RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ҡыйылып та атыр таңдар бар

15.10.2011 Ҡыйылып та атыр таңдар бар

Йөрәгебеҙгә уйылған

Һуғыш йылдары мәктәп тормошона ла етди үҙгәрештәр индерҙе, ҙур һынауҙарға дусар итте.
Йыш ҡына шулай була ине: кисә беҙгә дәрес биргән уҡытыусыларыбыҙ бөгөн Тыуған илдең азатлығы өсөн яуға оҙатылды. Уларҙы башҡа берәү менән тиҙ генә алмаштырып тороу мөмкинлеге лә юҡ.
Утынды уҡытыусылар, уҡыусылар көсө менән әҙерләгән саҡтар ҙа хәтерҙә. Кластарҙа ҡара һауыттарының туңып ултырыуы, өшөгән бармаҡтарҙы өрә-өрә яҙышҡаныбыҙ әле лә иҫтән сыҡмай: был турала ул йылдарҙа беҙҙең мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләгән Сәғит Агиш «Сәләм тапшырыу» тигән иҫтәлек яҙмаһында бик тә дөрөҫ яҙа.
1942 йылдың февраль айында һуғышҡа киткән директорыбыҙ Мөхәррәм Туҡтамышев урынына Жәлил ағай Кейекбаев килде. Уны Өфөнән пар атта мәктәп завхозы Әхмәт ағай Ғәзизов алып ҡайтты. Февраль айының буранлы көнө ине. Әхмәт ағай үҙе менән Маһира апай Ғарифуллинаны алып барҙы, сөнки ул Жәлил Ғиниәт улының ғаиләһе менән электән үк таныш икән.
Тура Маһира апайҙарға килеп төшә улар. Һуңынан ҡаранйылғала бер аҙ ғына торғас, йәнә Маһира апайҙарға күсеп килделәр. Дуҫы Хәбибулла Ғарифуллин һуғыштан контузия алып, яраланып ҡайтҡас ҡына уның уң яҡ күршеһендәге тыҡрыҡ мөйөшөндәге өйгә урынлаштылар. Йәштән үк айырылмаҫ дуҫтар һәр саҡ бергә булды.
Жәлил Кейекбаев директор булып эшләне, немец теленән дә дәрестәр бирҙе. Уның менән бергә яҙыусы Сәғит Агиш та эшләне, беҙҙе башҡорт теле менән әҙәбиәтенән уҡытты.
Жәлил Кейекбаев үҙенең элекке уҡыусыларының йөрәгендә яҡты иҫтәлек ҡалдыр­ҙы. Шул осорҙа уның дәрестәрен тыңлаған һәр кем уға сикһеҙ һөйөү һаҡлай.
Йылдар бер-бер артлы үтә торҙо. Бына илленсе йылдарҙың башы. Ауылыбыҙҙың бер төркөм йәштәре һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, уҡыу, юғары белем алыу дәрте менән янып, республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарына китте. С. Мәүлетҡолов, Х. Мәүлетҡолова, Н. Сәғәҙиева, Р. Латипова, Ф. Юлдыбаева, М. ҡотлогилдина, Ә. Шәрипов, В. Шәрипова һәм ошо яҙманың авторы, уҡытыусы һөнәрен һайлап, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына барып индек. Шунда уҡыған саҡта, күренекле төркиәтсе Н. Дмитриевтың «Башҡорт теле грамматикаһы» китабын уҡып, Ж. Кейекбаевтың талантлы тел ғалимы икәнлеген тәү башлап белдек. Кем уйлаған бит!
Тағы ла күп йылдар үткәс, беҙ, бер төркөм уҡытыусы, белемебеҙҙе тулыландырыу уйы менән ситтән тороп Өфөлә уҡыныҡ. Беҙгә Жәлил ағайҙың «Тарихи башҡорт теле», «Сағыштырма тарихи грамматика» кеүек курстар буйынса лекцияларын тыңлау бәхете тейҙе. Конспекттарыбыҙ әле лә һаҡлана.
Был мәлдә Жәлил Кейекбаев филология фәндәре докторы, профессор ине инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙен үтә ябай тотто. Тәнәфес ваҡытында уны һәр ваҡыт студенттар солғанышында күрә торғайныҡ.
1957−1961 йылдарҙа ул университеттың проректоры булып эшләне. Бында ул студенттарҙың уҡыуы, фәнде нисек үҙләштереүе менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Сөнки башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында ситтән тороп уҡыусыларҙың − беҙҙең дә бер нисә дәрескә инеп ултырыуын яҡшы хәтерләйем.
1966 йыл. Март аҙаҡтары… Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса фәнни-ғәмәли конференция бара. Уға һарытау, Һамар, ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Пермь өлкәләренән дә уҡыусылар, тел, әҙәбиәт ғалимдары килгән. Конференцияның эшен ойоштороу, алып барыу кеүек бөтә эштәрҙә лә Жәлил Кейекбаевтың эшмәкәрлеген ныҡ тойҙоҡ…

Йыр-моңдо юлдаш иткән ғүмер

Әйтергә кәрәк, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошо музыка, халыҡ йырҙары менән тығыҙ бәйләнгән. Йыр тураһында һүҙ сыҡһа, уның: «Башҡортостан бит ул ҙур урмандарҙан, иркен ҡырҙарҙан, бейек тауҙарҙан тора. Башҡорт, ҡайҙа ғына барһа ла, йырламайынса йөрөмәй, тартынып торорға янында башҡа кешеләр ҙә булмай. Йырсыларҙы ғына тыңлап ләззәтләнеүгә ҡарағанда күберәк үҙе йырлап күңел йыуата. Шулай һәр кешенең йырлауы, быуындан-быуынға күсеп, ғәҙәткә инеп китә», − тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
Ысынлап та, уның был һүҙҙәрендә ҙур хәҡиҡәт сағылыш тапҡан. Уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле, башҡорт халҡына йыр-моң нисәмә-нисә быуат буйына юлдаш булып йәшәп килә. Ана шул йыр-моңға ифрат та бай хисле башҡорт халҡының үҙе кеүек үк, Жәлил ағай ҙа халыҡ көйҙәрен ҙур оҫталыҡ, илһам менән йырлай белгән кеше булды.
Миңә йыш ҡына уның замандаштарының, яҡындарының, ҡәләмдәш дуҫтарының тел ғалимының мандолинала һәм тальян гармунда өҙҙөрөп уйнауы тураһында ла һөйләгәндәрен ишетергә тура килде.
1939 йылдың йәйе. Өфөлә сит ил телдәре институтын ойоштороуҙы юлға һалғас, Жәлил ағай, үҙе әйтеүенсә, ҙур ялға – «йәй йөрөмгә» тыуған ауылына ҡайта. Йәшлек дуҫы Хәбибулла Зиннәт улы менән ялды бергә үткәрә.
− Жәлил фотоаппарат та алғайны, иҫтәлек өсөн Мәндем йылғаһы буйында фотоға төштөк. Бер көн ҡаранйылғала булһаҡ, икенсе көн беҙҙә, Сәйетбабала, булабыҙ. Вәли Хисамовтан «Таштуғай»ҙы, «Урал»ды, «Һанаҡа»ны йырлатабыҙ. Жәлил дуҫым мандолинаһынан айырыла алмаҫ, бер туҡтауһыҙ «Селтербей» көйөн уйнар ине, − тип тә болоҡһоп ала Хәбибулла ағай.
Үҙем дә уның йырлағанын күп тапҡыр ишеткәнем булды.
… 1965 йылда ғалим Сәйетбабаға килгәйне. Ул яҡын дуҫы Хәбибулла Ғарифуллинда туҡталды. Жәлил ағайҙың килгәнен ишетеп, уның дуҫтары йыйылды. Ошонда ул үҙенең көмөштәй саф, моңло тауышы менән йырлап ебәрҙе. Күрәһең, дуҫтары менән осрашыу һәм тыуған төйәгенә ҡайтыу уға хис-тойғо һәм дәрт өҫтәгәндер. Жәлил ағайҙың үҙенсәлекле тауышы, аһәңле йырҙары әле лә ҡолағымда сыңлап тора. Икенсе көндө ҡунаҡ һуғыш йылдарында үҙе уҡытып йөрөгән мәктәпкә барып сығырға вәғәҙә итте. Иртәнсәк мәктәп ихатаһына сығыуым булды, ҡолағыма боронғо башҡорт йыры салынды. Таныш көй − «Һанаҡа» йыры ишетелә. Баҡһаң, уны Жәлил ағай йырлай икән.
ҡараһам, ул эйәрһеҙ ат өҫтөндә ултырып, йырлап килә, ялан баш, сәстәрен ел туҙғыта, пинжәгенең төймәләрен дә элмәгән, елбәгәй ебәргән.
− Бына, ҡустым, тыуған еремдең гүзәллегенә һоҡланып килә торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән, көйләп ебәргәнмен, − тине ул, мине күргәс.
Уның тыуған ауылы ҡаранйылғала әле лә йыр-моңға әүәҫ кешеләр күп. Әммә улар ҙа Жәлил ағайҙың тыуған яҡ моңдарын бик тә саф, үтә моңло, оҫта һәм ихлас йырлауына һоҡланып, уны һағынып иҫкә ала.
Һуңғы мәртәбә яҡташыбыҙҙың йырҙары беҙҙең районда 1967 йылдың йәйендә яңғырай. Жәлил Кейекбаев Башҡортостан яҙыусылары делегацияһы араһында хужалыҡтар эшсәндәре менән осрашыуға килә. Шул ваҡытта ҡунаҡтар хөрмәтенә урман ситендә байрам ойошторола. Жәлил ағай уйын-бәйгенең уртаһында була. Ул гармунда, мандолинала уйнай, халыҡ көйҙәрен күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп башҡарып, дәртле бейеү көйҙәренә кешеләрҙе бейетеп, яҡташтарының бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәтен алыу менән бергә, уларҙы бик ныҡ һөйөндөрә, кинәндерә.
1984 йылдың июнендә Ишембай районынан Маҡар урта мәктәбе уҡыусыларының Жәлил Кейекбаев музейына экскурсияға килеүе бик тә ҡыуаныслы булды. Сөнки улар үҙҙәре менән ҡәҙерле экспонат − билдәле ғалимдың Маҡар урта мәктәбе уҡыу­сыларына яҙған хатының күсермәһен килтерҙе. Был хат 1967 йылдың 25 февралендә яҙылған булған. Ошо хат аша уның һоҡлан­ғыс тормошоноң тағы бер сағыу бите менән таныштыҡ.
Был хаттан бер өҙөк килтереү урынлы булыр:
«Маҡар элек-электән бик данлыҡлы ауыл булған. 1880 йылда Ташбүкәнгә (Ғафури районында) ҡунаҡҡа барған саҡта вафат булған генерал-майор Йософ ҡарамышев та Маҡар ауылында тыуып үҫкән. Уның йыры ла бар. «Йософ майор» көйө тип йөрөтәләр.
Мин һеҙгә ул көйҙөң нотаһын ебәрәм… Ул бик матур. «Перовский» көйөнә бер аҙ оҡшаш, марш көйө. Ләкин был көйҙөң нотаһын юғалтҡандар. Бәлки, уны белеүселәр барҙыр? Әгәр бар икән, был көйҙө халыҡҡа сығарырға кәрәк. Халыҡ сәнғәте гәүһәрҙәренә, уның рухи хазинаһына иғтибарлыраҡ булһаҡ ине».
Күренекле төркиәтсе, профессор М. Зәкиевтың Жәлил Кейекбаев тураһында «Дәртле йыр» китабында: «Башҡортостан тураһында һүҙ сыҡҡанда, уны телгә алалар, уның дуҫ-иштәре менән күңелле генә гәпләшеп ултырғанда, яңғырауыҡлы көмөш тауыш менән көслө итеп халыҡ көйҙәрен һуҙып ебәреүен иҫкә төшөрәләр. Ул йырлаһа, Башҡортостан далаларының киңлеген, Урал тауҙарының мөһабәт бейеклеген, башҡорт халҡының рухи бөйөклөгөн тел менән һөйләп тораһы ҡалмай. Барыһы ла шул йырға һалынған була», − тип яҙыуында ла әйтеп бөтөргөһөҙ баһа сағыла.
Йыр-моңдо юлдаш иткән, туған халҡына тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булған был ғүмер − халыҡ үҙе ижад иткән йырҙар шикелле үлемһеҙ. Ә улар инде уның бай һәм сағыу тормош һәм ижад юлында ғалим өсөн илһам, рухи дәрт биреүсе көс сығанағы булып хеҙмәт итте.

Хаттар, хаттар…

Жәлил Кейекбаевтың мемориаль-биографик музейында ғалимға атап яҙылған егермеләп хат һаҡлана. Улар уның ғилми эшмәкәрлеген һәм бай йөкмәткеле тормошон тулыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
Бына, мәҫәлән, Баҡынан атаҡлы төркиәтсе, «Совет тюркологияһы» журналының баш мөхәррире М. Ширалиев былай тип яҙа: «Һеҙҙең хатығыҙҙы алдым һәм эшмәкәрлегегеҙ хаҡында күп ҡыҙыҡлы нәмә белдем. Әгәр «Алтай телдәренең сағыштырма тарихи морфологияһы»н ҙур булмаған тираж менән сығарып, республикаларға тарат­һағыҙ, һәйбәт булыр. Ул саҡта Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге хаҡындағы бәхәсле мәсьәлә буйынса фекер алышыу уҙғарыр­ға ла булыр ине. Һеҙгә уңыштар теләйем…»
Х. Машаков, Ашхабад университеты доценты: «Хөрмәтле Жәлил Ғиниәт улы! Һеҙ «Тюркологияға инеш һәм төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы курсы» программаһын төҙөй икәнһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ төрки телдәр уҡытылған юғары уҡыу йорттары өсөн бик кәрәкле, ҡиммәтле әйбер», – тип яҙа.
Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Ухсайҙың хаты ла иғтибарға лайыҡ. Ул ғалимдың, йәштәшенең, ҡорҙашының лингвистика өлкәһендәге уңыштарына шатланыуын белдерә, үҙенең ижади пландары менән уртаҡлаша.
Хаттар исемлеген тағы ла дауам итергә була. Мәҫәлән, Үзбәкстандың Хәмзә исемендәге пединститутынан Ф. Абдуллаев, Литва ССР-ынан М. Тинфович, Яҡутстандан М. Черосов, ҡалмыҡ АССР-ынан Ц. Номинханов һәм башҡалар төрки телдәр проблемалары буйынса кәңәш һорай, фәнни хеҙмәттәре менән алмашыу тураһында фекерҙәрен белдерә.
Туғандаш республикаларҙан кандидатлыҡ йәки докторлыҡ дәрәжәһенә дәғүә итеп яҙылған авторефераттар, уларға ғалим яҙған рецензиялар бар. Иң ҡәҙерле экспонаттар, дуҫлыҡ ептәрен күрһәтеүсе сығанаҡтар улар.
Бына миҫалға Үзбәкстандан Д. Ниязовтың кандидатлыҡҡа дәғүә иткән «Интонация повествования в современном узбекском литературном языке», «О жанровых особенностях поэзии башкирского народа» тигән авторефераттары, Эстония ССР-ы Тарту университеты ғилми яҙмаларының баҫмалары, ошо уҡ баҫмаларҙың береһендә Жәлил Кейекбаевтың «О происхождении некоторых падежных форм в урало-алтайских языках в свете теории определенности-неопределенности» кеүек ғилми мәҡәләһен дә уҡый алабыҙ.
Жәлил Кейекбаевтың 1967 йылдың 27 мартында яҙған хатында туғандаш республикаларҙың йәш ғалимдарына күрһәткән ярҙамы, ихтирамы, хәстәрлеге, дуҫлыҡ тойғолары күренә. Хат, яҙылып та, ебәрелмәй ҡалдымы икән? Уныһы билдәһеҙ. Адресаттың исеме генә телгә алына. Ләкин иғтибарға бик лайыҡлы булғанлыҡтан, уны тулыһынса килтерергә булдым. Бында ла яҡташыбыҙҙың башҡа телдәргә ҙур һөйөү менән ҡарағанлығын тояһың. «ҡәҙерле Леонид! Хатығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яуапты хәҙер үк бирергә ашығам, сөнки онотоп ҡуйыуым ихтимал.
Күптән түгел генә ҡаҙанда булдым. Һеҙҙе һораштым. Алабуғала икәнлегегеҙҙе белдем. Институтта һеҙҙең «Диалектологик атлас»ығыҙҙы күрҙем, яҡшы, ҡыҙыҡлы атлас.
Һеҙҙең планығыҙ татар-мари телдәренең лексик параллелдәре буйынса эшләү икән, ысын күңелдән тәбрикләйем. Был бик яҡшы һәм иң кәрәкле эш. Күптән тотонорға кәрәк ине. Минең «Урал-Алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән китапҡа килгәндә, эшләүҙе дауам итәм. 2 – 3 йыл элек мәсьәләләр асыҡлана төштө, материалдар йыйыла. Мин уны яңынан яҙам, күләме лә ҙур булмаясаҡ. Беренсе вариантында күп ҡабатлауҙар бар ине.
Хәҙер «Урал-Алтай тел ғилеменә инеш» курсы айырым уҡытыла.
Бер курстың программаһы наборҙа, апрелдә сығасаҡ. Программа инеш бүлеккә теоретик нигеҙҙәр менән проспект рәүешендә төҙөлдө (күләме 2 баҫма табаҡ).
Әгәр ҙә һеҙҙең институттан рәсми заказ булһа, был программаны ла, «Төрки телдәр­ҙең сағыштырма грамматикаһы курсы» программаһын да ебәрә алабыҙ.
Мари һәм татар телдәрен сағыштырып өйрәнеүҙе һеҙгә хәҙер үк башларға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ удмурт, мордва телдәрен дә, фин, уғыр телдәрен дә, мари һәм татар телдәренең факттарын иҫәпкә алып, сағыштырып өйрәнһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Беҙ «Урал-Алтай» йыйынтығын сығарыр­ға йыйынабыҙ. Һеҙҙең беренсе күҙәтеүҙәрегеҙҙе лә ошо йыйынтыҡта күрергә мөмкин булыр (яҡынса 12 − 15 бит). Беҙгә грамматика (морфология) буйынса сағыштырып өйрәнеү кәрәк. Мин һеҙгә (һис кисектермәйенсә) мари теле менән шөғөлләнеүҙе тәҡдим итәм, сөнки уның буйынса әҙәбиәт күп. Йәки һеҙ Йошкар-Олаға барып, унда белгестәр, телселәр, диалектологтар менән һөйләшә алаһығыҙ, мәҫәлән, профессорҙар Пенгиров, Галкин, Иҫәнбаевтар менән.
Йошкар-Ола бит һеҙҙән алыҫ түгел. Был иптәштәр һеҙгә кәңәштәре менән ярҙам итерҙәр. Бер уңайҙан әҙәбиәт менән танышырһығыҙ. Һәр хәлдә, һеҙ мари телен ғәмәлдә беләһегеҙ. Һеҙгә еңел булыр. Материалдарҙы мари теле һәм башҡа фин-уғыр телдәре буйынса йыйырға кәрәк. Һеҙҙе тиҙҙән раҫлаясаҡтар. Мин һеҙгә шул шатлыҡлы көндәрҙе теләйем.
Һеҙ Йошкар-Олала (Пенгировта) педагогия институтына, йәки (Галкинда) Мари ғилми-тикшеренеү институтында урынлаша алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең киләсәк яҙмышығыҙ тураһында ла уйларға кәрәк. ҡаҙан тел, әҙәбиәт, тарих фәнни-тикшеренеү институтында хәҙергә урын юҡ, тиҙәр. Ләкин унда һеҙ тик татар теле буйынса ғына эшләй алаһығыҙ бит. Һеҙгә, һис һүҙһеҙ, үҙ туған телегеҙ буйынса шөғөлләнергә кәрәк. Бөтә күңелдән уңыш һәм һаулыҡ теләйем.

Сәләм менән, һеҙҙең Ж. Кейекбай».

Ғиндулла ШӘЙӘХМӘТОВ,
Жәлил Кейекбаев музейы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ғафури районы.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”