RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхеткә илткән юл

27.11.2010 Бәхеткә илткән юл

Кеше ғүмере ҡаш менән күҙ араһы ғына шул, тип ҡабатларға ярата торғайны өләсәһе. Эйе, бер яҡтан ҡараһа, шулай кеүек, ә тормошоңдо барлай башлаһаң, улай ҙа түгел... Ул йәшәгән алты тиҫтә йыл эсендә илдә лә, ул тыуған һәм йәшәгән ауылдарҙа ла күп, бик күп хәл-ваҡиға, үҙгәреш булған, күпме яҙмыш уның күңеле һәм ҡулы аша үткән.
Олоғая килә әҙәм балаһына бала сағы, үткәне тураһында хәтирәләргә бирелеү хас. Нәсимә Сөләймән ҡыҙы ла быларҙан азат түгел. Ул Белорет районының Инйәр йылғаһы буйында, ул заманда юлһыҙ, утһыҙ, төпкөлдә ятҡан Ғәбдөк ауылында ябай ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Бала саҡ алыҫайған һайын иң нескә хистәрҙе уята: үҙенән һуң тыуған алты туғанына сабыр холоҡло апай, әсәһенә бөтә эштә лә, сер бүлешер кеше булараҡ та иң ышаныслы таяныс та була ул. Атаһы Сөләймән Ильяс улы ҡырҡ йәшендә генә ҡаты сирҙән вафат була. Береһенән-береһе бәләкәй ете бала менән әсәһе тол ҡала. Беҙҙең яҡта донъя көтөүе ауыр: ҡышҡа етерлек бесән-утын әҙерләүе ялҡытҡыс ике-өс айға һуҙыла, әлеге лә баяғы юл юҡ, тау-таш, урман, күпер­ҙәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Беҙҙең кеүек атай­һыҙ ҙа, атһыҙ ҙа ғаиләләргә бигерәк... Әммә әсәһе Фатима Мортаза ҡыҙы ауырлыҡтарға бирешмәй, балалары ла сәмсел, тырыш, бер-береһен тартып уҡып, кеше булалар. Әлеге көндә бөтәһе лә етеш, матур йәшәй. Донъя бит, үкенесле хәлдәре лә килеп сыға, ҡыйынлыҡ менән нефть институтын тамамлап, матур ғаилә ҡороп йәшәп ятҡан ҡустыһы, ике балаһын етем ҡалдырып, 40 йәшендә генә гүр эйәһе булып ҡалды.
Нәсимә Сөләймән ҡыҙы Йөйәктә урта мәктәпте тамамлағас, туғандарын ҡарашыр өсөн Өфөгә барып эшкә урынлаша, әммә юлдың юҡлығы, араның алыҫ булыуы арҡаһында йыш ҡайта алмай. Шулай бер ҡайтҡанында ауыл мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә саҡыралар һәм ул был тәҡдимгә шатланып ризалаша.
Бер-ике йыл эшләгәс, һөйгән егете армиянан ҡайта һәм улар өйләнешә. Йөйәккә күсеп йәшәй башлағас, ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә һәм 25 йыл ғүмере шул тынғыһыҙ эштә үтеп килә. Вазифауи бурысын яратып, бөтә күңелен һалып башҡара ул, үҙенә тейгәнен генә түгел, ауыл халҡына нисек ярҙам итеп була, уларға нисек уңайлы, бер һүҙ менән әйткәндә, гел кеше мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйҙы. Шундай игелекле, ярҙамсыл булғаны өсөн дә уны ике ауыл халҡы ла ихтирам итә, ярата. Ошо йылдар эсендә нисәмә йәш парға изге фатихалар биреп, иҫтә ҡалырлыҡ тантаналы шарттарҙа никахтарын теркәне. Армияға китәсәк егеттәрҙе, төн тимәй, Белоретҡа комиссияға алып барып, алып ҡайтыу­ҙар... Нәсимә Сөләймән ҡыҙы бер зарланмай эшләне. Өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө әсәй, хәстәрлекле килен, барлыҡ туғандарына оло йөрәкле апай булараҡ та һынатманы. Бына хәҙер 35 йылдан ашыу Мәжит Мәхмүт улы менән бәхетле ғүмер кисерәләр. Өс балаға ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөтәһе лә юғары белем алып, кәрәкле һөнәр һайлап, әлеге көндә үҙ ғаиләләре менән матур итеп йәшәйҙәр. Ә олатай-өләсәйҙең ҡыуаныстары – алты ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Ошо ерҙә Мәжит Мәхмүт улының ата-әсәһе тураһында ла бер-ике һүҙ яҙмаһаҡ булмаҫ. Улары үҙҙәре торғаны бер хазина ине. Мәхмүт Әбсәләмов – ике һуғыш ветераны, шаян, йор һүҙле кеше, уҡымышлы мулла ла. Ултырған ерендә төртмә таҡмаҡтар, шиғырҙар сығарып һөйләр ине. Бал ҡорто тотто, етеш донъя көттөләр. Ә Хәжәр инәй 92 йәшкә тиклем төҫ ташламай, килене менән 30 йыл әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәне, ейәндәрен ҡараны, килгән-киткән кешегә алсаҡ булды. Йәндәре йәннәттә булһын!
...Бына бөгөн дә ул, йоҡоһонан уянғас, оҙаҡ ҡына уйланып ятты, хәҙер был ғәҙәтенә лә инеп китте шикелле. Оҙаҡламай 30 йылдан ашыу тимер юл элемтә станцияһында етәксе булып эшләгән ире Мәжит Мәхмүт улы ла хаҡлы ялға йыйына.
Талапсан, алдынғы ҡарашлы белгесте эшендә хөрмәт итһәләр, ғаиләһендә ул тоғро тормош юлдашы, балаларына яҡшы атай-олатай. Үҙен иҫләгәне бирле бал ҡорттары менән булыша, үҙен шуларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Хәҙер ейәне Айҙарға ҡорт аҫрау нескәлектәрен өйрәтә.
Нәсимә Сөләймән ҡыҙы тормошонан ҡәнәғәт, бәхетле ҡатын. Хыялы, теләгән теләктәре тормошҡа ашты. Үҙ яртыһын тапты, күңеленә ятҡан эшен башҡарҙы, дуҫ-татыу, өлгөлө ғаиләлә балалар үҫтер­ҙеләр, күршеләре лә бер туғандан артыҡ, ҡуралары тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡсалары тулы еләк-емеш һәм бөтә ерҙә – гөл-сәскәләр.
Хоҙай Тәғәлә балсыҡтан кешене әүәләгән дә бер йомарламы ҡулында артып ҡалған һәм ул теге кешенән:
– Нимә яһайым быныһынан? – тип һораған. Кеше, бәхет, тигән. Хоҙай Тәғәлә, бәхеттең нимә икәнен мин белмәйем, мә, үҙең яһа, тип, балсыҡты уның ҡулына тотторған.
Һәр кемдең бәхете, ысынлап та, үҙ ҡулында.

А. ЙОСОПОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”