НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бар ғүмере яҡшы киноға торошло

Бар ғүмере яҡшы киноға торошло


Бар ғүмере  яҡшы киноға торошлоТуғандарыбыҙ менән төшкө ашҡа ултырған мәл. Шул ваҡыт “Юлдаш” радиоһында “Самауыр янында” радиоһөйләшеүен башлап ебәрҙеләр. Кино йылына арнап: “Һеҙ элек киноға йөрөй инегеҙме? Ниндәй фильмдар ҡарай инегеҙ? Ғөмүмән, кино тормошо, уны күрһәтеүселәр тураһында хәтирәләрегеҙ менән бүлешегеҙ”, – тигән әңгәмәгә саҡырыу яңғыраны. Бик йәнле һөйләшеү килеп сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр ниндәй фильмдарға кешенең күп йөрөүен, кемдер шул фильмдарҙы күрһәтеүселәр тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Был һөйләшеү Вәли бабайымдың да бала сағын иҫенә төшөрҙө: “Беҙ, ауылдың малай-шалайы, кино алып килгәндәрен күреп ҡалһаҡ: “Ур-ра, кино килде, кино килде! Нимә тигән кино икән? Бөгөн ниндәй кино күрһәтерҙәр?” – тип, киномеханиктың кинобанкаларын алып клубка инеп киткәндән алып афишаға бөгөнгө фильмдың исемен яҙып элгәнгә тиклем, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Һәм яҙыуҙы уҡыу менән ауыл буйлап киноның исемен ҡысҡыра-ҡысҡыра ары елдерәбеҙ”. “Эйе, ҡасандыр булған ошо ваҡиғаларҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды”, – тип һүҙгә ҡушылды Зифа инәйем дә.

Мин ауылға нисек кино алып килеүҙәрен, халыҡтың нисек һинд фильмдарына йөрөүен Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмынан күреп кенә күҙаллайым. Сәй табыны артында башланған әңгәмә ошо темаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты һәм Нөгөш ауылында оҙаҡ йылдар киномеханик булып эшләгән ағай тураһында яҙырға этәргес булды.
Фәрих Нурмөхәмәт улы Дәминов Күгәрсен районының Йомағужа ауылында 1936 йылда донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, 1955 йылда Бәләбәй ҡалаһында киномеханикҡа уҡый. Һуңынан Кемерово өлкәһендә әрме сафында хеҙмәт итә. Тормош юлдашы Зәйтүнә апай­ҙы ла ошонда осрата ул. Матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр…
1957 йылда Фәрих ағайҙың тыуған яғы Йомағужаға ҡайталар. Ғаилә башлығы тирә-яҡ ауылдарҙа бер нисә йыл кино күрһәтеп йөрөй. Ә инде яҙмыш ҡушыуы буйынса 1966 йылда Нөгөшкә күсеп килгәс, 1996 йылға тиклем ундағы клубтың алмаштырғыһыҙ киномеханигы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрих ағай был фани донъяла юҡ инде. Уның менән 56 йыл иңгә-иң терәшеп бик татыу ғүмер кисергән, шатлыҡ- ҡыуаныста өс бала үҫтергән ҡатыны Зәйтүнә апай, иҫтәлектәре менән бүлешеп:
– Фәрих киномеханик эшен бик яратып башҡарҙы. Һәр ай башында кино күрһәтеү өсөн план алыр­ға Мәләүезгә бара ине. Айлыҡ планда балалар өсөн йәнһүрәттәр, “Фитиль” киножурналы, нәфис фильмдар, һинд фильмдары һәм тағы күп төрлө кино теҙмәһе була ине. Киноленталар махсус тимер һауыттарға тултырыла, уларҙы почта машинаһы алып килә, ә почтанан үҙенең бәләкәй арбаһы менән Фәрих клубҡа ташый. Икенсе көндө уларҙы почтаға кире алып барып тапшыра. Киноны алғанда ла, кире тапшырғанда ла квитанция тултыра торғайнылар.
1993 йылда Нөгөштөң “Тау һауаһы” (“Горный воздух”) шифаханаһында Мәскәүҙән артист Вячеслав Тихонов ял итте. Үҙе менән “Семнадцать мгновений весны” фильмын алып килгән. Фәрих ағайығыҙҙан санаторийға клубтан бөтә аппаратураны алып барып фильмды күрһәтеүен үтенәләр. Кәрәкле нәмәләрҙе алып бара ла һуң, бөйөк артист алдында шул тиклем ҡаушай, аппаратураһын урынлаштыра алмай тик тора. Быны һиҙгән Вячеслав Васильевич: “Не бойся, Фарих, я такой же простой человек, как и ты”, – тигәс кенә ағайығыҙ үҙ хәленә ҡайта. Улар 15 көн эсендә бер-береһенә бик яҡыная, күп әңгәмәләшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бергә төшкән фотоһүрәттәре генә һаҡланмаған, – тип һөйләне.
Фәрих ағай киномеханик булып эшләгәндә Нөгөш клубында дүрт директор алмашына. Геннадий Тимофеевич Вязовцев, Татьяна Кузьминична Нестерова, Рифмир Ғәбделхәй улы Садиҡов, Александр Васильевич Соловьев менән бергә эшләй ул. 1974 йылдан 1996 йылға тиклем үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән Фәрих Нурмөхәмәт улы тураһында Александр Васильевич, бик һағынып:
– Фәрих тураһында күңелемдә тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлана. Ул шул тиклем үҙ эшен яратып, бөтә тырышлығын һалып башҡара ине. Бер ваҡытта ла эшкә һуңлағаны булманы. Сеансты күрһәтелгән ваҡытта башлар ине. Мин киномеханик ҡына, тип торманы ул, клубта ниндәй эш эшләргә кәрәк булһа, әйткәнде лә көтмәй, башҡарыр ине. Электрик эшеме, шыршы биҙәүме, белдереүҙәр элеүме... Почтаға кино килтерелмәгән саҡтарҙа минең бишекле “Иж” мотоциклы менән Мәләүездән икәүләп барып ала торғайныҡ. Бик тәртипле, ярҙамсыл кеше ине, – тип иҫкә алды. Үҙҙәре эшләгән дәүерҙә булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе лә иҫенә төшөрөп алды Александр Васильевич: “Бер ваҡыт ҙур ғына вазифа биләгән ағайҙың йортона йәштәр төндә “Кузнечик” фильмы яҙылған афишаны илтеп ҡуйған (афиша ергә ултыртыла торған, күсереп йөрөтмәле ине), сөнки һикереңкерәп йөрөгәнгә уның ҡушаматы ла Кузнечик ине. Иртән күреп ҡалып, ҡурҡыштан тиҙ генә кире урынына килтереп ҡуйҙыҡ афишаны”.
1991 йылда Фәрих ағай эргәһенә ярҙамсы булып Римма Шәрипова килә: “Мин Бәләбәйҙә киномеханик­ҡа уҡып сыҡҡас, Васильевкала, Мәләүездәге шәкәр заводы эргә­һендәге клубта кино күрһәттем. Кейәүгә сығып, Нөгөшкә кире ҡайт­ҡас, остазым Фәрих ағайҙың ҡулы аҫтында эш башланым. Ике аппарат ине, бер катушкала лента бөтөүгә икенсеһен әҙерләп торам. Ул хаҡлы ялға киткәнсе бик татыу эшләнек. Һәр нәмәне яйлап, еренә еткереп аңлатыр ине”.
Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылында Фәрих ағайҙың ике туғаны Сәлих Яхъя улы Сөләймәнов йәшәй. Туғаны ғына түгел, коллегалар ҙа булған улар. Сәлих ағай – Күгәрсен районында иң оҙаҡ эшләүсе киномеханиктарҙың береһе. Ауыл хужалығы техникаһы механигы булып эшләгән атаһына ҡарап, бәләкәйҙән уның юлын дауам итергә хыяллана. Механик булыуын-була, әммә бала саҡ хыялынан саҡ ҡына ситкә тайпыла һәм кино күрһәтеүсе юлын һайлай. Был һөнәрҙе үҙ итеүенә бер ҡасан да үкенмәй ул, киреһенсә, эшенә бар күңелен һала.
Ә бит уның ошо һөнәрҙе һайлауында Фәрих ағайҙың ҙа өлөшө ҙур. Сәлих ағай хәтирәләре менән бүлеште: “Ағайым Нөгөшкә күскәнсе Күгәрсен районында киномеханик булып эшләне. Ауылдар буйлап, ат менән күсмә кино күрһәтеп йөрөнө. Арбаһына дизель-генераторын, киноленталарын тейәп ауылға килеп инеүе була, уға ярҙамға ашығабыҙ. Әсәйем Зифа билет һатышты. Беҙ Фәрих ағайҙы ололап, хөрмәт итеп, сәй эсереп оҙата торғайныҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең, йә киноға инергә аҡсаһы булмаһа, йә шаяртып, йә этләшеп, тышта ултырған генераторға тоҙ йәки ҡом һалып киткән саҡтары ла булды. Төрлө хәл була ине. Ҙур ҡара фанера таҡтала кино­фильм­дың исеме, кәрәк саҡта “16 йәшкә тиклем” тигән яҙыуы ла булды. Совет фильмдары йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны. Күберәген һуғыш, хеҙмәт кешеләре темаһы урын алды. Халыҡ киноға күпләп йөрөнө. Һинд фильмдары күрһәтелгәндә тамаша залы халыҡ менән тула. Йылдан-йыл кино күрһәтеү яҡшыра барҙы. Тауышлы, киң экранлы фильмдар күрһәтелде. Кино­аппаратура өсөн будкалар төҙөлдө. Киномеханик һөнәренең серҙәрен өйрәтеп, ошо яратҡан эшемде һайлауға тәүге орлоҡтарҙы Фәрих ағайым сәсте, тип ышаныс менән әйтә алам”.
“Кешенең ғүмере йәшәлгән йылдары менән түгел, эшләгән эштәре менән ҡәҙерле”, – тип белеп әйткән халыҡ. Эйе, хәҙерге ваҡытта ауыл клубтарында кино күрһәтелмәһә лә, заманында халыҡҡа хеҙмәт иткән, ҡар-буран, ел-ямғыр тип тормай, ваҡытында фильмды башлап ебәргән киномеханиктар тураһында халҡыбыҙ оҙаҡ иҫкә алыр әле. Бар ғүмерен кино сәнғәтенә арнаған Фәрих Нурмөхәмәт улының тормошо үҙе үк матур киноға торошло. Уның намыҫлы хеҙмәте район етәкселегенең бихисап Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. 1976 йылда ул “СССР-ҙың кинематография отличнигы” түш билдәһе менән бүләкләнгән.
Иң ҙур бүләге – балалары – Тәнзилә, Фәниә, Илдар. Әлеге көндә өс ейәне, бер ейәнсәре, бүләләре олаталарын хөрмәтләп иҫкә ала.

Гөлнур ЯМАНҺАРИНА,
11-се класс уҡыусыһы,
Рәсимә ҒӘББӘСОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мәләүез районы,
Нөгөш ауылы.

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло
Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло
Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Сығыу ваҡыты 13-10-2016, 13:32 | Ҡаранылар: 430
|
  • Киноға төшкән ағай
  • Ә беҙҙең ауылда... 13 май
  • Күлдәргә батам икән
  • Дежур телефонда – әбйәлилдәр
  • Һөйөнсө, Башҡорт киноһы – ЕВРОПА ФЕСТИВАЛЕНДӘ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM