НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек


Беҙ һәр ваҡыт әҙер инекЕте тиҫтә йыл “йәшәп киткән” пионерияның барлыҡҡа килеүенә – 95 йыл

– Пионер! Коммунистар партияһының эше өсөн көрәшкә әҙер бул!
– Һәр ваҡыт әҙер! – ошо һүҙҙәр беҙҙең бала һәм үҫмер саҡтың яҡты хәтирәһенең бер өлөшө. Рәсәйҙә 1980 йылға тиклем тыуғандар араһында пионер булмаған бер кеше лә юҡтыр.
Пионер бөтә ерҙә лә ине – мәктәптә, походта, мәктәп баҡсаһында, ярышта, мәҙәни смотрҙарҙа, олимпиадаларҙа…
Мин – СССР пионерҙарының береһе. Галстуклы, значоклы, пионер исеменә тап төшөрмәгән яҡшы уҡыусы. Хәтерләүемсә, һәр класс отряд, звеноларға бүленде һәм унда барыһы ла ниндәйҙер вазифаны башҡарҙы. Үҙемдең звеньевой, политинформатор, санитарка булғанымды иҫләйем. Стена гәзитен сығарыу­ҙа ла ҡатнаша торғайным. Кемдер отряд етәксеһе, барабансы, борғосо, спорт секторы етәксеһе ине. Һәм, әлбиттә, Тимурсылар командаһы төҙөп, ололарға ярҙамсылар булып йөрөнөк. Металл һыныҡтары, макулатура йыйыуҙы ла пионер­ҙарға ышанып тапшырҙылар. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа эш бар, ҡайҙа ярҙам кәрәк – беҙ, пионерҙар, бөтә ергә лә өлгөрҙөк.
Заман теле менән әйткәндә, шәп бренд ине пионерия. Ине шул. Түңкәрелешле 90-сы йылдарҙа ныҡлы тоташҡан кеүек булған ҙур бер ҡулсаның төп көсө өҙөлгәйне, балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы ла, етәкләргә өлкән ҡулдар булмағас, тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Юҡ, күңелдәрҙә һаман йәшәй әле. Иҫләүселәре булғас ни…

Бер аҙ тарих
Алыҫтағы 1917 йылдарға барып тоташа ул пионерҙар хәрәкәте. Бынан йөҙ йыл элек Рәсәйҙә скаут ойошмалары эшләгән. Скаут һүҙе инглизсәнән разведчик булараҡ тәржемә ителгән. Йәш скауттар граж­дандар һуғышы осоронда берәҙәк балаларҙы табыуҙа, башҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаш­ҡан. Коммунистик идеология барлыҡҡа килгәс, балалар менән махсус эшләүсе ойошма кәрәклеге асыҡланған. Надежда Крупская 1921 йыл аҙағында комсомолға әлеге хәрәкәтте ойошторорға тәҡдим иткән. Торараҡ был хәрәкәткә пионерия атамаһы бирелеп, 19 майҙы уның тыуған көнө итеп тә ҡуйғандар. Тәүге пионер отрядтары Петроградта барлыҡҡа килгән. Владимир Ленин вафат булғас, рәсми исеме түбәндәгесә булған – В. И. Ленин исемендәге Бөтә Рәсәй пионер ойошмаһы. Беҙ ана шул ойошманың тоғро ағзалары булдыҡ.

“Беҙҙең закондар”
Шундай быуын беҙ – мәктәптә уҡыған саҡта класс иҙәнен дә үҙебеҙ йыуҙыҡ (дүртенсе кластан башлап), ремонт яһауҙа ла туранан-тура ҡатнаштыҡ, ата-әсәләр мәктәп, класс фондына аҡса түләүҙең нимә икәнен дә белмәне. Беҙҙең үҙ ҡанун-ҡағиҙәләребеҙ булды һәм уны үтәр өсөн тырыштыҡ.
Пионер намыҫлы, баҫалҡы, ялҡау түгел, һаҡсыл һәм хеҙмәтте ярата, тип өйрәттеләр. Йәш коммунизм төҙөүсе Ватаны өсөн уҡый һәм тырыша, уны һаҡлаусы булырға әҙерләнә ине. Яңы ғына пионер булған малайҙарҙың, ҡасан ар­мияға барып ҡайтабыҙ инде, тип хыялланып йөрөгәнен йыш ишетә инек. Бөгөнгө егеттәр кеүек, армия – ваҡытты юҡҡа әрәм итеү, тип мышҡылдау түгел.
Әйткәндәй, беҙгә пионер һүҙен, иң алда барыусы, беренсе, тип аңлаталар ине. Ҡағиҙәләрҙең береһендә “пионер төҙ баҫып тора һәм бөкрәймәйенсә генә ултыра” тигән һүҙҙәр яҙылғайны. Мин клас­таштарымдың йә дуҫтарымдың көмрәйеп, һәлберәп йөрөгәнен иҫләмәйем. Әллә ҡулда телефон булмағанға шулай ҡарағайҙай төҙ булдыҡмы икән? Ҡағиҙәләр ҙә ҡаты ғына ине шул. Хатта ҡулды кеҫәгә тығып йөрөргә лә ярамаған да баһа! Сөнки “ҡулын кеҫәһенә тығып йөрөгән пионер һәр ваҡыт әҙер булмай”.

“Галстугың ҡайҙа?”
Ниндәй генә ҡағиҙәләр яҙма, бала бала булып ҡала. Пионер галстугына бәйле хәтирәләр бигерәк күп. Айырыуса малайҙар үҫә килә шул ал галстукты муйындарына бәйләргә “онота” ла ҡуя ине. Клас­тың ишеге төбөндә уларҙы етди йөҙлө “актив” ҡаршылай: “Галсту­гың ҡайҙа?” Тауыштары ярайһы ҡәтғи сыға. Галстукһыҙ пионер кластың йөҙөн боҙа бит. Нишләһен теге шаян малай – кеҫәһенән сығарып, тейешле урынға бәйләй. Һәм… аҡыллы, ышаныслы дуҫҡа, тәртипле пионерға әйләнә.
Галстук үҙе бик мәғәнәле косынка ине. Өс осо ла үтә мөһим: өс быуындың – коммунистың, комсомолдың һәм пионерҙың – өҙөлмәҫ бәйләнешен аңлата.
Һинән теләһә ҡайһы ваҡытта йә отряд рәйесе, йә дружина советы етәксеһе: “Муйыныңдағы пионер галстугы ни хаҡ тора?” – тип һорауы мөмкин. Автоматик рәүештә уның нисә тин тороуын әйтке килә, әммә ярамай. Дөрөҫ яуапты кем хәтерләй? “Уның хаҡы баһалап бөткөһөҙ, сөнки галстук – Ленин эше өсөн көрәштә түгелгән ҡандай Ҡыҙыл Байраҡтың бер өлөшө…”
Пионер формаһы айырым булды, значогы ла бик матур, үҙенә күрә бер биҙәк булып хәтерҙә ҡалған. Ә пионерҙарса сәләмләшеү – салют биреү һуң? Үҙебеҙҙе генералдай тоттоҡ шикелле.
“Һине пионерҙар сафынан сығарасаҡтар!” – тигән һүҙҙәр донъялағы иң ҡурҡыныс янау һымаҡ яңғырай ине. Хатта ул тап һиңә ҡарата әйтелмәһә лә. Үҙем был һүҙҙәр йүнәлтелгән малайҙарҙы бик йәлләй торғайным.

Иҫегеҙҙәме,пионерҙар?
Пионер галстугы, пионер салюты, пионер усағы… Йырҙарыбыҙ һуң! Беҙҙең заманда иң моңло йыр пионерҙар гимны булғандыр. Яҡты киләсәккә ынтылыш, хеҙмәт кешеһенең балалары булыуға ғорурлыҡ, быуындар бәйләнеше, шатлыҡ, оран – оҙон булмаған йырға барыһы ла һыйған.

Взвейтесь кострами, синие ночи,
Мы пионеры – дети рабочих!
Близится эра светлых годов,
Клич пионеров – всегда будь
готов!
Радостным шагом, с песней
весёлой,
Мы выступаем за комсомолом,
Близится эра светлых годов,
Клич пионеров – всегда будь
готов!
Мы поднимаем красное знамя,
Дети рабочих – смело за нами!
Близится эра светлых годов,
Клич пионеров – всегда будь
готов!
Взвейтесь кострами, синие ночи,
Мы пионеры – дети рабочих!
Близится эра светлых годов,
Клич пионеров – всегда будь
готов!

Әйткәндәй

Нимәһе ҡыҙыҡ: 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, минең хеҙмәт кенәгәмдәге тәүге яҙыу – өлкән вожатый булып эшкә алыныу тураһында. Ул саҡта инде СССР тарҡалғайны, ал галстуклы пионерҙар ҙа юҡ ине. Шулай ҙа унан һуң барлыҡҡа килгән “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар йәмәғәт ойошмаһы эшләне. “Золотая пчелка” тигән исеме лә бар шикелле. Барыбер элекке пионерия кеүек түгел...
Беҙҙе ҡанат аҫтына алған, әйҙәп барған, дәртләндергән, үҫтергән, тыйған-өйрәткән ойошманы Рә­сәйҙә онотмайҙар, уға алмашҡа ниндәй ҙә булһа хәрәкәт булдырыу тураһындағы уй күптән йәшәй. Бынан ике йыл элек “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте”н ойоштороу хаҡында ил Президенты Владимир Путин Указ да сығарғайны. Яуаплылыҡ Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа йөкмәтелгәйне шикелле.
Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 45 йәштән өлкән кешеләрҙең 95 проценты, пионер ойошмаһы кәрәк һәм файҙалы булған, тип иҫәпләй. 40 проценты уны элеккесә итеп тергеҙеү яҡлы, ә 45 проценты иһә, бүтәнсәрәк булһын, тип белдергән. Булһын шул. Әммә беҙҙең пионерияға етеүе икеле! Заман икенсе.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

Сығыу ваҡыты 19-05-2017, 15:12 | Ҡаранылар: 168
|
  • Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә
  • Хыялдағы лагерь
  • Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма
  • Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл буласаҡ
  • Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле пионерия
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM