НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр


Ир-егеттең аҫылы ил  эшендә танылырБашҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе, совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеге Рәсәйҙең илселек тарихында баһалап бөткөһөҙ. Төпкөл ауылдан сыҡҡан ябай бер егеттең үҙенең тырышлығы менән белем алып, СССР-ҙың Сәғүд Ғәрәбстанындағы Генераль консулы дәрәжәһенә тиклем ирешеүе, был ил менән СССР араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлаштыра алыуы уның маҡсатҡа ирешеүсән, талантлы шәхес булыуы тураһында һөйләй. Илсе булыу һөнәр генә түгел, талант та. Илдең тышҡы сәйәсәтен билдәләүҙә дипломаттың роле ғәйәт ҙур. Кәрим Хәкимовтан һуң Көнсығыш илдәрендәге илселәр бер-бер артлы алмашынып тора. Ләкин ғәрәп донъяһы менән ул урынлаштырған кеүек дуҫлыҡ бер йылдарҙа ла булмай.
Дүсәндәрҙең ғорурлығы

Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимов 1892 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бишбүләк районы) Дүсән ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бик теремек, зирәк малай уҡырға иртә өйрәнә, 12 йәшендә Ырымбурға сығып китеп, Ҡарғалы ауылындағы мәҙрәсәне тамамлай, тағы ла төплөрәк белем алыу маҡсатында Өфөгә килеп, «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Егеттең уҡырға теләге көслө була: бер ерҙән дә ярҙам булмағас, шахта, заводтарҙа эшләп уҡырға тура килә. Донъяуи белем етмәгәнен һиҙә Кәрим: Томскиҙағы гимназияға уҡырға инеп, 1917 йылда уны экстерн рәүештә тамамлай.

Сәйәсәттә үҙен танытҡан шәхес

1918 – 1919 йылдарҙа Кәрим Хәкимов Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты ағзаһы, 25 кенә йәшендә губерна халыҡ мәғарифы комиссары була. Аҡтүбә фронтында интернациональ полк­тың 2-се батальон командиры, 1-се Волга буйы татар бригадаһының сәйәси бүлек начальнигы, 1920 – 1921 йылдарҙа Төркостан фронтының сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары, бер үк ваҡытта Төркостан компартияһы ваҡытлы Үҙәк Комитетының сәркәтибе вазифаһын башҡара.

Дипломатик карьераһы

Хәкимовтың дипломатик карьераһы 1921 йылда Иранға генераль консул булып тәғәйенләнеүҙән башлана. 1921 – 1923 йылдарҙа – Мәшһәдтә, Решетта, 1924 – 1925 йылдарҙа Хижазда генераль консул, 1926 – 1928 йылдарҙа Хижаз, Неджд һәм уларға ҡушылған өлкәләрҙең короллегендә (1932 йылдан Сәғүд Ғәрәбстаны) СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләй. 1929 – 1931 йылдарҙа Йәмәндә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, бер үк ваҡытта «Ближвос­госторг»тың генераль вәкиле булған. Ошо йылдарҙа Ҡыҙыл профессура институтында белем ала. 1936 – 1937 йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп раҫлана.

Джиддәләге эшмәкәрлек

Джиддә – Хижаз короллегендәге порт ҡалаһы. 1924 йылда Кәрим Хәкимовты сауҙа һәм дипломатик миссия был ҡалаға килтерә. Ғәрәп ярымутрауында һуғыш бара: Ибн Сауд хашимиттар менән һуғыша. 1924 йылда уның ғәскәрҙәре Мәккә ҡалаһын, 1925 йылда Джиддәне баҫып ала. Дипломаттар алда үҙҙәрен нимә көтәсәген белмәй әле. Кәрим Хәкимов Джиддәнән төндә, үҙенең аҡ автомобиленә аҡ флаг элеп, әле тынмаған һуғыш линияһы аша сыға, Ибн Сауд менән сатыр аҫтында осрашып, дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырырға тәҡдим итә. Шулай итеп, король Ибн Саудтың буласаҡ Сәғүд Ғәрәбстанының яңы статусын таныған стратегик партнеры барлыҡҡа килә. Британия, Америка кеүек илдәрҙең нефть компаниялары араһында ҡаты дәғүәселек барған, ҡоро, эҫе һауаһы тынды ҡурған, тропик сирҙәр таралған илдә дипломаттар ғәрәп донъяһына инеп китә. Урындағы ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам менән ҡараған, һығылмалы холоҡло генераль консулдың эшмәкәрлеге совет илселәренә ҡарата шикләнеүҙәрҙе бөтөрә. Сауҙала СССР-ҙан килгән он, самауырҙар һ. б. көнкүрештә кәрәкле тауарҙар барлыҡҡа килә. Кәрим Хәкимов Бөтә донъя мосолмандары съезына Рәсәйҙән Ризаитдин Фәхретдинов етәкселегендәге мосолман делегацияһын саҡырыуға өлгәшә. Хаж ҡылған мосолмандарға совет пароходында Джиддәгә тиклем барыуҙы ойоштора. Төрлө ҡатлам кешеләре менән уртаҡ тел тапҡан, ихлас, алсаҡ, ҡунаҡсыл илсене ғәрәптәр, ололап, Ҡыҙыл паша тип йөрөтә.

Аяныслы яҙмыш

Үкенескә күрә, исеме Көнсығыш илдәрендә танылған илсегә күп һынау аша үтергә тура килә. 1925 йылда Хәкимовтар ғаиләһе биш йәшлек улдары Шамилды юғалта, малай аяуһыҙ сирҙән вафат була.
«Сәйәси золом» дипломаттарҙы ла урап үтмәй. 1937 йылда, нахаҡ яла яғылып, Кәрим Хәкимов НКВД тарафынан ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Ҡатыны Хәҙисә, халыҡ дошманы ҡатыны булараҡ, 10 йыл төрмәлә ултыра.
Кәрим Хәкимовтың исеме 1956 йылда ғына аҡлана. Оҙаҡ йылдар уның ҡәберенең ҡайҙа булыуы билдәһеҙ ҡала килде. Ул күп сәйәси золом ҡорбандарының һөйәктәре ятҡан Мәскәү янының Бутово ҡалаһында ерләнгән.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. СССР һәм Рәсәйҙең ғәрәп-фарсы донъя­һы менән мөнәсәбәттәрен көйләгән, халыҡ-ара эшмәкәрлеккә бар булмышын һалған «Ҡыҙыл паша» – беҙҙең илдең генә түгел, сит илдәр дипломатияһы тарихында ла үҙенсәлекле шәхес. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күп эш башҡарырға өлгөргән, Башҡортостан ғорурлығы булған данлыҡлы милләттәшебеҙҙең исеме шуның менән дә беҙгә ҡәҙерле.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
(«Башҡортостан» энциклопедияһы, яҙыусы Р. Вәлиевтың иҫтәлектәре файҙаланылды).

Кәрим Хәкимовтың исемен халыҡҡа тәүгеләрҙән булып яҙыусы, драматург Нәжиб Асанбаев «Ҡыҙыл паша» драмаһы аша танытты. Спектакль Башҡор­тостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә күрһәтелде. Яҙыусы билдәле шәхестең исеменә нисек юлыҡҡан? Хәтирәләре, пьесаның яҙылыу тарихы менән уртаҡлашыуын һорап, яҙыусының үҙенә мөрәжәғәт иттек.

Нәжиб АСАНБАЕВ, яҙыусы-драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Көнсығыш илдәрендәге беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов исеме менән танышыу осраҡлы ғына килеп сыҡты. Ул ваҡытта мин Яҙыусылар союзында эшләп йөрөй инем. Бер көндө, бер ҡосаҡ папка күтәреп, Башҡортостан радиокомитеты рәйесе, журналист Лотфый Ғәҙилев килеп ингән. «Ғәрәп илдәрендә Башҡортостандан бына шундай бик билдәле дипломат булған, уның исеме күптәргә әле билдәһеҙ. Ошо материалдар менән танышып сыҡҡас, берәй нәмә яҙып ҡарамайһыңмы?» – тип, берәй әҫәр яҙырға тәҡдим итте. «Ни эшләп миңә килдегеҙ?» – тим. «Тик һин генә булдыра алаһың уны», – ти. Ул үҙе Кәрим Хәкимовтың бер туған һеңлеһенең тормош иптәше икән.
Ул килтергән документтарҙы ҡарап сыҡтым, дәртләнеп киттем, күңелдә ниндәйҙер бер көслө ижади ҡомар барлыҡҡа килде. Өлкә комитет секретары Таһир Ахунйәновтың ярҙамы менән (ул данлыҡлы дипломаттың яҡташы) Йеменгә командировка алдым. КПСС Үҙәк Комитетына, СССР Яҙыусылар союзына мөрәжәғәт иттек. Ул ваҡытта сит илгә сығыу бик ауыр ине. Ләкин миңә бәхет йылмайҙы. 1981 йылда Йеменгә барып, ярты ай унда булып, бик күп материал йыйҙым. Дөйәләргә, ишәктәргә ултырып, Кәрим Хәкимов йөрөгән Төньяҡ Йемендең күп юлдарынан үттем, данлыҡлы илсене яҡындан белгән ҡарттар менән осрашып һөйләштем. Ҡатыны, ҡыҙы менән дә осраштым. Дипломат тормошо хаҡында яҙғас, рус, инглиз, ғәрәп дипломатияһын яҡындан өйрәнергә тура килде. «Ҡыҙыл паша» пьесаһы биш ай эсендә яҙылды. Уны беренселәрҙән булып Ахунйәнов уҡып сыҡты, оҡшатты, кәрәк урындарын тәнҡитләне. «М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер Р. Исрафиловтан ҡуйҙыртаһыңмы?» – тип һорай. «Лек Вәлиев минең драмаларымды электән ҡуйғаны бар, уға ышанып тапшырам был эште», – тип яуапланым. Драматургтар, әлбиттә, пьеса яҙғанда ниндәй образды кем уйнарын күҙ уңынан үткәрә. Кәрим Хәкимовтың образын Әхтәм Әбүшаһмановтың тулыраҡ асырын мин алдан уйлап ҡуйғайным. Был роль уға бәхәсһеҙ рәүештә бирелде. Йәғәфәргә – Хөсәйен Ҡудашев, ғәскәр башлығы Әхмәткә Хәмит Шәмсетдинов тура килгәнен дә күҙалланым. Минең бәхеткә ошо талантлы актерҙар уйнағандыр, тип уйлайым.
Ниһайәт, «Ҡыҙыл паша» тамашасы хөкөмөнә сыҡты. Ул ҙур аншлаг менән үтте. Һуңынан театр Мәскәүгә фестивалгә лә ошо спектаклде алып барҙы. Тамашаны КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Яҙыусылар союзынан, ғәрәп илдәренән күп илселәр, ҡунаҡтар ҡараны. Актерҙарҙың сығышын бик йылы ҡабул иттеләр. Һуңынан үҙәк телевидение «Ҡыҙыл паша» тигән фильм-спектакль эшләп, уны 22 ил һатып алды. 1985 йылда Сүриәлә уҙған театрҙар фестивалендә лә беҙҙең яҡташыбыҙ хаҡындағы был пьесаны бик оҡшаттылар. «Ҡыҙыл паша» көтөлмәгәнсә шулай популярлыҡ яуланы. Минең хөрмәткә хатта Төньяҡ Йемендең илсеһе Абдулла Усман үҙендә саҡырыу ойошторҙо. Спектакль хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашып, ҡайҙан ғына хаттар килмәне! Актерҙарҙың иҫ киткес итеп уйнауына һоҡланыу белдергәндәр.
Пьеса сәхнәгә сыҡҡансы Кәрим Хәкимовтың исеме халыҡҡа бөтөнләй билдәле түгел ине. Һуңынан илсенең исеме урамдарға бирелде, Бишбүләк районының Дүсән ауылында музейы асылды, бюст ҡуйылды. Кәрим Хәкимовтың исеменә юлығыуым менән үҙемде бик уңышлы кеше тип һанайым. Уның биографияһын өйрәнеү, уның заманында йәшәү күп нәмә бирҙе. «Ҡыҙыл паша» спектакле аша аяныслы яҙмышлы, онотолған арҙаҡлы совет илсеһенең исемен халыҡҡа сығарыуым, халҡыбыҙҙың бөйөк улы дәрәжәһенә күтәреүем менән мин бик бәхетлемен.

Сығыу ваҡыты 22-03-2011, 11:22 | Ҡаранылар: 2386
|
  • Тарихи тәжрибәне өйрәнеп
  • Арҙаҡлы илсегә арналды
  • Республика башлығы Джиддә иҡтисади форумында ҡатнашты
  • «Ҡыҙыл паша – Кәрим Хәкимов»
  • Исеме халыҡ хәтерендә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM