НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күңелендә уның моң йәшәне...

Күңелендә уның моң йәшәне...


Күңелендә уның моң йәшәне...
Сибай ҡалаһында талантлы музыкант, композитор Юлай Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үткәрелде

Фани донъяны күҙ асып йомған ара менән сағыштыралар. Ысынлап та, әллә ниҙәр көтөп, өмөт итеп, был донъяға мәңгелеккә килгән кеүек йәшәйбеҙ ҙә, ҡапыл ғына яҡын кешебеҙ, дуҫыбыҙ арабыҙҙан китеп барһа, үкенесле үткәндәргә ҡарап, уйға ҡалабыҙ, фәһем алыр­ға тырышабыҙ. Аҙаҡ тағы, онотолоп, донъя ҡыуа башлайбыҙ... Әллә күпме эш иртәгәгә ҡала, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ла ашыҡмайбыҙ.
Талантлы музыкант, композитор, уҡытыусы Юлай ағай Моратов, ғүмеренең ҡыҫҡа булырын белгәндәй, һәр бер көнөнөң, миҙгеленең ҡәҙерен белеп йәшәне, ижад итте. Ә ижадтан тыш, ул велосипедта сәйәхәткә сыҡты (ете йыл рәттән Сибайҙан – Өфөгә, Өфөнән Сибайға йөрөнө), фотоға төшөрөү менән мауыҡты, үҙебеҙҙә үҫкән дарыу үләндәрен өйрәнде. Хатта, Урал аръяғы баш ҡалаһында институт асылғанына шатланып, 46 йәшендә уҡырға инеп, музыка бүлеген уңышлы тамамлап, икенсе юғары белем дипломын яҡланы. Ә уның ярҙамсыллығы, киң күңеллелеге, изге йөрәге хаҡында әллә күпме легенда йөрөй. Көньяҡ Урал зонаһы райондарынан килеүсе байтаҡ студент дөйөм ятаҡтан урын алып өлгөрмәгән осраҡта, Моратов­тарҙың иркен йортонда йәшәп, белем алыу бәхетенә ирешә. Ә бит был йортта үҙҙәренең ун балаһы буй еткергән. Уҡырға килеүсе йәштәрҙең аҡсаһы булмағанда үҙҙәре кеҫәһенән биреүсе лә, ашарҙарына булмағанда үҙ ризығын бүлешеүсе лә улар була. Ҡыҫҡаһы, бер тиҫтә балалы Моратовтарҙы тағы ла бер нисә тиҫтә баланың ҡиәмәтлек ата-әсәһе тип атарға мөмкин. Күңе­лендә моң йәшәгән кеше генә бындай изгелектәргә бара алалыр ул.
18 мартта Сибай ҡалаһында ошо арҙаҡлы шәхесте ололап, хөрмәтләп, хәтер кисәһе үткәрелде. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры бинаһында аяҡ баҫыр урын юҡ ине: Юлай ағай­ҙан тере сағында күп изгелек күреүсе дуҫтары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, йырҙарын үҙ итеүсе тамашасылары концертҡа ағылды. Хәтер кисәһен асып, Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов мәрхүм Юлай һәм Айһылыу Моратовтарҙың яҡты рухына Ҡөрьән аяттары бағышланы. Концертты ойоштороу­ҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты оло ярҙам күрһәтте. Йәштәр бүлеге рәйесе Айнур Арыҫланов үҙ сығышында йәш быуынды ижадҡа, матур юлға килтереүсе Юлай ағай кеүек шәхестәр­ҙең күберәк булыуын теләп, доға ҡылды.
Балалар ата-әсәләрҙән алған тәрбиәне, рухты, иманды ғүмер буйы үҙ күңелендә йөрөтә. Мора­товтарҙың татыу, ҙур ғаиләһендә үҫкән ун баланың һәр береһе махсус музыка мәктәбен тамамлаған. Күптәре тормоштарын сәнғәт ме­нән бәйләп, бөгөн төрлө мәҙәниәт ойошмаһында хеҙмәт юлын башлаған. Атанан күргән – уҡ юнған, тигән әйтемде иҫбатлап, сәхнәгә бер-бер артлы талантлы Моратов­тар сыҡты: Пермь ҡалаһында музыканан белем биреүсе Кәрим, Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Мансур, балалар баҡсаһының музыка белгесе Зөлфиә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музыканты Салауат, “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле солисы Сәлимә – барыһы ла аталары ижад иткән йырҙы башҡарҙы. Юлай ағай­ҙың йырҙарын башҡорт эстрадаһының йәш “йондоҙ”ҙары ла, данлыҡлы йырсылар ҙа берҙәй яратып башҡара. Концертта ҡатнашыусы һәр кем уға рәхмәт һүҙҙәрен йырҙары менән еткерҙе. Ҙур сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаусы Азат Исҡужин, Лилиә Сафина, Дилә Мөхәмәтйәрова, Зөбәйлә Ҡолом­бәтова, Гөлфирә Шәйбәкова, Гөл­фиә Хәләфетди­нова, билдәле йырсылар Йәғәфәр Нәҙершин, Фәнис Сирбаев, Гөлсөм Бикбулатова, Рәмил Туйсин, Илһам Шәймөхә­мәтов, Мәмдүҙә Илбә­кова, Хәлим Ситдиҡов, Динар Ласынов, Флера Шәрипова менән бер рәттән, оҫта сығыш яһаны. Концертты Баш­ҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев композитор тураһындағы матур иҫтәлектәре һәм ул ижад иткән йырҙары менән тамамланы. Юлай Моратов­тың балалары концертты ойоштороусы Илшат Аб­драх­мановҡа, Рә­мил Сурағоловҡа, Нәсимә һәм Ильяс Сафиндарға, артистарға, йыр­­сыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яҡты хәтирәләр менән моң­һоулан­ған күңелдәрҙе Юлай Моратовтың тормошсан, дәртле һәм үҙенсәлекле йыр-моңдары берсә иларға, берсә көлөргә мәжбүр итте. Концерт тамамланғас та тамашасылар бик оҙаҡ таралышмай, иҫтәлектәре менән бүлешеп, әнгәмә ҡорҙо. Билет һа­тыуҙан йыйылған аҡсаға Юлай Моратовҡа таҡтаташ асырға ҡарар ителде. Шулай уҡ концерт ваҡытында композиторҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ҡала урамдарының береһенә уның исемен биреү һәм ике йылға бер тапҡыр үҙешмәкәр композиторҙар конкурсын ойоштороу тәҡдим ителде. Киләсәктә уларҙың да тормош­ҡа ашыуын күреү насип булһын.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.

Күңелендә уның моң йәшәне...

Сығыу ваҡыты 6-04-2016, 11:18 | Ҡаранылар: 514
|
  • Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...
  • Йырҙарың йырланып бөтмәгәйне шул...
  • “Рух” һәм Ирек
  • Бар хистәре уның бейеүҙәрҙә…
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM