RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тыуған яҡҡа ҡайтыу

18.12.2010 Тыуған яҡҡа ҡайтыу

Рәшит Солтангәрәев үҙенең ауылдан сыҡҡан ижадсы икәнен һис ҡасан онотманы
Рәхмәт яуһын, мин ҡасандыр атланым йәнәшәһендә
Тыуған яҡҡа ҡайтыу
Башҡорт дәүләт университетының һуңғы курсында уҡып йөрөйбөҙ. Бер көндө журналистика кафедраһы мөдире, профессор Миҙхәт Ғәйнуллин мине саҡырып алды.
– Һин Көйөргәҙе районынан бит әле, Рахманғолов, – тине ағай, һәр ваҡыттағыса, ипле тауыш менән. Баш ҡаҡҡанымды күргәс, һүҙен дауам итте. – Диплом эшеңде Рәшит Солтангәрәев публицистикаһына арнап яҙырға тәҡдим итер инем, быға нисек ҡарайһың?
– Әлбиттә, Рәшит Солтангәрәев – минең яҡташ, тик булдыра алырмынмы икән, ағай? Солтангәрәев ифрат ҙур шәхес бит, оло әҙип. – Мин шикләнеүемде һиҙҙерҙем, ҡурҡыу тойғоһо ла булғандыр, уныһын Миҙхәт Фазлый улы үҙе әйтте.
– Паникаға бирелмә, Сибәғәтулла, Рәшит ағайың, абруйлы яҙыусы булһа ла, үтә ябай, кешелекле һәм кеселекле кеше ул. Әгәр ҡурҡһаң, уның менән башта үҙем һөйләшермен, беҙ бик яҡын йәшәйбеҙ Солтангәрәев менән. Теләгең булһа, һине лә таныштырырмын, ул да үҙенең кәңәштәрен бирер.
Диплом эшемдең темаһын “Рәшит Солтангәрәевтың публицистикаһы” тип атарға булдыҡ. Диплом эшемдең фәнни етәксеһе Миҙхәт Ғәй­нуллиндың ярҙамы менән иң юғары билдәгә яҡлап сыҡтым. Хатта дәүләт имтихандары ҡабул итеү комиссияһы ағзалары бер тауыштан артабан уҡыуымды аспирантурала дауам итергә тәҡдим яһаны.
Күренекле яҡташымды күреп, әҫәр­ҙәрен уҡып йөрөһәм дә, үҙе менән күрешә алғаным юҡ ине. 1999 йылдың ғинуарында Башҡортостан йәмәғәтселеге күп яҡлы талант эйәһе Баязит Бикбайҙың 90 йыллыҡ оло юбилейын билдәләне. Күркәм саралар баш ҡалабыҙҙа ла, әҙиптең тыуған яғында – Көйөргәҙе районында ла гөрләп үтте.
Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы, Күмертау яҙыусылар берекмәһе “Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам” исемле йыйынтыҡ та сығарғайны. Унда күмерселәр ҡалаһында, Көйөргәҙе районында йәшәп, ижад итеүсе шағирҙарҙың, проза өлкәһендә эшләүселәрҙең әҫәрҙәре урын алғайны. Ошо сарала һәм китаптың исем туйында ҡатнашыу өсөн Өфөнән Рауил Бикбаев етәкселегендә бер төркөм билдәле әҙип килде.
Күмертау яҙыусылары биләгән бинала сәй эсеп алғас, урындағы ҡәләм тибрәтеүселәр менән баш ҡала ҡунаҡтары араһында ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Шунда, форсаттан файҙаланып, мин Рәшит Сол­тангәрәев янына яҡын килеп, һүҙ ҡушырға баҙнат иттем. Ағай мине әллә ҡасандан алып белеп, күрешеп йөрөгән кеше һымаҡ ҡабул итте.
– Бәй, һинме ни әле ул “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Рахман­ғолов? – тине ул, мине аптыратып. – Шунан, минең юҡ-бар ижадымды тикшергән кеше булып йөрөйһөңмө инде?
Миҙхәт ағай тәки һүҙендә торған икән теге ваҡыт, тип уйлап алдым эстән генә, Рәшит Солтангәрәев менән үҙем һөйләшермен, ти ине, тимәк, һөйләшкән.
– Диплом эшемдә һеҙҙең публицистик әҫәрҙәрегеҙҙе анализлағайным шул, ағай, – тинем.
Шул һүҙ Рәшит Ғимран улына етә ҡалды, ул бергә килгән ижади дуҫтары алдында әллә кем булып, ҡупырайып китте. Ағайҙың был ҡыланышы балалар уйынына оҡшаһа ла, үтә тәбиғи күренде.
– Күрҙегеҙме, иптәштәр, минең ижадым тураһында ғилми хеҙмәттәр яҙалар. Тора-бара, тағы ла ҙурайып китһәм, әллә ниндәй үлемһеҙ әҫәр­ҙәр ҙә тыуыр әле, моғайын.
Осрашыуҙан һуң яҙыусыларҙы, ҡала хакимиәте тарафынан тәғәйенләп ҡуйылған автобусҡа ултыртып, төшкө ашҡа алып киттеләр. Сараны матбуғат биттәрендә яҡтыртыу өсөн саҡырылған хәбәрселәргә лә урын табылды. Тамаҡ ялғағандан һуң, беҙ күмәкләп Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевҡа юлланырға тейешбеҙ. Артабан маршрутыбыҙ Баязит Бикбайҙың тыуған яҡтарына – ҡалтаға.
– Автобус биргәндәр ҙә ул, тик ҡала хакимиәтенән беҙҙе оҙатып йөрөүсе рәсми вәкил юҡмы икән ни? – тип һорап ҡуйҙы шул саҡ Рауил ағай Бикбаев ул ваҡытта Күмертау яҙыусылар ойошмаһын етәкләүсе шағирә Зөбәржәт Йән­бирҙинанан.
– Барлығын бар инде, унһыҙ булалыр шул. Ана йөрөй бит хакимиәт “Волга”һына ултырып, беҙҙең арттан күҙәтеп, оятты белмәгәс, – тине Зөбәржәт апай, һәр ваҡыттағыса, сарказм менән, автобус тәҙрәһенән урам­ға төртөп күрһәтеп.
Төшкө ашты ашап сығып, автобус­ҡа тейәлә башлағайныҡ, Рәшит ағай яҙыусыларҙы оҙатып йөрөүсе урынбаҫар ханым янына килеп баҫты.
– ҡана әле, Ермолаевҡа мин һеҙҙең “Волга”ғыҙға ултырып барайым. Яҡташтар күрһә, Рәшит ҡайтҡан икән, тип шатланыр. Ә һеҙ, ана, яҙыу­сы ағайҙарығыҙҙың күңелдәрен йылытып, эргәләрендә йөрөгөҙ.
Һауалы чиновник ханымға беҙҙең менән һалҡын автобусҡа ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Беҙ, ошо ваҡиғаның шаһиты булғандар, оло ҡәнәғәтлек кисереп, рәхәтләнеп көлөштөк. “Волга”ға ултырып, үҙе әйтмешләй, әллә кем булып йөрөүҙән бигерәк, Рәшит Солтангәрәев уның сәйәси яғын уйлаған икән. Беренсенән, мәҙәни кимәле самалыраҡ хакимиәт вәкилен аҡылға ултыртты үҙенсә. Икенсенән, район хакимиәте бинаһы алдында беҙҙе үҙенең ярандары, матур итеп сәхнә костюмдары кейгән, ҡулдарына икмәк-тоҙ тотҡан һәүәҫкәр артистар уратыуында Көйөргәҙенең ул ваҡыттағы етәксеһе Раил Әбдрәшитов ҡаршы алды. Бер үҙе бик ҡәнәғәт йөҙ менән “Волга”нан төшөп килгән Рәшит Ғимран улын күргәс, Раил Абдулла улының етди йөҙөнә йылмайыу йүгер­ҙе.
– Бәй, Рәшит, автобуста күренмәгәс, мин һине килмәгәнһеңдер әле, тиһәм, персональ машина биргәндәр икән дә үҙеңә!
Солтангәрәевтың үтә мәрәкә кеше икәнен электән дә үҙем аралашҡан яҙыу­сы ағайҙарҙан ишетергә тура килгеләгәйне. Тиҙ генә берәй дуҫына, коллегаларына арнап көләмәс уйлап таба һала, тигәйнеләр.
Яҙыусылар, Баязит Бик­байҙың тыуған ҡалтаһында булып, ул ҡасандыр көмөш һыуын эсеп ҡыуанған шишмәһенән ауыҙ итте, ауыл халҡы менән бик матур, йылы осрашыу кисәһендә ҡатнашты. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан мөмкинлеккә ҡыуанып бөтә алмай, арҙаҡлы яҡташымдың һәр аҙымын, хәрәкәтен күҙәтеп, эргәһенән китмәй йөрөргә тырыштым.
Етди сара булыуға ҡарамаҫтан, Рәшит Ғимран улы мәрәкәгә, уйын-көлкөгә урын таба. Йә бергә килгән иптәш яҙыусыларын кәзекләй һала, йә шул тиклем оҫта итеп берәй дуҫының тауышы менән ҡасандыр булған хәл-ваҡиға тураһында һөйләй, йә, район кимәлендәге ҡырҡыу мәсьәләләрҙе лә юморға бороп, хакимиәт башлығы алдында үҙенең күҙлегенән тиҙ арала хәл ителергә тейешле мөһим проблеманы күтәрә.
Бикбайҙың юбилейы алдынан Көйөргәҙе районы етәкселәре Өфө – Ырымбур трактынан ҡалтаға ҡәҙәре асфальт юл һуҙып ҡуйғайны. Ауыл араһы ла төҙөкләндерелгән, урамдарына асфальт түшәлгән. Хатта Бикбайҙың шишмәһенә илткән юл да асфальтланған. Рәшит Солтангәрәев халыҡ менән осрашыу ваҡытында шул хаҡта телгә алыуҙы кәрәкле һананы.
– Ауылығыҙға асфальт юл һалып ҡуйғандар икән, яҡташтар, шуға шатланып килдем, – тине ул, президиум өҫтәле артында ултырған район хакимиәте башлығына кинәйәле ҡараш ташлап. – Үлһәм, мине лә ҙурлап, Таймаҫ юлына ла асфальт түшәмәҫтәрме икән, тип уйлап торам әле бына.
Яҙыусының был һүҙҙәрен ишеткәс, халыҡ дәррәү ҡул сапты. Ысынлап та, Көйөргәҙе районының иң ҙур ауылдарының береһе булған Таймаҫ ауылы халҡы бик күп йылдар юлһыҙ интегә. Шуға төрттөрҙө әҙип.
– Уныһы ғына булыр инде, Рәшит Ғимранович, Таймаҫҡа асфальт юл һалыу район иҡтисадын үҫтереү һәм юлдарҙың торошон яҡшыртыу программаһына индерелгән. Был йүнәлештә эштәрҙе башланыҡ, Яңы Муса ауылына тиклем асфальт һалып та ҡуйҙыҡ, күргәнһегеҙҙер, яҡын арала ул һеҙҙең ауылға ла етәсәк, – тине Раил Әбдрәшитов.
Үкенескә күрә, шул йылдарҙа район етәкселеге алмашынды, ә Әбдрәшитовтан һуң килгән яңы хужалар был өлкәлә бер генә метр ҙа алға китмәне. Әлбиттә, Рәшит Ғимран улы үҙе иҫән булһа, уңайлы мәлен тура килтереп, тоҙлап-борослап, саф Солтангәрәйсә итеп кенә, урындағы түрәләргә һоғондорор ине лә бит, юҡ шул...

Ул һәр саҡ үҙ яраһылай тойоп торҙо ер яраһын...

Тормоштағы кеүек, Рәшит Солтангәрәев публицистикаһына ла үҙ осоронда йәшәгән көндө, социаль-көнкүреш проблемаларын, тыуған ер һәм милләт яҙмышын, милли үҙенсәлектәрҙе үҙҙәрендә бөтөн тулылығында туплаған төрлө һөнәр кешеләрен, замандаштарыбыҙҙың, ер һәм хеҙмәт кешеләренең бығаса бер кем дә асмаған яңы сифаттарын табыу һәм уларҙы күрһәтергә тырышыу хас ине.
Ауылдар яҙмышы һәр ваҡыт күңеленә яҡын ине Рәшит Солтан­гәрәевтың. Шулай булмаһа, йылына бер-ике генә ҡайтып йөрөгән Таймаҫының юлын хәстәрләп, оло трибунанан һүҙ һөйләр инеме ни ул? Ауылдар, унда йәшәгән кешеләр, ауылдағы тормош кимәлен уйлағанда, әҙипте һәр ваҡыт бер һорау борсой. Ауылдарҙың бөгөнгө хәле ултырып иларлыҡ икән, унда көн иткән кешеләр эшһеҙлектән интегә, шул сәбәпле йә эскегә һалыша, йә ғаиләһендә тыныслыҡ юҡ, йә ғүмер буйы төйәк иткән изге ерҙәрен ташлап, ситкә китә, йә башын элмәккә тыға икән – был мәсьәләгә кем ғәйепле? Был һорауға Рәшит Ғимран улы үҙе шулай тип яуап бирә: “Ни генә тимә, мәсьәлә, нигеҙҙә, етәксегә терәлеп ҡала. Ауылдарыбыҙ ниндәй генә хәлдә булһа ла, бөтәһе лә район ойошмалары, ауыл хакимиәте, колхоз-совхоз идаралығы етәкселәренә, уларҙың хәстәрлегенә, ойоштороу һәләтенә бәйле”.
Ауылдар яҙмышы тураһында борсолған саҡта Солтангәрәев был ауылдан сыҡҡан данлыҡлы исемдәргә, уларҙың биләгән дәрәжәләренә ҡарап тормай. Үҙенә генә хас тура һүҙлелек һәм ҡыйыулыҡ менән һуҡтыра.
Тура һүҙлелек Солтангәрәевтарҙа ҡандан килә.
– Әсәйем һәр ваҡыт беҙҙе: “Тораһығыҙ ҙа тоғоғоҙҙо бөтөргәнсе ҡағаһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙ. Ә Рәшит хатта тоғон әйләндереп ҡағып ҡуя”, – тип әрләй торғайны. – Үҙҙәренең нәҫел “сире”н әҙиптең бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы шулай аңлата. – Рәшиттең күңеле алдашыу, урлашыу, яһиллыҡ, әшәкелек, оятһыҙлыҡ кеүек сифаттарҙан азат булды. Шуға ла ул кеше талап, алдашып мал туплап йәшәгән әҙәмдәрҙе үҙ итмәне, ундай түрәләрҙе яратманы.
Хәҙисә Ғимран ҡыҙының был һүҙҙәре Рәшит Солтангәрәевтың “Башҡортостан” гәзитенең 1996 йылдың 19 март һанында донъя күргән “Иптәштәремдең береһе” тип исемләнгән мәҡәләһен иҫкә төшөрҙө. Унда һүҙ ҡырҡ йылға яҡын нефть һәм нефть төҙөлөшө эшендә мәж килгән Абдулла Абдуллин тураһында барғайны. Әҙиптең был мәҡәләһе әле булһа ла актуаль, бөгөнгө көнгә ауаздаш. Бөгөн тап ана шул Абдуллин кеүек таҙа намыҫлы кешеләр һирәгәйеп китте. Етәксе булып алған эреле-ваҡлы түрә-ғаралар кеше талап кеҫә ҡалынайта. Хөкүмәт аҡсаһын үҙҙәренеке урынына файҙаланып, донъя малы йыялар. Ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр кеүек, әле тегендә, әле бында ҡатлы-ҡатлы “батша һарайҙары” ҡалҡып сыға. Ә түрәләргә һаман етмәй, һаман нәфселәренә баш була алмайҙар. Был очеркында Рәшит Солтангәрәев тап ана шундай ҡара эсле кешеләргә ҡарата үҙ фекерен белдергәйне лә инде. Мәгәр, үкенескә күрә, бөгөн шулай тип кеше елкәһендә йәшәргә өйрәнгән әтрәгәләмдәрҙе фашларға беҙҙең публицистарыбыҙҙың Рәшит Солтан­гәрәев кеүек ҡыйыулығы етеңкерәмәй әле. Ә теге намыҫһыҙ әҙәмдәр, шул йомшаҡлыҡтан оҫта файҙаланып, үтә шашып китте.
Күмертау ҡалаһында “Юшатыр” гәзитенең мөхәррире булып эшләй башлағас, редакцияға иң йыш килгән уҡыусыларыбыҙҙың береһе Хәҙисә апай ине. Мөхәррир бүлмәһенең ишегенән килеп инеү менән иң беренсе һүҙе: “Әрләргә килдем әле һине, ҡоҙа”, – була.
Рәшит Ғимран улының иң оло Миңъямал апаһы Карамат Рахманғолов тигән кешегә тормошҡа сыҡҡан. Шуға төрттөрә Хәҙисә Солтангәрәева. Бер нисә тапҡыр “Ағиҙел” журналы редакцияһында осрашҡанда Рәшит ағай үҙе лә “ҡоҙа” тип өндәшкеләне. Анау тиклем атаҡлы яҙыусы ҡоҙа тип торһонсо, кемгә эләгә әле ундай хөрмәт! Минең итек башы тиклем генә кәүҙәм ҡупырайып, ҙурайып киткәндәй була бындай саҡта, үҙемә күрә түгел.
– Нишләп әрләргә булдың әле, башҡа эшең юҡмы әллә? – сәбәбен белһәм дә, юрый һорайым Хәҙисә апайҙан.
– Аһа, ҡалайтып тороп ҡуҡырайып ултырған буласы, мехәпәтһеҙ. Гәзитен шыр хата итеп сығарған да, оят түгелме һиңә?
Шунан тотонабыҙ Хәҙисә апай менән гәзиттән етешһеҙлектәр эҙләргә. Теп-теүәл ярты быуат башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан, «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исеме булған, хатта, үҙе әйтмешләй, Почет билдәһе ордены ла бирелгән кешенең алдына сығып буламы ни? Еңелгәнемде таныуҙан башҡа сара ҡалмай.
– Мулла ҡатаһыҙ булмай, гәзит хатаһыҙ булмай инде, Хәҙисә апай. – Мин аҡланып маташам.
– Улай тимә, мөхәррир итеп ҡуйғандар икән, тимәк, редакция коллективы, гәзит өсөн генә түгел, ундағы һәр бер һүҙ, һәр бер өтөр, нөктә өсөн һин яуап бирәһең, ҡара уны, – тип ҡуя һуңынан Хәҙисә Ғимран ҡыҙы.
Яңыраҡ Хәҙисә апайҙың Күмертауҙағы фатирында осраштыҡ.
– Эй, хата менән сығаралар бит гәзитте, шуға йәнем көйә, – тип һөйләп алып китте ул. – Аптырағас, быйыл көҙ, баҡсамдағы ҡорт тишкән алмаларҙы бер күнәк итеп йыйып алдым да, редакцияға киттем. Мә, ашағыҙ, гәзитегеҙ һымаҡ алмалар килтерҙем әле һеҙгә, тинем. Рәхәтләнеп көлдөләр. Хаталары аҙай­ҙы шикелле хәҙер.
– Рәшит менән дә гел шулай ҡыҙыҡ хәлдәргә тарый ҙа йөрөй торғайныҡ, – тип хәтерләй Хәҙисә Ғимран ҡыҙы. – Бер шулай Мөҡсин тауы яғына бесән сабырға китеп барабыҙ. Хәл юҡ, салғыларҙы һөйрәп кенә атлайбыҙ. Күрше Зәк-Ишмәт ауылында кемдер заемына 50 мең һум аҡса отҡан. Рәшиттең студент сағы. Шул хәлде ишеткән дә, хыялға бирелеп килә: “Әгәр ҙә мин Зәк татары кеүек илле мең һум аҡса отһам, ҙур итеп йорт һалам, яҙышып ултырырға эш кабинеты ла буласаҡ. Гараж һалам, машина алам, яҡшынан кәстүм-салбар, эшләпә...”
Аҡсаһын бүлә торғас, бөттө лә китте, беҙгә бер тин дә ҡалманы. “Оятһыҙ, әнейемә күлдәклек, беҙгә яулыҡлыҡ та ҡалдырманың да баһа!” – тим тегеңә. Талаштыҡ та киттек.
Ауыҙыбыҙға һыу уртлаған кешеләр шикелле, байтаҡ ҡына шым килгәс, икебеҙ ҙә ҡысҡырып көлөп ебәрҙек.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Көйөргәҙе районы.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”