НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала

Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала


Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала“Ғүмерҙәр ике килмәй шул,
Донъялар фани ғына,
Уның асылдарын фәҡәт
Аңламай сабый ғына...”
Ошо юлдарҙың авторы, донъяның һәр сәғәте, һәр минуты фани икәнен йөрәге менән тойған, үтә лә нескә күңелле, сабый йөрәкле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың арабыҙҙан китеүенә ярты йыл ваҡыт үтеп тә китте. Уның әҙәби мираҫын мәңгеләштереү, һаҡлау маҡсатында абруйлы комиссия төҙөлдө. Рәйесе итеп билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова билдәләнде.
Аб­дулхаҡ Игебаевтың исемен мәңгеләштереү, әҙәби мираҫын һаҡлау өсөн тулы йөкмәткеле план төҙөлдө. Унда әҙиптең тыуған яғында әҙәби музей булдырыу, иҫтәлектәр китабы сығарыу һәм башҡа саралар ҡаралған. Атайсалдың тоғро улына, Ирәндек йырсыһына музей булдырыу, Сибай институты ҡаршыһында бюст урынлаштырыу бик әһәмиәтле сара булыр ине. Ғөмүмән, илебеҙгә әҙәбиәт-сәнғәт өлкәһендә күпме талант үҫтергән Баймаҡта әҙәбиәт-сәнғәт музейы булдырыу бик кәрәкле һәм ваҡытлы мәсьәлә ул.
Иҫтәлектәр китабына килгәндә, ул ағайыбыҙ тураһындағы иҫтәлектәрҙән торасаҡ. Бөгөнгө мәҡәләмдең төп маҡсаты ла шулайыраҡ. Хөрмәтле яҡташтар, әйҙәгеҙ, ошо иҫтәлектәр китабын бергәләп яҙайыҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры бер ваҡытта ла тыуған еренән айырылманы, һәр саҡ осрашыуҙарға килде. Күптәрҙең күңелендә уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана бит. Уларҙы, уй-фекерҙәрегеҙҙе яҙып, редакцияға йәиһә район китапханаһына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Абдулхаҡ Игебаевтың һәр шиғыры, ихлас һүҙе яҡташтарын, милләттәштәрен рухландырҙы, дәртләндерҙе.“Беҙ – баймаҡтар бит әле!” Шағирыбыҙҙың ошо юлдары ырыуҙаштарҙы берләштергән, бергә туплаған оран булып яңғырай. Атайсалын яратып, өҙөлөп һағынып йәшәне Абдулхаҡ ағай. Шуға күрә ошо шиғырында баймаҡтарҙың иң матур сифаттарын, изге ниәттәрен сағылдырған. Шиғырҙарының һәр һүҙе, һәр фекере уйландыра, ғорурландыра, изгелеккә, берҙәмлеккә әйҙәй. Беҙ – баймаҡтар, беҙ – Баймаҡтан, шуға күрә лә беҙ башҡаса булдыра алмайбыҙ. Ошо оран күпме яҡташыбыҙға рухи көс бирә. Ул кеше Баймаҡтан икән, мотлаҡ – кеселекле, игелекле, батыр, моңло, илһамлы булырға, Баймаҡты байманлы итерлек эштәр эшләргә тейеш. Ошо юлдарҙа яҙылғанды уйлап, яҡташтарҙы барлап ултырам. Ғорурланырлыҡ, арҡа терәрлек күпме баймағыбыҙ бар! Төрлө ҡитғаларҙа, баш ҡалабыҙ Өфөлә, районыбыҙҙа, ауылдарыбыҙҙа йәшәйҙәр. Шағирыбыҙ әйткәнсә, сәнғәткә ғашиҡ таланттар: йырсы Марсель Ҡотоев, бер туған Туйсиндар, Арал­баевтар, бейеүсе Динислам Исҡужин, ҡабатланмаҫ моңо менән йөрәктәрҙе әсир иткән Бибисара Азаматова, сихри ҡурай моңо менән бар ҡитғаны таң ҡалдырған фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов, ҡурайсы Азат Биксурин, сал тарих йомғағын һүткән, атай-олатайҙар­ҙың данлы юлын һыбай үтеп, бөгөнгө йәштәрҙе тәрбиәләгән Айҙар Мәжитов, сәхнә күгендә сағыу бейеүселәрҙе бергә йыйған Рита Өмөтбаева, миһырбанлы табиптар, меңдәрсә кеше ғүмерен ҡотҡарған хирургтар Азат, Миңлеғәли Ғүмәровтар, шулай уҡ, Өфөлә йәшәһә лә, Баймаҡ өсөн йән атҡан талантлы, миһырбанлы табиптарыбыҙ Айытбай Ғүмәров, Рәшит Дәүләтшин, Марсель Тойғонов, Әмир Хәмитов, Морат Ғәлин, Баймаҡта эшләп йөрөүсе Ғәфүр Сәғитдинов, Илдар Хәсәнов, Айбулат Иманов, хәстәрлекле бауырҙаштар Салауат Әминев, Зөфәр Еникеев, Илшат Тажетдинов, Илһам Йәндәүләтов, эшҡыуарҙар Илсур, Тимур Нәбиуллиндар, Гөлнара һәм Рәмил Байрамғоловтар, иген үҫтереүсе Айрат Шәрәфетдинов, милләтебеҙҙе ҡотайтҡан сая рухлы Вилүрә Иҫәндәүләтова, Гөлнур Ишбулатова, Рауил Йәнсурин, Әхмәр Үтәбай, гүзәл илкәйебеҙҙең һәр бер тын алышын тойған яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, Әмир Сәйғәфәров, милләтебеҙҙе ҡотайтҡан Зиннур Йәрмө­хәмәтов, фиҙакәр хеҙмәте менән билдәле етәкселәр Хәлит Сөләймәнов, Рим Сың­ғыҙов, Илшат Әминев, Ринат Ғәлимов, район өсөн йән атҡан Рим Сырлыбаев, донъяны нурландырырға ынтылған радио-телевидение дикторҙары Наил Юнысов, Вадим Лаврентьев, композитор Вилүр Мәүлитов, киләсәктең шиңмәҫ сәскәләрен ел-дауылдан ҡурсалаған, мәғрифәт һағында тороусылар Мирас Иҙелбаев, Азат Вәлиев, Фәниә Сынбулатова, Ғәлимә Юнысова, Йәүҙәт Мөхәмәтйәнов, Рим Йәнбирҙин, сағыу сәхнә “йондоҙ”ҙарыбыҙ – мәшһүр Рәшиҙә Туйсина, Рамаҙан Йәнбәков, рәссам Миҙхәт Байрамғолов, атайсалын ҡурсалаусы аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ Вәлиевтар, Монасиповтар, Иҫәнғоловтар, иман нуры таратыусы Хөрмәтулла Буранбаев һәм башҡалар. Гәзит биттәрендә йөҙҙәрсә исемде һанап бөтөү мөмкин булмау сәбәпле, күптәрҙең исемдәре әйтеп үтелмәне. Кемдер үҙен ошо исемлектә күрергә теләп тә күрә алмаһа, ғәфү итһен. Әгәр Баймаҡ өсөн, кешеләр өсөн изгелек эшләгән, изге ниәтле икән, ул кеше барыбер халыҡ хәтерендә ҡаласаҡ, йыр булып, матур иҫтәлек булып, иманлы инсан булып... Халыҡ шағиры, Баймаҡтың почетлы гражданы Абдулхаҡ ағайыбыҙ кеүек шәхес булып...
Яҡташыбыҙҙың үҙе иҫән сағында донъя күргән “Беҙ – баймаҡтар бит әле” китабы тоташ тыуған яҡҡа арналған шиғырҙарҙан тора. Беҙгә ҡалдырған һуңғы васыяты, һуңғы бүләге булды ул. Үҙе әйтмешләй, айбарлы, сая рухлы яҡташтарына. Ошо көндәрҙә илебеҙҙең, районыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индергән “100 шәхес” исемлеген төҙөү бара. Оло шағирыбыҙ был исемлектең иң түрендә булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Беҙ ҙә, баймаҡтар, олпат ағайыбыҙҙы, уның ярһыу ижадын күңел түрендә һаҡлайыҡ.

Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сығыу ваҡыты 3-04-2017, 11:46 | Ҡаранылар: 268
|
  • Земфира Ғәҙелшина - Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты!
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев вафат булды
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа – 85 йәш
  • Юбилейҙар, иҫтәлектәр
  • Халҡыбыҙ ижадын мәңгеләштереүсе
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM