән тантаналы йыйылышта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ф. Ямалетдинов, БР хәрби комиссары А. Балтинский легендар дивизияның тарихына байҡау яһап, ветерандарҙы социаль яҡлау, балаларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Сара сәнғәт оҫталары әҙерләгән байрам концерты менән тамамланды.

З. ХӘСӘНОВА.

(112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуға 70 йыл тулыуға арналған мәҡәләне 10-сы биттә уҡығыҙ).

Сығыу ваҡыты 19-11-2011, 13:15 | Ҡаранылар: 1227
|
  • Данлыҡлы яугирҙы иҫкә алып…
  • Шанлы яу юлдары буйлап
  • Ҡултамғалар йыйыу дауам итә
  • Украиндар башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын онотмай
  • Күптән лайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM