НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине

Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине


Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур инеФәрит Хәйбулла улы Бикбулатов 1936 йылдың 8 авгусында Йылайыр райо­нының Мәҡсүт ауылында зыялылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Өлкән ағаһы Шәһит тә (1925 – 2001) һуғышта ҡатнаша. Артабан, белемен арттырып, ғүмерен фәнгә арнай, иҡтисад фәндәре профессоры дәрәжәһенә күтәрелә.
Фәрит Бикбулатов Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эш башлай. Әрме хеҙмәтенән һуң Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡыр­ға инә, Өфө моторҙар эшләү заводына эшкә урынлаша. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, агитбригада составында концерттарҙа ҡатнаш­ҡан егеткә завод коллективы Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә. Унда Фәрит Бикбулатов Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чемборисова класында белем ала. Уҡып йөрөгән ваҡытта уҡ Польшала үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Йәш йырсы тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сыға.
1968 йылда Йылайыр егете БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса “Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла. 21 йыл дауамында телерадиокомпанияла эшләй: башта – диктор, артабан – мөхәррир, йыр бүлегенең өлкән мөхәррире була. 1989 – 1998 йылдарҙа директор һәм солист вазифаһын башҡара. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
Үҙен оҫта журналист, талантлы йырсы, тәжрибәле алып барыу­сы итеп танытҡан шәхес тураһында гәзит уҡыусылар һәм танылған шәхестәр иҫтәлектәре менән бүлеште.

Наилә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Фәрит ағайҙы яратмау мөмкин түгел ине. Кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт ихтирамлы һәм иғтибарлы булды. Миңә уның менән бергә радио һәм телевидение тапшырыу­ҙарын ғына түгел, ә бик күп, шул иҫәптән хөкүмәт концерттарын да алып барырға тура килде. Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине. Ул замандарҙа шул тиклем талаптар ҡаты булды, телевидениела ғына түгел, сәхнәгә лә ҡағыҙ тотоп сығыу һирәк күренеш ине. Көндәр дауамында күләмле текстар ятларға тура килде. Эшләй башлаған саҡта, тәжрибәле кеше булараҡ, Фәрит ағай миңә төрлө ауыр хәлдәрҙән һиҙҙермәйсә сығырға өйрәтте. “Наилә, әгәр уҡып торғанда туҡталып, һиңә ҡараһам, тимәк, мин һүҙҙәремде онотҡан булам. Һин, бер ни булмағандай итеп, үҙеңдең тексыңды һөйләй башла”, – тип көлдөрөп тә ала торғайны. Шулай, бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам ҡулын һуҙа-һуҙа бергә эшләнек Фәрит ағай менән.
Сираттағы концертта Фәрит ағай­ҙың йырлауын ишетеп, хайран ҡалдым. Аҙаҡ ҡына уның сәнғәт училищеһының вокал класын тамамлауын белдем. Үҙен өҫтөн ҡуйыу, маһайыу кеүек холоҡ уға бөтөнләй хас түгел ине. Балам бәләкәй саҡта йыш ҡына үҙемдең урынға эфирға сығыуын һорарға тура килде, ул ваҡытта тапшырыуҙарҙы алдан яҙҙырыу юҡ, таңғы сәғәт 6-сы яртыла тороп эшкә килергә кәрәк. Әммә ул хәлемде аңлап, һәр ваҡыт ризалыҡ белдерҙе. Ышаныслы кеше булараҡ ихтирам ҡаҙанды. Кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше генә шундай матур тормош юлы үтәлер. Фәрит Бикбулатов беҙгә лә, туғандарына ла, йырсылар­ға ла матур үрнәк булып ғүмер кисерҙе.

Ильяс ТАКАЛОВ, хеҙмәт ветераны, Йылайыр ауылы:
– Радио тулҡындары аша, күңелде болоҡһотоп, Фәрит ағай башҡарыуында йыр яңғырай:
“Һағынғанда яуған ҡарға ҡара,
Аҡ бурандар булып, мин яуам...”
Тышта ҡар бураны уйнай, ә бәғер­ҙе һағыныу хисе телгеләй. Яратҡан яҡташыбыҙҙың таныш тауышы бөгөн икенсерәк: һағыш-һағыныу ҡатыш ишетелә. Үҙе китте, моңо ҡалды... Август айында ғына Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатовҡа 80 йәш тулғайны. Юбилейы айҡанлы, данлы ауылдашымды телефон аша ҡотланым. Бик ҡыуанып ҡабул иткәйне Фәрит ағай тыуған яҡ сәләмен. “Барыбыҙға ла именлектә, һаулыҡта йәшәргә яҙһын”, – тип хушлашты ул һүҙ аҙағында. Әммә, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тиҙәр.
Моңло тауышын тыңлап ҡыуанған тамашасыларын Фәрит Бикбулатов оҫта үҙешмәкәр рәссам булараҡ та һөйөндөрҙө. Ҡылҡәләмен ҡулына алып, иң элек үҙе тыуған үҫкән ерҙе, бала сағы үткән Мәҡсүтенең урман-ҡырҙарын, Йылайыр ҡаяларын, мәктәпкә барған тау һуҡмағын һүрәтләй. Пейзаждарын ҡарағанда, күңелдә ул башҡарған моңло йырҙар сыңлағандай була.
Районыбыҙ халҡы, хөрмәт күрһәтеп, яҡташыбыҙҙы һәр ваҡыт үткәрелгән сараларға саҡырып торҙо. Йырсы үҙе лә тыуған ауылына йыш ҡайтырға тырышты. Мәҡсүттәр 2009 йылда үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында тыуған төйәгебеҙҙең ғорурлығы булған Фәрит Бикбулатовҡа “Мәҡсүт ауылының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирҙе.
Фәрит ағай башҡарыуындағы “Китмә һин” йырында шундай юлдар бар:
“Һөйләшеп һүҙҙәр ҙә бөтмәгән,
Йырлайһы йырҙар ҙа бар әле”.
Үкенескә күрә, милләтебеҙҙең аҫыл ир-азаматының әйтер һүҙҙәре, йырлар йырҙары күп ине. Үҙенең ғүмерен кешеләр күңелендә матурлыҡ хистәре уятырлыҡ хеҙмәткә арнаған сәнғәт аҡһаҡалының мәңгелек йоҡоһо тыныс, урыны ожмах түрендә булһын!

Гөлсөм БИКБУЛАТОВА, йырсы, актриса:
– Сибай интернат-гимназияһында уҡыған саҡта, ниндәйҙер байрам­ға беҙгә ҡунаҡҡа ҡайтҡан Фәрит ағай мине ялдан һуң ҡалаға алып барырға булды. Юл буйы үҙенең йырҙарын йырлап, рәхәтләнеп һөйләшеп барҙыҡ. Йырсы булырға теләүемде белгәс, төрлө кәңәштәр бирҙе, халыҡ йырҙарын өйрәнергә ҡушты. Интернатҡа килгәс, уны күргән уҡытыусылар тиҙ генә осрашыу кисәһе ойошторҙо. Балалар менән ихлас аралашыу сағыу бер ваҡиға булды. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды йырлағаны һаман да ҡолағымда сыңлай. Шул көндән һуң минең күңелемдә халыҡ ижадына, йырҙарына ҡарата һөйөү уянды.
Билдәле ағайым булыуы миңә һәр ваҡыт тырышырға, эҙләнергә, тағы ла матурыраҡ йырларға этәргес булып торҙо. Уның йөҙөнә тап төшөрөргә тейеш түгел инем. Минең өсөн уның халыҡ шәхесе булыуы һәр ваҡыт беренсе урында булды. Гастролгә сыҡҡанда, бигерәк тә ижад юлым башланып ҡына торғанда ҡыҙыҡ хәлдәр күп була торғайны. “Атайың ни хәлдә? Уға минән сәләм күндер”, – тип әйтеүселәр йыш булды. Уның миңә нисек туған икәнен һәр кешегә аңлата-аңлата арып бөтәм. Яйлап өйрәнелде, аҙаҡ инде төрлө гәзит-журналда уҡып, тамашасылар беҙҙең туғандар икәнде аңлай башланы.
Ағайымдың вафаты беҙгә, туғандарына ғына түгел, бик күп йыр-моң һөйөүсе өсөн дә оло юғалтыу. Изге уйҙар менән иҫкә алыусыларға оло рәхмәтемде еткерәм.

Гүзәлиә ӘМИРХАНОВА, Мәләүез районының Аптраҡ ауылы:

– Фәрит ағай һәр саҡ алсаҡ, изгелекле булды. Уның эске бай донъя­һы һәр ваҡыт баҙлап янып торған шаян, осҡон матур күҙҙәрендә сағыла, ә был яҡты донъяға, тыуған иленә, ғәзиз еренә, милләтенә, бай теленә, ғөмүмән, үҙен уратып алған мөхиткә бар булмышы, яҙмышы менән бәйләнгән, ярһыу йөрәктәр­ҙән бәреп сыҡҡан ҙур мөхәббәте уның ҡабатланмаҫ моңона, матур йырҙарына һалынған һәм сорналған.
Бала саҡта, радио тулҡындары аша ошондай яғымлы, үҙемә генә яҡын тауышты ишетеп йоҡомдан уяныуым, бер аҙ тормай тыңлап ятыуым әле лә күҙ алдымда. Эшкә әҙерләнгән атайымдан һорап ҡуйҙым: “Атай, ә кем йырлай ул, ҡайһылай матур тауышы?!” “Был оҫта башҡарыусы һәм изге күңелле, оло йөрәкле кеше Фәрит ағайың була”, – был яуап күңелемдә уйылып ҡалды.
Йырҙарын тыңлап, оҙон буйлы, киң яурынлы, шаян да, яғымлы ла ҡарашлы, шул тиклем мөләйем матур ағайҙың үҙенә һәм ижадына һоҡланып, ғашиҡ булып үҫтем. Ҙур шәхестең үҙе менән дә бер нисә тапҡыр осрашырға насип булды. Был осрашыуҙар күңелемдә иң ҡәҙерле, ҡыуаныслы минуттар булып әле булһа ла йәшәй. Тәүге осрашыу – Фәрит ағайҙың ауылда ҡуйған бай йөкмәткеле концерты. Халыҡ зал тултырып килгәйне. Бер аҙҙан ул беҙҙең ауылға килеп, Башҡортостан юлдаш теле­видение­һы менән берлектә “Ҡаҙ өмәһе” байрамын да үткәрҙе.
Фәрит ағай ҡатнашлығындағы концерттарға студент сағымда күп йөрөнөм, иҫтәлеккә тип бергә төшкән фоторәсемдәр, яҙған автографтары һаҡлана. Ә шулай ҙа күңелемдәге иң яҡты хәтирә – республикабыҙҙа киң популярлыҡ яулаған, данлыҡлы йырсы Фәрит ағай алып барған, халыҡ яратып ҡабул иткән “Туған моңдар” тапшырыуында бер туған апайым Лилиә менән бергәләп ҡатнашыуыбыҙ. Илһам тулы күкрәктәрҙән башҡорт моңдары һуҙылды, йырҙар йырланды, иңдәребеҙгә ҡанат үҫкәндәй булды – беҙ бәхетле инек ул саҡта. Фәрит ағайҙың беҙгә ҡарата булған йылы мөнәсәбәтен, иғтибарын тойҙоҡ, тормошобоҙ, уй-маҡсаттарыбыҙ, хыялдарыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныуы, биргән кәңәштәре уның ни тиклем ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә шәхес икәнен дәлилләне.
Күп яҡлы талант эйәһе – Фәрит ағай бар яҙмышын, булмышын халыҡ, ижад һәм сәхнә менән бәйләне, көсөн дә, үҙен дә, һөйөүен дә тамсы ла йәлләмәне. Ә беҙ беләбеҙ: ундай кешеләр еребеҙҙә тыуып, бар көсө, рухы менән янып йәшәй икән,тимәк, донъяла уның ғүмер шишмәһе бер ҡасан да кипмәй ҙә, туҡтамай ҙа, бары тик аға ла аға. Йылдарға ҡушылып, йырлап аҡҡан йылғалар кеүек... Ана, Фәрит ағайҙың да тауышы, шул моңло шишмә тауышын хәтерләтеп, әллә ҡайҙан үҙәндәрҙе йырып, үҙәктәрҙе өҙөп яңғырай. Юҡ, ул һүнмәгән, өҙөлмәгән, мәңге беҙҙең күңелдәр­ҙә йәшәйәсәк!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 12-01-2017, 15:55 | Ҡаранылар: 641
|
  • Йырсы Фәрит Бикбулатов мәрхүм булды
  • Фәрит Бикбулатовҡа - 80 йәш!
  • Моңдар ҡайтты ауылға
  • Dan balan?.. түгел – “далан”
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM