НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…

ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Баҫыу батырҙарына сәләм!
ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…
Быйыл Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре ғәҙәттәгенән 7 – 10 көнгә һуңыраҡ башланды. Был хәл тәбиғәт шарттарына бәйле килеп сыҡты. Шулай ҙа ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре тиҙ арала үткән йылғы күрһәткестәргә барып етте, тип билдәләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, бөгөн Башҡортостанда иртә өлгөрөүсе культураларҙы сәсеү эштәре тамамланды. Һүҙ бойҙай, һоло, борсаҡ һәм шулай уҡ техник культуралар – шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағыш тураһында бара. Ҡарабойҙай менән тары, кукуруз, судан үләнен сәсеү дауам итә әле. Шул уҡ ваҡытта ҡарабойҙайҙы тулыһынса сәсеп бөткән райондар һаны егермегә етеп килә. Үкенескә күрә, йәй айҙарында көн торошо беҙҙе әллә ни ҡыуандырмаясаҡ, тип тә фараз итәләр. Быйылғы йылдың да ҡоро һәм эҫе килгән 2010 йылға оҡшаясағын күрһәтеүсе факторҙар бар. Тупраҡта һаҡланған дым аҙ, көндәр ҙә эҫе буласаҡ, тиҙәр. Шулай ҙа 2010 йылғы ауырлыҡтар хужаларҙы күп нәмәгә өйрәткән, проблемалар ул ваҡыттағы кеүек үк күп булмаҫ тип өмөт итәбеҙ. Ни тиһәң дә, ҡоролоҡ булдырған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған нисәмә сара ойошторолдо, күпме план ҡоролдо.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан баҫыуҙарында ярауай культураларҙы сәсеү 1,9 миллион гектар майҙанда тулыһынса тамамланған. Был – планлаштырылған майҙандың 95 проценты. Синоптиктар көндәр­ҙең, бер аҙ ямғырлы булһа ла, йылы буласағын хәбәр итә. Шуға күрә, ярауай культураларҙы сәсеү эше лә оҙаҡламай тамамланасаҡ, тип уйларға нигеҙ бар.
Республика хужалыҡтарында сәсеү генә түгел, башҡа баҫыу эштәре лә етерлек. Ҡыйғы, Учалы һәм Хәйбулла райондары эшсәндәре иген культураларын химик юл менән утау эшен әүҙем алып бара. Кушнаренколар менән стәрлебаштар шәкәр сөгөлдөрөн сүп үләндәренән таҙарта. Ярауай иген культуралары үҫкән баҫыуҙарҙы эшкәртеү буйынса Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Нуриман, Мәләүез, Стәрлебаш райондары хужалыҡтары алда бара. Дөйөмләштереп әйткәндә, әле ауыл хужалығы объекттары булған бөтә район һәм ауылдарҙа ла эштең ҡыҙыу мәле. Ошондай темп ҡара көҙгә тиклем дауам итәсәк. Беҙ инде ҙур уңышҡа өмөт итәбеҙ, баҫыу батырҙарына тырышлыҡ, һөҙөмтәле эш теләйбеҙ!
Әлбиттә, яҙғы баҫыу эштәрен әүҙем һәм һөҙөмтәле итеп алып барыу өсөн яҡшы техника, сифатлы орлоҡ та кәрәк. Эш башланыр алдынан рспублика хужалыҡтарының бөтәһе лә тейешле техника, яғыулыҡ, орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгәйне. Әйткәндәй, былтыр көҙҙөң ямғырлы булыуы арҡаһында картуфты йүнләп ҡаҙып алып булманы. Былай ҙа әллә ни уңмағайны инде ул “икенсе икмәгебеҙ”. Насар ҙа һаҡланғас, сәсер өсөн картуф ҙур хужалыҡтарҙа ла, ябай ғына баҡсаларҙа ла етмәҫ кеүек ине. Етмәһә, яҙын “Рос­потребнадзор” Евросоюзға ингән илдәрҙән орлоҡ һатып алыуҙы тыйғайны (әле был сикләү бөтөрөлдө). Шуға ла республиканың бөтә райондарында ла картуф сәсеүҙе көйләр өсөн яуаплы белгестәрҙе билдәләнеләр. Улар картуфты илебеҙҙең башҡа төбәктәренән һатып алыуҙы ойошторҙо.

Рапсмы, зәйтүнме?

Беҙҙең республикала рапс 16833 гектар майҙанда үҫтерелә. Ошо майҙандың 3585 гектары Илеш районы хужалыҡтарына тура килә. Был культура юғары килем килтерә. Шуға ла уны артабан күберәк үҫтереү һәм эшкәртеү өсөн нигеҙ бар. Рапстан һығылған майҙы халыҡ “Себерҙең зәйтүн майы” тип йөрөтә. Был – бик ғәҙел билдәләнгән атама. Сөнки рапс майы биохимик сифаттары буйынса зәйтүн майынан бер ҙә ҡалышмай. Хатта ҡайһы бер элементтары буйынса фекер йөрөткәндә был майҙан сифатлыраҡ та. Көнбағыш майын ғына ҡулланырға өйрәнгән беҙҙең республика халҡы өсөн рапсты эшкәртә башлау, ысынлап та, яҡшы булыр ине.
Бөтә ошо факттарҙы күҙ уңында тотоп, Башҡортостандағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә рапс эшкәртеү предприятиеһын асыуҙы ла индерҙеләр. Был эште Илеш районы хеҙмәтсәндәре үҙ иңенә алырға ниәтләй, шуға ла әлеге ваҡытта районда предприятие төҙөү өсөн урын эҙләү менән мәшғүлдәр. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 700 миллион һум аҡса кәрәк. Ул йылына 100 мең тонна рапс орлоғон эшкәртергә һәләтле буласаҡ. Һөҙөмтәлә йылына 21 мең тонна май етештереләсәк. Үҫемлектең ҡалдыҡтары мал аҙығы итеп ҡулланыласаҡ.

Бесәне лә көттөрмәҫ

Эйе, яҙғы сәсеү эштәре тиҙҙән тулыһынса тамамланасаҡ. Алда ауыл халҡын мал аҙығы әҙерләү эштәре көтә. Белгестәр, бесәнгә киләһе аҙна аҙаҡтарында уҡ төшөргә мөмкин буласаҡ, тип билдәләне. Сөнки кәзә үләне менән люцернаны сабыу ваҡыты етеп килә. Шулай, яҙ тамамланды, дилбегәне йәй үҙ ҡулдарына алды, тип әйтергә мөмкин. Ямғырҙар ваҡытында яуһын, тип теләргә генә ҡала. Ә ҡалғаны баҫыу хеҙмәтсәндәренең ҡулында!

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 30-05-2014, 05:18 | Ҡаранылар: 1054
|
  • “Яҙғы сәсеүҙе үҙ мәлендә тамамларға өмөт бар”, – ти Ҡырмыҫҡалы районының “Башҡортостан” йәмғиәте эшсәндәре
  • Июнгә ай календары
  • КАРТУФ-КАРТУФ, СЕРЕҢ БАРМЫ?
  • Билде биштән быуыр мәл
  • Ямғырға бирешеү ҡайҙа?! Беҙҙә сәсеү гөрләй!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM