НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һоҡланмау мөмкин түгел

Һоҡланмау мөмкин түгел


Һоҡланмау мөмкин  түгелҒүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Апаҡайыма, берҙән-беремә лә – 80 йәш! 1935 йылдың ҡояшлы Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнөндә Сәйетбаба ауылында Сафиулла менән Факиһа Ҡунафиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала ул. Йәш ата-әсә ҡыуаныстарынан уға Фәриха (ғәрәпсә – шатлыҡ, һөйөнөс) тип исем ҡуша. Был ҡыуаныс артҡандан-арта бара: йортта апайымдың тәтелдәп йөрөүенә Сәхиулла (ғәрәпсә – йомарт) ағайымдың тауышы өҫтәлә, Марат ағайым бына-бына яҡты донъяға ауаз һалыр­ға тора. Ошондай ҡыуаныслы мәлдә көтмәгәндә бөтә ил буйлап йәшен тиҙлегендә тетрәндергес хәбәр тарала: “Гер­мания СССР-ға ҡаршы һуғыш башлаған”. Йөҙәрләгән ауылдашы менән бергә атайым Сафиулла Ғарифулла улы ла һуғыш­ҡа китә, үҙенең бишенсе быуын олатаһы, 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында француздарҙы Парижғаса ҡыуып, Сәйетбабаһына әйләнеп ҡайтҡан герой Аҡбулат Ғүмәров (1781 – 1849) традицияһына тоғро ҡалып, дүрт йылға һуҙыл­ған ғәрәсәтле яу юлынан Бер­линғаса етеп, күкрәгенә III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Маһайып, күкрәк ҡағып йөрөмәй генә орден-миҙалдарын һандыҡ төбөнә һалып ҡуя ла, ең һыҙғанып, баш баҫып эшкә тотона атайым. “Йондоҙ” колхозының почетлы колхозсыһы исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға ул.
Ә апайым һуғыш осоронда ла, унан һуңғы йылдарҙа ла әсәйем Факиһа Ноғман ҡыҙына ныҡлы терәк-таяныс була. Һуғыш баш­лан­ғанда саҡ алты йәше тулған бала, әсәйем яҙын, аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөткәс, үгеҙ йә һыйыр егеп ер һөргән, тырматып иген сәскән, йәйен баҫыу утаған, бесән әҙерләгән, көҙөн иген урған саҡтарҙа, Марат ағайымды баҫыу-ялан ситтәрендә сәңгелдәктә ҡарар, 3 – 4 йәшлек кенә ҡустыһы Сәхиулла менән бергә, уға күҙ-ҡолаҡ һәм өйрәтеүсе булып, төрлө үлән аҙыҡтары әҙерләү хәстәрлеген күрер булған. Һуғыш йылдарында әсәйем тырышып эшләгәне өсөн “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, балаларына һәм үҙенә күлдәк, ыштанлыҡ тауар менән бүләкләнеп, ҡыуаныс кисереүҙә, әлбиттә, ал-ял белмәй әсәһенә ярҙам иткән ошо бәләкәй генә тырыш ҡыҙҙың да өлөшө бар.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яҡты донъяға килгән Ғиниәтулла, Хөрмәтулла, Насибулла ағайымдарҙы һәм мине тәрбиәләп кеше итеүгә лә Фәриха апайымдың физик көсө, күңел йылыһы һалынған. Уның һәм, әлбиттә, атай-әсәйебеҙ кеүек беҙ ҙә сабыр, егәрле, баҫалҡы, кешелекле, ярҙамсыл кешеләр булып үҫергә һәм йәшәргә тырыштыҡ. Ағайҙарымдың бишеһе лә Ватан алдындағы хәрби бурысын намыҫлы үтәне. Улай ғына ла түгел, юғары юридик белем алған Марат һәм Насибулла ағайымдар оҙаҡ йылдар именлек органдарында эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты. Ауыл хужалығы техникумында белем алған Сәхиулла, училище тамамлаған Хөрмәтулла колхозыбыҙҙың алдынғы механизаторҙары булды, исем-фамилиялары, фотолары район, хатта республика гәзиттәре биттәрендә күренгеләп торҙо. Ғиниәтулла ағайым филология фәндәре докторы, профессор, академик тигән юғары ғилми дәрәжәләргә өлгәште, Башҡорт дәүләт университетында кафедра мөдире, Башҡортостан Фәндәр академияһында республикабыҙҙағы гуманитар фәндәрҙе етәкләүсе академик-секретарь вазифаларында эшләй. Ағайҙарымдың бөтәһе лә төрлө кимәлдәге дәүләт бүләктәренә лайыҡ булды. Үҙемә лә, күп йылдар Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә юғары белемле математика уҡытыусыһы, завуч һәм директор вазифаларында эшләп, хаҡлы ялға сығырға яҙҙы. Быларҙың бөтәһендә лә атай-әсәйебеҙҙең генә түгел, ғаиләбеҙҙә баш бала булған бөтмөр, аҡыллы, ярҙамсыл апайыбыҙҙың ыңғай йоғонтоһон кү­рәм. Ул беҙгә ихлас кәңәшсе лә, яр­ҙамсы ла булды. Кәрәк саҡта тота ла, тура­һын әйтә лә, һыу буйы һуҙмай ғына кәңәш һүҙен еткерә лә белде. Уның әйтер фекерен кинәт кенә сығарған ши­ғыр юлдары йә мәҡәл-әйтемдәр менән ҡаймалап ны­ғытып ҡуя торған күркәм холоҡ-ғәҙәте лә бар.
Ғөмүмән, тормош ауырлығын артығы менән кисергән апайымдар быуыны егәрле, сабыр, мәрхәмәтле, киң күңелле, ярҙамсыл булып үҫкән һоҡланғыс заттар­ҙан тора. Апайым да шундай һоҡланғыс, тәрән ихтирамға лайыҡ кешеләрҙең береһе. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә эштәр башҡарһа ла, тырышлығы, яуаплылығы, баҫалҡылығы, кешеләргә иғтибарлылығы, киң күңеллелеге менән ихтирам ҡаҙанды. Сәйетбаба һәм уның яҡын-тирәһенән Аҡкүлгә төрлө эш-йомош менән килгән колхозсылар­ҙың, ауыл советы, сельпо, урман хужалығы, колхоз идараһы, мәктәп, дауахана етәкселәренең һәм хеҙ­мәткәр­ҙәренең, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта уҡыған студенттарҙың бөгөн иҫән-һау булғандары апайым менән еҙнәмдең йорт ишеге кешегә һәр саҡ асыҡ булыуын, унда үҙҙәренә йылы сәй, йылы ҡуналҡа табыуҙарын әле лә хәтерләй­ҙер, моғайын. Ә апайым үҙе һәр саҡ башҡаларға ауырлыҡ килтермәҫкә, үҙ көсөнә таянып эш итергә тырышты. Хаҡлы ялға киткәнсе Аҡкүл ауылы ашханаһында кассир-буфетсы сифатында әллә күпме рәхмәт һүҙенә, Маҡтау ҡа­ғыҙына лайыҡ бу­лып, коллективта хөр­мәт ҡаҙанып эш­ләне. Коллега­лары әле лә уға ихтирам менән ҡарай, хәлен белешеп торалар. Апайым да уларға рәхмәтле, бергә эшләгән йылдарын йылы тойғолар менән иҫкә ала.
Апайым еҙнәм Шәһиҙулла Хә­миҙулла улы Сөләймәнов менән дүрт бала үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарҙы. Һәр береһе юғары белемле, ғаиләле, үҙ эшенең оҫтаһы. Оло ҡыҙҙары Тәнзилә – табип, икенсе ҡыҙҙары Лена – ике вуз тамамлап, тарих фәндәре докторы, профессор дәрәжәләренә өлгәшкән вуз уҡытыусыһы, улдары Рәмил – инженер-конструктор. Тик тормошта бөтәһе лә һәр саҡ ал да гөл булмай шул. Апайым менән еҙнәмдең шулай уҡ ике вуз бөтөргән бәләкәй ҡыҙҙары Миңзилә инфаркттан яҡты донъя менән иртә хушлаша. Күп тә тормай, еҙнәм дә баҡыйлыҡҡа күсә. Был ҡайғыны апайым балалары, туғандары, дуҫ-иштәре менән бергә кисерә, эш менән баҫырға тырыша. Баҡсаһында нимәләр генә үҫтермәй ҙә, улар­ҙы нисек кенә тәрбиәләмәй һәм эшкәртмәй. Бешергән аштарының тәмлелеге, көткән донъяһының йәмлелеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шәл йә башҡа нәмә бәйләһенме, теген менән булышһынмы – бөтәһе лә килешле, матур килеп сыға. Һис тә уларҙы 80 йәшлек әбейҙең хеҙмәт емеше тип уйламаҫһың.
Апайымдың үҙе кеүек аҡыллы, итәғәтле, баҫалҡы, эшһөйәр балалары ла, әхирәттәре лә уны дәртләндереп, хәл-әхүәлен белеп тора. Шуны күреп, апайым өсөн нисек ҡыуанмайһың. Халыҡтың “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, “Хеҙмәтенә күрә хөрмәте” тигәне ошо булалыр инде. Хәл-әхүәл белешеп, үткәндәр һәм бөгөнгө көндәр хаҡында фекер алышып ултырғанда: “Эй, туғаным, хәҙер тормош бик матур, теләгәнеңде кейергә, теләгәнеңде ашарға мөмкинлек бар. Һаулығы булған кешегә рәхәтләнеп эшләргә лә матур итеп йәшәргә мөмкин. Иренмәҫкә, эҙләнергә генә кәрәк. Тик донъя ғына тыныс булһын, ҡалғаны булыр”, – тип йылмайып-ҡыуанып әйтеп ҡуя апайым. Тәжрибәле ил инәһе ҡорона ингән кешенең кире ҡаҡҡыһыҙ хаҡ һүҙҙәре, алтын һүҙҙәре был.
Апаҡайым, берҙән-берем, һиңә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Артабан да шундай яҡты күңелле, аҡыллы, матур кеше булып ҡалырға, ныҡлы һаулыҡ менән балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде, туғандарыңды, дуҫ-иштәреңде шатландырып йәшәргә яҙһын әле үҙеңә.Тыуған көнөңә тап килгән 8 Март байрамы менән дә үҙеңде һәм һинең йөҙөңдә районыбыҙҙың бөтә ҡатын-ҡыҙҙарын ихлас күңелдән ҡотлайым, һәммәгеҙгә лә сәләмәтлек, бәхет, тыныс тормош теләйем.

Мәүлиха МӘҠСҮТОВА,
хеҙмәт ветераны.
Ғафури районы,
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Сығыу ваҡыты 6-03-2015, 11:19 | Ҡаранылар: 605
|
  • Улар – ауылымдың ғорурлығы
  • Ватандың тоғро һаҡсылары
  • Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер
  • 35 йыл һаулыҡ һағында
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM