НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ысын шағир ине

Ысын шағир ине


Ысын шағир ине2011 йылдың март башы ине. Инсур Йәһүҙиндың юбилей кисәһен уҙғарыу хаҡында “Таң” гәзите редакцияһында һөйләшеү булды. Шағир үҙе лә ҡатнашты. Ғәҙәтенсә, баҫалҡы тыйнаҡлыҡ менән ризалығын бирҙе. Ҙурҙан ҡупмай, ижадсылар даирәһендә генә мөмкин, тине.
Әммә ошонда уны беҙҙең һуңғы күреүебеҙ булған, 60 йәшенә бер нисә көн генә ҡалғанда шағирҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Йәшләй генә эшләй башлап, оҙон хеҙмәт юлы үткән кеше лә ине ул.
Уҡыу йылдарында уҡ каникул осоронда редакцияла эшләп йөрөй. Мәктәптән һуң “Таң”да әҙәби хеҙмәткәр, урындағы радио тапшырыуҙары мөхәрри- ре була. Свердловскиҙа юғары партия мәктәбен тамамлағас, КПСС райкомына инструктор итеп алалар. Әммә ижадсы булмышы уны йәнә матбуғатҡа алып ҡайта: “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Бөрйән, Белорет, Учалы зонаһы буйынса үҙ хәбәрсеһе, унан “Таң” гәзитенең баш мөхәррире булды. Артабан райондың төрлө ойошма-учреждениеһында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итте.
Әммә ҡайҙа, ниндәй дәрәжә- лә булһа ла, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтен – шағирлыҡ маһир- лығын ташламаны, тылсымлы ҡәләм эйәһе булып ҡалды.
Шиғриәт күгендә ул ике исем менән – Инсур Йәһүҙин һәм Инсур Артур булып балҡыны, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем илһамланып шиғырҙар, поэмалар ижад итте. Шул һуңғы осрашҡанда ла, бер поэмамды тамамлап йөрөйөм, тип һөйләп торғайны. Әйтелеп, яҙылып бөт- мәгән әллә күпме күңел ынйыһын үҙе менән алып киткәндер ҙә, бәлки.
Беҙгә лә бай мираҫ ҡалдырҙы. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында тәүҙә “Таң”да, унан “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында, “Йәш көстәр” альманахында шиғри шәлкемдәре урын ала. Ә 1988 йылда “Юлға сығам” исемле тәүге китабы донъя күрә. 1993 йылда сыҡҡан “Тауҙарҙа тауыш аҙашмай” исемле китабының һуңғы биттәрендә шағир Хәсән Назарҙың Инсур Йәһүҙин хаҡында “Күҙ уңында” исемле ҙур ғына мәҡәләһе бирелгән. Унда: “Маҡтамайым, шулай ҙа әйтәм: Инсур Йәһүҙин шағирҙар йәнен фиҙа ҡылып хеҙмәт иткән шиғриәткә үҙ тауышы менән килде. Хәләл көс менән. Үҙе юл ярып. Был тауыш аҙашмаҫ, был тауыш аҙаштырмаҫ”, – тигән юлдар бар.
Артабан балалар өсөн яҙыл - ған “Төлкө килде ҡунаҡҡа”, “Көнлөғояш”, “Даға сыңы”, район тарихы сағылдырылған “Атайсал – бөрйәндәрҙең ере”, “Яраһыҙ һағыш”, “Йөрәгемдә ҡояш күтәрәм” исемле китаптары ҡәләм әһеленең тынғыһыҙ, ныҡышмалы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора.
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Инсур Йәһүҙин (Инсур Артур) республикабыҙҙың ижад донъяһында, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм әҙиптәр араһында таныулы кеше булды. Йөрәк түребеҙҙә, күңел көмбәҙебеҙҙә уның яҡты һыны, шағир булмы- шы һәм рухы мәңге юйылмаҫ булып ныҡлы уйылып ҡалды. Һүҙемде Инсур дуҫ хаҡындағы шиғырым менән тамамлайым.

Оло дандар юраманы,
“Таң”дан урын һораны.
Шиғырҙарын баҫтырҙы ла,
Эй ҡыуанып йөрөнө.
“Уҡыныңмы? – тиер ине. –
Минең шиғырҙар шәп бит!”
Маҡтанманы, ихлас ине,
Быға Булат* та шаһит.
Шиғырҙарын баҫтырҙы ла,
Эй ҡыуанып йөрөнө.
Кескәй генә шиғырында ла
Тотош ғүмер йәшәп алған
Ҙур йөрәкле ир ине,
Ып-ысын шағир ине!

*шағир Булат Тимерғәлиев.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН. Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 29-03-2016, 11:01 | Ҡаранылар: 736
|
  • Ҡанат ҡуйған ойошма
  • Һүҙҙең мәртәбәһен белеп...
  • Шағир аманаты
  • Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яңы китабының исем туйы үтәсәк
  • Беҙ һабаҡташтар булдыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM