НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эшләгән – тешләгән

Эшләгән – тешләгән


Эшләгән – тешләгәнйәки Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылынан Абдуллиндар, 40-тан ашыу һыйыр, 50-нән ашыу һарыҡ аҫрап, яҡташтарын сифатлы ит-һөт ризыҡтары менән ҡыуандыра
Гөлнур һәм Ғәзим Абдуллиндар менән һөйләшеп ултыра торғас, башымда бер туҡтауһыҙ әйләнеп йөрөгән һорауҙы бирмәй булдыра алманым:
– Ә һеҙ ҡасан ял итәһегеҙ һуң?
Ҡапыл бирелгән һорауым хужаларҙы аптырата төштө шикелле, бер минут самаһы уйланып ултырҙылар. Шунан Гөлнур ҡәтғи ҡарарға килде лә:
– Ял итмәйбеҙ! – тип өҙөп кенә яуап бирҙе. Шулайҙыр ысынлап та. Ҡасан ял итеп өлгөрмәк кәрәк? Көйөргәҙе райо­нының Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе был ғаилә фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, 40 баштан ашыу эре мал аҫрап, эремсек, ҡаймаҡ, ҡатыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек әҙерләп һаталар. Һатылған ризыҡ эштең һуңғы һөҙөмтәһе генә инде ул. Һыйырҙарҙы һауып алғанға тиклем эшләнгән эштәр быуа быуырлыҡ. Ашаған белмәй – тураған белә, һәр бер һыйыр ҡыш буйы бер кәбән бесәнде ашап бөтә. Шуға ла 40 – 50 баш малды ҡышын аҫрарлыҡ бесән әҙерләү хәстәре лә бар. Быныһы – эштең минимум башҡарылырға тейешле өлөшө генә. Бөтә хужалыҡты үҙҙәре генә тиерлек алып баралар. Ни тиһәң дә, Абдуллиндарҙы ҡолас йәйеп эшләгән, бөтә эштәре яйға һалынған хужалар, тип билдәләргә иртәрәк.
Әле ауылдағы пай ерҙәрен ҡуртымға алыу эше менән булышып йөрөгән көн. Ер бар, документтарҙы туплау мәшәҡәттәрен атҡарып сығырға ғына тура килә. Урында фермерлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә ҡаршы килеп, бюрократия-фәлән ойоштороп ятыусылар юҡ, шөкөр. Теләгән, эш белгәндәргә тырышырға була, – ти Ғәзим Абдуллин.
Тәүҙә, ауыл хужалығында ла һәр кем айырым йүнәлештә эшләгәндә уңышлыраҡ булалыр, тип уйлай торғайным. Йәғни мәҫәлән, бер фермер бесән әҙерләп һата, икенсеһе һутлы аҙыҡ етештерә, өсөнсөһө фермала һыйырҙар тота һәм һауып, эшкәртеү өсөн дүртенсе хужаға тапшыра. Ләкин танып белгән бер генә фермер ҙа был фекерем менән килешмәне. Файҙа күреп эшләү өсөн хужа малды ла үҙе ҡарай, ҡуртымға ер алып, мал аҙығын да үҫтерә, ҡаймаҡ-фәләнен тотоп, баҙарға ла үҙе сығып баҫа. Бәлки, киләсәктә Башҡортостан фермерҙары ла бер йүнәлештә генә эшләй башлар, әммә бөгөн был ҙур булмаған хужалыҡтар өсөн уңайһыҙ.
– Аҙнаһына бер-ике тапҡыр район үҙәгенә барып, һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот һатып ҡайтам. Бер нисә йыл буйы эшләгәс, даими һатып алыусыларым бар. Йүнләп эшләйем тиһәң, клиенттарыңды алдамаҫҡа, мутлашмаҫҡа кәрәк – быны һәр ваҡыт иҫемдә тотам. Аҙығың таҙа, сифатлы икән, һатып алыусыларға ҡытлыҡ булмаясаҡ. Сауҙа эшендә ике яҡтың да бер-береһенә хөрмәтле булыуы яҡлымын. Хәҙер ауылдарҙа ла мал аҫраусылар һирәгәйә бара. Өлкәндәр бар, башҡа эштән бушамағандар бар. Булған аҙыҡ һатыла, юлдар асылып китеп, эшебеҙҙе артабан да киңәйтергә ине, – ти хужабикә.
Абдуллиндар икеһе лә быға тиклем ошо уҡ ауылда йәшәп, эшләп, ғаилә ҡорған булған. Заманалар үҙгәреп, күмәк хужалыҡ тарҡал­ғас, ауыр булһа ла, бер аҙ ҡурҡытыңҡыраһа ла, бөтә көстәрен туплап, фермер булырға ҡарар иткәндәр. Әлбиттә, ауыл хужалығы – бик сетерекле йүнәлеш. Ҡайҙандыр бизнес-пландарҙы күреп ҡалып, ситтән килеп эшләргә тырышҡандарға йөҙөн асмай ул. Беҙҙең геройҙарыбыҙ ҙа электән үк һарайында малды башҡа ауылдаштарынан күберәк аҫраған, һәр бер тинен үҙҙәре эшләп тапҡан кешеләр иҫәбенән. Һыйырҙарҙы күпләп арттырғанға тиклем 300 баш тирәһе инкубатор себеше алып та үҫтергәндәр. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, улар һәр береһе ҡулынан килгән тиклем ата-әсәһенә ярҙам итергә тырыша.
Һыйыр малынан тыш, Абдуллиндарҙың хужалығында 50 баштан ашыу һарыҡ та бар. Һарыҡтың йөнөн һатыуҙан файҙа юҡ инде ул, ә бына ите күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Мосолмандар араһында йәшәйбеҙ, һәр йыл һайын Ҡорбан ғәйете ваҡытында һарыҡты тере көйө күпләп алалар, хатта еткереп тә булмай, тиҙәр. Бер һарыҡтың хаҡы, уртаса алғанда, 4 мең һум тирәһе. Итләтә һатһаң, аҡсаһы күберәк тә була. Билдәләп китәйек: Гөлнур бер литр һөттө – 30 һум, бер литр ҡаймаҡты – 270 һум, бер кило эремсекте 100 һум тирәһенә һата. Былары – ҡышҡы хаҡтар, яҙ етеү менән хаҡтар төшә, әлбиттә. Ғаилә бюджеты өсөн насар тип әйтеп булмай.
Абдуллиндар йыл әйләнәһенә таңғы сәғәт алты тулғансы уҡ тора һәм сәғәт төнгө бер тула тигәндә генә йоҡларға ята. Рәхәт түгел инде, аңлашыла. Ләкин был ғүмер буйы дауам итәсәк хәл түгел, әле улар эшен башлап ҡына тора, тырышлыҡтың емеше мотлаҡ татлы буласаҡ. Эшләгән – тешләгән. Ҡулынан эш килгәндәр әсе тир түгеп тапҡан малының файҙаһын да күрәсәк.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 2-05-2014, 10:33 | Ҡаранылар: 741
|
  • Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Аҡсаның ҡасан еткәне бар?
  • Ҡураларҙа мал туҡ торһон!
  • БАТЫР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ, МАТУР БУЛАМ ТИҺӘҢ ДӘ – ҠЫМЫҘ ЭС!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM