RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Легендар шәхес онотолмай

22.02.2011 Легендар шәхес онотолмай

Легендар шәхес онотолмай20 февралдә күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, 1920 – 1922 йылдарҙа БашЦИК рәйесе, баш хәрби комиссар булып эшләүсе, ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 120 йыл тулды.
Учалы районының Көсөк ауылында тыуған Муса бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, ауыр тормош, эш михнәтен тойоп үҫә. Батрак булып та йөрөй, урман ҡырҡа, шахтала эшләй. Хәрби хеҙмәткә алынғас, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, уның бригадаһы герман, румын ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Мортазин фейерверкер званиеһына тиклем етә. ҡаты йәрәхәтләнеп, тыуған яғына дауаланырға ҡайтарылған егет Октябрь революцияһы ялҡынына эләгә – советтар, ҡыҙыл гвардия отрядтары ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, бай, кулактарҙы фаш итеүҙә тырышлыҡ күрһәтә. Граждандар һуғышы башланғас, Беренсе кавалерия полкына етәкселек итә (1918 йылдың июненән 1919 йылдың февраленә тиклем).
Граждандар һуғышы Рәсәй тарихында ҡаты яуҙарҙың береһе һанала. Хатта бер ғаиләнән төрлө ғәс­кәр­ҙә һуғышыусылар ҙа була. «Аҡ­тар» менән «ҡыҙылдар» ил төбәктәрендә үҙҙәренең байтаҡ ҡанлы эҙен ҡалдыра. «Аҡтар» яғында һуғышыу­сылар, Ватанын һатыусы булып, оҙаҡ ваҡыт «аҡ бандит» мөһөрө аҫтында йәшәй. Бындай яҙмыш Муса Мортазинды ла урап үтмәй, сөнки ул Башҡорт ғәскәре составында тәүҙә аҡтар яғында була. Яуҙаштары Муса Лут улын бик һәләтле ғәскәр башлығы тип хәтерләй.
Муса Мортазин, һуғыш тамам­лан­ғас, команда составының юғары курстарында, М. Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡый. Граждандар һуғышы ваҡытындағы һәм йәш совет илен формалаштырыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн комбриг званиеһы ала.
Әммә уны илебеҙҙең 1937 йыл фажиғәләре лә ситләтеп үтмәй. Был саҡта, 1919 йылдарҙа «аҡтар» яғында һуғышыуын иҫкә төшөрөп, Муса Мортазинды үлем язаһына хөкөм итәләр. 1956 йылда ҡыҙы Зөбәржәт СССР-ҙың Юғары советы депутаты, Советтар Союзы Геройы С. Буденныйға атаһын аҡлауҙарын үтенеп мөрәжәғәт итә һәм, үҙ сиратында, Буденный баш хәрби прокурорға ошондай хат яҙа: «...Муса Лут улы Мортазинды ҡыҙыл Армия кавалерияһы инспекцияһында эшләгәндән алып тик ыңғай яҡтан беләм. Ул беҙҙең партияның һәм совет халҡының дошманы була алмай». Ошо уҡ йылда Мортазиндың исеме аҡлана.
Халыҡ хәтеренә комбриг бер яуҙа ла еңелмәгән хәрби етәксе, өс орден кавалеры, публицист булараҡ инеп ҡалған. Сибай, Учалы ҡалаларында, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында Муса Мортазин исемен йөрөткән урамдар бар. Учалы райо­нында премия булдырылған, Көсөк-Маяҡ ауылында музей эшләй. Муса Мортазиндың ҡыҙы Шәүрә лә Рәсәйҙең иң арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәре булып һанала.
Легендар хәрби эшмәкәрҙең тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан да байтаҡ саралар үтте. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында архив документтары күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Муса Мортазинға комбриг званиеһын биреү хаҡындағы бойороҡ менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ уның Граждандар һуғышында ҡатнашыуын дәлилләүсе архив документтары ла күп. Муса Мортазинды аҡлаусы документтар­ға айырым иғтибар бирелгән.

Ф. АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”